«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЯҢЫСА ИҪӘПЛӘП УҢЫРБЫҘМЫ, ТУҢЫРБЫҘМЫ?
+  - 


Мәғлүм булыуынса, 1 сентябрҙән дөйөм йорт милкен тотоу (содержание общедомового имущества - артабан: СОИ) өсөн ҡулланылған коммуналь ресурстарға (лифттар эшләһен, подъездарҙа лампочкалар янһын өсөн файҙаланылған электр энергияһы, подъездарҙа йыуыу һәм йылытыу системаларын йыуҙырыу өсөн тотонолған һыу һ.б.) түләү яңыса башҡарыла башлаясаҡ.

Ай һайын милекселәр фатирҙарында ҡулланылған коммуналь ресурстар өсөн иҫәпләгестәр күрһәткесе буйынса түләй ине. Әгәр фатирҙа иҫәпләгес юҡ икән, иҫәп-хисап норматив буйынса билдәләнә. Йәғни милекселәр фатирҙарҙа ҡулланылған ресурс өсөн түләй ҙә, дөйөм йорт милкен тотоу өсөн сығымды ресурс менән тәьмин итеү ойошмалары идара итеү компаниялары елкәһенә һалып, улар идара итеү компанияһы өсөн ҡуйылған норматив күләмендә генә милекселәрҙән түләтә ине. Һәм бик йыш айырманың нормативтан артып китеүе күҙәтелә. Һөҙөмтәлә идара итеү ойошмаларының бурысы йыйыла һәм улар банкротҡа сыға.
Нормативтан артыҡ күләм ҡайҙан барлыҡҡа килә һуң? Бының сәбәптәренең береһе булып фатирҙарҙағы иҫәп ҡорамалдарының күрһәткестәрен ваҡытында тапшырмау һәм фатирҙа йәшәүселәрҙең һанын дөрөҫ итеп күрһәтмәү тора. Мәҫәлән, фатирҙа иҫәпләгес тора, әммә хужа норматив буйынса түләй. Әлбиттә, ул экономиялау тураһында уйламай ҙа: краны ағып торһа ла, бәҙрәфтә һыу туҡтамаһа ла уны сығымдар борсомай, сөнки ай һайын билдәле бер күләмде генә түләй. Ә уның фатирында бушҡа ағып торған һыу дөйөм йорт ихтыяжы булып теркәлә. Бынан тыш, норматив буйынса түләгән фатирҙарҙа норматив теркәлгән кешеләр һанынан сығып иҫәпләнә. Әммә унда бер кеше теркәлеп, ғәмәлдә ике-өс, йәиһә дүрт кеше йәшәүе мөмкин. Был күберәк ресурстар ҡулланыуға килтерә.
Тағы бер сәбәп - шәхси иҫәп ҡорамалы ҡуйылған фатирҙарҙа йәшәүселәр күрһәткестәрҙе ваҡытында тапшырмай йәки уларҙы кәметеп күрһәтә. Идара итеү компанияһының подвалдарҙа ағып торған һыуҙы ваҡытында туҡтата һалмауы - сәбәптәрҙең тағы береһе. Подвалда һыу әҙләп кенә аҡһа ла, айына ул бер нисә кубометрға етергә мөмкин. Был да СОИ графаһындағы түләүгә индерелә. Йылылыҡ та коммуналь ресурс булып һанала, әммә уның буйынса СОИ иҫәпләнмәй, сөнки дөйөм йорт иҫәпләгесендә теркәлгән күләм һәр фатирҙың майҙанына бүленә һәм тарифҡа ҡабатлана. Дөйөм йорт иҫәпләгесе булмағанда, йылылыҡ норматив буйынса бүленә. Шуға күрә йылылыҡ өсөн иҫәпләшеүҙә үҙгәрештәр булмаясаҡ. Дөйөм йорт милкен тотоуға түләүҙе нисек кәметергә? Муниципалитетта белдереүҙәренсә, был граждандарҙың процесты үҙҙәре нисек контролләүенә бәйле буласаҡ. Бында йорт советтары ҙур роль уйнай. Йорт советы булған һәм ул әүҙем эшләгән урында түләүҙәр артыҡ артмаҫ та, хатта улар бөтөнләй булмаҫ та, тип күҙаллана.
Әйткәндәй, халыҡ күрһәткестәрҙе дөрөҫ тапшырһын өсөн баш ҡалала абонент хеҙмәте булдырылған. Уның хеҙмәткәрҙәре фатирҙар буйлап йөрөп, иҫәпләгестәрҙең күрһәткестәрен тапшырылған мәғлүмәт менән сағыштырасаҡ.

ТЕМАНЫ ДАУАМ ИТЕП...

Рим БУЛАТОВ, Өфөнөң Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге йәмәғәт контроле үҙәге етәксеһе:
Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 3 февралдә ҡабул иткән 92-се Ҡарарын тормошҡа ашырыуға идара итеү компанияларының ғына түгел, ниндәйҙер кимәлдә күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәрҙең именлеге лә бәйле. Бәлки был бик абсурд яңғырар, әммә идара итеү компанияларының бурыстарынан ҡотолоп, аҡса эшләүен һәм халыҡҡа лайыҡлы хеҙмәт күрһәтеүен теләһә, милекселәр ҡарарҙы хуплар. Ләкин уларҙы тормошҡа ашырыр өсөн ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошмаларҙың, идара итеү ойошмаларының, күп фатирлы йорттар советтарының берлектәге тырышлығы кәрәк. Бөгөн ТКХ өлкәһендә иң төп проблема - халыҡтың хеҙмәттәрҙән ҡулланған өсөн бурысы йыйылған һәм ул бер нисә миллиардҡа етеп, арта бара.
Беҙҙең ойошма Өфө ҡалаһының Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ муниципаль-бюджет учреждениеһы, ресурс һәм идара итеү ойошмалары менән һуңғы айҙарҙа бик күп осрашыуҙар үткәрҙе, уларҙа ҡарарҙы тормошҡа ашырыу, мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә нисек бергә эшләү юлдарын ҡараны. Айырым күп фатирлы йорттарҙағы хәл-торошто анализлап, дөйөм йорт милкен тотоу өсөн 1 сентябрҙән түләүҙәрҙе үҙгәртеүҙең һөҙөмтәһен күҙалланыҡ һәм, үкенескә күрә, сумма бәләкәй түгеллеген күрҙек. Шул уҡ ваҡытта уны кәметеү мөмкинлектәрен дә эҙләнек. Улар етерлек һәм дөйөм йортто һыу менән тәьмин итеү системаһында тәртип булдырыуҙан алып, фатирҙарҙағы иҫәп ҡоролмаларын контролләүҙе көсәйтеүҙе үҙ эсенә ала.
Әммә ҡануниәтте үҙгәртеү талап иткән мәсьәләләр ҙә бар, мәҫәлән, ресурс менән тәьмин итеү ойошмалары контролерҙарының фатирҙарҙағы иҫәп алыу ҡорамалы күрһәткесен 3 ай, хатта ай һайын тикшереүҙе индереү зарур. Шулай уҡ бурысын түләмәгәндәрҙе фатирҙарынан сығарыу мәсьәләһе лә мөһим. Бер нисә йыл элек Һупайлылағы муниципаль фатирҙа йәшәүселәрҙе Шаҡшаға күсереп, тапшырыуҙы күп тапҡырҙар телевидение аша күрһәткәс, бурыслылар шунда уҡ бурыстарынан ҡотола башланы, аҡсаһын да тапты.
Сентябргә тиклем ваҡыт бик аҙ ҡалды. Йәйгеһен халыҡтың ҡаланан ситтә, баҡсаларында йәшәүен иҫәпкә алғанда, был мәсьәләне хәл итеүе еңел булмаясаҡ.

Аэлита ЙОНОСОВА, Рәсәй урамындағы күп фатирлы йорт советы рәйесе: Яңы ҡарарҙы ҡуллана башлағас, идара итеүсе ойошмаларҙа хәлдәр үҙгәрерме? Бурыстарҙы нимә эшләтерҙәр, банкротлыҡ процедуралары бөтөрмө? Минеңсә, барыһы ла шул килеш ҡаласаҡ. Шул уҡ ваҡытта күптәрҙе идарасы ойошмаларҙың шул тиклем бурысы ҡайҙан барлыҡҡа килеүе аптырата, сөнки беҙ, милекселәр, сығымдарҙың 97-98 процентын түләйбеҙ, йорттарҙың ҙур өлөшө нормативта тора.
Күп фатирлы йорт менән идара итеү - ул дөйөм йорт милкен тотоу буйынса ҙур эш башҡарыу. Идара итеү компаниялары тулы күләмдә сифатлы хеҙмәтте ваҡытында күрһәтергә тейеш. Шул уҡ ваҡытта килешеүҙе үтәү буйынса отчеттарҙа беҙ махсус өҫтәп яҙыуҙар, йәнәһе лә, идара итеүсе ойошмаларҙың сығымдары артыуын күрәбеҙ. Килешеү даими рәүештә боҙола. Бынан тыш, бөгөн иң ҙур хоҡуҡ боҙоу - ул милекселәрҙең дөйөм йорт милкен тотоуҙа күрһәтелергә тейешле хеҙмәттәрҙе башҡарыу өсөн түләгән маҡсатлы аҡсаһын ойошманың кредитор бурыстарын ҡаплау өсөн тотоноу. Тағы ла шуға иғтибар йүнәлткем килә: йәйгеһен селтәрҙәрҙә ремонт эшләнә, бик йыш эҫе һыу туҡтатыла. КРСОИ өсөн эҫе һыу норматив буйынса иҫәпләнә. Идара итеүсе ойошмалар ремонт ваҡытында һыу туҡтатылып торған осор өсөн ҡайтанан иҫәп яһаймы? Юҡ. Ҡыҫҡаһы, бер нәмә анализланмай, берәү ҙә ҙур күләмле түләүҙәрҙең сәбәбен асыҡламай. Беҙ "Водоканал" буйынса мәғлүмәттәрҙе анализлай башлағайныҡ, нормативтан артыҡ күрһәткес 2000 кубометр килеп сыҡты. Уны тимер юлы цистерналары менән үлсәһәк, ҙур бер состав булыр ине. Ул һыуҙы кем ҡулланған? Сәбәбе: хата киткән йәиһә мәғлүмәттәр дөрөҫ ултыртылмаған. Әммә быны берәү ҙә тикшермәй.
Ошо әйткәндәрҙе йомғаҡлап, шундай һығымта яһарға була: ресурс менән тәьмин итеүсе ойошмалар һәм идара итеүсе ойошмалар араһында мәғлүмәттәр менән алмашыу аныҡ яҙылырға тейеш; иҫәптә тап КРСОИ нормативы ингән майҙандарҙы тикшереп сығырға, торлаҡ булмаған биналарҙың исемлеген төҙөргә кәрәк. Әлбиттә, ресурстар ҡулланыуҙы контролләү бик мөһим. Бында йорттоң ҡулланылыуға тапшырылыуын ваҡытында теркәп, актты ресурстар менән тәьмин итеү ойошмаһына бирергә кәрәк. Юҡһа, ресурстар ҡулланыуҙа айырма килеп сыға һәм барлыҡ түләүҙәрҙе бутаған төҙәтеүҙәр башлана.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ әҙерләне.
"Киске Өфө" гәзите, №32, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.08.22 | Ҡаралған: 174

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru