«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӨФӨБӨҘҘӨҢ ТАРИХИ ҮҘӘГЕНДӘ ОШОНДАЙ БЕЛЕМ БИРЕҮ ОЙОШМАҺЫ БАР
+  - 


Һәр йыл июлдең беренсе шәмбеһендә ҡулланыусылар кооперацияһы хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын - Халыҡ-ара кооперативтар көнөн билдәләй. Халыҡ-ара кооператив альянс мәғлүмәттәре буйынса, донъяның иҡтисадтағы кооператив сегменты үҫешкән бер генә илендә лә XX быуат башында барлыҡҡа килеп, бөгөнгәсә төрлө кимәлдәге кадрҙар әҙерләгән Рәсәй ҡулланыусылар кооперацияһында ғәмәлдә булған белем биреү системаһының аналогы юҡ. Оҙайлы үҫеш осоронда илебеҙҙең ҡулланыусылар кооперацияһы Камчатканан алып Калининградҡа тиклем урта һәм юғары һөнәри белем биреү ойошмалары селтәрен булдыра, йәғни кооперация тармағы белгестәре менән тәьмин итә. Бөгөн Башҡортостан кооператив техникумы директоры Светлана ШАҺАПОВА менән ошо тармаҡ, уның тормошобоҙҙа тотҡан урыны һәм әһәмиәте, бөгөнгө шарттарҙа кооператорҙар әҙерләү тураһында әңгәмәләшәбеҙ.

Светлана Урал ҡыҙы, Халыҡ-ара кооперативтар көнө һеҙҙең уҡыу йорто һәм уҡыу йортон тамамлаусылар өсөн ниндәй әһәмиәткә эйә?

- Башҡортостан кооператив техникумының барлыҡҡа килеү тарихы ҡулланыусылар кооперацияһы менән ныҡлы бәйләнгән. 1930 йылдың 14 ноябрендә "Башсоюз" Башҡортостан Өлкә ҡулланыусылар йәмғиәте союзы идараһы "ПромЭК" уҡыу йортон үҙ ҡарамағына алырға ҡарар итә һәм уның атамаһын Башҡортостан ҡулланыусылар кооперацияһы техникумы тип үҙгәртәләр.
1990 йылда илдең иң яҡшы союзы иҫәбенә ныҡлы ингән Башҡортостан Республикаһы Ҡулланыусылар йәмғиәте берекмәһе техникумдың берҙән-бер ойоштороусыһы булып тора һәм финанс-хужалыҡ, уҡытыу-тәрбиә эшендә ярҙам күрһәтә, студенттарҙың практика үтеүенә һәм эшкә урынлашыуына булышлыҡ итә. Техникум өсөн Башпотребсоюз ойоштороусы ғына түгел, социаль йүнәлештәге проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа партнер ҙа.

Башҡортостан кооператив техникумының үҙенсәлеге нимәлә?

-Техникум республиканың иң оло уҡыу йорттарының береһе һәм үҙенең күп йыллыҡ тарихында аяҡҡа баҫыу, үҫеш һәм йәмәғәт танылыуы алыуҙың ҡатмарлы юлын үтә. Бөгөн иһә ул - баш ҡаланың тарихи үҙәгендә урынлашҡан абруйлы белем биреү ойошмаһы. Техникум бик күптәргә тормошҡа путевка бирә, абруйлы һөнәр һайларға, күңеленә ятҡан эш табырға ярҙам итә. Уҡыу йортон тамамлаусылар араһында дәүләт һәм муниципаль идара итеү органдары, ҡулланыусылар кооперацияһы предприятиелары, етештереү һәм сауҙа предприятиелары етәкселәре, финанс-иҡтисад өлкәһе хеҙмәткәрҙәре, белем биреү һәм фән эшмәкәрҙәре, эшҡыуарҙар, хоҡуҡ һаҡлау органы вәкилдәре һ.б. бар.
Беҙҙең заманда һайлаған һөнәр бик ҙур роль уйнай. Бөгөн беҙ иҡтисад, хоҡуҡ, коммерция, IT-технологиялар һәм ер ҡоролошо буйынса белгестәр әҙерләйбеҙ. Уҡыу йортонда студенттар сифатлы белем алһын өсөн барлыҡ шарттар булған белем биреү мөхите тыуҙырылған. Ул ылыҡтырғыс уҡыу йорто булып тора һәм беҙҙә меңдән ашыу кеше көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлегендә белем ала. РФ Мәғариф министрлығы үткәргән мониторинг һөҙөмтәләре буйынса техникум Рәсәй буйынса - 500 һәм республика буйынса 100 иң яҡшы уҡыу йорто исемлегенә инә.
Һуңғы йылдарҙа техникум студенттар һанын арттырып, матди-техник базаһын нығытып, социаль-көнкүреш шарттарын яҡшыртып, шул иҫәптән техникум эргәһендә урынлашҡан ятаҡта ла, яҡшы үҫеш күрһәтә. Бында техникум коллективының өлөшө бик ҙур. Тап уларҙың компетентлығы, ижади ҡеүәте, белем биреү һәм тәрбиә процестарына инновацион ҡарашы һөҙөмтәһендә студенттарға һөнәри, хеҙмәт, физик һәм рухи-әхлаҡи тәрбиә мәсьәләләре уңышлы тормошҡа ашырыла.
Фән кандидаттары, беренсе һәм юғары категориялы белгестәр етәкселегендә студенттар уҡыуҙа юғары күрһәткестәргә өлгәшә, WorldSkills, Абилимпикс һәм башҡа һөнәри оҫталыҡ конкурстарында әүҙем ҡатнаша. Студенттарҙың хеҙмәт һәм гражданлыҡ-патриотик тәрбиәһенә ҙур иғтибар бирелә. Ошо маҡсатта "Батыр" спорт клубы, "Асыҡ йөрәктәр" ирекмәндәр отряды, төрлө ижади студиялар эшләй. Башҡортостан кооператив техникумы йыл һайын республиканың һөнәри белем биреү ойошмалары араһында Республика Комплекслы спартакиадаһында призлы урындар яулай. Ирекмәндәребеҙ дөйөм ҡала өмәләрендә ҡатнаша, пандемия ваҡытында хәүеф төркөмөндә булған граждандарға аҙыҡ-түлек, дарыуҙар ташыны, Донецк һәм Луганск Халыҡ Республикаларына гуманитар ярҙам йыйыу пункттарында мәшғүл. "Эдельвейс" төҙөлөш отряды Ҡырым шифаханаларында уңышлы эшләй һәм бер рәттән ял да итә.
Кооператив техникум дәүләттеке булмаһа ла, беҙ ҙә үҙ өлгөбөҙҙә йәмғиәткә сифатлы белем биреү һәм тәрбиә, ҡайнап торған студент тормошо менән дәүләт белем биреү учреждениеларынан һис ҡалышмағанын раҫлайбыҙ.

Уҡыу йортон тамамлаусылар артабан белем алыуын ҡайҙа дауам итә ала?

- Беҙ студенттарға, артабан улар юғары белем аламы, әллә һөнәре буйынса эшләй башлаймы - ғүмер буйы белемеңде, оҫталығыңды камиллаштырыу зарурлығын һеңдерәбеҙ. Артабан уҡырға теләүселәр республиканың һәм Рәсәйҙең теләһә ҡайһы уҡыу йортона БДИ тапшырмайынса ҡыҫҡартылған программа буйынса коммерция йәиһә бюджет нигеҙендә уҡырға инә ала. Шулай уҡ Башҡорт дәүләт университеты, Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы, Рәсәй кооперация университетының Башҡортостан кооператив институты (филиал), Санкт-Петербург технологиялар һәм эшҡыуарлыҡ институты менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөгәнбеҙ. Бөгөн техникум мәктәп һәм юғары һөнәри белем системаһы менән мөһим звено, уңайлы күпер булып тора, сөнки беҙҙә университеттың етди талаптарына әҙерләү менән бер рәттән, һәр студентҡа мәктәптәгесә иғтибар бүленә.


"Киске Өфө" гәзите, №26, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 01.07.22 | Ҡаралған: 231

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru