«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АУЫЛДАРҘЫ ЙӘШӘТЕҮСЕЛӘР ОШО УҠЫУ ЙОРТОНДА ӘҘЕРЛӘНӘ ИНДЕ
+  - 


Мәктәпте тамамлағанда һәр сығарылыш синыфы уҡыусыһы һайлау алдында тора: атайға бер һөнәр оҡшай, әсәйгә - икенсе, уҡытыусылар үҙ юлдарын дауам иткәнде теләй... Һәм ошо ваҡытта кемгәлер оҡшаған түгел, ә тап күңелең теләгән һөнәрҙе нисек һайларға? Рәсәй Федерацияһының юғары уҡыу йорттары араһында Башҡортостан вуздары ла алдынғы урындар биләй. Шуларҙың береһе - "Лидер аграр ВУЗ" исеменә эйә Башҡорт дәүләт аграр университеты. Милли рейтинг һөҙөмтәләре буйынса ул 2019 йылда "Милли танылыу" рейтингында 4-се урын яулаһа, белем биреү сифаты буйынса Рәсәйҙең 200 иң яҡшы вузы иҫәбенә инә. Уҡыу йорто абитуриенттарға ниндәй мөмкинлектәр тәҡдим итә, ҙур дәғүәселек заманында улар ни өсөн тап ошо уҡыу йортона өҫтөнлөк бирергә тейеш - ошо хаҡта БДАУ-ҙың ҡабул итеү комиссияһының яуаплы сәркәтибе Рәмил ЗАРИПОВ менән әңгәмәләшәбеҙ.

Заман башҡа - заң башҡа, тиҙәр, уҡыу йорттары ла заман менән бергә атлай һәм уның талаптарына яраҡлаша. Буласаҡ студенттарға ниндәй яңылыҡтар һәм өҫтөнлөктәр тәҡдим итәһегеҙ?

- Университетта дүрт кимәлле: бакалавриат, специалитет, магистратура, аспирантура юғары белем биреү программаһы тормошҡа ашырыла. Былтырғы уҡыу йылынан башлап, урта махсус һөнәри белем биреү буйынса ла студенттар ҡабул итә башланыҡ, йәғни колледж белеме бирәбеҙ. Яңы һөнәр - энергетика буйынса белгестәр әҙерләйбеҙ.
Абитуриенттар (инвалидтарҙан башҡа) уҡыу йортона ингәндә, әлбиттә, БДИ һөҙөмтәләре буйынса ҡабул ителә. Инвалидтар БДИ тапшырған булып та, әгәр уның һөҙөмтәләре ҡәнәғәтләндермәһә, юғары уҡыу йортона ингәндә вуз имтиханын тапшыра ала. Колледждан һуң ингәндәр вузда профиль имтихандары бирә.
Уҡыу йортона инеү өсөн, эйе, өс предметтан Берҙәм дәүләт имтиханы талап ителә. Рус теле һәм математика мотлаҡ предмет булһа, өсөнсө предметты уҡыусы тәҡдим ителгән 5 предметтан үҙе һайлай. Башҡа вуздарҙа ла һайлау мөмкинлеге бар, әммә уларҙа күбеһенсә өсөнсө имтихан итеп ике генә предмет: химия йәки физика тәҡдим ителә. Ә беҙҙә һайлау мөмкинлеге ҙур, хатта төҙөүсе специальносына мотлаҡ ике имтихандан тыш, мәҫәлән, сит тел йәки информатика буйынса БДИ һөҙөмтәләре йәки вуз имтиханы тапшырып инеп китергә була.
Икенсе яңылыҡ - быйылдан башлап бюджетҡа ла, коммерция бүлегенә лә, көндөҙгө-ситтән тороп уҡыу бүлектәренә лә документтарҙы "Госуслуги" аша тапшырырға мөмкин. Бынан тыш, почта хеҙмәте (Рәсәй почтаһы һәм курьер хеҙмәттәре) аша ла документ тапшырырға була. Шулай уҡ һәр вуз үҙенең системаһы аша документ ҡабул итә ала, беҙҙә ул мобиль ҡушымта. Теләһә ниндәй гаджетҡа "Мобильное приложение БашГАУ" мобиль ҡушымтаһын яҙҙырып, документтарҙы шуның аша ебәрергә мөмкин. Был ҡушымтаны беҙ үҙебеҙ эшләнек һәм ул быйыл беренсе тапҡыр ҡулланыла. Теләүселәр инде документтарын шәхсән килеп тә тапшыра ала. Шуны иҫкәртеп китеү урынлы: электрон почта аша ебәрелгән документтар ҡабул ителмәй. Беҙҙә тағы шундай программа бар: коммерция бүлегенә уҡырға инеүселәр өсөн ойошма түләргә мөмкин. Мәҫәлән, ниндәйҙер райондан кемдер бюджет урынына үтә алмайынса, профилле ойошма менән килешеү төҙөп, түләүле бүлеккә уҡырға инһә, белем алған йылдар өсөн түләүҙе ойошма ҡаплай, әммә БР Ауыл хужалығы министрлығы был ойошмаға ошо студент өсөн түләнгән сумманың 90 процентҡа тиклемен кире ҡайтара ала. Бында бер генә талап бар - түләү индергән ойошма ауыл ерендә теркәлгән һәм ауыл хужалығы продукцияһын етештереү ойошмаһы булырға тейеш.
Шуны ла әйтеп китеү кәрәк: беҙҙең университетта 60 процент специальность - профилле, 40 проценты башҡа һөнәрҙәр, мәҫәлән, энергетик, төҙөлөш тармағы белгесе һ.б. Һәм коммерция бүлегенә уҡырға инеүселәр ошо профиль булмаған һөнәрҙе һайлап та, ойошма уларҙың сығымдарын түләһә, министрлыҡ барыбер ҙә ойошмаға 90 процентҡа тиклем сығымды кире ҡайтара. Һөҙөмтәлә студент бушлай уҡый булып килеп сыға.

Элек, мәҫәлән, студенттар өсөн ойошма түләһә, улар мотлаҡ ошо ойошмала нисәлер йыл эшләргә тейеш ине. Хәҙер ҙә шундай талап бармы? Әгәр кемдер уҡып бөткәс, ойошмаға ҡайтырға теләмәһә...

- Был программа буйынса улар ошо ойошманың хеҙмәткәре булып һаналырға тейеш, йәғни улар үҙҙәренең хеҙмәткәрҙәре өсөн түләй. Әгәр студент менән ойошма араһында төҙөлгән килешеүҙә уҡып бөткәндән һуң күпмелер эшләү (отработка) тураһында пункт бар икән, әлбиттә, улар ошо йылдарҙы эшләргә йәки уҡыу өсөн тотонолған сығымдарҙы ҡапларға тейеш була.
Бынан тыш, маҡсатлы ҡабул итеүҙәр ҙә бар. Әммә ул бюджет нигеҙендә уҡырға инеүселәргә ҡағыла. Ундағы килешеүҙә уҡыу тамамланғандан һуң мотлаҡ өс йыл эшләү яҙылған.

Берҙәм дәүләт имтихандарын уҡыусылар төрлөсә тапшыра, хатта тапшыра алмаған осраҡтар ҙа бар. Ә бына иң ҙур балға, йәғни 100 балға тапшырыусыларҙы нисек ылыҡтыраһығыҙ, сөнки ундайҙар бит Мәскәү, Питер кеүек ҡалаларҙы һайларға тырыша...

- Әгәр абитуриенттың БДИ буйынса дөйөм балы 190-дан алып 209-ға тиклем булһа, улар беренсе семестрҙа ай һайын 11 мең һум стипендия ала. Дөйөм балл 209-ҙан юғарыраҡ булһа, беренсе семестрҙа 16,5 мең стипендия ҡаралған. Балдар суммаһы 230-ҙан күберәк булһа, уларға бер тапҡыр 50 мең һум дәртләндереү түләүе бирелә һәм беренсе йыл ятаҡта йәшәү бушлай була. Әгәр ниндәйҙер предметты 100 балға тапшырған абитуриент уҡырға инһә, уларға бер тапҡыр 100 мең һум дәртләндереү түләүе бирелә. Шулай уҡ юғары академик стипендия тигән төшөнсә бар, унда төрлө дәртләндереү түләүҙәре ҡаралған. Мәҫәлән, спортсылар, үҙешмәкәрлектә шөғөлләнеүселәр, фән юлын һайлаусылар. Уларға юғары академик стипендия түләнә.

Беренсе семестрҙа стипендия БДИ йәки вуз имтихандары һөҙөмтәһе буйынса түләнһә, семестрҙы япҡанда, мәҫәлән, студент өслө алды икән ти. Ундайҙар артабан стипендиянан ҡолаҡ ҡағамы?

- Әгәр студент 4-5-кә өлгәшә алмай икән, тимәк, ул стипендиянан мәхрүм ҡала, әммә матди ярҙам тигән айырым статья бар. Улар ошо матди ярҙамды алырға хоҡуҡлы. Шулай уҡ айырым категорияларға социаль стипендия ҡаралған. Бынан тыш, университет үҙ средстволары иҫәбенән исемле стипендиялар түләй ала. Әүҙем студенттарға, хатта өслөләре булһа ла, төрлө сараларҙа, ярыштарҙа вуз данын яҡлап сығыш яһайҙар икән, исемле стипендия түләнеүе ихтимал.

Абитуриенттарҙы, моғайын, бюджет урындары ла ҡыҙыҡһындырыр. Ошо хаҡта ла һөйләп китһәгеҙ...

- 2022-2023 уҡыу йылына 1350 бюджет урыны бар. Быға бакалавриат, специалитет, магистратура, аспирантура ла инә. Бер специальносҡа бюджет урындары 25-тән алып 103-кә тиклем диапазонда тирбәлә. Бөгөнгә иң ҙур бюджет урындары ветеринарияға бирелгән. Шунан төҙөлөш специальносы, артабан ландшафт архитектураһы килә.
Яңылыҡтарҙан: барлыҡ бюджет урындарының 10 проценты айырым квота (инвалидтар, етем балалар, хәрби хәрәкәттәр ветерандары), 10 проценты - маҡсатлы квота (ойошма-предприятиелар тарафынан йүнәлтелә һәм уҡып бөткәндән һуң ҡайтып, мотлаҡ 3 йыл эшләргә тейеш) буйынса, быйылдан башлап, Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың 9 Майҙағы Указына ярашлы, бюджет урындарының 10 проценты Донбаста һәм Луганскиҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрбиҙәрҙең балаларына бирелә. Ҡалған 70 процент урындар дөйөм конкурс буйынса бүленә. Быйыл магистратураға өҫтәмә рәүештә 116 (бөтәһе - 315) бюджет урыны бирелде. Көндөҙгө бүлектә уҡыусы магистранттарға ҙур булмаһа ла стипендия бар: 3,5 мең һум.

Хәҙер ауыл хужалығы продукцияһын етештереүселәргә иғтибар бер ни тиклем арта. Колхоз-совхоздар булмаған урындарҙа берләшеп, кооперативтар төҙөү хуплана. Кооперативтар менән етәкселек итеү өсөн дә кеше, белем кәрәк. Һеҙҙең студенттарға ошо йүнәлештә белем биреләме?

- Беҙҙә иҡтисад профиле бар, әммә бюджет урындары юҡ, уҡыу түләүле. Унда "Иҡтисад һәм предприятие менән идара итеү" һөнәре бар. "Агрономия" специальносында агрономдар ғына әҙерләнмәй, механизатор, иҡтисад нигеҙҙәренә, бизнес-проекттар төҙөргә, нисек эшҡыуар булырға, предприятие менән идара итергә өйрәтәләр. Ҡыҫҡаһы, барлыҡ профилдәр ҙә заманға яраҡлаштырылып, заман талаптары менән бәйле ихтыяждарҙы күҙаллап уҡытыла.

Аграр университет тиһәк тә, унда бит тик ауыл балалары ғына белем алмай. Ауылдан килгән студенттарҙың нисбәте күпме?

- Йылдан-йыл ауылдарҙа балалар һаны кәмей, шуға беҙҙең күрһәткестәр ҙә үҙгәрә. Әлеге ваҡытта дөйөм контингенттың 70 проценты - ауылдан сығыусылар, 30 проценты ҡаланыҡылар.

Башҡортостандың ҡайһы төбәгенән һеҙҙең уҡыу йортона өҫтөнлөк бирәләр?

- Райондар буйынса әйткәндә, Стәрлебаш, Ҡырмыҫҡалы, Шишмә, Саҡмағош, Кушнаренко, Илеш, Баймаҡ райондарынан күп киләләр. Республиканың барлыҡ райондарынан да студенттар бар, әммә атап әйткән райондарҙан килеүселәр күберәк.

Медицинала "тар һөнәр" тигән термин бар. Бөгөн бик кәрәкле һәм һеҙҙә уҡырға мөмкин булған ниндәй һөнәрҙе әйтеп китер инегеҙ?

- Бизнес-информатика тиер инем, сөнки бөгөн IT-технологиялар өлкәһендә эшләүселәр кәрәк һәм уларға 27 йәшкә тиклем әрме хеҙмәтенә саҡырылыу кисектере-лә. Бында шуны ла әйтеп китергә мөмкин: егеттәргә вузды тамамлағансы әрме хеҙмәте кисектерелә. Шулай уҡ производствола ҡулланылған кәрәкле геодезист һөнәре буйынса белем бирәбеҙ. Был һөнәрҙе һайлаусылар уҡыуҙарын тамамлағандан һуң ҙур эш хаҡы алып эшләйҙәр, йәғни бик кәрәкле һөнәр эйәләре булып һаналалар.

Ата-әсәләр бик йыш Башҡортостандағы юғары уҡыу йорттарында уртаса, йәғни үтеү балының бик юғары булыуын, ә башҡа төбәктәрҙә уның түбән булыуын белдерә. Һеҙҙә ошо уртаса балдың күләме күпме?

- Уртаса балл өс имтихандан 170-тән башлана. Әгәр ошо кимәлдән түбәнерәк булһа, абитуриент бюджет урындарына дәғүә итә алмай. Тағы шуны ла иҫәпкә алырға кәрәк: әгәр юғары баллы абитуриенттар күп булһа, әлбиттә, дәғүәселек тә көслө була һәм 170 баллылар ҙа үтмәй ҡалыуы ихтимал. Бында тағы шәхси ҡаҙаныш тигән пунктты ла иҫәпкә алырға кәрәк. Мәҫәлән, ГТО-ны алтын миҙалға тапшырған икән - 10 мәрәй өҫтәлә. Мәктәпте тик яҡшы билдәләренә генә тамамлағандарға ла 10 балл өҫтәлә.
Тағы бер мөһим мәл: уҡыусылар БДИ тапшырып, мотлаҡ билдәле бер күләм йыйырға тейеш, йәғни билдәле бер кимәл икеле билдәһенә тура килә һәм ундайҙар аттестат алһа ла, юғары уҡыу йортона инә алмай. Беҙҙең вузда БДИ-ның минималь кимәле башҡа вуздар менән сағыштырғанда түбәнерәк, сөнки беҙ Мәғариф һәм фән министрлығына түгел, ә РФ-ның Ауыл хужалығы министрлығына буйһонабыҙ һәм күрһәткестәрҙе улар билдәләй. Әгәр уҡыусы башҡа вузға инә алмаһа, беҙгә инергә мөмкин.

Сит ил студенттарын да ҡабул итәһегеҙме?

- Аграр университетта сама менән 1 процент тирәһе сит ил студенты бар. Нигеҙҙә, яҡын сит илдәрҙән киләләр: Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан, Тажикстандан. Улар үҙҙәренең ватандаш икәнлеген иҫбат итһә, дөйөм бюджет урындарына инә ала. Шулай уҡ Африка, Яңы Гвинея, Мозамбик, Йемен, Афғанстандан студенттар бар. Улар айырым квота буйынса уҡырға инә, йәғни уларға дәүләт, Мәскәү айырым урын бирә һәм беҙҙең бюджет урындарына дәғүә итмәй. Хатта улар инеү имтихандарын да Мәскәүҙә тапшыра.

Сит ил студенттарына стипендия бюджеттан түләнәме, уларға ла йәшәргә, ашарға кәрәк бит...

- Беҙ федераль бюджеттан финансланабыҙ, шуға улар ҙа башҡа студенттар менән бер иш стипендия ала, әммә улар социаль стипендияға дәғүә итә алмай.

Кеше ғүмер буйы уҡырға тейеш, тиһәк тә, йәш саҡ - дәртле саҡ, йәштәрҙең төрлө секция-түңәрәктәргә лә йөрөгөһө килә...

- Университеттың матди базаһы бик яҡшы. Спорт залдары бик күп, ике бассейн бар. Физкультура-һауыҡтырыу комплексындағы бассейнда 8 юл, тәрәнлеге 6 метрға тиклем. 1150 урынлыҡ Йәштәр мәҙәниәт һарайы ла аграр университет ҡарамағында. Рәсәй Федерацияһында шундай ҙур концерт заллы мәҙәниәт һарайы булған уҡыу йорттары бик һирәк. Был мәҙәниәт усағында 15-16 коллектив шөғөлләнә: вокал, бал бейеүҙәре, халыҡ бейеүҙәре, ҡурайсылар, КВН-сылар һ.б.
Ятаҡтарға килгәндә, вуздың 8 ятағы бар, уларҙа шарттар яҡшы. Һәр студентты - бюджетта уҡыусыларҙы ла, коммерция нигеҙендә уҡыусыларҙы ла ятаҡ менән тәьмин итәбеҙ. Түләү - уҡыу йылына 5 меңдән алып 10 меңгә тиклем. Сумма ни өсөн айырыла, сөнки коридор системаһындағы ятаҡтар, бер нисә бүлмәгә бер бәҙрәф, душ бүлмәһе булған секциялы ятаҡтар һәм барлыҡ уңайлыҡтары булған бүлмәлеләр бар.

Сит илдәрҙә уҡыу йорттары ҙур территориялар биләй һәм студенттар тәнәфестәрҙә, дәрестәр булмағанда корпустар эргәһендәге сирәмгә сығып ял итә, ултырғаны ултыра, ятҡаны ята, уҡығаны уҡый, тигәндәй...

- Беҙҙең ундай территория бар, әммә ул сит күҙҙәрҙән ябыҡ. Тиҙҙән уны парк зонаһы итеп, ҡала халҡы өсөн дә асырға ниәтләйбеҙ. Унда беседкалар бар, эскәмйәләр ҡуйылған, территория йәшеллеккә күмелгән. Ауыл хужалығы техникаһынан төрлө экспонаттар урынлашҡан. Ошо паркта үҙебеҙҙең метеостанция, мәғлүмәт таҡталары бар.

Ауыл хужалығы һөнәрҙәре тап ауыл хужалығында практика талап итә. Ошо ғәмәли өлөш нисек, ҡайҙа тормошҡа ашырыла?

- Райондарҙа ауыл хужалығы предприятиелары Ауыл хужалығы министрлығына заказ бирә һәм ошо заказ буйынса күрһәтелгән ваҡытҡа беҙ практиканттар ебәрәбеҙ. Практика үтерлек базалар, урындар бар, хатта бик йыш кеше етмәй, йәғни ойошма һораған күләм булмай сыға.
Элек практикаға сит илдәргә сығыу мөмкинлеге бар ине, хәҙерге хәлдәр арҡаһында был мөмкинлек ваҡытлыса сикләнде, ләкин артабан хәл яҡшырыр тип өмөтләнәбеҙ. Беҙҙә совет заманындағы кеүек һаман да студент отрядтары эшләй. Һәр бер факультеттың үҙенең профилле төҙөлөш студент отряды бар һәм хатта механизация отряды егеттәре йәйге ураҡ эштәрендә ҡатнашып, еңеүсе булып, машиналар алған осраҡтар ҙа бар. Ҡайһы бер отрядтар төрлө факультет вәкилдәрен берләштерә. Студенттар студент отрядтарында ҡатнашып, эш хаҡы ла ала, практика үтеп, тәжрибә лә туплай, йәғни түләүле практика килеп сыға инде.

Бөгөн бөтә нәмә халыҡ уңайлылығы өсөн эшләнә, ти етәкселәр һәр сығышында. Абитуриенттар һәм буласаҡ абитуриенттар өсөн тағы ниндәй "фишкағыҙ" бар?

- Әгәр башҡа уҡыу йорттары эргәһендә транспорт сараһын ҡайҙа ҡалдырырға белмәй, парковка эҙләргә тура килһә, БДАУ-ҙың үҙенең ҙур автотуҡталҡаһы бар. Мәҫәлән, ҡунаҡтар йәки абитуриенттар килгәндә, улар алдан шылтыратып һөйләшә лә, транспортын ошо парковкаға индереп ҡуя. Йыл дауамында уҡыусылар менән һөнәри йүнәлеш саралары уҙғарғанда ла уңайлы - автобустар, машиналар менән килеүселәр транспорт сараларын ҡуйырға урын эҙләп баш ватмай.

Шулай итеп...
Балыҡ - тәрәнде, кеше яҡшыны эҙләй, тиҙәр. Бында "яҡшы", моғайын да, "уңайлы" тигәнде аңлаталыр. Яңы формация вәкилдәре уңайлылыҡҡа өйрәнгән һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты үҙенең буласаҡ студенттарына төрлө уңайлыҡтар, яңы мөмкинлектәр тәҡдим итә. Белгестәр билдәләүенсә, донъялағы хәлдәр һөҙөмтәһендә ауыл хужалығына иғтибар тағы ла артасаҡ, тимәк, заманса ҡарашлы ауыл хужалығы белгестәре лә талап ителәсәк. Ә инде һайлау - һәр кемдең үҙ ҡулында!

Зәйтүнә ӘЙЛЕ әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №27, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.07.22 | Ҡаралған: 156

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru