«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИНФАРКТТАН ЙҮГЕРЕП "ҠАСЫП" БУЛАМЫ?
+  - 


Йәки Спорт хаҡында уйынлы-ысынлы фәлсәфә

Хәрби табип булып эшләгән дәүерҙәге ифрат шаян булған хеҙмәттәшемде - Богданов Виктор исемле медицина подполковнигын хәтерләйем. Невролог вазифаһын атҡарған был коллегам берәй спорт сараһы мәлендә мейе һелкенеүе, йәиһә тағы ниндәйҙер берәй травма алған һалдат йә офицерҙы госпиталгә алып килһәләр, уны ҡарай-ҡарай: "Спорттың тәнгә берәй файҙаһы булһа - йәһүдтәр турниктан төшмәҫ ине…" - тип һөйләнә торғайны. Уставтан тыш мөнәсәбәттәр арҡаһында алынған йәрәхәттәр һымаҡ уҡ, "Спорт травматизмы" тип аталған күренеш тә әрме мөхитендә командование тарафынан һәр саҡ контролдә тотола. Йыш ҡына һалдат һаулығына бәйле бындай "ҡаҙан эсендә", әлбиттә, иң беренсе булып хәрби табиптар "ҡайнай". Оҙон араға йүгереү, һикереү ярышында бәғзе мәлдәрҙә кемгәлер насар булып китеүе - ғәҙәти күренеш. Әлеге Виктор Петрович: "Здоровый человек в спорте не нуждается, а больному - спорт противопоказан!" - тип тә көлдөрә ине.

"Спорт - һаулыҡ сығанағы", "Спорт - йәшәү импульсы", "Юғарыраҡ! Тиҙерәк! Көслөрәк!" тигән һымағыраҡ ҙур итеп яҙылған плакаттарҙы һәр спорт ҡаласығында, залдарында күрергә була. Йәшерәк сағымда мин шул лозунгыларға һис һүҙһеҙ ышана инем. Даими күнегеүҙәр яһап, хатта бөйөк спортсы булырға хыялланған мәлдәрем дә булманы түгел. Әммә спорт алдынғыһы булған Әхмәр исемле бер дуҫымдың һүҙҙәре мине һүрелдереп ҡуйҙы: "Күпме генә тырышһаң да, һин барыбер мине үтә алмаясаҡһың. Сөнки һиндә "спортсы таланты" тигән нәмә юҡ. Миндә музыкаль һәләт булмаған кеүек. Лутсы һин ана шул ҡурайыңды тартып ҡына йөрө…"
Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ҡасан ғына булмаһын - студент саҡмы ул, йә иһә хәрби хеҙмәттәме, "физик әҙерлек" тип аталған дәрестәрҙән һис кенә лә ҡотолоп ҡалып булмай торғайны. Ниндәйҙер нормативтар уйлап сығарып, баһалар ҙа ҡуялар. Кемдер уларҙы ифрат еңел үтәй, ә кемдеңдер бөтөнләйгә быға һәләте юҡ! Тире аҫтына күпмелер миҡдарҙа май ҡатламы йыйып өлгөргән ир-егеттәр өсөн башҡараҡ, бер аҙ еңелерәк норматив булһасы... Бөтә кешене бер ҡалыпҡа һалыуҙары һис кенә лә оҡшап етмәй торғайны. Бәхеткә, бер ҡасан да үҙем ундай "майлы"ларҙан булманым. Хатта саңғы ярышы буйынса бер мәл институт беренселегенә лә үтеп китә яҙҙым!
Ысынлап та, шундай бер мәҙәк хәл булып алды минең менән. Медицина институтының икенсе курсында уҡып йөрөгән саҡ. Ҡышҡы сессия алдынан физкультуранан "зачет" тип аталған нәмәне алып булмай ҙа ҡуя. Саңғы буйынса биш саҡрымға йүгереүҙән нормативҡа бер нисә секунд еткерә алмай аҙапланам. Беҙҙең менән параллель курста Мәсетле районынан Рәмил Бәҙретдинов тигән бер егет уҡый ине. Саңғы спорты буйынса "Башҡортостандың абсолют чемпионы" тигән исем яулап та өлгөргән ине ул. Бер-нисә мәртәбә талпынып та, әлеге зачетты бирә алмағас, Рәмилгә мөрәжәғәт итергә булдым. "Минең арттан ҡабаландырап, ҡыуып ҡына барсы әле, Рәмил. Зачет тапшыра алмайым". Танышым ризалашты. Уның өсөн ни, йүгереп йөрөп килеү - сираттағы күнекмә һымаҡ ҡына булды инде. Артымдан төшөп алып, "һайт та тайт", тигәндәй тиҙләтеп ҡыуа торғас, арманһыҙ булып, ах-ух килеп, финишҡа барып еттем. Нормативты "бишле"гә үтәгәнмен. Ул ғына ла түгел: саңғы ярышы буйынса институт беренселеге командаһы исемлегенә лә яҙып ҡуйғандар! Ҡырҡ хәйлә менән тигәндәй, көскә ысҡынып киттем ярыштан…
Физик әҙерлек буйынса икенсе "өлгәшем" оҙайлы әрме йылдарында булды. Турникта күтәрелеү буйынса. Хәҙер нисектер, белмәйем, ә элек офицерҙарҙы дүрт төрлө йәш төркөмөнә бүләләр ине. Иң беренсеһе - егерме һигеҙ йәшкә тиклем, икенсеһе - егерме һигеҙҙән утыҙ бишкә, өсөнсөһө - утыҙ биштән ҡырҡҡа, дүртенсеһе - ҡырҡ йәштән олораҡтар. Хәтерләүем буйынса, иң беренсе төркөмдәгеләр, йәғни йәш офицерҙар өсөн турникта биш мәртәбә ҡалҡыныуға - тик "өслө" билдәһе генә ҡуйыла (мин биш мәртәбә генә ҡалҡына ала инем), ә шунса уҡ мәртәбәне егерме һигеҙ йәштән һуң ҡалҡына алһаң -"дүртле" алаһың. Ә инде утыҙ биштән уҙып та, һәүетемсә "майлы ҡоһағыңды" әлеге биш мәртәбә ҡалҡытырға хәлеңдән килә икән - юғары билдәне, йәғни "бишле"не ҡуялар! Лейтенант саҡта турник буйынса "өслө" генә ала инем. Әммә, йәшем утыҙ бишкә, званием подполковник дәрәжәһенә етеүгә ҡарай, һаман шулай бишәр мәртәбә ҡалҡына барып, тәки юғары баһаға өлгәштем. Ҡорһаҡ тирәһенә "ҡаҙы" йыймаған өсөндөр, тип уйлайым. Уның ҡарауы, бәғзе бер хеҙмәттәштәр йәшерәк саҡта унар мәртәбә ҡалҡынып та, әммә утыҙ биш - ҡырҡҡа яҡынлаша башлағанда, артыҡ йыуанайыу арҡаһында "өслө"гә төшөп киткеләгән осраҡтар ҙа булды…
Спорттың һаулыҡҡа файҙаһы, йә ғүмер оҙайлығына тәьҫире хаҡында ла бер аҙ фекерләп алыу зарур. Хөрмәтле яҡташтарым, кемегеҙ "йөҙйәшәр" спортсменды күргәне бар? Ғүмер буйы ауылда йәшәп, спорттың ни икәнлеген дә белмәгән бәғзе берәүҙәрҙең туҡһан, хатта йөҙгә еткәндәрен ҡайсаҡ күргеләйем. Әммә "Фәлән спортсы үҙенең йөҙ йәшен билдәләй", тигәнде бер ҡасан да ишеткәнем юҡ. Киреһенсә, "Шул марафонсы алтмышынсы йәшендә кинәт кенә вафат булды", йә иһә теге йәки был боксерҙың йыш ҡына мейе һелкенеүе сәбәпле ҡуянсыҡ сиренә һабышыуы хаҡында ишеткеләгәнем бар. Донъя чемпионы Фәләнов штангистың умыртҡа бағанаһы дискы тайыу (межпозвонковая грыжа) сәбәпле операция яһалауы хаҡында ла имеш-мимештәр йөрөгөләй…
Минең ныҡлы инаныуымса, һәр эштә сама белеү кәрәклеге спортҡа ла ҡағылырға тейеш. Иң мөһиме, "артыҡ май" йыймай ғына оло йәштәргә барып етергә тырышыу зарур. Шул уҡ ваҡытта "хәрәкәттә - бәрәкәт" тигәнде лә онотмайыҡ. Хәҙер, әлбиттә, техника заманы. Һәр кемдең аҫтында - машина. Ҡайберәүҙәр әйтмешләй, "бәҙрәфкә лә йәйәү йөрөмөгән" кешеләрҙән булһаң, әлбиттә, тәнеңә, айырыуса йөрәк тамырҙарына зарарлы булған "холестерин" йыйылыуҙы көт тә тор. Күҙәнәктәрҙә барған һәр төрлө химик процестарҙа "янып бөтөргә тейешле" ана шул нәмә арт һанын күтәрергә йыбанған ялҡауҙарҙа артыҡ кимәлдә булыусан икәнен онотоу ярамай. Мөмкин тиклем йәйәү йөрөргә тырышыу (йүгереү түгел!) кәрәк. Йыш ҡына парктарҙа байтаҡ йәшкә еткән, тулы кәүҙәле кешеләрҙең "һәлп-һөлп" итеп йүгереп йөрөгәнен күрергә тура килә. Был - ҡасандыр үҙенең кәүҙә торошон артыҡ хәс-тәрләмәгән, әммә хәҙер тиҙ генә арала уны ҡабаттан "урынына ҡайтарырға" ниәтләген кешеләр… Бындай йүгереүҙәр - тик зыянға ғына! Бер нисә саҡрым йүгереп, килә-килеп, беҙҙең Баймаҡ яғында әйтмешләй, "ҡутара" итеп ашап алыуҙан бер ниндәй ҙә файҙа булмай. Ул ғына ла түгел, хатта ана шулай йүгереп барышлай кинәт кенә "туңҡайып" китеүең дә ихтимал, Аллаһ һаҡлаһын. Күп йылдар буйы "май бөргән" йөрәгеңә тик артыҡ көс төшөрөү генә була бындай маташыуҙар. Коронар тамырҙары (йөрәкте артериаль ҡан менән тәьмин итеүсе иң төп парлы тамыр) әллә ҡасан уҡ холестерин ҡатламдарынан тарайып өлгөргән йөрәгең көсәнеүҙе күтәрә алмауы ла ихтимал. Элегерәк бәғзе берәүҙәр "Инфаркттан йүгереп ҡотолоп була" тигән тәғлимәттәр сығарғылай ине. Хәҙер күпселек медицина табиптары быны хупламай. Ә ҡайһы бер ғалимдар фаразлауынса, кеше организмына ғүмере эсендә нисә йөрәк тибеше булырға тейешлеге алдан программалап ҡуйылған. Йүгергән һайын йышыраҡ типкән йөрәктең эш дәүере мөҙҙәте лә тиҙерәк ҡыҫҡара бара… Динебеҙ күҙлегенән сығып ҡарағанда, Аллаһ Тәғәлә яҙған тәҡдир буйынса кешегә күпме бирелгән, тап ана шунса ғына була инде йөрәк тибеше. Быны ла дөрөҫ аңлау кәрәк. Һинең үҙеңде ҡарауың, хәстәрләүең, һаҡланыуың - барыһы ла ана шул тәҡдиреңә сәбәп. Ялҡауланып, мейес башында һимереп тик кенә ятаһың икән - ул да һинең тәҡдирең… Бәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм һәр нәмә өсөн сәбәп ҡылырға ҡушҡан. Иген үҫһен өсөн дә башта уны сәсергә, унан - уңыш көтөү тейешле… Кемдәр инде артыҡ йыуанайып өлгөргән, улар был тормошта бөтә нәмәнән мәхрүм ҡалған, тип уйлау ярамай. Артыҡ килограмдарыңды ташлау бер ваҡытта ла һүң түгел. Ундайҙарға тик ашау стилен бер аҙ самалау ғына кәрәк. Иң беренсе нәүбәттә - углеводҡа бай булған ашамлыҡтарҙан (шәкәр, торт, пирожное, аҡ икмәк, макаронлы аш һ.б.) бөтөнләйгә тиерлек баш тартыу мөһим. Ашаған саҡта өҫтәл тирәһендә оҙаҡ ултырмай, яртылаш туйған килеш тороп китеү хәйерле (нәфсеңде еңеп, шулай итһәң, бер аҙ туймағаның шунда уҡ онотола). Үҫемлек күҙәнәклегенә (растительная клетчатка) бай булған ашамлыҡты - йәшелсәләрҙе йәйен-ҡышын өҫтәлдән өҙмәү хәйерле. Әммә, әлеге әйтмешләй, ҡапыл ғына ябығыу ниәте менән көндәр, хатта аҙналар буйы аслыҡ диетаһына ултырып, тағы эште харап итеүең мөмкин.
Организмға һәр файҙалы матдә даими инеп торорға тейеш. Бәғзеләр асығыу диетаһын ураҙаға тиңләп хаталана. Ураҙа, тигәндәй, йылдың ниндәй генә миҙгеленә тура килмәһен, уны ҡалдырыу ярамай, ул тик артыҡ ашауҙы ғына сикләй. Ураҙа тотҡан кешенең ашҡаҙан күләме кискә тиклем бер-ике тапҡырға кесерәйеп өлгөрә. Кемдәр ураҙа тота, улар был күренеш менән яҡшы таныш: кисен ифтар мәлендә әллә ни артыҡ ашап булмай. Хатта ғәҙәттәге ашағанға ҡарағанда ике мәртәбә аҙыраҡ ашау ҙа туйҙыра (Әммә ураҙаның төп маҡсаты - диета тугел, ә Аллаһ Тәғәләнең беҙгә мотлаҡ тип ҡушҡан бойороғон үтәп, Уның ризалығына ирешеү. Ураҙаның Ислам дине терәктәренең береһе икәнлеген онотоу ярамай). Башҡа ваҡыттарҙа ла Аллаһ илсеһе ғәләйһис-сәләм ашағанда ашҡаҙандың өстән бер өлөшөн генә ҡуйы аш, икенсеһен шыйыҡса менән тултырырға кәңәш иткән. Ә ҡалған бер өлөшө буш ҡалырға тейешлеге хаҡында әйткән. Тағы бер хәҙисендә Бәйғәмбәребеҙҙең әҙәм балаһының ҡорһағы тик ер менән (үлгәс кенә) туйынасағы хаҡында ла әйткәнлеген беләйек. Хәҙерге ваҡытта һәр ҡайһыбыҙҙың өҫтәлендәге ризыҡ - батшаларҙыҡы һымаҡ бит! Ни генә юҡ унда! Әйткәндәй, гелән тәмле-томло аҙыҡтар менән генә туҡланыу арҡаһында боронғо батшаларҙың күпселеге йәшләй генә көйө донъянан китеп торғанлығы хаҡында ла хәрби медицина академияһында лекция тыңлағаным хәтерҙә ҡалған... Бабичыбыҙ ҙа бер шиғырында "Форсат бирмә ҡорһаҡҡа, ҡорһаҡ туймаҫ һис саҡта…" тип яҙған. Бына ошо хаҡта бер аҙ фекерләп алыуҙы кәрәк тип таптым. Минең менән ризалашмаған уҡыусыларҙың да күп булыуын күҙаллайым. Уларҙың һүҙен дә тыңларға әҙермен.
Мәҡәләм һуңында бәғзе йәш егеттәребеҙгә спортҡа ҡағылышлы ифрат мөһим бер кәңәш бирергә ниәтем. Спорт алдынғылығын яулап алыу ниәтендә йәиһә үҙенең тышҡы тәнен "мускулдар" менән биҙәү маҡсатында ҡайһы бер йәштәр андроген гормондары ҡулланыуғаса барып етә. "Андрос" - "ир" тигәнде аңлатҡан боронғо грек һүҙе. Икенсе тел менән әйткәндә, бындай гормон кеше организмын "ирҙәрҙә" тотоу өсөн яуаплы. Нормала ул һәр ир-егеттең енес биҙҙәрендә кәрәгенсә миҡдарҙа бүленеп сығып, ҡанға таралып торған "эске" секрет. Ана шул гормон тәьҫирендә ир кешелә ҡалын тауыш, мускулдарҙың ирҙәрсә үҫеше, ҡаршы енес (ҡатын-ҡыҙ) вәкилдәренә ҡарата айырыуса тойғолар һәм башҡа бик күп кенә йәшәү процестары һаҡланып килә. Ә медицинала ана шул гормонды дарыу итеп, "мышечная атрофия" тип аталған синдромдарҙы дауалау өсөн, оҙаҡ ваҡыт хәрәкәтһеҙ ятҡан ауыр хәлдәге пациенттарға ҡулланалар. Әгәр ҙә мәгәр һап-һау ир-егет шундай гормонды ситтән, йәғни укол ярҙамында ала башлай икән, уның мускулдары бик тиҙ арала үҫешеп, малайҙар теле менән әйткәндә, ул "качок"ка әйләнеүе мөмкин.
Бер уйлағанда, бының ниндәй насар яғы бар, шулай бит? "Ялтырап торған" ир-егет һәр төрлө ярыштарҙа - беренсе. Ныҡ үҫешкән мускулдарын уйнатып, йәш ҡыҙҙарҙың йөрәктәрен "зымбырҙатыуҙары" - үҙе ни тора… Әммә бындай "атлетизм"дың нәтижәһе - күңелһеҙ, хатта аяныслы! Укол аша ана шул "ирҙәр препаратын" ала башлау менән, егеттең үҙенең енес биҙҙәре әлеге гормонды (тестостерон тип атала ул) бүлеп сығарыуҙан туҡтала. Күпмелер ваҡыттан был ир-егет укол ҡаҙатмай башлаһа (ғүмер буйы укол менән йәшәп булмай), шул арала енес биҙҙәренең функцияһы өлөшләтә йә иһә бөтөнләйгә һүнеп тә өлгөргән була (медицинала бындай күренеш - атрофия тип атала). Йәшенең икенсе-өсөнсө тиҫтәһен генә ҡыуып барыуына ҡарамаҫтан, күптән түгел көсөн ҡайҙа ҡуйырға белмәгән, типһә - тимер өҙөрҙәй был ир-егеттең ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата мөнәсәбәте "йомшарыуы", хатта бөтөнләйгә һүнеү ихтималлығы бар! Ә уның әле энергияһы ташып торған йәш ҡатыны улай-былай итеп ҡарап та, аптырағас, яттарға китеп барыуы - ғәжәп түгел. Хөрмәтле егеттәр, бына ошондай осраҡтарҙан да һаҡ булайыҡ!

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ,
отставкалағы хәрби табип.

"Киске Өфө" гәзите, №30, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.07.22 | Ҡаралған: 322

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru