«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
СӘСКӘ ТҮТӘЛДӘРЕ КҮБЕРӘК КӘРӘК
+  - 

Өфөлә йәшәгәс, ҡалаға ҡағылышлы яңылыҡтарҙы белеп торорға тейешмен, тип иҫәпләйем һәм шуға күрә көн дә иртән ҡала хакимиәте сайтындағы "Хәбәрҙәр" бүлеген ҡарап сығам. Ундағы һәм телевизор-радио мәғлүмәттәренә ярашлы, ҡалала күләмле генә эштәр башҡарыла. Уның шулай икәненә һәр өфөлө шаһит, көн-төн тимәй төҙөлөш эштәре бара.

Мин бигерәк тә "Көнсығыш сығышы" ("Восточный выезд") һәм Зинино ҡасабаһы янындағы тимер юлы үткәүеле аша эшләнеп ятҡан автомобиль юлы тураһындағы мәғлүмәттәрҙе күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа тырышам. Үҙем Нуғай ҡасабаһында йәшәгән кеше булараҡ, тимер юлы үткәүелендәге тығындар менән яҡындан танышмын. Әйтергә кәрәк, хатта хаҡлы ялда булып, ҡалаға көн дә йөрөмәһәм дә, минең дә үҙәккә үтте был мәсьәлә, шуға күрә автомобиль юлы төҙөлә башлауын был яҡта йәшәгән меңәрләгән кеше менән бер рәттән, ҡыуанып ҡаршыланым. Вәғәҙә иткәндәренсә, киләһе йылдың аҙағына тапшырырҙар, тип ышанам. Беҙҙең ҡалаға ғына түгел, ә тотош ил өсөн бәләгә әйләнгән берәҙәк эттәр мәсьәләһе бик борсоуға һала мине. Ҡала урамдарында, бигерәк тә ҡаланан ситтәрәк ятҡан ерҙәрҙә әллә күпме берәҙәк эттәр йөрөй. Ошо мәсьәлә етәкселектең иғтибарынан ситтә ҡалмаһын ине.
Өфөнөң торлаҡ-коммуналь хужалығы тураһында бер кәлимә һүҙ әйткем килә. Уларҙың эшмәкәрлеген беҙ ихатаны таҙалыҡта тотоусы урам һепереүселәр, сәскә ултыртыусылар эше буйынса баһалайбыҙ бит инде. Шөкөр, ихаталар таҙа, урамдар тулып сәскәләр атып ултыра, иртәндән үк ҡаланы таҙаларға кешеләре лә, машиналары ла сыға. Әле бына интернеттан ҡарайым, бер көндә генә Өфөнө 200-ҙән ашыу техника, 600 тирәһе эшсе таҙалай икән. Төнөн дә эш туҡтамай. Иң мөһиме, ҡала халҡы һәм ҡунаҡтар ошо таҙалыҡты юҡҡа сығармаһын ине.
Өфөнөң Орджоникидзе районына ҡараған Интернационал урамында бик матур сәскәле клумба урынлаштырылған. Ундағы сәскәләр башҡорт орнаментын ҡабатлай һәм бик матур күренә. Ошо миҫалды баш ҡаланың башҡа райондары күҙ уңына алып, үҙҙәрендә лә башҡорт орнаментлы клумбалар булдырһа, ниндәй шәп булыр ине!
Баш ҡалала төҙөлөш эштәре киң йәйелдерелгән. Күп ҡатлы йорттар ҙа төҙөйҙәр, социаль объекттар тураһында ла онотмайҙар. Шундай объекттарҙың береһе - Күп функциялы спорт көрәше үҙәген төҙөү майҙанында ла эштәр гөрләй. Ошондай спорт обьъекттарын күберәк төҙөү мөһим, сөнки спорт булған ерҙә насар ғәҙәттәргә урын булмай, тимәк, балаларҙың, йәштәрҙең киләсәге хәүеф тыуҙырмаясаҡ.

Әсхәт ӘЛИБАЕВ.
"Киске Өфө" гәзите, №32, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.08.22 | Ҡаралған: 192

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru