«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠУРСАҠТАРҒА МИЛЛИ КЕЙЕМ КЕЙҘЕРӘ
+  - 

Бөгөнгө замандың булдыҡлы ҡатын-ҡыҙы бөтә эшкә лә өлгөрә: донъяһын да ҡарай, балалар ҙа үҫтерә, күңеленә ятҡан шөғөлөнә лә ваҡыт таба.

Мәләүез ҡалаһында йәшәүсе уңған хужабикә, ете бала тәрбиәләүсе әсә Гүзәл Юлмәтова ла тап шундай егәрле-ләрҙең береһе. Ҡул эштәренә маһирлығы бала сағынан килә. Бөгөн ул ҡурсаҡтарға милли кейемдәр тегеү менән мауыға. - Ҡурсаҡтарҙы төрлө ерҙән йыям мин. Балалары үҫеп, уларҙың кәрәге ҡалмағас, кешеләр сығарып ташлағандары ла бик ярап ҡала, таныш-тоноштарҙың ҡайҙа ҡуйырға белмәгәндәрен дә йәһәт кенә эләктерә һалам, - тип йылмая Гүзәл. Үҙебеҙҙең милли кейем кейгән ҡурсаҡтарҙың һәр ҡайһыһын ҡулыма алам да, уларға кейем тегеүҙең ни тиклем сабырлыҡ талап иткән нескә эш икәнен аңлайым. Етмәһә, оҫта ханым уларға төрлө төҫтәге ваҡ ҡына сәйлән, мәрйендәр ҡулланып биҙәүестәр ҙә яһай. Төҫ-башы уҡ башҡорт ҡыҙына тартып торған балитәкле күлдәктәгеһенең һаҡалын, ҡашмауын эшләү ҙә бары тик Гүзәл кеүек түҙемле кешенең генә ҡулынан килә торған шөғөлдөр, тип уйлап ҡуям.
Уның үҙ күңеле өсөн генә башланған эше башҡаларға ла бик оҡшап ҡала, ҡурсаҡтарға милли кейемдәрҙе төрлө саралар өсөн махсус тектергәндәр ҙә, әҙер ҡурсаҡтарҙы һатып алғандар ҙа бар. Бөгөн күберәк балалар баҡсаларынан заказдар ҡабул итә оҫтабикә. Был да аҙмы-күпме аҡса эшләү өсөн бына тигән кәсеп!
- Ҡурсаҡтарға кейем тегеүгә тотоноуымды бала саҡта уйынсыҡ етмәүгә бәйләйем. Беҙ үҫкәндә улар хәҙерге кеүек магазиндарҙа тулып ятманы бит, ҡытлыҡ заман ине. Уларға ябай күлдәктәр түгел, милли кейемдәр тегеү күңелемә ниндәйҙер тыныслыҡ һәм бөтөнлөк бирә, - ти әңгәмәсем, шөғөлө хаҡында һөйләгәндә.
Һатып алыусыларҙың теләге буйынса, ҡурсаҡтарын башҡа милләт кейемдәренә лә кейендерә Гүзәл. Ҡупшыҡайҙарының барыһын да ярата оҫтабикә, ә шулай ҙа күңеленә үҙебеҙҙең милли кейемдәгеләре яҡыныраҡ икән…

Лена ХӘЙРУЛЛИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №30, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.07.22 | Ҡаралған: 216

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru