«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ВАСЫЯТНАМӘ ЯҘҘЫҢМЫ?
+  - 


Тормош бит: кемдер бөгөн - бар, иртәгә - юҡ, тигәндәй. Әммә беҙҙә васыятнамә яҙыу тигән нәмә әллә ни ғәҙәткә инмәгән. Һәр хәлдә, Бөтөн Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәге үткәргән һорау алыуҙарҙа Башҡортостан васыятнамә яҙыу буйынса төбәктәр исемлегенең иң ахырына яҡын тора.

Шул уҡ ваҡытта автоһәләкәттәр, ковид сире, яман шеш, инфаркт, инсульт сәбәпле ҡапыл үлем осраҡтары бөгөн ысынбарлыҡтың ғәҙәтигә әүерелә барған күренештәре. Шулар һөҙөмтәһендә оҙаҡҡа һуҙылған юридик алыш-тартыштар, ыҙғыштар, документтар менән хәйләләшеүҙәр башлана ла инде. Иҫән сағында әҙәм балаһы мөлкәте яҙмышын уйламайынса, туған-тыумасаһының бер-береһенә мөнәсәбәтен һынарға уйлаймы икән әллә? Ни өсөн? Өфө фатирындағы йә ауылдағы йортоноң өлөшө өсөн ыҙғыш-талаш тыуҙырыу кәрәкме икән? Барыбер шул туған-тыумаса араһынан башҡаларға ҡарағанда үҙенең генә милеккә хоҡуғы күберәк тип иҫбатларға маташыусы өс туған берәй "сыбыҡ осо" килеп сығасаҡ бит, юғиһә!
Минең бер эшҡыуар танышым, мәҫәлән, васыятнамә яҙыуҙы туғандарының үҙенә ҡарата мөнәсәбәтен асыҡлау "ысулы" итеп файҙаланған. 90-сы йылдарҙан уҡ әле алты фатиры, шул иҫәптән, Мәскәүҙә лә, өҫтәүенә, бизнесында өлөшө һәм тағы ҡайҙалыр коттеджы бар икән. Был танышымда табиптар сир тапҡан. Өс балаһы өҫтөнә әллә күпме туғандары булған был кеше высыятнамә яҙырға ҡарар итә һәм уны бөтөн туғандарына иғлан итә. Һөҙөмтәлә кемдер эстән генә уға үпкәләй, ләкин васыят яҙыусы ихтыярын ҡабул итергә мәжбүр була. Ике йыл ваҡыт үтә. Бизнесмен сит илдә медицина тикшерелеүе үткәндән һуң уның сире улай уҡ ҡурҡыныс түгеллеге, уны уңышлы дауалап булыуы асыҡлана. Танышым диетаға ултыра, спорт менән шөғөлләнә башлай, тартыуын ташлай. Үҙе һөйләүенсә, ул туғандарының үҙенә ҡарата мөнәсәбәте үҙгәреүен күрә: берәүҙәре дөйөм бизнес эшенә тартылып, уға ярҙам итергә тотона, икенселәре, киреһенсә, унан ситләшә башлай. Уртансы улы, мәҫәлән, васыятнамә йөкмәткеһе билдәле булғас та ситкә, икенсе төбәккә сығып китә һәм атаһына һирәкләп кенә шылтырата. Ҡыҫҡаһы, был хаҡта ултыр ҙа "Мираҫ" исемле пьеса яҙ инде, әҙер материал! 55 йәшлек был эшҡыуар хәҙер үҙе лә икеләнә башлай: үҙе иҫән саҡта уҡ васыят хаҡында белдереп, дөрөҫ эшләнеме икән ул? Иң яратҡан яҡындары унан ситләшә башланы бит. Шул уҡ ваҡытта башҡаларҙың үҙенә "ихтирамлы мөнәсәбәте" сәбәптәрен дә үтә күреп тора ул. Оҙаҡ уйланғандан һуң бер ғаилә тантанаһында васыятнамәһенә ныҡ ҡына үҙгәрештәр индерәсәге хаҡында белдерә. Бында ни әйтәһең инде! Кеше тойғолары менән уйнаусы тип тә, иҫәрлек тип тә әйтеп булмай уның хаҡында...
Башҡортостанда мосолман эшҡыуарҙары бизнес эшендә, ғәҙәттә, туғандарына нығыраҡ ышана, ә улары, айырыуса йәштәр, бындай эшкә ҡушылырға әллә ни атлығып тормай, сөнки көнө-төнө эшләргә, яуаплылыҡ йөкмәргә, бөтә эш барышын ҡат-ҡат тикшерергә тура киләсәк. Ә был бер ҙә еңелдән түгел. Шулай итеп, васыятнамә хужаһы яҡындарының ҡайһы берҙәре уның үҙенә лә, бизнес эшенә лә ҡыҙыҡһыныуы юҡлығын аңлай. Икенсе бер бизнес-леди балаларына, ҡартайған көнөндә кемеһе уны нығыраҡ ҡараясаҡ, шуға мираҫ та күберәк буласағын белдерә. Ошондай ваҡиғаларға бәйле, төҙөлөш тармағы эксперттарының береһе - Иван Зоринға киң мәғлүмәт саралары йыш мөрәжәғәт итә икән. Әлеге хәлдәр буйынса ул шундай аңлатма бирә: "Яңы һәм икенсел торлаҡ һатыу мәсьәләләре менән бәйле бер нисә кәңәш бирер инем. Ғәҙәттә, мираҫ ҡалдырыусыларҙың төп бәләһе - васыяттың булмауы һәм уның хаҡында туғандарға көн алдын хәбәр ителмәүе. Ни эшләргә? Кем өлөшөнә нимә тейер? Шулай уҡ күсемһеҙ милектең күп өлөштәргә бүлгеләнгән булыуы ла күп мәшәҡәт тыуҙыра.
Ерләү йолаһынан тыш, теге донъяға күсеү мәҙәниәте юҡ беҙҙә. Үлеменән һуң туғандары мираҫ мәсьәләләре менән яфа сикмәһен өсөн иҫән саҡта уҡ васыят яҙылырға тейеш. Был мәрхүмдең яҡындарының тормошон күпкә еңеләйтәсәк. Шуныһы ла мөһим: варистар әҙерәк булған һайын, яҡшыраҡ. Балиғ булмағандар васыятта күрһәтелмәй, юғиһә, аҙаҡ балиғ булмаған балаларға яҙҙырылған милекте һатыу өсөн тол ҡатын йә иргә фани донъя "тамуғы" аша үтергә тура киләсәк. Шуға ла милекте балаларға яҙҙырыу кәрәкмәй. Туғандар менән иһә алдан аңлашып һөйләшеү мотлаҡ. Ерләү мәсьәләләре хаҡында ла: ҡайҙа һәм нисек һ.б. Шулай уҡ мәрхүмдең ҡалған әйберҙәре, коллекцияһы тураһында, мәҫәлән. Ошондай аныҡлыҡ булған хәлдә туған-тыумаса үҙ-ара ыҙғыш, бәхәс һәм башҡа күңелһеҙлектәрҙән азат буласаҡ. Үҙегеҙҙең бөтөн аккаунттар, паролдәр, код һәм шифрҙар исемлеген төҙөгөҙ, яҡындарығыҙға улар кәрәк буласаҡ. Шулай уҡ был яҙмаларҙың ҡайҙа һаҡланыуын да әйтеп ҡуйығыҙ. Цифрлы паролдәрҙең көтмәгәндә кәрәге тейеүе бар. Үҙегеҙҙең иҫәпкә (счет) ҡатынығыҙ (ирегеҙ) исеменә ышаныс ҡағыҙы яҙығыҙ. Шулай уҡ кәрәге булмаған йә килем килтермәгән милекте һатырға кәрәк. Күсемһеҙ милектәге бөтөн өлөштәрҙән ҡотолоу фарыз. 10 фатирҙа 10 өлөшкә эйә булғансы, айырым бер фатир һатып алыу хәйерлерәк, юғиһә, туғандарығыҙға нотариаль мәшәҡәттәрҙең осона сығыуы ауыр булыр",-бына шундай кәңәштәр бирә Иван Зорин. Мираҫҡа хоҡуҡ өсөн нотариаль тариф буйынса таныҡлыҡ өсөн пошлина күләме туғанлыҡ яҡынлығына бәйле төрлөсә була. Әгәр мираҫ эше менән ире йә ҡатыны, балалары, ата-әсәһе йәки бер туған туғандары шөғөлләнә икән, нотариус баһалаған хаҡтың 0,3 процентын тотоп ҡала. Был осраҡта 100 мең һумға сикләү бар. Башҡалар өсөн ставка 0,6 процент һәм иң юғары сик - млн һум. Шуға күрә бөтөн пошлиналарҙы алдан иҫәпләп, хәҙер үк васыятнамә яҙырға була, тик был хаҡта яҡындарығыҙға белдерергәме, юҡмы - уныһы һеҙҙең эш. Кемгәлер быны эшләү ауыр булыр, ләкин васыяттан тейгән өлөштөң күләмен белгәс, васыят яҙыусыға йылы, хәстәрлекле мөнәсәбәт булдырылған осраҡтар ҙа байтаҡ. Васыятнамәлә өлөштәрҙе алыу шарттары ла күрһәтелергә тейеш. Был һеҙҙең тормошоғоҙҙо әле үк үҙгәртеп ебәрергә мөмкин.


"Киске Өфө" гәзите, №26, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 01.07.22 | Ҡаралған: 300

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru