«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЗАРЛАНМАЙЫҠ, ЗАРЛАНЫУ РУХИӘТТЕ ҮЛТЕРӘ, КӨСӨБӨҘҘӨ КӘМЕТӘ
+  - 

Иҡтисади тарҡалыу сигенә етеп, илебеҙ оло һынауҙарға дусар ителгән осорҙа беҙҙең үҙебеҙгә лә был көрсөктәрҙе булдырмау тураһында уйланырға кәрәк. Был санкциялар беҙҙән эшһөйәрлек, йүнселлек, тырышлыҡ талап итә. Киләсәккә өмөттө өҙмәү, барыһы ла имен-аман үтеп китеүенә ышанысты юғалтмау мөһим.

Әйткәндәй, бындай иҡтисади көрсөктәр элек тә булған. 1920-1930 йылдарҙы ғына алайыҡ. Был осорҙа бөтә донъя аслыҡ һәм ҡытлыҡ кисергән. Йыраҡ китмәй генә 1990 йылдарҙы иҫкә төшөрөү ҙә етә. Аллаға шөкөр, имен-аман үткәреп ебәрҙек ул саҡтағы көрсөктө лә. Ул йылдарҙың һөҙөмтәһе шул: халыҡ ҙур тормош тәжрибәһе тупланы. Эш урындарының ҡәҙерен белеү, аҡса һанарға өйрәнеү, дөрөҫ тотоноу, бер кемдән бер ни көтмәҫкә, үҙ-үҙеңә генә ышанырға кәрәклеген аңлай башланы. Социаль дәүләт тип аталһаҡ та, йәшерен-батырын түгел: ябай халыҡ өсөн социаль кәртәләр етерлек, үҙеңдән башҡа бер нигә ышаныс юҡ. Шулай булғас, беҙгә фәҡәт үҙебеҙҙең көстө, аҡылды, зиһенде үҫтерергә, өмөтһөҙлөккә бирелмәҫкә кәрәк. Тарихтан күреүебеҙсә, тормош бер ҡасан да еңел булмаған. Халҡым революция, Бөйөк Ватан һуғышы, дөйөм хужалыҡтар ойоштороу осорондағы мәхшәрҙе лә, аслыҡ, юғалтыуҙарҙы ла еңеп сыҡҡан.
Миҫалға ҡарт ҡайным Йәнтилин Яхъя Ярулла улының тормош юлын үрнәк итә алам. Ул 1899 йылда хәҙерге Мәләүез районы Хәсән ауылында тыуған. 1991 йылда Күмертау ҡалаһында донъя ҡуйҙы. "Ниндәй генә түңкәрелеш, юғалтыу, түҙә алмаҫлыҡ хәлгә тарыһаң да Аллаһ хикмәте, ҡөҙрәте менән шунан сығыу юлдарын табып була",- ти ине ул. Ғөмүмән, Йәнтилиндәр нәҫеле ауылда көслө рухы, эшһөйәрлеге, булдыҡлылығы менән айырылып торған. Ауылда 3 мәсет булған. Етеш тормошта йәшәргә тырышҡандар. Донья, ил сәйәсәте тегеләй әйләнеп, былай болғанып, 1930 йылдарға еткәндә хужалыҡтарында 4 ат, 7 һыйыр, ваҡ мал булған. Кеше ялламағандар, бөтә ғаилә менән үҙҙәре эшләгәндәр. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, "халыҡ дошманы", "кулак" мөһөрө тағылып, өҫтәрендәге кейем менән генә ауылдарынан ҡыуылып, һөргөнгә оҙатылғандар. "Әммә илемә үпкә һаҡламаным, - тип әйтә торғайны ул. - Ситтә тороп ҡалыу отошлораҡ булһа ла, срокты тултырғас, кире Башҡортостанға ҡайттыҡ. Тыуған ауылыма юл ябыҡ ине, шуға күрә Ишембайҙа төпләндек. Матур ғына йәшәй башлағайныҡ, кемдер тағы "халыҡ дошманы" тип, донос яҙған. Балаларҙы, йәнде һаҡлау өсөн заман сәйәсәтенә ҡулайлашырға кәрәк ине. Улым Миңлеғәли комсомолға инде, 1937 йылда армияға оҙаттыҡ. Был уны һуңғы күреүебеҙ булды".
Оло ҡыҙы Мәрйәм "кулак" мөһөрөнан ҡасып, Ҡарағандаға сығып китә. Донос арҡаһында Ишембайҙан дә китергә мәжбүр була ҡайнымдар. Шулай итеп, Бабайлар таш-күмер сығарыу ятҡылыҡтарына эшкә киләләр. Землянка ҡаҙып, йәшәр торлаҡ төҙөп, кәзә, һыйыр үрсетеп йәшәй башлайҙар. 1953 йылда Күмертау ҡалаһынан өс бүлмәле фатир бирәләр. Фатирға күскәс, мал тотоп булмай, ә үҫеп килгән алты балаға ите лә, һөтө лә кәрәк. Шуға күрә Яхья бабай Ырымбур яҡтарында өй һалып, мейес сығырып аҡсалата килем алып, етеш тормошта йәшәне. Бөтә ауырлыҡты эш менән үткәрҙе. Әбейе мәрхүмә булғас, 70 йәшендә яңынан тормош башланы, Көйөргәҙе районы Муса ауылына өй һалып, өйләнеп, мал-тыуар аҫрап, ат алып, ейәндәрен аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеп, ҡәҙерле олатай булып йәшәне. 92 йәшендә әхирәткә күсте. "Минең өҫтөмдән донос яҙып, тыуған ауылымдан, илемдән ҡыуҙырып, яфа сиктерҙеләр, әммә барыбер Аллаһ биргән иманымды, көс-ҡеүәтемде, рухымды һындыра, эшһөйәрлегемде, һаулығымды тартып ала алманылар. Сөнки намаҙ, доға ярҙамында булдым. Улар тыйылған ваҡытта ла эстән генә йәшереп үтәнем. Хоҙай Тәғәлә ярҙам итмәһә, башҡа ярҙам итеүсе юҡ ине",- ти ине ул. Бер уйлап ҡараһаң, әле беҙҙең йәшәү хан туйы кеүек бит ул. Утын әҙерләргә кәрәкмәй, өйҙө газ йылыта. Үлән, бесән сабыу, баҡсаға һыу һибеү еңеләйҙе. Ҡартлыҡҡа, һаулыҡҡа ҡарамай, баҡса тултырып емеш-еләк, йәшелсә, картуф, сөгөлдөр, кәбеҫтә үҫтерә алабыҙ.
Шуға ла, таҙа гендары модификацияланған сит илдең ағыулы, антибиотик менән шыплап тултырылған аҙыҡтарын ашағансы, үҙебеҙҙекен үҫтерәйек, тип мөрәжәғәт итке килә яҡташтарға. Аҙыҡ-түлектең хаҡтары ла артып тора, яҙ кәбеҫтәнең килоһы 120-150 һумға менде. Тимәк, яңынан баҡсасылыҡҡа тотонорға ваҡыт етте. Беҙҙән күреп, балалар, ейәндәр ҙә эйәрер. Өҫтәүенә, дәүләт йәшелсә үҫтереп һатыусыларға ярҙам күрһәтергә лә әҙер.
Тормош иптәшем дә ҡарт олатаһы өлгөһөндә 65 йәшендә ауылға ҡайтып, өй һалды. Емеш-еләк, йәшелсә үҫтерәбеҙ. Дарыуҙар ҙа ҡыйбат бит хәҙер, ә бында - аяҡ аҫты тулы шифалы үҫемлек. Йыбанма, йый ғына. Интернетта ла бар, "Киске Өфө" гәзите лә файҙалы үләндәр тураһында яҙып тора. Тажзәхмәткә ҡаршы үләне лә етерлек. Быйыл ковидтан иптәшем ныҡ ауырыны, сөнки ул профилактик үләндәргә ышанмай ине, хәҙер ҡыҙыҡһыныуы уянды. Барыһы ла - үҙ ҡулыбыҙҙа. Мәҡәләмде Яхъя бабайҙың һүҙҙәре менән тамамлағым килә: "Зарланмағыҙ! Йә доға уҡығыҙ, йә эшләгеҙ. Зарланыу рухиәтте үлтерә, көстө бөтөрә. Көнләшмәгеҙ, гонаһ йыймағыҙ..."

Фәүзиә ЙӘНТИЛИНА.
Мәләүез районы Хәсән ауылы.

"Киске Өфө" гәзите, №27, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.07.22 | Ҡаралған: 429

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru