«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҮЛӘН АШАҒЫҘ!
+  - 

Көйөргәҙе районы ағинәйҙәре үҙҙәре йәшәгән ауылдарҙың тормошон йәнләндереү, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлау, йәш быуынды тәрбиәләү, экологик өмәләрҙә ҡатнашыу, дини йолаларҙы өйрәнеү, милли кейемдәрҙе һәм биҙәүестәрҙе тергеҙеү менән бер рәттән, йәш быуынға шифалы үләндәр тураһында мәғлүмәт биреүгә, үлән аштары бешерергә өйрәтеүгә лә ҙур иғтибар бүлә. Был йәһәттән Аҡһары ауылы ағинәйе Гөлсөм Нәбиулла ҡыҙы Сәлихованы өлгө итеп ҡуйырға мөмкин. Үҙенең ҡырҡ йылдан ашыу ғүмерен Көйөргәҙе районының агрономия хеҙмәтен үҫтереүгә арнаған, әлеге ваҡытта хаҡлы ялдағы ағинәйгә Башҡортостанда үҫкән һәр дарыу үләне таныш, тиһәң, бер ҙә хата булмаҫ. Халҡыбыҙҙың милли йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, боронғо кәсептәрен һаҡлап ҡалыуҙа һәм үҫтереүҙә ҙур эштәр башҡарған Гөлсөм Нәбиулла ҡыҙы гәзит уҡыусыларға бер нисә кәңәшен тәҡдим итте.

- Йәйҙең иң йәмле мәле етте. Беҙҙә, Башҡортостанда файҙалы үҫемлектәр, шифалы үләндәр бик күп. Башҡорт халҡында борон-борондан шундай ырым йәшәй: "Балтырған, кесерткән кеүек үлән аштарының һәр ҡайһыһын йылына өсәр тапҡыр ашарға кәрәк, шулай иткәндә, ҡыш буйы ауырымайһың..."
Билдәле булыуынса, халҡыбыҙ элек миҙгелдәргә ҡарап туҡланған. Ҡышын, көндәр һалҡын торғанда итле, майлы ризыҡҡа өҫтөнлөк биргәндәр. Яҙын ҡаҡы, ҡымыҙлыҡ, ҡуҙғалаҡ, балтырған, кесерткән кеүек йәш үлән ашаған. Йәй, көҙ көндәрендә һөт мул булғанда һөтлө аҙыҡ бешергән, йәшелсә, емеш-еләк запасы туплаған. Әлеге ваҡытта ылыҫлы ағастарҙың йәшел тубырсығын йыйыу мәле. Уны йыйып, 3 литлыҡ банкаға тултырырға һәм 700 грамм шәкәр ҡомо һалып, 1 ай буйы йыш ҡына һелкетеп тороп, сиробы сыҡҡансы ҡараңғы урында тоторға кәрәк. Был тәмле "дарыу" йүтәлдән дауалай, тамаҡ ауыртыуын бөтөрә. Уны ашар алдынан ас ҡарынға балаларға - бер балғалаҡ, ололарға бер аш ҡалағы эсергә. Бер-ике көндән ауырыу юҡҡа сыға. Ҡурылдай, астманан да файҙалы. Тикшерелгән ысул, ярҙамы шунда уҡ тейә.
Дегәнәктең файҙалы булмаған бер өлөшө лә юҡ. Ул ҡанды таҙарта, нервыны тынысландыра, йоҡоно яҡшырта. Һалҡын тейгәндә лә ярҙам итә. Витаминға бай үҫемлектең япрағынан һут эшләргә була. Уның бер ҡыйынлығы ла юҡ. Матур япраҡтарын йыйып, таҙа һыуҙа саяһың да, ит үткәргес аша үткәреп, марля аша һөҙөп алаһың һәм аҙлап ҡына, йәғни порциялап туңдырғысҡа ҡуяһың. Мин үҙем уны шоколадтан ҡалған ҡумта эсендә туңдырам. Ашар алдынан бер ҡалаҡ самаһы ҡабул итәһең. Көнөнә ике-өс тапҡыр эсһәң дә була. Ауырыуҙарҙы иҫкәртеү өсөн дә, дауаланыу өсөн дә файҙаһы күп. Иммунитетты күтәреү, организмға көс йыйыу йәһәтенән дә файҙалы.
Тамыры ла файҙалы. Көҙөн, атап әйткәндә, сентябрь-октябрь айҙарында тамырын ҡаҙып алып киптерәһең. Унан яһалған төнәтмә сәсте нығыта.
Ғөмүмән, аяҡ аҫтыбыҙҙа үҫкән үләндәрҙең барыһы ла тиерлек шифалы. Самаһын белеп ашаһаң, бөтәһе лә шифалы уларҙың. Бына, мәҫәлән, йәшел һолоноң дауаһын күптәр белеп бөтмәй. Баш ҡоҫоп, орлоҡтары һөтлө саҡта, үҫемлекте йәшел һаламы менән йыйып, башағы менән бергә турап киптерәләр. Тик ҡояшлы урынға һалмағыҙ. Кипкән йәшел һолоно бәүел тотмағанда, бөйөр йәки һейҙек ҡыуығы ауыртҡанда ҡулланалар. Бының өсөн 1 ҡалаҡ кипкән һолоно бер стакан ҡайнар һыуҙа төнәтәләр. Аш алдынан һөҙөп эсергә. Файҙаһы бик ҙур.
Быларҙан тыш, тағы йәшел турама эшләп ашарға тырышығыҙ. Бер бәйләм кесерткән, ат ҡолағы япрағы, туҡранбаш (клевер), аҡ алабутаны (марь белая) ҡайнар һыуҙа бешекләп, турап, уға ҡуҙғалаҡ, ҡыяр, помидор, ҡаймаҡ йәки майонез, ҡатыҡтан һөҙмә һәм аҙыраҡ тоҙ ҡушып бутарға. Бына тигән витаминға, микроэлементтарға бай ризыҡ килеп сығыр, - тип үҙ тәжрибәһе менән ихлас уртаҡлашты Гөлсөм апай Сәлихова.

Лена АБДРАХМАНОВА яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №26, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 01.07.22 | Ҡаралған: 301

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru