«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠАРА ҠАРАҒАТ ҺАТЫП...
+  - 

Шундай ерҙә йәшәйбеҙ - байлыҡ ысын мәғәнәһендә аяҡ аҫтыбыҙҙа, тирә-яғыбыҙҙа. Республикабыҙ тәбиғәте матур ғына түгел, ә халҡыбыҙға һыуын да, аҙыҡ-түлеген дә етерлек бүләк итә. Урмандарға сыҡһаң, хайран ҡалырлыҡ бит - нимә генә үҫмәй унда, әйҙә, ялҡауланмай йый, киптер, ҡайнат, тоҙла, быҡтыр һәм башҡалар. Йылға-күлдәрендә балығы ни тиклем мул, үҙҙәре ҡулға һикерергә тора. Баҡсала ла, йыбанмайынса ғына тәрбиәләгәндә, емертеп уңыш алырға мөмкин. Мин иртә яҙҙан йәйге-көҙгө уңыш миҙгеленә әҙерлек башлайым: һауыт-һаба йүнләйем, урын әҙерләйем, һыуытҡысты бушатам. Бөгөнгө яҙмамда үҙемдең яратҡан еләгем - ҡара ҡарағат - тураһында һөйләп үткем килә. Ул беҙҙең ғаиләгә ҡышты бер ауырыуһыҙ сығырға булышлыҡ итә һәм килем дә килтерә.

Ҡара ҡарағат тәмле булыуы менән бер рәттән, ныҡ файҙалы еләк. Иҫ китмәле бай витамин-минераль комплексҡа эйә булыуы өсөн ҡара ҡарағатты киң ҡулланалар.Ул балалар организмының яҡшы үҫешенә булышлыҡ итә, өлкән йәштәгеләрҙең һаулығын бермә-бер яҡшырта. Ҡара ҡарағат А, Е, B1, B2, B5, B6 витаминдарына, аскорбин кислотаға, пектинға бик бай. Шулай уҡ уның япраҡтары ла киң ҡулланыла. Ғөмүмән, ҡара ҡарағаттың файҙаһы тураһында интернет киңлектәрендә күп мәғлүмәт табырға була.
Мин ҡара ҡарағат матур булып өлгөргәс тә уны йыйып, сүп-сарынан таҙалап, йыуып, артыҡ һыуынан киптереп туңдырам. Төрлө күләмдәге һауыттарҙа туңдырам, һатыу өсөн 300 - 350 грамлыҡ пластмасса һауыттарҙы иң ҡулайлыһы күрәм. Ҡап-ҡара булып бешкән еләкте йыйғандан һуң тиҙ генә туңдырһаң, ул һуңынан иреткәс тә үҙ төҫөн, тәмен, еҫен, формаһын юғалтмай, ә яңы ғына өҙөп алынған кеүек була.
Һатыу миҙгелен, ғәҙәттә, ноябрь айында башлайым. Туңдырылған еләктең 350 грамлығын 250 һумға тәҡдим итәм. Ҡара ҡарағат эре еләк, уны йыйыуы ла, һауытты тултырыуы ла тиҙ. Ғөмүмән, ҡара ҡарағаттың, шул уҡ еләк менән сағыштырғанда, эшкәртеүҙә мәшәҡәте юҡ. Шуға күрә был хаҡ һатып алыусы өсөн дә ҡиммәт түгел, миңә лә етә. Ғәҙәттә, йәйге уңыштың ниндәй булыуына ҡарап, ҡышҡыһын һатыуға 20 литрлап туңдырып ҡуям. Ҡыш сыҡҡансы һатырға етә, артығы кәрәкмәй, сөнки йәйгеһен яңы уңыш йыйырға һәм уны һаҡларға урыны кәрәк. Әйткәндәй, һатыуға баҡса ҡарағатын ғына сығарам. Ҡара ҡарағатты шәхси баҡсамдан да йыям, ҡала янындағы ташландыҡ баҡсаларға ла сығам. Һатып алыусыларым ҡара ҡарағатты ашарға, бәлеш бешерергә, төрлө һут һәм морстар эшләргә, халыҡ дауаһында ҡулланырға ала. Әскелтем, әммә үҙе шул тиклем тәмле һәм файҙалы еләккә һорау кәмемәй, тимәк, минең килем килтергән был сығанағым йәйге эҫелә баҡсалар буйлап йөрөүҙе аҡлай.

Рәйлә ӘХМӘҘИЕВА.
Мәләүез ҡалаһы.

"Киске Өфө" гәзите, №26, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 01.07.22 | Ҡаралған: 346

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru