«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МИН ТЫНЛЫҠТЫ ТЫҢЛАНЫМ
+  - 


-Һин! Ғәзинур, һин нисек бында ул?
- Камила, һинең өсөн ҡайттым...
- Минең өсөн? Минең өсөн... Аҙ ғына алдараҡ ҡайта алмай инеңме ни, минең өсөн булғас? Аҙ ғына!
- Әле һуң түгел. Мин беләм, әле һуң түгел!
- Нишләп улай оҙаҡ булды юлың? Һине... Һине генә көткәнде белә инең бит.
- Хаталарҙы төҙәтергә әле һуң түгел...
- Нисек һуң түгел?.. Хәйер, һинең иң ҙур хатаң һуңлауҙа түгел. Беләһеңме нимәлә? Самаһыҙ икеләнеүеңдә. Ҡурҡаҡлығында иң ҙур хатаң. Яратҡан кеше барлығын, көтөүен белдең. Тик һинең иҫәбеңдә ул һәр саҡ артҡараҡ күсә килде.
- Беҙ аңлашырбыҙ... Һин мине аңлаясаҡһың, һин һәр саҡ мине аңланың.
- Дөрөҫ. Шулай ҙа мин һине, ә һин мине аңлауға нисәмә йылдар үтеп китте. Мәктәптән үк. Мин аңланым... Ләкин һин мине бер ҡасан да аңламаның, буғай. Юҡ. Ә мин һинең аңларыңды көтөп йәшәнем. Институттан һуң ете йыл...
- Мөхәббәт өсөн һуңлау бармы ни?
- Кисәге көнөм тик һиңә бағышланғайны, бөгөнгөһө - икенсенеке. Инде үҙең уйла.
- Уйлайһы юҡ. Ҡайттым бит!..
- Ә иртәгә... минең туйым башлана.

* * *

Камила һигеҙҙе тамамлаған йылды атаһын Юлбирҙе ауылына мәктәп директоры итеп тәғәйенләнеләр. Был ауылға улар йәй күсенде. Үҙе ялан ҡыҙы булғанға, тау-урманлы тәбиғәт Камилаға иҫ киткес тәьҫир итте. Өйҙәр ҙә бит әле урман эсендә тиерлек урынлашҡан. Улар йәшәйәсәк йорт ауыл ситендәрәк. Эргәлә генә мәктәп. Кәртә осона сыҡтыңмы, көмөш һыулы шишмә сылтырап ята. Башта һыуға шишмәгә йөрөргә тура килде, һуңынан ғына атаһы өй эргәһенә ҡоҙоҡ ҡаҙытты. Шуныһы ҡыҙыҡ: Камила күсеп килгән ыңғайы ағаслыҡ араһынан ағып сыҡҡан шул шишмәгә барырға ҡурҡа торғайны. Эй, урман күреп үҫмәгәс ни... Бер-ике аҙнанан ҡыҙыҡай яңы тормошҡа күнегеп китте. Хатта ки үҙен ошо тәбиғәттең бер өлөшө итеп тоя башланы. Серле тәбиғәт торған һайын үҙенә нығыраҡ ылыҡтыра барҙы. Иртәнән кискә тиклем төрлө ҡоштар һайрауы, күҙҙең яуын алған сәскәләр - бөтәһе лә әкиәт донъяһын хәтерләткәндәй. Ә ул, Зөһрә ҡыҙ һымаҡ, көйәнтәһен яурынына элеп ала ла бормалы һуҡмаҡ буйлап шишмәгә китә. Күнәктәге һыуҙы сайпылтмай өйгә алып ҡайта белергә лә кәрәк бит әле. Эй, шулайтырға тырыша торғайны Камила. Хатта атаһы ишек алдына ҡоҙоҡ ҡаҙытҡас та һирәкләп булһа ла шишмәнән һыу алып ҡайта торғайны. Ысынлап та инеш юлы серле булды. Бәлки, шуға ла Камиланың күңеле һәр саҡ бормалы һуҡмаҡҡа тартылғандыр?
...Шишмәгә барып етергә бер нисә аҙым ғына ҡалғас, уның ҡаршыһына һороло-ҡаралы ялбыр йөнлө бер эт килеп сыҡты. Улай ғына ла түгел, хатта алдына килеп ултырҙы. Ҡыҙҙың бер күнәге, көйәнтәнән ысҡынып, үләнгә барып төштө. Камила ҡурҡышынан ҡатты ла ҡалды. Этте ашатлап үтеп булмай ҙа баһа, ләкин кире боролоуы ла ҡурҡыныс, арттан эләктереп алмаҫмы?
- Ялбыр, кил бында!
Көтөлмәгән был көслө тауыштан Камила һиҫкәнде. Эт ҡойроғон болғай-болғай тауыш килгән яҡҡа ыңғайланы. Уғаса булмай, ағаслыҡтар араһынан күкһел футболка кейгән бер үҫмер килеп сыҡты. Ул да ят ҡыҙҙы күргәс, аптырап китте шикелле, һынамсыл ҡарашып торҙолар. Беренсе булып үҫмер хәрәкәткә килде. Үлән араһында ятҡан күнәккә үрелде. Йәһәт кенә алып Камилаға һуҙҙы. Күҙҙәр осрашты. Ҡыҙ, ниңәлер, был ҡараштан уңайһыҙланып, йөҙөн ситкә борҙо. Үҫмер ҙә ситкә атланы. Шулай ҙа ҡыҙыҡһыныуын еңә алмайынса, этенең башынан һыйпай-һыйпай йәнә лә ҡарап алды. Камила ла боролоп күҙ һалды. Шул саҡ үҫмер йөҙөндә сәйер үҙгәреш сағылды. Магнит һымаҡ үҙенә тартып торған төпһөҙ күҙҙәр... Камила ниндәйҙер аңлайышһыҙ тойғо кисерҙе.
- Ялбыр, әйҙә! Һин ҡурҡма, ул кешегә теймәй.
Камила яуап итеп аҙ ғына йылмайғандай итте. Шунан өҙөлгән юлын дауам итте. Үҫмер һаман этенең башынан һыйпаған килеш уның артынан ҡарап ҡалды. Нисек кенә сәйер булмаһын, был ҡарашты Камила арҡаһы менән дә тойҙо. Кире ҡайтҡанда һуҡмаҡта берәү ҙә юҡ ине инде. Күңелгә моңһоу булып китте. Ышанырға теләмәгәндәй, тирә-яғына күҙ һалды. Матур тәбиғәт бушлыҡ менән солғап алынды. Ошо осрашыуҙы ҡыҙ ниңәлер байтаҡ ваҡыт иҫенән сығара алмай йөрөнө. Һиҙҙермәй генә көҙ килеп етте. Яңы уҡыу йылын Камила төрлө тойғолар кисерешендә көтөп алды. Ят синыфҡа барып инеү бик үк рәхәт булмаҫ, сөнки Юлбирҙелә әле белгән кешеһе юҡ. Мәктәптә нисек ҡабул итерҙәр? Өйрәнә алырмы икенсе мөхиткә? Һәр береһенең үҙ дуҫы, ҡатнашҡан кешеһе барҙыр. Уға бында бөтәһен дә өр-яңынан башларға тура киләсәк бит. Еңел түгел... Шуға оҡшаш уйҙар борсоно күңелде. Бер яҡтан, ҡыҙыҡ та - әллә кемдәр менән танышаһы, әллә нимәләрҙе асаһы, өйрәнәһе барҙыр...
Ят мәктәп, ят синыф менән осрашҡан тәүге көн мәңге хәтерҙә уйылып ҡалды. Камила килеп инеү менән бөтәһе лә шымып ҡалды. Ҡыҙыҡһынған, сәйерһенгән ҡараштар... Ҡыҙ иҫәнләште лә, берәүгә лә күҙ һалмайынса, аҫҡа ҡараған килеш буш партаға барып ултырҙы. Бер аҙҙан уҡыусыларҙың иғтибары кәмене. Улар яңынан шаулаша, геүләшә башланылар. Камиланың да ҡаушауы үткәндәй булды, ул башын ҡалҡытты. Шул мәлдә тәҙрә яғынан кемдеңдер үткер ҡарашын тойҙо, башын борҙо һәм... шишмә буйында осратҡан үҫмерҙе күрҙе. Ҡараштар осрашты, Камила ҡулына тотҡан ручкаһын нығыраҡ ҡыҫты.
Уны күргәс, үҫмерҙең күҙе яҡтырып, осҡонланып киткәндәй булды. Был яҡтылыҡ ҡыҙҙың күҙенә лә күсмәнеме икән? Шулай булмаһа, донъя яҡтырып китмәҫ ине бит. Көтмәгәндә, уйламағанда.
Дәрес барғанда Камила үҙе лә һиҙмәйенсә, йәнә шул яҡҡа ҡарап алды. Тап шул мәлдә үҫмер ҙә уның яғына боролдо. Күңел ниндәйҙер бер ҡыуаныс кисерҙе. Бәлки, үҙенең тәүге танышын бер синыфта тап иткәне өсөндөр? Шул арала исемен дә белде. "Ғәзинур" тип йыш өндәшәләр. Уҡытыусылар ҙа дәрес һайын тиерлек мөрәжәғәт итә, бик актив малай. Синыфташтарының уға хөрмәт менән ҡарағанын беренсе көндә үк тойҙо ҡыҙ.
Камилаға иһә, ысынлап та, яңы мөхиткә инеүе еңел булманы. Бигерәк тә Айгөл исемле ҡыҙ уны ҡабул итмәне. Айгөл - синыф старостаһы, бик әүҙем, кеше менән аралашыусан, бойорорға ла ярата, яҡшы уҡый. Камиланы үҙенә әллә көндәш булыр тип ҡурҡтымы икән? Һәр хәлдә, улар араһында аңлашылмаусанлыҡ тәүге аҙнала уҡ тойолдо. Химия дәресе башланыр алдынан синыфҡа Айгөл килеп инде.
- Дежурныйға лабораториянан әйберҙәр килтерергә! - тине бер кемгә лә ҡарамайынса.
Камила үҙен дежур итеп тәғәйенләгәндәрен белмәй ине әле. Тыныс ҡына ултыра бирҙе. Бер нисә минуттан ҡып-ҡыҙыл булып химия уҡытыусыһы килеп инде.
- Һеҙ нимә, мине бала-саға итеп күрәһегеҙме? Ҡайҙа дежур итеүсе?-тип ҡысҡырҙы.
Айгөл тороп баҫты ла тәкәббер ҡарашын Камилаға төбәне.
- Уға әйтелде. Ә бына ни өсөн һуҙыла, быныһын белмәйем!
- Кем ул?
Камиланың йөрәге жыу итеп китте. Хәҙер уҡытыусы уға екерәсәк. Ул нимәлер тип аҡланырға тейеш, ҡыҫҡаһы, хурлыҡҡа ҡаласаҡ... Урынынан ҡалҡына башлаған ҡыҙға ҡарап, Айгөл шулай тине:
- Аңламаһалар...
Тик һүҙен тамамларға өлгөрмәне, Ғәзинур урынынан һикереп торҙо.
- Ғәфү итегеҙ. Мин... Мин хәҙер...
Уҡытыусыға ла һүҙ әйтергә лә ирек бирмәй, йүгереп сыҡты ла китте. Камиланың иңенән тау төштөмө ни! Уңайһыҙ хәлдән ҡотҡарҙы ла баһа Ғәзинур! Дәрес барышында Айгөл уға әллә нисә мәртәбә яман итеп ҡарап алды. Ләкин Камила артыҡ әһәмиәт бирмәне. Асыуы булһа, үтер, Камила уның менән дә, бүтәндәр менән дә дошманлашырға йыйынмай.

* * *

Бер нисә көндән синыфтары менән ҡырға ҡарағай ултыртырға киттеләр. Егеттәргә бырау һымаҡ ниндәйҙер ҡорамал тараттылар. Ҡыҙҙар иһә, улар ҡаҙған ергә ҡарағай үҫентеләре ултыртып барырға тейеш.
- Йә, башлайбыҙмы? - Айгөл Ғәзинур яғына боролдо.
- Илфат, ярҙам ит Айгөлгә, - шулай тине лә Ғәзинур Камилаға табан атланы. - Әйҙә, беренсе булып тамамлағың киләме?
Камила йылмайып баш ҡаҡты. Башҡалар ығы-зығы килгән мәлдә улар тигеҙ рәт буйлап төштө лә киттеләр. Ҡаршы яҡҡа иң тәүгеләрҙән булып барып сыҡтылар.
- Ҡара, беҙ ысынлап та беренсе булып бөттөк тә баһа...
- Беҙ һәр саҡ беренсе буласаҡбыҙ!
Ғәзинурҙың тыныс, көр тауышы Камила йөрәгендә ғорурлыҡ тойғоһо уятты. Эргәңдә көс-ҡеүәте ташып торған, үҙенә ышанған кеше булыуы ҡалай һәйбәт! Ысынлап та, синыфтарында Ғәзинурға еткән берәү ҙә юҡ. Ул иң көслөһө, иң аҡыллыһы, иң тәрбиәлеһе, иң тәүәккәле, һәм Ғәзинур фәҡәт Камилаға ғына әйтә был һүҙҙәрҙе: "Беҙ һәр саҡ беренсе буласаҡбыҙ". Ҡояштай балҡыған Ғәзинур ҡарашын тирә-яҡтан, йәғни һаман эштәрен теүәлләй алмаған синыфташтарынан алманы. Тегеләрҙе дәртләндерҙе. Унан ҡыҙға табан боролдо, эштәренән ҡәнәғәт икәнен белдереп, тамаҡ ҡырҙы.
- Бына шулай ул!
Ғәзинурҙың әйткән ышаныслы һүҙҙәре уларҙың ныҡлап дуҫлашып китеүенә сәбәп булманымы икән? Теүәл фәндәрҙе яҡшы белеүе, Камилаға һәр саҡ ярҙам итеүе йоғонто яһамай ҡалмағандыр. Ғәзинур сослоғо, тәүәккәллеге менән, бәлки, Камиланы үҙенә йәлеп иткәндер? Ҡыҙ ниндәй хәлгә тарыһа ла, Ғәзинурҙың ярҙамға килерен йөрәге менән тойҙо. Ошо дуҫлыҡ һуңынан мөхәббәт булып бөрөләнде. Дөрөҫ, уларҙың дуҫлығына ҡамасауларға маташҡандар ҙа булманы түгел.
Алгебранан контроль эш барған мәлдә уҡытыусы ҡайҙалыр сығып килде. Балалар ҙа шул арала урындарынан тороп, геү килешеп алды. Камила дуҫ ҡыҙы янына барып әйләнде. Килһә, дәфтәре урынында юҡ. Башта, берәйһе шаяртҡандыр, тип уйланы, һорап ҡараны, берәү ҙә белмәй. Инде нишләргә? Шул саҡ эргәһенә Ғәзинур килеп баҫты: "Күсер!" Ҡыҙ уңайһыҙланып баш тартты. "Тиҙ бул!" - үҫмерҙең тауышы бойороусан яңғыраны. Ҡыҙға буйһоноуҙан башҡа сара ҡалманы. Иң ғәжәбе: Камиланың дәфтәрен иртәгәһен сүп кәрзиненән табып бирҙеләр. Быны кем, ни өсөн эшләгән - сер булып ҡалды. Дөрөҫ, Ғәзинурға үҙенән: "Директор ҡыҙының ялсыһы", -тип көлгән ике малай менән һуғышырға тура килгән. Был хәлде һуңынан Ғәзинурҙың дуҫы Илфат һөйләне. Синыфташтары араһында Ғәзинурҙың Камилаға мөкиббән киткәнен, ҡыҙҙың да уға мөнәсәбәте яҡшы икәнен белә, аңлай, килешә инеләр. Хәйер... Эйе, Айгөл килешә алманы. Камила ҡыҙҙарҙан уның 8-се синыфта уҡығанда уҡ Ғәзинурға записка яҙғанын ишеткәйне. Хәҙер ни өсөн Айгөлдөң күҙ уғы менән атырҙай булып йөрөгәнен яҡшы аңлай. Әлдә Камиланың башына ундай уйҙар инеп тә сыҡманы. Кемгәлер записка-фәлән яҙыуҙан Алла һаҡлаһын. Ундай ғәмәлдең фәтүәһен, мәғәнәһен аңламай Камила. Бер нәмәгә шикләнмәй: Айгөлгә ҡарағанда ул даланлы. Бына шуға ла үҙенә ҡаршы эшләгән ваҡлыҡтарына иғтибар итмәҫкә, төртмә һүҙҙәрен ишетмәҫкә тырышты. Ә көсөргәнешлелек сығарылыш йылында ла дауам итте.

(Дауамы бар).
"Киске Өфө" гәзите, №27, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.07.22 | Ҡаралған: 824

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru