«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЭШ ТАБАМ ТИП...
+  - 


Эш эҙләү һәр ваҡытта ла ниндәйҙер кимәлдә ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Йә эш графигы тура килмәй, йә йәшәгән урындан алыҫ, ә шулай ҙа эш эҙләүсенең алдында торған иң әһәмиәтле күрһәткес - эш хаҡының күләме. Интернет йәки махсус гәзиттә баҫылған иғландарҙың күбеһендә ысынбарлыҡҡа тап килмәгән юғары эш хаҡы күрһәтелә һәм эш эҙләүсе ошо ҡармаҡҡа ҡабып та ҡуя. Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, Башҡортостан халҡының яҡынса 70 проценты эш эҙләгәндә бер тапҡыр булһа ла алдаҡ менән осрашҡан. Белгестәр әйтеүенсә, эш тәҡдим итеүселәр артында күпселек осраҡта мутлашыусылар тора. Мутлашыуҙың төп төрө - былай ҙа аҡсаға интеккән эш эҙләүсене "һығып" аҡса талау. Нисек ошондай мутлашыусылар ҡулына эләкмәҫкә? Ниндәй эш тәҡдимдәре шик уятырға тейеш? Намыҫһыҙ мутлашыусылар ниндәй алымдар ҡуллана? Түбәндәге яҙмала - ошо һәм башҡа һорауҙарға яуаптар.

- Күпселек мутлашыусыларҙы кешенең шәхси мәғлүмәте ҡыҙыҡһындырыусан. Был осраҡта эш тәҡдим иткән булып, кешенән эшкә бөтөнләй ҡағылышы булмаған һорауҙарҙан торған анкетаға яуап биреүҙе һорарға мөмкиндәр. Мәҫәлән, унда яҡындарығыҙҙың бәйләнеш мәғлүмәте йәки ҡасан һәм ниндәй суммала кредит алыуығыҙ тураһында һәм башҡа һорауҙар булыуы мөмкин. Шулай уҡ эшкә урынлашыуҙа кәрәге булмаған шәхси документтарҙы һорап, уның күсермәһен эшләүҙәре шулай уҡ шик тыуҙырырға тейеш. Улар был документтарҙы кредит юллауҙа йәки башҡа төрлө ҡулланырға мөмкиндәр. "Әгәр ҙә билдәле компания хеҙмәткәре рәсми эшкә урынлашыуҙы күҙаллап, был документтарҙы һораһа, ебәрергә мөмкин, ләкин исеме ишетелмәгән-белмәгән йәки уның хеҙмәткәренең үҙ-үҙен тотошо ниндәйҙер хәүеф тыуҙырһа, документтарҙы һәм шәхси мәғлүмәтте уларға әйтергә лә, күсермәһен ебәрергә лә ярамай", тип белдерә хоҡуҡ белгестәре.

- Мутлашыусылар ҡулланған тағы ла бер алым аҡса менән бәйле. Схемалар төрлө булырға мөмкин, ләкин уларҙы ниндәйҙер түләү индереү, иғәнә биреү һәм башҡа ошондай сығымдар берләштерә. Улар араһында - ниндәйҙер уҡытыуға түләү, медицина йәки хеҙмәт кенәгәһен рәсмиләштереү, килешеү төҙөү һәм башҡа пункттар булырға мөмкин.
Күпселек осраҡта бындай түләүҙән һуң эш эҙләүсе хеҙмәт урынын да, үҙенең аҡсаһын да күрмәй. Шуға күрә бындай хәлгә тарымаҫ өсөн алтын ҡағиҙәне - ышаныслы, рәсми эш биреүсе бер ҡасан да алдан ниндәй ҙә булһа аҡса һорамай икәнлеген иҫтә ҡалдырыу мөһим.

- Фрилансерҙар күпселек осраҡта уларҙың хеҙмәтен бушлай тотоноусылар менән осраша. Мәҫәлән, тест эше тип ниндәй ҙә булһа күләмле эште башҡарыуын һорай - мәҡәлә яҙыу, социаль селтәр өсөн контент-план төҙөү, дизайн эшләү, бизнес-план эшләү һәм башҡалар. Эш эҙләүсе фрилансер үҙенең ваҡытын бүлеп бирелгән эште башҡара, күрһәтелгән почта адресына ебәрә һәм шул ваҡыттан алып эш биреүсе уның менән бәйләнеште өҙә: телефонды алмай, хаттарға яуап бирмәй йәки башҡа кешене алыуҙары тураһында белдерә. Ә күпмелер ваҡыттан һуң кеше үҙе башҡарған эште интернет биттәрендә күрергә мөмкин. Әлбиттә, тест эштәрен башҡарыуҙы һорарға мөмкиндәр, ләкин улар кешенең бик күп ваҡытын алмай. Шуға күрә тест эше булараҡ бирелгән эштең күләме артыҡ ҙур һәм ул тулы проектты үҙ эсенә ала икән, был мутлашыу түгелме тигән уй тыуырға тейеш.

- Ысынында эштең ниндәй булыуын йәшереү һәм законһыҙ эшмәкәрлектә аралашсы булыу - мутлашыуҙың үтә лә хәүефле төрө, шуға күрә был тоҙаҡҡа эләкмәҫ өсөн вакансия тураһындағы мәғлүмәтте ентекле уҡырға һәм уны тәҡдим итеүсе компания хаҡында тулы мәғлүмәт табырға йыбанмаҫҡа кәрәк. Әгәр ҙә күрһәтелгән вакансия буйынса үтә лә еңел талаптар ҡуйылып, шул уҡ ваҡытта хеҙмәткәргә ҙур эш хаҡы һәм уңайлы эш графигы тәҡдим ителһә, уйланырға урын бар. Йә булмаһа, вакансияның һүрәтләнеше бик тоноҡ булһа ла эш эҙләүселә хәүеф тыуҙырырға тейеш. Ғәҙәттә, бындай иғландар артында законға яраҡһыҙ эшкә йәлеп итеү күҙаллана. Мәҫәлән, "түләүҙәрҙе ҡабул итеүсе оператор" вакансияһының хеҙмәти бурыстарына түләүҙәрҙе ҡабул итеү һәм уларҙы икенсе кешеләргә ебәреү артында кемдеңдер банк иҫәбенән аҡса сығарыу торорға мөмкин. Һуңынан, мутлашыу асыҡланғандан һуң, ғәйепле булып нәҡ оператор ҡалырға мөмкин.

- Шулай уҡ ҙур эш хаҡы тәҡдим ителгән курьер вакансияһы ла шик тыуҙырырға тейеш. Әгәр ҙә был эште ҙур, исеме билдәле, курьерҙы хеҙмәт килешеүе нигеҙендә эшкә алыусы компания тәҡдим итһә һәм курьер нәҡ ниндәй тауар ташыясағы тураһында аныҡ белһә, хәүефле түгел. Ләкин шикле компаниялар, шәхси кешеләр тарафынан ныҡлап төрөлгән пакет-ҡумталар ташыу курьер өсөн хәүефле тамамланыуы мөмкин, сөнки улар эсендә ҡулланылыуға тыйылған матдәләр булыу ихтималлығы ҙур.

- Белгестәр әйтеүенсә, алданмаҫ өсөн вакансиялар ҡуйылған сығанаҡты дөрөҫ һайлау мотлаҡ. Бындай сығанаҡтарҙа тик теркәлеү үткән компанияларҙың ғына эш тәҡдимдәре ҡуйыла һәм һәр иғлан модерация үтә. Иң хәүефһеҙ, рәсми вакансиялар хеҙмәт биржаһында тәҡдим ителә, шулай уҡ "Рәсәйҙә эш" сайтында аккредитация үткән шәхси компаниялар исемлеге менән дә танышырға мөмкин.

- Хеҙмәт хоҡуғы эксперттары эш эҙләгәндә айырыуса компания менән ныҡлап танышырға, рәсми сайтын ҡарарға, уның ниндәй өлкәлә эш алып барыуын белергә, элекке һәм әле унда эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙең компания тураһындағы фекерҙәре менән танышырға саҡыра. Ғөмүмән, компания тураһында ни тиклем мәғлүмәт күберәк, ул шул тиклем ышаныслыраҡ. "Бушлай сыр сысҡан тоҙағында ғына була", тигән мәҡәләне оноторға ярамай эш эҙләгәндә. Ғәҙәттә, юғары эш хаҡы тәҡдим ителгән вакансияла кандидаттарға юғары талаптар ҙа ҡуйыла. Әгәр ҙә хеҙмәткәргә талаптар әҙ, ә эш хаҡы юғары икән, бындай вакансияларҙы урап үтеү яҡшыраҡ.
Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, Башҡортостанда йәшәүселәрҙең 58 проценты төп эш урынынан тыш өҫтәмә килем сығанағы эҙләй. Айырыуса өҫтәмә эшкә "Сәнғәт, күңел асыу, масс-медиа", "Эшсе персонал", "Маркетинг, реклама, PR" өлкәһендә эшләүселәр мохтаж. Ә "Мәғлүмәти технологиялар", "Сеймал эҙләү" һәм "Юғары менеджмент" өлкәһендә эшләүселәр өҫтәмә эш урыны эҙләмәй.


"Киске Өфө" гәзите, №30, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.07.22 | Ҡаралған: 264

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru