«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЙӨЙӘККӘЙЕМ - ИЛҺАМ БИРЕР ТӨЙӘККӘЙЕМ!
+  - 


Белорет районының иң матур ауылдарының береһе Йөйәктә ҙур байрам - "Иҙелбашы" этнофорумы сиктәрендә ун беренсе тапҡыр ҡатай ырыуы йәштәре йыйыны һәм "Йөйәккәйем - илһам бирер төйәккәйем" исемле ҙур байрам үтте.

Байрам иҫ китмәле матур ойошторолдо. Халыҡтың күплеге шатландырҙы. Райондың күпселек өлөшөн ҡатай ырыуы вәкилдәре тәшкил иткәнлектән, ырыу йыйынына халыҡтың шулай эркелеп килеүенә аптырарлыҡ та түгел ине инде. Ике меңдән ашыу халыҡты туплаған йыйын күккә олғашҡан Өкө тауы эргәһендә, Инйәр йылғаһы буйында, ҡолас етмәҫлек тирәктәр үҫкән ерҙә ойошторолдо. Байрамға республикабыҙҙың Балаҡатай, Ҡыйғы, Белорет райондарынан, Межгорье, Нефтекама, Өфө ҡалаларынан, шулай уҡ Силәбе өлкәһенән ырыуҙаштар йыйылды. Эҫе ҡояш нурҙары ла ҡурҡытманы халыҡты. Улар дәррәү килеп төрлө конкурстарҙа, ярыш-бәйгеләрҙә ҡатнашты. Бигерәк тә "Ҡатай батыры", "Ҡатай һылыуы", "Йәш ҡатай", "Мәргән уҡсы" конкурстары мауыҡтырғыс һәм дәртле барҙы. Тамаша ҡылыусылар иһә бәйгеләрҙә ҡатнашҡан яҡташтарын дәртләндереп, алҡышлап торҙо. Ярыштар барған арала сәхнәлә артистарҙың, үҙешмәкәрҙәрҙең дәртле йыр-бейеүҙәре бер-береһен алыштырҙы.



Бүре алыр егетте бүркенән танырҙар

Һәр ҡатай йыйыны "Ҡатай батыры" ярышынан тыш үтмәй. Таш күтәреү буйынса ярышты ҡатай егеттәре! Конкурсты Илдар Шәрипов ойошторҙо. Батырҙар көстәрен һынарға бер-бер артлы теҙелде. Бәйгене ҡарарға килгән халыҡ батырҙарҙы ҡулсаға алды. Өс турҙан торған бәйгене халыҡ ҡыҙыҡһынып, дәртләнеп, үҙ-ара бәхәсләшеп күҙәтте. 30-ҙан алып 90 килограмм ауырлыҡтағы таштарҙы күтәреп ярышыуҙа Йөйәк баһадирҙары Ғәзиз Мансуров, Фәнзил Муллағәлимов, Айҙар Искәндәров, Вилдан Хөснөтдинов, Фируз Хөснөтдинов, Сыңғыҙ Закиров, Айгизәр Ғәйнетдинов, Линар Солтанов, Межгорьенан Дим Сөләймәнов, Вәғиз Фәхретдинов, Сәрмәндән Руслан Ҡужаҡов, Ғәбдөктән Мостафа Ғәббәсов, Инйәрҙән Алик Мөсәлимов ҡатнашты. Егеттәргә етеҙлек, дәрт, ҡул көслөлөгө, бил ныҡлығы кәрәк булды был бәйгелә. Ифрат ауыр таштарҙы кемдер 16 тапҡыр, кемдер 60 тапҡыр баш осона тиклем күтәреп, йыйылыусыларҙы хайран итте. Иң ғәжәпләндергәне һәм һоҡландырғаны: таш күтәреү конкурсында ҡатай егеттәре менән бер рәттән Бирҙеғол ауылынан 63 йәшлек Әнисә Зияитдинова ла ҡатнашты. Һәр бәйгенең еңеүселәре, иң-иңдәре була. III урын Межгорьенан Вәғиз Фәхретдиновҡа тапшырылды, II урын Инйәр батыры Алик Мөсәлимовҡа бирелде, I урынды Йөйәк бөркөтө Фируз Хөснөтдинов яуланы. "Иҙелбашы" этнофорумының ХI "Ҡатай батыры" титулына, Гран приға Межгорьенан Дим Сөләймәнов лайыҡ булды. Бына тигән рухлы, бына тигән дәртле егеттәр-бөркөттәр үҫә ҡатай ырыуында!



Их, һылыу шул ҡатай ҡыҙҙары!

Ҡатай ырыуы йәштәре йыйынының тағы бер бәйгеһе - "Ҡатай һылыуы" конкурсында ҡатнашҡан гүзәлкәйҙәр үҙҙәренең белемен, хыялдарын, тормошҡа ҡарашын, шулай уҡ нәфис һүҙгә, йыр-моңға, бейеүгә оҫталыҡтарын күрһәтергә тейеш ине. Сибәрлек йөҙҙә генә түгел, тыйнаҡлыҡта, аҡылда, тәрбиәлелектә, иманда һәм нәфислектә, нәзәкәтлектә, шулай уҡ эшһөйәрлектә лә - был өләсәйҙәрҙән тапшырылған ҡағиҙә. Бер-бер артлы сәхнә түренә теҙелгән һылыуҡайҙар был ҡағиҙәләрҙе һанлағандарҙан булып сыҡты. Шуға ла баһалау комиссияһына ингән абруйлы ҡатай вәкилдәренә - Башҡортостандың халыҡ артистары Рәмил Ғәйзуллин, Риф Ғәбитов һәм "Башҡортостан" дәүләт концерт залы директоры урынбаҫары Хәлил Хәмзинға ҡыҙҙарға лайыҡлы мәрәй ҡуйыу бер аҙ ауырыраҡҡа ла тура килгәндер. Шулай итеп, Балаҡатай районы Түбәнге Үтәш ауылынан Эмилия Ниғәмәтйәнова, Белорет районы Инйәр ауылынан Айгүзәл Валаманова III урынға, Ҡоҙғон-Әхмәр ауылынан Айгөл Мөхәмәтшина, Уҫманғәле ауылынан Зөлфиә Салауатова II урынға лайыҡ булды, Сәрмәндән Диана Вәхитоваға I урын бирелде. "Ҡатай һылыуы" конкурсы тажына һәм еңеүсе таҫмаһына Бриш ауылы сибәре Элина Фәхретдинова лайыҡ булды.



Ҡатай уғатарҙары ярышҡа сыҡты

Мәргән уҡсылар ярышы һуңғы йылдарҙа бик популяр спорт төрөнә әйләнде һәм унда олоһонан алып кесеһенә тиклем ҡатнаша. Уҡ атырға ҡатын-ҡыҙҙар ҙа әүәҫләнеп китте. Ҡатай ырыуы йәштәре йыйынының да бер биҙәге булып торҙо мәргән уҡсылар ярышы. Сәпкә уҡтың барып ҡаҙалыуын һәр кем ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтте, оҫталығы булғандар ярыш барышында янды нисек тоторға, уҡтан нисек атырға тигән кәңәштәрен биреп торҙо. Ни тиһәң дә, уҡтан атыу уйын эш түгел, ә олатай-атайҙарҙан ҡалған етди һөнәр. Бында сослоҡ, дәрт, көс кәрәк. Ярышта бик күптәр мәргәнлектәрен һынап ҡараны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәр кемгә отҡорлоҡ, мәргәнлек бирелмәй шул. Уҡтары сәпкә теймәй, әллә ҡайҙа, яҙа осҡандар конкурстан тиҙ арала төшөп ҡалды. Ә бына уҡ-ян менән оҫта ғына эш итә белгәндәр бирешмәне. Һәр кем еңеүсе титулын яуларға тырышты. Балалар араһында мәргән уҡсы исеменә лайыҡлы тип табылып, III урынды алған Вилнур Хәсәнов, II урынды яулаған Динислам Үҙәнбаев ҡыуаныстарынан һә тигәнсе сәхнәгә күтәрелделәр. Ә бына беренселекте эләктергән Вита Носкова барыһын да хайран ҡалдырҙы. Бәләкәй генә ҡыҙ бала үтә мәргән, оҫта уҡсы булып сыҡты. Афарин, был ҡыҙ балаға! Шулай уҡ "Иң йәш уҡсы" номинацияһына Йәзилә Үҙәнбаева лайыҡ булды. Ул ярышта ҡатнашыусылар араһында иң кесеһе ине. Тәжрибәләре булған, күп тапҡыр еңеүҙәр яулаған, быуындары нығынған уҡсылар араһында III урынды Алеся Хәсәнова, II урынды Айнур Ибраһимов, I урынды Марат Әхәтов яуланы.

Ағинәйҙәр ҡояш нуры һибә!

"Йөйәккәйем - илһам бирер төйәккәйем" байрамын Белорет районы Йөйәк, Межгорье, Ғәбдөк, Инйәр, Уҫманғәле, Бирҙеғол, Манышты, Асы һәм башҡа ауылдарҙың ерлеккә генә хас милли кейемдәрҙәге ағинәйҙәре лә биҙәне. Улар ҡумыҙҙа ла уйнаны, баян моңдарына ҡушылып йырланы ла, бейеп тә китте. Байрам йәме, биҙәге булып, йәштәргә иплелек, нәзәкәтлек өлгөһө күрһәтеп, тәрбиә һабаҡтары ла бирҙе. Матур кейемле өләсәй-инәйҙәрҙе күргән бала-саға ла, шаярышып йөрөгән ерҙәренән туҡтап ҡалып, уларға ситкә тайпылып юл бирҙе, үҙҙәрен тәртипле тоторға тырышты.



Районда ғына түгел, республикала иң тәүгеләрҙән булып башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейем өлгөләрен, биҙәүестәрен тергеҙә башлаған Йөйәк ауылы ағинәйе Гөлсирә Салауатова ҡунаҡтарҙы үҙ тирмәһен ҡороп ҡаршы алды. Тирмәне Гөлсирә Исламетдин ҡыҙының иҫ киткес матур ҡул эштәре биҙәй, ә ағинәйҙәр әҙерләгән табын милли аштар менән тулы. Ағинәйҙәр арыу-талыу белмәй көн оҙоно аш-һыу янында йүгерекләне, ситтән килгән ҡунаҡтарға ҡунаҡсыллыҡ, йәш ҡыҙҙарға, килендәргә үрнәк күрһәтте. Ҡатай йыйынына килгән "Киске Өфө" гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы Янбаева, "Урал" гәзитенең баш мөхәррире Сатура Жәүәт ҡыҙы Минһажетдинова йәмле Инйәр йылғаһы буйында "Ағинәйҙәрҙең йәш быуынды тәрбиәләүҙәге мөҡәддәс бурысы" темаһына әңгәмә үткәрҙе. Ағинәйҙәр бер-береһе менән фекер алышты, иҫтәлеккә бергәләп фото төштө.
Йыйындың икенсе өлөшөндә Гөлсирә Салауатова ағинәйҙәрҙе үҙенең башҡорт милли ҡомартҡы-хазиналары менән биҙәлгән өйөнә саҡырҙы. Ағинәйҙең йорт-музейында үҙ ҡулдары менән теккән, сиккән милли кейем өлгөләре, хәситә, яға-түшелдерек, селтәр, һаҡал кеүек биҙәүестәр, таҡыя, ҡалпаҡ, ҡашмау, сарыҡ, балаҫтар, сергетыш, янсыҡ-кисеттәр, ҡурсаҡтар һәм башҡа һанап бөткөһөҙ әйберҙәр урынлаштырылған. Гөлсирә Исламетдин ҡыҙы ошо көндәрҙә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының иң боронғо баш кейеме - кәләпүште тегеп бөткән. Был ҙур һәм ауыр эш айҙан ашыу ваҡыт талап иткән. Ағинәйҙәр Гөлсирә Салауат ҡыҙының эштәренә хайран ҡалып, уға һаулыҡ һәм оҙон ғүмер теләп таралышты. Был осрашыу, һис һүҙһеҙ, байрамдың үҙенсәлекле бер өлөшө булды.

Шулай итеп...
Ауылға ошо байрам менән дәрт, матурлыҡ, моң ҡайтты, ауылдаштарҙың, яҡташтарҙың күҙҙәрендә шатлыҡ осҡондары уйнаны. Байрамдар шуның өсөн - күңел төшөнкөлөгөнән, сараһыҙлыҡтан арындырыу, күңелдәргә "Беҙ барбыҙ, булғанбыҙ, буласаҡбыҙ әле", тигәнде һеңдереү, халҡыңдың көнитмешенә, тарихына, тамырҙарға хөрмәт, һөйөү уятыу өсөн үткәрелә лә бит инде...

Сатура МИНҺАЖЕТДИНОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №32, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.08.22 | Ҡаралған: 216

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru