«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МИҘГЕЛ ЯБЫЛДЫ, ЙӘШӘҺЕН ЯҢЫ МИҘГЕЛ!
+  - 


Байлыҡтың төрлөһө була: матдиһы бар, күҙгә күренмәгән рухи байлыҡ та була. Ҡыҙығы шунда: матди байлыҡты үлсәп, хаҡын билдәләп була. Хәлегеҙҙән килһә, рухиәтте үлсәп баһалап ҡарағыҙ. Бәхәсләшмәйем, ике байлыҡ төрөн булдырыуҙа ла ижади эшмәкәрлек кәрәк, әммә сәнғәт өлкәһендә күңел нисбәте күберәк талап ителә... Сибай концерт-театр берекмәһенең үткән миҙгелдәге эшмәкәрлеге һәм киләсәккә пландары тураһында һөйләүен һорап, директорҙың ижад буйынса урынбаҫары Рәмил Париж улы ТУЙСИНға мөрәжәғәт иттек.

Төп үҙенсәлегебеҙ

Республикабыҙҙағы дәүләт кимәлендәге дүрт филармонияның (беҙ - концерт-театр берекмәһе) береһе булараҡ, төп йүнәлешебеҙ, маҡсатыбыҙ, бурысыбыҙ, эшебеҙ - ижад итеү, Сибай ҡалаһының ғына түгел, Урал аръяғының да сәнғәт усағы булыу. Бының өсөн ныҡлы нигеҙебеҙ бар, сөнки башҡорт халыҡ ижадының 80-90 проценты беҙҙең ерлектә һаҡланған, хатта "Урал батыр" эпосы ла беҙҙең яҡта яҙып алынған. Урал аръяғында, Ирәндек, Һаҡмар буйҙарында йәшәгән халыҡтың рухи мираҫын, фольклорын халыҡтан йыйып алып, кире халыҡҡа еткереү эшен атҡарабыҙ. Беҙҙе әҙерәк дөрөҫ аңламайҙар, тапалған әйберҙәр менән мауығыусандар, тип уйлайҙар. Дөрөҫө - сәхнәнән халыҡҡа еткереү генә түгел, ә халыҡтан алып, юғары сәнғәт әҫәре формаһында кире халыҡҡа еткереү - беҙҙең төп үҙенсәлегебеҙ.
Ойошмабыҙ юридик телдә концерт-театр берекмәһе тип атала. Туҡһанынсы йылдар башында ҡала филармонияһы булараҡ асылған ижад усағының бай тарихы бар, ул урындағы халыҡ ижадын үҫтереү маҡсатында барлыҡҡа килгән, башҡорт халыҡ сәнғәтен үҫтереү өсөн асылған. Тимәк, башҡорт халыҡ сәнғәте беҙҙең ҡулда.

Моңдоң патриоты

Әлбиттә, дәүләт учреждениеһы булараҡ, юғарынан план төшөрөлә, әммә уны үтәү өсөн арзан сәнғәткә күсеп китмәү ҙә зарур бит әле, шуға алтын урталыҡты табырға тырышыр кәрәк. Ул бар! Бармаҡ күрһәтһәң дә көлә ҡай бер тамашасы, шулай ҡыҙыҡ һымаҡ, әммә был еңел сәнғәт төрө. Шәхсән үҙемде еремдең, халҡымдың, үҙебеҙҙең моңдоң патриоты тип һанайым. Моңдоң патриоты буламы, тиерһегеҙ? Була! Сөнки моңдоң эсендә тарих, халҡыбыҙҙың яҙмышы ята. Беҙ хөкүмәт планын үтәп киләбеҙ, Аллаһҡа шөкөр, сөнки беҙ профессиональ коллектив, һәүәҫкәр ял үҙәге түгелбеҙ. Алтын урталыҡты табыуҙың үҙ юлдары бар. Мәҫәлән, халыҡ йырҙары яңғыҙ башҡарылырға тейеш, тигән стереотип йәшәп килә. Ә ниңә, алты-ете егет бергәләп, тәнде зымбырлатып, халҡыбыҙҙың мәшһүр "Урал"ын йырлаһын әле, насармы? Бер яҡтан - яңылыҡ, икенсе яҡтан - был алым тамашасыны йәлеп итеү сараһының бер төрө булып тора. Әгәр фольклорҙы күтәрәбеҙ, тип кенә сәхнәгә сыҡһаҡ, халыҡты йыйып алыуы ауыр булыр ине, күп тармаҡлы, көтөлмәгән сюрприздарҙы күрһәтә белеүебеҙ тамашасыларҙы йәлеп итә. Шуға күрә сибайҙарҙан яңылыҡ көтәләр һәм концерттарға йөрөйҙәр, беҙ иһә уларҙың ышанысын аҡлап киләбеҙ. Халыҡ ижады тиһәк, ниңәлер, ололарҙы күҙ алдына килтерәбеҙ, юҡ, төп тамашасыларыбыҙ - урта йәштәгеләр. Беҙ композиторҙарға мохтаж түгелбеҙ, халыҡ ижадына тартым әйберҙәрҙе халыҡ ижады стилендә үҙебеҙ яҙабыҙ, өс-дүрт композиторыбыҙ менән матур программалар сығарабыҙ. Миҫал өсөн "Тултырма" йырын алайыҡ. Халҡыбыҙҙың милли ризығы тураһында булғас, ул халыҡ йырына тартым булырға тейеш, ә беҙ йырҙың йөкмәткеһен, аранжировкаһын, башҡарыуҙы йәш тамашасыларыбыҙ ҙа тыңлағандай стилдә яҙҙыҡ. Ун биш- ун һигеҙ йәштәгеләр ҙә тыңлай, ҡабул итәләр. Миллилекте күрһәтеү фольклор аша ғына атҡарылмай, тарихи ваҡиғаларға бәйләп, милләтебеҙҙең йөҙөн билдәләрҙәй йырҙарҙы ла халыҡҡа еткерәбеҙ. Беҙҙең быуын бала саҡтан ишетеп үҫкән йырҙарҙың береһе - "Өс бажа"ны алайыҡ. Йәшерен-батырыны юҡ, алтмышынсы йылдарҙағы йырҙар халыҡ йырҙарынан алыҫлашмаған, улар халыҡ йырҙары һымаҡ камил әҫәрҙәр, шуға күңелдәребеҙгә яҡын. Был йырҙы элеккесә эшләп сәхнәгә сығарһаҡ, үҙебеҙ ҙә шул йылдар стилендә ҡалыр инек, шуға яңы стилгә һалып эшкәртеү шарт.
Ә эшкәртеү нимәнән ғибәрәт? Ул да халыҡ ижадынан алынған әйбер - импровизация! Элек бит сәсәндәр ҙә, ҡурайсылар ҙа оҫта импровизаторҙар булғандар. "Өс бажа"ны эшкәртеп, өс тауышҡа һалып, заманса аранжировка менән өс бажаға хас хәрәкәттәр аша өс образ уйлап сығарғайныҡ, халыҡ йырҙы үҙ итте, сөнки моң халыҡтың ҡанында, элеккесә ҡабатлап бирһәк, бәлки, артыҡ иғтибар итмәҫтәр ине. Йәштәр иһә уны өр-яңы йыр тип ҡабул итә, сөнки улар уның тарихын белмәй, оло быуынға ҡыуаныс, сөнки йыр үҙе камил, авторҙар йыры халыҡ йыры кимәлендә ҡабул ителә. Ретро йырҙарҙы артабан да заманса һулыш биреп сығарыу кәрәк, сөнки унда ысын, дөрөҫ ноталар ята, яһалмалыҡ юҡ.

Ижад үҙәге

"Сибай" халыҡ бейеүҙәре ансамбле лә беҙҙең ерлектәге, ошо яҡта сыҡҡан көйҙәргә, уларҙың тарихына таянып, халыҡсан бейеүҙәрҙе башҡара. Уны ойоштороусы Гөлназ Аҡназарова ансамблде әле лә бағып ҡурсалап, уның йөҙөн һаҡлауға булышлыҡ итә. Бейеүҙәрҙә лә халыҡ ижады, халыҡ сәнғәте, бейеү сәнғәте дауам итә. Музыканттарға килгәндә, ҡурайсыларыбыҙ көслө. Айнур Әминев, мәҫәлән, Октябрьский ҡалаһында ҡурайсылар конкурсында Гран-при эйәһе булды. Ҡурайсы бит ҡурайҙа уйнаусы ғына түгел, ул тарихсы ла, моңсо ла, йыраусы ла. Бәйгенең шарттары буйынса конкурста ҡатнашыусылар йөҙҙән ашыу көйҙө белергә тейеш. Уның белмәгән көйө, легендаһы юҡ, әле лә үҙ өҫтөндә эшләй, ҡайҙандыр ноталарын табып, фольклор сығанаҡтарына таянып, ижадын байыта, уйнаған көйөн йырлай, йырлаған көйөн уйнай белә.
Баянсыларыбыҙ ҙа шәптәр. Дмитрий Шәрәфиев, мәҫәлән, баянсы булып оҙаҡ йылдар эшләй. Ул юғары кимәлле музыкант, репетицияһыҙ ҙа уйнай алыусы баянсы. Музыкаль яҡтан көслө базабыҙ бар. Берекмәбеҙ ҙур бер завод һымаҡ: кемдәндер радионан ишетеп, йәки телевизорҙан күреп, отоп алыу менән мауыҡмайбыҙ, үҙебеҙ ижад итәбеҙ. Көйҙәрҙе Азат Исҡужин йә үҙем сығарам, аранжировканы Ғәйсәр Моратов, Дмитрий Шәрәфиев һәм Радик Далхиндар эшләй һәм йырҙы радио-телевидениеға үҙебеҙҙең студияла яҙабыҙ. Эшлә, йыбанма, ижад ит, бындай мөмкинлек һәр кемгә эләкмәй - берекмәне Ижад үҙәге тип атарға була.

Театр һәм филармония

"Сулпан" театры республикала берҙән-бер балалар театры. Урал аръяғында ғына түгел, республикала, Рәсәйҙең милләттәштәребеҙ йәшәгән төбәктәрендә балаларҙың театр сәнғәтенә һөйөү ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү - уның төп эшмәкәрлеге. Шундай ойошма менән бер ҡыйыҡ аҫтында булыу берекмәнең эшенә өҫтөнлөктәр бирә. Спектаклдәр, концерттар айырым донъя һымаҡ күренһә лә, кәрәк ваҡытта берләшәбеҙ, театр, бейеү, инструменталь-музыка сәнғәте булһынмы - барыбыҙ ҙа дөйөм эште алып барабыҙ. Әлегә бер ҡыйыҡ аҫтында тәүге миҙгелебеҙҙе үткәрҙек: спектаклдәргә беҙҙең артистар, концерттарға драма артистары ҡушыла. Яңы миҙгелде асыуҙа ике коллектив бергә сығыш яһаясаҡ һәм киләсәктә шулай дауам итәсәк. Быны яңылыҡ тип ҡабул итергә лә ярамай, элек мөмкинлектәр генә булмайыраҡ торҙо.

Яңы бинаға - яңы йөкмәтке

Яңы бинаға күсеүҙең үҙенә күрә бер әтнәкәһе бар: эшебеҙҙең яңы йортобоҙға торошло йөкмәткеһе булырға тейеш, ошо матур зданиеның ҡиәфәтенә торорлоҡ тамашалар эшләү, ижадты ошо кимәлгә күтәреү зарур. Заманса мөмкинлектәребеҙ етерлек: әйләнеп торған сәхнә, ҙур майҙанлы яҡты-диодлы экран, биш йөҙгә яҡын тамашасылар һыйҙырышлы зал, яҡшы акустика, яҡтыртыу ҡоролмалары, дизайн һәм башҡа замана технологиялары. Маҡсатыбыҙ - заманса ҡоролмаларҙы дөрөҫ ҡулланып, шуға ярашлы матур йөкмәткеле тамашалар сығарыу. Ҡунаҡ аҙ ултырыр, күп һынар, тигәндәй, халыҡ залды ҡарар өсөн дә килә. Матур залда насар тамаша ҡараһа, йәмһеҙ булыр ине, бөтәһе лә лайыҡлы кимәлдә булырға тейеш. Урал аръяғы сәнғәтен Рәсәй, донъя кимәленә сығара алғандай коллектив тупланған беҙҙә. Матди-техник базабыҙ ныҡлы, транспорт мәсьәләһендә лә проблемалар юҡ. Әле һабантуйҙар мәлендә Ханты-Манси округы, Сорғот, Пермь ҡалалары, Свердловск өлкәһенең байрамдарында эшләнек. Юғары кимәлдәге һабантуйҙарҙа һыр бирмәй матур сығыштар яһайбыҙ икән, тимәк, Рәсәй кимәлендә республикабыҙҙың, милләтебеҙҙең данын, йөҙөн күрһәтерлек ҡеүәтебеҙ бар. Мәҙәниәт министрлығы ҡайҙа башҡорт рухлы сығыштар кәрәк, иң тәүҙә сибайҙарҙы күҙ уңында тота. Был ҙур баһа!

"Майҙан" Сибайҙан

Һынылыш осоро һәр ойошмала була торған хәл, беҙҙә лә булманы түгел, булды, әммә ауыр мәлдәрҙе лайыҡлы сығыу ғына түгел, беҙ хатта яңы берәмектәр булдырырға өлгәштек. Мәҫәлән, Брасс-квинтетын алайыҡ. Башҡорт көйҙәрен рус классик көйҙәре менән берлектә уйнау кимәленә етә алды егеттәр, үҙебеҙҙең йырҙарыбыҙға квинтет өсөн эшкәртеүҙе Радик Далхин эшләне. "Ҡара юрға"ны брасc-квинтеты менән йырлаусылыр бармы? Беҙҙә бар! Тағы ҡыуаныслы ваҡиға: өр-яңы структура төҙөлдө, Радик Далхин етәкселегендә "Майҙан" этно-рок төркөмө тәүге емештәрен тыңлаусыларға еткерҙе. Азат Исҡужин, Айнур Әминев, Радмир Иҫәнғолов, Сергей Филиппов, Флорид Бирғәлиндарҙан тупланған был төркөм маҡсатлы, киләсәкле, өмөтлө һәм ойошмабыҙға хас профессиональ музыканттарҙы берләштерә. Йыр сәнғәтендә әле ишетелмәгән йырҙарҙы сығарыу - уларҙың төп маҡсаты. Үҙҙәре йырҙар яҙалар, аранжировка эшләйҙәр, үҙҙәре башҡаралар, кемдәндер өйрәнеп, сәлдереп түгел - профессионаллектең иң тәүге сифаты шул булырға тейеш, сөнки плагиат булғанда профессионаллек булмай. Шулай ауырлыҡтарҙы еңеп сығып, артыуға өлгәштек, тимәк, яңылыҡҡа ынтылыу маҡсатыбыҙ тормошҡа аша.

Шулай итеп...
Яңғыҙ кешенең ижады булһынмы, күмәк кешенең берҙәм ижады булһынмы, асылы шул килеш ҡала: яңылыҡ бөркөлөп торһон да, адресатын тетрәндерһен, уйландырһын, хис-тойғолар аша аңға барып етһен, шунһыҙ ул кемделер ҡабатлау кеүек ҡабул ителә һәм тиҙ онотола. Әле һөйләшеү коллектив ижад тураһында барҙы, тойғоға бирелеп, фекер тупламайса, ҡул болғарға ашыҡмағыҙ, зинһар.

Радик ӨМӨТҠУЖИН яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №30, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.07.22 | Ҡаралған: 243

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru