«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
САҒЫУ БИҘӘКЛЕ
+  - 

Этнография һәм археология музейы бинаһы

"Тау башында балҡый бер ҡала, ул ҡала Өфө тип атала", тип йырлап үҫкән быуын балалары беҙ. Баш ҡаланан йөҙәр саҡрым алыҫлыҡта ятҡан ауылда тыуған һәм Өфөнө тик китаптарҙа ғына күргән кеше өсөн бында килеп, һүрәттәр буйынса ятлап бөткән урындарҙы үҙ күҙең менән күреү ниндәй хистәр уятҡанын кемгәлер аңлауы ла ауырҙыр.

Быйыл, ниһайәт, Өфөгә юл төштө. Йәшеллеккә күмелгән ҡалала беҙҙе тәүҙә Салауат Юлаевҡа һәйкәл ҡаршы алды. Ошондай шәхесебеҙ һәм уны һынландырған әлегеләй монументаль һәйкәлебеҙ булыуы менән бәхетле халыҡ беҙ. Автомобиль күперен үткәс, юлыбыҙ артабан Салауат Юлаев проспекты буйлап китте. Манаралары ялтырап әллә ҡайҙан күренеп торған мәсет тирәләй төҙөлөш эштәренең гөрләмәүе бер аҙ күңелде һүрелтһә лә, ул да оҙаҡламай барлыҡ мосолмандарға үҙ ишектәрен асыр, тигән өмөттә юлыбыҙҙы дауам иттек. Меңәрләгән автомобилдәр тегеләй-былай йүгергән проспект үҙенең киңлеге менән оҡшаны. Ләкин юл буйындағы сағыу уттар менән янып торған реклама экрандары ҡараңғыла водителдәргә ҡамасауламай микән?
Өфөнөң тарихи үҙәге буйлап сәйәхәт ваҡытында ҡайһы бер биналарҙың төҙөлөшө лә, уларҙы биҙәгән биҙәктәре лә һоҡландырғыс. Мәҫәлән, К.Маркс урамында урынлашҡан Этнография һәм археология музейы бинаһын ғына алып ҡарағанда ла ниндәй матурлыҡ! Эргәһенән көн дә үтеп йөрөгән ҡыҙым: "Атай, һин күрһәтмәһәң, мин иғтибар ҙа итмәйем ул", - ти. Уның биҙәлешендә төрлө дәүер элементтары урын алған, сит илдәрҙә генә үҫкән сәскәләр һүрәтләнгән. Мин, ғөмүмән, ҡайҙа барһам да биналарға ҙур иғтибар бирәм. Уларҙың барыһы ла тарих шаһиттары бит. Бына, мәҫәлән, Өфөнөң Ленин урамындағы тиҙ ҡапҡылап алыу рестораны урынлашҡан бинаға иғтибар иткәнегеҙ бармы, йәмәғәт? Ул төҙөлөшө һәм биҙәлеше менән күҙҙең яуын алып, хәҙерге бер типтағы биналарҙан үҙенең ҡупшылығы менән әллә ҡайҙан айырылып тора. Баш ҡаланың Ленин, Пушкин, К.Маркс һәм башҡа ошо тирәләге биналарҙың барыһы ла иғтибарға лайыҡ. Уларҙың һәр береһе Өфөнөң бөгөнгө көн архитектураһына тура килеп кенә ҡалмай, ә йән өргән кеүек.
Ә Туҡай урамындағы совет осоро заманындағы элементтарҙан торған стелалар беҙҙең бала саҡ, йәшлек йылдарының матур иҫтәлектәре. Ул ваҡытта эшсе һөнәрҙәренә ҙур иғтибар бүленде, төрлө өлкәлә хеҙмәт иткән эшселәр тәүге урындарҙа торҙо - уларға ҡәҙер-хөрмәт күрһәтелде, депутат булып Мәскәүгә лә улар йөрөнө, баҫыуҙарҙа һәм заводтарҙа ҙур пландар үтәлде. Уларға ҡарап, йәштәр ҙә кәрәкле һәм файҙалы һөнәр һайланы, ауылда йәшәргә ҡалды, ә ауыл йәшәһә, ил дә йәшәй. Шулай уҡ ошо стелалар араһында ҡурайсы башҡорт егетенең һәм бейеүсе ҡыҙҙың да булыуы бик матур күренеш.
Башҡорт дәүләт университеты янында урынлашҡан ҡунаҡхана билдәле бер ракурстан ҡараһаң, бөкләнгән ҡағыҙ битенә оҡшаған һәм был урынға ниндәйҙер үҙенсәлек биреп тора.
Бөгөнгө күҙәтеүем башлыса баш ҡаланың тарихи үҙәгендәге урамдарҙа урынлашҡан биналарға ҡағылды. Артабан Өфөнөң күҙемә күренгән башҡа үҙенсәлектәре тураһында ла яҙырмын, тигән ниәттәмен.
Өфө - матур, йәшел, бөгөнгө менән үткәнде ярашлы итеп берләштергән, туристар өсөн ҡыҙыҡлы ҡала. Туристар өсөн бер нисә йүнәлештәге программа тәҡдим итергә мөмкин, ә бының өсөн ҡаланың ғына түгел, ә ерле халыҡтың да тарихын яҡшы белгән һөнәрмәндәр әҙерләү мөһим.

Әнүәр ИҪӘНБУЛАТОВ.
Хәйбулла районы.

"Киске Өфө" гәзите, №27, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.07.22 | Ҡаралған: 205

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru