«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӨФӨНӨҢ МАТУР ЙӨҘӨ
+  - 

Башҡортостандың баш ҡалаһы әүҙем үҫешә: заманса объекттар, торлаҡ кварталдар барлыҡҡа килә, яңы сауҙа нөктәләре асыла. Бындай үҙгәрештәр мегаполистың архитектура мөхитенә туранан-тура йоғонто яһай. Бизнестағы дәғүәселек эшҡыуарҙарҙы фасадтарға һәм алтаҡталарға ҙур аҡса һалырға этәрә. Әммә ҡала урамдарында бик йыш уларҙың бер-береһе менән килешеп эшләмәүе күҙгә ташлана. Һөҙөмтәлә төрлө төҫтәге, сыбар фасадтар һәм башҡа айырмалыҡтар барлыҡҡа килә. Был мәсьәләне нисек хәл итеү һәм ҡаланың берҙәм йөҙөн булдырыу тураһында Ҡала дизайны үҙәге директоры Руслан АЛМАЕВ үҙенең фекерҙәре менән уртаҡлаша.

Ни өсөн ҡаланың ҡайһы бер өлөштәре бигерәк күрмәлекһеҙ?

- Һеҙ хаҡлы, бөгөн баш ҡалала фасадтарҙы һәм урамдарҙы биҙәү буйынса берҙәм ҡағиҙә юҡ. "Визуаль бысратыу" проблемаһы күптән килә. Бизнес-йәмғиәт вәкилдәре ҡала объекттарының эргә-тирәһен төҙөкләндереүгә һәр саҡ әҙер булмай, һәм ҡала төрлө реклама конструкциялары менән сыбарлана. Янып-һүнеп торған светодиод экрандар һәм йүгерек юлдар күҙҙәрҙе сағылдыра, йәйәүлеләргә уңайһыҙлыҡ тыуҙыра. Башҡа эре ҡалаларҙағы кеүек үк, Өфөнөң төрлө-төрлө һәм гармонияһыҙ урамдары үҙәк райондарҙа ла, ситтәгеләрендә лә бар.

Быларҙың барыһын да нисек системаға һалырға?

- Республиканың баш ҡалаһында фасадтарҙы һәм урамдарҙы биҙәү буйынса күрһәтмәләр документы булырға һәм ул эшҡыуарҙар бәхәсендә хәл иткес дәлил булып торорға тейеш. Документты эшләүҙең маҡсаты - архитектура һәм дизайн өлкәһе белгестәрен йәлеп итеп, сифатлы ҡала мөхитен планға ярашлы системалы формалаштырыу. Рәсәйҙең күп ҡалаларында бындай документ эшләнгән һәм ул дизайн-код тип атала. Ябайлаштырып әйткәндә, ул - алтаҡталарҙы, реклама конструкцияларын, кибеттәрҙе, урам мебелен, тәҙрәләрҙе, кондиционерҙарҙы нисек эшләү һәм урынлаштырыуға аңлатма биргән инструкция. Тораҡ пункттарҙың йөҙөнә йоғонто яһаусыларҙың: эшҡыуарҙар, архитекторҙар, муниципалитеттар, төҙөүселәр өсөн дөйөм ҡағиҙәләр, күрһәтмәләр булдырып, уларҙың маҡсатты аңлауын еңелләштерергә кәрәк. Дизайн-код ҡала киңлегенең дөйөм картинаһын билдәләп, ҡала мөхитен үҙгәртергә ярҙам итә.

Ни өсөн был турала хәҙер генә һөйләй башланылар?

- Һүҙ бер нисә йыл элек йөрөнө һәм был йүнәлештә билдәле аҙымдар яһалды. 2024 йылда буласаҡ юбилей өҫтәмә этәргес бирҙе.

Икенсе ҡаланың әҙер дизайн-кодын ҡулланырға буламы?

- Һәр ҡаланың үҙенең дизайн-коды булыуы мотлаҡ. Ул уның берҙәйлеген, урындағы мәҙәни һәм этник үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алырға тейеш.
Өфө өсөн тәжрибәле дизайнерҙарҙы һәм архитекторҙарҙы йәлеп итергә генә түгел, ә бизнес-йәмғиәтте, эшҡыуарҙарҙы һәм граждандарҙың фекерен дә иҫәпкә алырға кәрәк. Дизайн-код индереү яратҡан ҡалабыҙҙы яҡшыртырға ярҙам итәсәк. Профессиональ телдә әйткәндә, һөҙөмтәлә дизайн-код граждандарҙа зауыҡ һәм ҡала мөхитен баһалауҙың тотороҡло критерийҙарын булдырасаҡ, ҡаланы капитализациялауҙы арттырасаҡ, йәштәрҙе ылыҡтырырға, баш ҡаланың туристик имиджын булдырырға ярҙам итәсәк.

"Киске Өфө" гәзите, №28, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.07.22 | Ҡаралған: 204

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru