«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
НИМӘ УЛ КЛЕПТОМАНИЯ, ЙӘҒНИ БУРҘАРҘЫ АҠЛАП БУЛАМЫ?
+  - 


Гәзитебеҙҙең 28-се һанының "Аҡыл - ҡаҙна" рубрикаһында "Башың диуанаға ҡалһа, бағанаға сәләм бирерһең" тигән башҡорт халыҡ мәҡәле һәм артабан "Шулай итеп, тағы бер аҡыл…" тип башланып киткән бер ҡыҙыҡлы хикәйәт баҫылған. Бер ишан менән хаж сәфәрендә юлдаш булған атаҡлы бурҙың һис кенә лә урламайынса тора алмағанлығы хаҡында ул.

Был танылған бурҙы яҡшы белгән ишан баштараҡ уны үҙе менән бергә изге сәфәргә алырға риза булмай. Әммә хаж ҡылған мәлдә урламаҫҡа һүҙ бирә был кеше. Тик урламайынса һис кенә лә тыныслыҡ тапмаған, хатта төн йоҡоларын йоҡлай алмай торған был әҙәм, хажға барғас, башҡалар күрмәгәндә уларҙың ниндәй ҙә булһа әйберен алып, икенсеһенең сумаҙанына күсереп һалып йөрөй башлай… Бер яҡтан уйлап ҡараһаң, ул урланы, әммә шул уҡ ваҡытта, урламаны ла һымаҡ. Инде был ҡылығы өҫтөндә тотолғас, ишандың "Ни эшләйһең һин? Һин бит вәғәҙә бирҙең!" тигән һүҙҙәренә ошолайыраҡ яуап бирә: "Мин биргән вәғәҙәмде үтәйем, бер ни ҙә урламайым. Был әйберҙәр бер ҡайҙа ла юғалмай, улар бер сумаҙандан икенсеһенә генә күсә һәм һәр саҡ табыла… Ләкин ғәҙәтемде ҡайҙа ҡуяйым?.. Һин бит изге йән. Һин мине лә йәлләргә тейешһең…" Ошо хәлгә ҡарата артабан ишандың фекере һәм уның был әҙәмгә ни әйткәнлеге хаҡында мәғлүмәт килтерелмәй. Күпселек уҡыусыла был бур кешегә ҡарата насар уй тыуыуына шикләнмәйем. Әлбиттә, ҡараҡты кем йәлләһен! Хөрмәтле гәзит уҡыусылар, бәлки күптәргә ифрат ғәжәп тойолор, әммә мин бына ошо кешене ысын күңелдән йәлләнем, һәм уға ныҡ ҡына ярҙам иткем килде. Ысын! Ни өсөн? Сөнки мин, табип булараҡ, психиатрия өлкәһендәге "клептомания" тип аталған бер сир хаҡында беләм. Медицина теле менән әйткәндә, ул - "болезненная тяга к воровству". Ифрат һирәк осрай торған бындай сирҙән бер кем дә гарантияланмаған. Клептоманик - тыштан ҡарағанда ҡәҙимге кеше. Ниндәйҙер урында эшләп тә йөрөй, ғаиләһе лә була. Кешеләр менән аралашыуға ла ипле. Үҙенең вазифаһы буйынса эшен дә яҡшы алып барыуы мөмкин. Әммә берәй уңай шарт тыуғанда, ниҙер булһа ла урлау яғын ҡарай. Байығыу ниәте менән йә иһә башҡаларға берәй көнсөллөктән дә түгел, ә "түҙеп торғоһоҙ" урлау теләгенән. Ғәжәпкә, урлаған нәмәләре лә уға бөтөнләйгә кәрәкмәгән әйберҙәр булып сыға. Ниҙер урлауҙан ул тик ҡәнәғәтлек кенә таба. Кәйефе күтәрелә, эше алға китә. Ә бер аҙ урламай торһа, ысынлап та төндәрен йоҡлай алмай, аппетиты түбәнәйә, хатта депрессияға ла бирелеп китеүе ихтимал. Бындай сирлеләрҙе психиатр мотлаҡ иҫәпкә ҡуя. "Урлау өйәнәге" кәсәйеү сәбәпле, уны әленән-әле хатта стационарға һалып, дауалап та алалар. Бындай ауырыу кеше әрме хеҙмәтенә лә яраҡһыҙ.
Хәрби табип булып хеҙмәт иткән дәүерҙә (мин үҙем күрмәнем) шундай сир менән ыҙа сиккән бер һалдат хаҡында һөйләгәйнеләр. Тыңлаулы, эшкә лә егәрле был һалдат үҙенең хеҙмәттәштәренең теш щеткаһы, паста, һабын, ручка, ҡәләм, ҡырынғыс, энә-еп һымаҡ нәмәләрен һәр саҡ урлай торған булған. Үҙенең матрас аҫтына йә тағы ҡайҙалыр йәшереп йөрөгән. Иптәштәре уны тотоп туҡмаһалар ҙа, барыбер шул эш менән булышыуын дауам иткән. Һәр саҡ урлағыһы килеп тороуы хаҡында үҙе башҡаларға әйткәс, командирҙары уны госпиталь психиатрына алып килгән. Күпмелер ваҡыт округ госпиталендә тикшерелеү үткәндән һуң, һалдатҡа әлеге "клептомания" диагнозын ҡуйып, уны "хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ" тип тапҡандар һәм өйөнә ҡайтарып ебәргәндәр.
Башта иҫкә алған хикәйәт тә бушҡа ғына килеп сыҡмаған, тигән инанауҙамын. Унда телгә алынған ишандың аныҡ исеме лә (Әхмәт) килтерелеүенә ҡарағанда, булған хәлдер тип тә уйлайым. Әле асыҡлап бирелгән клептоманияның симптомдарына бигерәк ныҡ оҡшаған бит. Әлбиттә, медицина менән бөтөнләйгә таныш булмаған кешегә бындай сирлене аңлауы ифрат та ауыр. Мәҫәлән, күптәр алкоголизмдан сирле кешене "эскесе", "алкаш" тип атауҙан үтмәй. Хәләл ефете уны "аҡтығыңды эскере…" тип ҡарғауҙан да тартынмай. Ысынлап та, баштараҡ яман ғәҙәт кенә булып башлана шул был ауырыу. Тик теге йәки был кешенең ошо ифрат ауыр сирҙең бер стадияһында икәнлеген белеүселәр бик аҙ. Әгәр ҙә алкоголик үҙенең сирле булыуын үҙе танып, үҙендә ихтыяр көсө табып, йә иһә "эсеп үлеүҙән" ҡурҡып булһа ла хәмерҙән өҙлөгөп киткән хәлдә, һауығыуы - һис шикһеҙ. Әммә клептомания сиренең прогнозы (ни менән тамамланыуы) хаҡында һүҙ йөрөтөү ифрат та ауыр. Уны дауалау өсөн гипноз, психотерапия ысулдары ҡулланыу зарур. Бәлки, берәй белгән кеше Ҡөрьән аяттары ярҙамында ла дауалай алалыр. Ул тарафты әллә ни өйрәнмәгәнмен. Бәйғәмбәребеҙҙән с.ғ.с. Аллаһ Тәғәләнең бер сирҙе лә дауаһыҙ барлыҡҡа килтермәгәнлеге хаҡында әйтелгән хәҙисе бар бит.
Хикәйәтсе ана шул кешенең сәйер ҡыланышын уның ғәҙәттәре менән бәйләй һәм ошолайыраҡ фәлсәфәләй: "Һин ғәҙәттәрең менән йәшәйһең, дөрөҫөрәге, ғәҙәттәр һинең менән йәшәй. Ғәҙәттәрҙең үҙ энергияһы бар, шуға ла улар һәр саҡ дауамлы була. Әлбиттә, улар энергияны һинән ала, һин элек тә, хәҙер ҙә улар менән хеҙмәттәшлек итәһең. Тора-бара ғәҙәттәрең һинең хужаға, ә һин уларҙың хеҙмәтсеһенә, бары тик күләгәһенә әйләнәһең… Бына шулай, һәр кем үҙ ғәҙәттәренең ҡорбаны. Ғәҙәттәрең һәр ваҡыт һинең менән идара итә. Шунан инде һин тотҡон, ҡол тормошо менән йәшәйһең. Төрмә һинең ғәҙәттәреңдән, һин ҡылған ҡылыҡтарҙан хасил була…"
Күреүегеҙсә, хикәйәтсенән айырмалы, мин ишан менән хажға барған әлеге кешенең хәленә башҡасараҡ баһа биреү яғындамын. Был әҙәмдең ҡылығын "насар ғәҙәт" тип әйтергә лә телем бармай. Ул мотлаҡ дауалауға мохтаж. Әгәр шундай кешене сирле тип һанамай, уға фәҡәт закон күҙлегенән генә бағып хөкөм ҡарары сығарған, хатта уны иркенән мәхрүм иткән хәлдә, төрмәләге ысын бурҙар араһында ул ысынлап та харап буласаҡ…

Шулай итеп...
Бәлки, ошо хикәйәттең төп персонажына "Хаҡ мосолман булараҡ, үҙенең гонаһтарын танып, уларҙы юйыу ниәте менән хаж ҡылырға - Ислам диненең биш терәгенең береһен үтәргә йөрьәт иткән кеше" тип, уға хатта ихтирам йөҙө менән ҡарау ҙа кәрәктер? Әйе, Әхмәт ишандың ахырҙа уға ни әйткәнлеге хикәйәлә асылып бирелмәгән. Ә бәлки, был аҡыл эйәһе лә тап ошолайыраҡ фекер иткәндер?.. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ? Минең менән риза булмағандарҙың да фекерен тыңларға әҙермен.

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ,
отставкалағы хәрби табип.

"Киске Өфө" гәзите, №33, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.08.22 | Ҡаралған: 226

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru