«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЙӨРӘК СЕРҘӘРЕ ҺӘМ СИРҘӘРЕ
+  - 


Алты йөҙ грамлыҡ булып тыуған сабыйҙың йөрәгенә операция яһағанда табип нимәләр кисерә? Балалар нимәгә өйрәтергә мөмкин һәм кеше йөрәге үҙендә ниндәй асылмаған серҙәр һаҡлай? Ошоларҙың барыһы тураһында ла юғары категориялы табип, Республика кардиодиспансерының балалар кардиохирургы Нарат ЙӘНБӘКОВ менән һөйләштек. Ул 15 йыл инде тыумыштан йөрәк сирле балаларҙы дауалай. Йыл һайын 60-лап бәләкәй пациенттың ғүмерен һаҡлап ҡала. Шулай уҡ райондарға сығып, консультациялар үткәрә, мәҡәләләр яҙа һәм уйлап табыу патенттарына эйә.

Нарат Әхмәҙулла улы, ни өсөн һеҙ тап балалар кардиохирургы һөнәрен һайланығыҙ? Бигерәк тә яңы тыуған сабыйҙарҙың йөрәгенә операция яһаусы табип...

- Моғайын, яҙмышыма шулай яҙылған булғандыр. Әсәйем - медик, әле лә эшләй. Атайым эштә йәки командировкаларҙа булғанда, әсәйем менән дежурстволарға йөрөнөм һәм бик йыш дауаханала йоҡлай инем. Дауахана минең икенсе өйөм булды, моғайын, шул саҡта уҡ үҙ юлымды һайлағанмындыр. Терапевт йәки акушер-гинеколог булып эшләү теләгем дә булманы түгел. Ә хирургияны - ул тап ирҙәр һөнәре булған өсөн һайланым. Операция яһайһың да, шунда уҡ кешегә ярҙам итә алдыңмы, юҡмы - һөҙөмтәһен күрәһең.

Ә ниндәй мәлдә йөрәккә операция яһарға әҙер икәнегеҙҙе аңланығыҙ?

- Ул тойғо йылдар үтеү менән килә. Ординатураның беренсе йылын БДМУ ҡарамағындағы 6-сы дауахананың госпиталь хирургияһы кафедраһында үттем. Практикаға мине Республика кардиология үҙәгенә балалар хирургияһы бүлегенә йүнәлттеләр. Был бүлек ул ваҡытта саҡ асылып ҡына тора ине. Миңә коллектив оҡшаны, урындар ҙа булғас, шунда эшкә тороп ҡалдым. Тәүге операциямды 2011 йылда - үҙәктә 4 йыл эшләгәндән һуң үткәрҙем. Хирург өсөн йыйнаҡлыҡ, ҡулдарҙың һиҙгерлеге, айыҡ аҡыл кәрәк. Былар барыһы ла ваҡыт менән килә. Башта ҡулдар тыңламай, фиҙаҡәрлек, үҙ өҫтөңдә даими эшләү һәм өйрәнеү кәрәк. Ассистент булып ҡына операция эшләргә өйрәнеп булмай, үҙең нимәлер эшләй башлағас ҡына тәжрибә туплана. Остаздарым Нур Сибәғәтуллин менән Дмитрий Онеговҡа рәхмәт. Һәр бүлек мөдире үҙ ҡулдарың менән эшләп ҡарау мөмкинлеге бирмәй, улар миңә ышанды.

Балаһында йөрәк етешһеҙлеге асыҡланһа, ата-әсә нимәгә иҫәп тота ала?

- Беҙҙең бүлексәлә тыуғандан алып 18 йәшкә тиклемге балалар ярҙам ала. Барлыҡ операциялар бушлай эшләнә һәм бюджет иҫәбенән түләнә. Хәҙер шундай күренеш күҙәтелә: күберәк тыуғандан алып 2 йәшкә тиклемге балаларға операция яһайбыҙ. Олораҡ йәштәге балалар ауырыуҙары кәмене. Был йөрәк патологияларын бәләкәй саҡтан, хатта әсә ҡарынында уҡ асыҡлауға бәйле. Белгестәрҙең булыуы һәм заманса аппаратуралар проблеманы, әгәр ул булһа, шунда уҡ асыҡлау мөмкинлеге бирә. Мәҫәлән, бөгөн бер йәшлек йөрәк алды араһы бүлгеһе етешһеҙлеге менән тыуған ҡыҙға операция яһаныҡ. Ошо ваҡыт арауығында ул поликлиникала күҙәтеү үтеп торҙо, атлай башлағас, операция тәғәйенләнек. Был киң таралған, әммә операция ярҙамында уңышлы дауалап булған дефект.
Операция тап яңы тыуған ғына ваҡытта - 7-10 көн эсендә талап ителгән осраҡтар ҙа була, юҡһа, беҙ баланы юғалтыуыбыҙ ихтимал. Бик йыш был етлекмәй тыуған балалар, уларҙың күптәре төрлө үҫеш етешһеҙлеге, шул иҫәптән йөрәк эшмәкәрлеге етешһеҙлеге, менән тыуа. Беҙҙең бүлексәлә ауырлығы 2,5 килограмдан артмаған балаларға операция яһарға ла тура килде. Ауыр осраҡтарҙа Республика балалар дауаханаһына йәки 17-се дауаханаға ла сығабыҙ. Хатта 600 грамлыҡ балаға операция яһаған бар. Балалар операцияны нормаль үткәрә, шуға ла күңелһеҙ мәлдәргә ҡарағанда ҡыуаныслылары күберәк.

Бәләкәй пациенттарҙан нимәгә өйрәнәһегеҙ?

- Сыҙамлыҡ, сабырлыҡ, ҡыуана белеү һәм йәшәргә тырышыу кеүек сифаттарға беҙ бәләкәй пациенттарҙан өйрәнәбеҙ, тип уйлайым. Йөрәк етешһеҙлеге булған балалар үҙенә башҡа. Тыңлауһыҙҙары ла, артыҡ хәрәкәтсәндәре лә була, әммә нигеҙҙә улар тыныс, яй, агрессив түгелдәр. Аҡ халат синдромы беҙҙең бүлексә өсөн дә ят түгел. Бер йәшкә тиклемге балалар табипты күреү менән илай башлай, әммә бер нисә тапҡыр ингәндән һуң өйрәнәләр. Миндә бик йыш балаларға ҡарата бәйлелек барлыҡҡа килә, бигерәк тә улар үҙем операция яһаған пациентым булһа. Уларҙы үҙеңдеке тип иҫәпләй башлайһың, уның тураһында уйлайһың, ярҙам итергә теләү тойғоһо көсәйә.

Эшегеҙҙәге фажиғәле осраҡтарҙы нисек йырып сығаһығыҙ?

- Беҙ барыбыҙ ҙа тере кешеләр һәм ата-әсәләр. Һәр хирург өсөн үлем - һынау, ныҡлыҡҡа тикшереү. Эш башлағанда балаларҙың операция өҫтәлендә йәки һуңынан реанимацияла үлеүе шок була торғайны. Бик ауыр кисерә инем, хәҙер ҙә еңел түгел... Бары тик баланың ниндәй етешһеҙлектән үлгәнен, ниндәй процестар башланғанын аңлайһың, анализлай, сәбәбен эҙләй башлайһың. Әммә беҙҙең туҡтап торорға ваҡытыбыҙ юҡ, башҡа балаларға ярҙам итергә кәрәк.

Энергияны ҡайҙан алаһығыҙ?

- Ғаиләм бар, ике ул үҫтерәбеҙ. Барлыҡ буш ваҡытымды улар менән үткәрәм. Балыҡ тоторға яратам, әммә был бик һирәк эләгә. Ғөмүмән, тормошҡа позитив ҡарарға тырышам, операция алдынан рус, башҡорт йырҙарын йырлайым. Шулай итеп үҙемде илһамландырам, ҡайһы берҙә коллегаларым менән шаяртышып алам. Операция мәлендә етдиләнәм, музыка миңә иғтибар төйнәргә ҡамасаулай. Ҡайһы бер коллегаларым радио һөйләп торғанда ла эшләй.

Һеҙҙе кеше йөрәгәндәге нимәлер аптырата аламы?

- Анатомияны белеүебеҙ - тәбиғи. Әммә беҙгә билдәле булмаған башҡа процестар ҙа бар. Бына гемодинамиканы ғына алғанда ла, ҡан нисек, ниндәй стенкаларға бәрелә, нисек ҡыҫыла - миокард бер нисә ҡатлам - быны берәү ҙә белмәй. Был физиология һәм ул һәр кемдә төрлөсә булыуы мөмкин. Барыһын да беләм, тип өҙөп кенә әйтергә ярамай. Йөрәк - ул шундай ағза, ул барлыҡ ауыртыуҙарҙы ла үҙе аша кисерә. Ул бит коронар система, һөҙөмтәлә, кеше борсолһа, ҡан баҫымы күтәрелә, ҡан тамырҙары ҡыҫыла һәм йөрәк ауырта башлай. Барыһы ла үҙ-ара бәйләнгән, баш ҡына түгел, йөрәк тә. Шуға күрә йөрәк - ул күңел дә.

Тулыһынса һау-сәләмәт балаларҙа ла йөрәк етешһеҙлеге асыҡланған осраҡтар буламы?

- Эйе, яһалма булдырылған йөрәк етешһеҙлеге лә була. Был, нигеҙҙә, ялҡынһыныу процестары йәки артыҡ көсөргәнеш һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Ҡайһы берҙә ата-әсәләр балаларын шул тиклем көсөргәнештә тота, үпкә артерияһында тромбоэмболия барлыҡҡа килә һәм клапан аға башлай. Шундай балалар беҙгә килә. Клапанды механик клапанға алмаштырғанда ла, был ғүмерлек инвалидлыҡ тигән һүҙ.
Хәҙер вегетатив нерв системаһы ҡуҙғыған үҫмерҙәр бик күп. Ниндәйҙер көйөү йәки ҙур көсөргәнеш арҡаһында уларҙың йөрәктәре ауырта башлай. Бының сәбәптәре күп, бигерәк тә ковидтан һуң йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы боҙолоуы баш әйләнеүе, аң юғалтыу, аяҡ-ҡул суҡтары ойоу рәүешендә үҙен һиҙҙереүе мөмкин. Шуға күрә, әгәр бала йөрәгенә зарлана икән, табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Был ҡабырға-ара невралгия ла булыуы ихтимал, әммә ЭКГ, ЭХО булһа ла эшләтеү зарур. Шулай уҡ, әгәр бала спорт секцияһында шөғөлләнә икән, мотлаҡ кардиолог менән кәңәшләшергә кәрәк

Әлфиә ӘҒЛИУЛЛИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №26, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 01.07.22 | Ҡаралған: 228

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru