«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ПОМИДОР
+  - 

Үҙәк Американан картуф, кукуруз һәм табактан алда килгән был үҫемлек беҙҙең илгә. Францияла уны тыштағы эскәмйәләр тирәләй матурлыҡ өсөн ултыртҡандар. Тәбиғәт шарттары ҡатыраҡ булған Германияла гөл урынына тәҙрә төптәрендә үҫтергәндәр. Англия һәм Рәсәйҙә оранжереяларҙа ғына үҫкән экзотик үҫемлек булған. Ике быуаттан һуң Европанан кире Америкаға алып киленгән үҫемлекте таныусы булмаған, бынан тыш, ул ағыулы иҫәпләнгән.

1776 йылда Төньяҡ Америка колонияларының иреклек өсөн ҡаты көрәше барышында баш командующий Джордж Вашингтон алдына помидорҙар ҡушып ҡурылған бик тәмле еҫле ит килтереп ҡуйғанда, ул үҙен ағыуларға уйлауҙары хаҡында белмәй. Хаслыҡ ҡылыусы ашнаҡсы уңышҡа өлгәшеренә шикләнмәй һәм хатта инглиздәргә хәбәр ебәреп өлгөрә. Әммә осраҡлы рәүештә генә был хәбәр барып етмәй, оҙаҡ йылдар үткәс кенә йәшерен урындан табыла. Ә бына Американың буласаҡ президенты шул ваҡиғанан һуң томаттарҙы яратып ашай.
1811 йылдарҙа нәшер ителгән немец ботаника һүҙлегендә "Помидорҙар ағыулы иҫәпләнһә лә, Португалия һәм Богемияла уларҙан әскелтем тәмле соустар эшләйҙәр" тип яҙылған. Әммә үҫемлектең йәшелсәһе түгел, ә һабаҡтары ағыулы икән - улар баҡса ҡоротҡостарына ҡаршы иң яҡшы үҫемлек ағыуы булып иҫәпләнә. Бөгөн томаттың ниндәй генә төрҙәре юҡ һәм унан ниндәй генә тәмлекәстәр эшләнмәй.
Беҙҙе помидорҙың шифалы үҙенсәлектәре ҡыҙыҡһындыра. Әлбиттә, уларҙы ентекле өйрәнгәндәр һәм бик күп калий, каротин, төрлө витаминдар, аскорбин кислотаһы, пектин матдәләре, пуриндар, күҙәнәклек, магний, тимер, йод, азот матдәләре, алкалоидтар, лимон һәм алма кислоталары, никотин, ликоподин һәм башҡа химик ингридиенттар тапҡандар. Аҙҡанлылыҡтан яҡшы үҙләштерелгән тимер тоҙҙары ғына түгел, фолий кислотаһы ла мөһим булыуын беләбеҙ, ул, етмәһә, холестерин алышыныуын да көйләй.
Составында витаминдар һәм калий тоҙҙары булған помидор матдәләр алышыныуға һәм йөрәк-ҡан тамырҙарына бәйле ауырыуҙарҙы дауалағанда файҙалы. Ә пектин матдәләренең күплеге ҡанда холестерин кимәлен түбәнәйтергә ярҙам итә. Томат һәм уның һуты ҡан баҫымын түбәнәйтеү көсөнә эйә, бәлки, шуғалыр ҙа күҙҙә ҡараһыу (глаукома) булғанда хәлде яҡшырта.
Халыҡ дауаһында помидор һәм уның һутын авитаминоз, матдәләр алышыныуы боҙолоуы, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы һәм ашҡаҙан-эсәк юлы, бауыр ауырыуҙарын дауалау, енес биҙҙәре эшмәкәрлеген яҡшыртыу өсөн ҡулланалар. Яңы һығылған һут - ашҡаҙан һәм бөйән язваларын дауалауҙа иң һөҙөмтәле сара.
Әлегә махсус дауаланыу ысулдары юҡ, шуға юғарыла һанап үтелгән ауырыуҙарҙан ошо рәүешле дауаланырға тәҡдим ителә:
- Көнөнә 200-300 грамм яңы помидор ашарға.
- Яңы һығылған томат һутына бал ҡушып, көнөнә 3 тапҡыр 1/3 стакан эсергә.
- Помидор йомшағын битлек сифатында 10-15 минут ҡулланырға.
Помидор ашауҙан тыйылыу кәңәш ителгән осраҡтар ҙа бар. Мәҫәлән, үт ҡыуығында таштар булғанда уны күп ҡулланырға ярамай, сөнки помидор үт бүлеп сығарыуҙы көсәйтә һәм был үҙ сиратында таштарҙың үт юлдарына кипсәлеп тороуына илтеүе бар. Әгәр ҙә таштар фосфат йәки оксалат сығышлы булһа, улар ҙурайыуы ихтимал.
Консерваланған, тоҙланған һәм маринадланған помидорҙарҙы бөйөр һәм йөрәк-ҡан-тамырҙары системаһы ауырыуҙары, шул иҫәптән гипертония ауырыуы булғанда ашау кәңәш ителмәй. Консерваланған ғына түгел, бешкән помидорҙар ҙа, бигерәк тә шәкәр һәм крахмал ҡушылған булһа, бөйөрҙә һәм бәүел ҡыуығында таштар барлыҡҡа килеүгә булышлыҡ итә. Таштар бер төн эсендә барлыҡҡа килмәй, әлбиттә. Улар айҙар, йылдар дауамында үҫә.
Һаулығын ныҡ ҡайғыртҡан кешеләр помидор йомортҡа, ит һәм балыҡ менән бергә "һыйыша алмауын" хәтерендә тоторға тейеш. Тағы ла "помидор осоронда" икмәк тураһында ла онотоп торорға тура килер. Был икмәк ашауҙан бөтөнләй баш тартыуҙы аңлатмай, ни бары икеһен ике ваҡытта ҡулланырға кәрәк. Ә бына томат һутын ашағандан ярты сәғәт үткәс эсеү файҙалыраҡ.

Рим ӘХМӘДОВ китабынан.
"Киске Өфө" гәзите, №33, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.08.22 | Ҡаралған: 154

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru