«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТАТЛЫ ТАМЫР
+  - 

"Татлы тамырҙы (солодка Коржинского) беләһеңме? Уның файҙалы үҫемлек икәнлеге билдәлеме, юҡмы?" - тип атайым күп йылдар элек үк һорағайны инде. Ул ошо үләндең 1921 йылғы йотлоҡта һәм унан һуңғы ауыр йылдарҙа берҙән-бер тәмләткес булыуын, аслыҡтан үлем хәленә еткән кешеләрҙең ошо үләндең тамырын сәйнәп һауығыуҙарын легенда итеп һөйләгәйне...

Баймаҡ районы Татлыбай ауылының өлкән уҡытыусыларының береһе Юнир ағай Әбделкәримов та ошо фекерҙе ҡеүәтләп: "Көнө буйы бесән эшләп арыйһың, ә ҡайтышлай ошо үләндең тамырын сәйнәһәң, яңынан көс ингәндәй була", - тип, үҙенең йәш саҡтағы хәтирәләрен уртаҡлашты. Ул саҡта мин ғилем юлын яңы ғына башлап йөрөй инем әле. Әммә минең буласаҡ ғилми эшкә этәргес көс булды ул һүҙҙәр.
Татлы тамыр - ҡуҙаҡлылар семьяһына ҡараған бик ҡиммәтле, һирәк осрай торған күп йыллыҡ дарыу үҫемлектәренең береһе. Ул беҙҙең илебеҙҙә Волга, Урал, Тобол, Ишим йылғалары араһындағы эндемик (тик ошо урындарҙа ғына осрай торған) үҫемлектәрҙән һанала. Татлы тамыр дала зонаһында, бер аҙ татырлы болондарҙа үҫә. Уны шулай уҡ йәй көнө ҡороп бөтә торған бәләкәй йылғаларҙың ярҙарында ла осратырға мөмкин. Тоҙло грунт һыуҙары булған урындар татлы тамыр өсөн һәйбәт шарттар тыуҙыра. Ул ҡылған, аҡтамыр, әрем араһында үҫергә ярата. Башҡортостанда уны Баймаҡ районының Байыш, Кәрешкә ауылдары һәм Хәйбулла районының Таштуғай, Мәмбәт тирәһендә һ.б. ерҙәрҙә осратырға мөмкин. Баймаҡ районының Ирәндек аръяғы халҡы һөйләүенсә, татлы тамыр был тирәлә күпләп үҫкән. Күрәһең, малдың, бигерәк тә һарыҡтың, күбәйеүе уға кинәнеп үҫергә ирек бирмәйҙер. Бына шуның өсөн дә ул хәҙер бик һирәк осрай торған (юғала барған) үҫемлектәрҙең береһенә әүерелгән.
Бер аҙ тарихҡа иғтибар итәйек. Татлы тамыр - иң боронғо дарыу үҫемлектәренең береһе. Уның ғәжәп тәмле тамыры Боронғо Ҡытайҙа киң ҡулланылған. Тибет медицинаһында уны женьшень үҫемлегенән дә юғары баһалағандар. Был үҫемлек төнәтмәһенең күп ағыулы матдәләрҙе нейтралләштерә алыу үҙенсәлеген шул ваҡытта уҡ белгәндәр. Тибет медицинаһы раҫлауынса, татлы тамыр ҡарттарҙың көсөн һиҙелерлек арттырған, йәш организмды нығытҡан. Был үҫемлектең тамырында 23 процентҡа тиклем (!) глицерризин бар. Ул үҫемлеккә тәм бирә лә инде. 4 процент тирәһе флавоноид бар. Татлы тамыр шулай уҡ төрлө эфир майҙарына, аспаратинға, аскорбин кислотаһына һәм башҡа физиологик әүҙем матдәләргә бай. Бөтә әйтеп үтелгән сифаттар уны күп төрлө ауырыуҙарға ҡаршы торорлоҡ дарыу сифатында файҙаланырға мөмкинлек бирә.
Татлы тамырҙың морфологияһы тураһында бер нисә һүҙ. Ул, әйтеп үтелгәнсә, күп йыллыҡ үҫемлек. Бейеклеге 30-70 см, төп тамыры бик тәрәнгә - 8 метрға, грунт һыуҙарына тиклем етә. Сәскәһе 10-13 мм ҙурлыҡта, күкһел аҡ төҫтә, суҡ рәүешендә урынлашҡан. Емеше 1-3 см оҙонлоғондағы ҡуҙаҡ. Япраҡтары яҫы йәки киң эллипс формаһында, һабағы йөнтәҫ, тимгелле. Май-июнь айҙарында сәскә атып, сентябрь баштарында өлгөрә.
Үҫемлек тамырын сентябргә ҡаҙып алырға кәрәк. Һәйбәтләп һалҡын һыу менән йыуып, күләгәлә киптерәләр. Дөрөҫ киптерелгән тамыр һары йәки һоро төҫтә булып, мурт ҡына һынып торорға тейеш.
Татлы тамырҙы, үрҙә әйтелгән сифаттарын иҫәпкә алып, айырым плантацияларҙа сәсеп үҫтереү маҡсатҡа ярашлы булыр ине. Һуңғы йылдарҙа татлы тамыр яңынан күпләп таралып үҫә башланы. Быға, әлбиттә, һарыҡ малы көтөүҙәренең ҡырҡа кәмеүе сәбәпсе булды.

Сәфәрғәли ЙӘЙТҮРИН,
биология фәндәре докторы.

"Киске Өфө" гәзите, №34, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.08.22 | Ҡаралған: 219

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru