«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИЛҺӨЙӘРҘӘР ТӘРБИӘЛӘҮ - ТӨП БУРЫС
+  - 


Баш ҡала мәғариф хеҙмәткәрҙәренең уҡыу йылы башланырҙан алда үткән август кәңәшмәһе ҡатнашыусыларҙың Башҡортостан һәм Рәсәй гимндарына аяғүрә баҫыуы менән асылғайны. Был юҡҡа түгел, сөнки киләһе уҡыу йылында илдәге һәр белем усағында уҡыу аҙнаһы тап шулай башланасаҡ. Ниһайәт, илебеҙҙә белем һәм тәрбиә биреүҙе берҙәй тигеҙ алып барыу зарурлығын танынылар. Ошондай бик мөһим үҙгәрештәр һәм талаптар менән башланған яңы уҡыу йылына Өфө педагогтарының әҙерлек кимәле, эш һөҙөмтәләре һәм киләсәккә пландары тураһында һөйләнелде кәңәшмәлә.

Шулай итеп, 1 сентябрҙә Өфөнөң 126 дөйөм белем биреү ойошмаһында дәүләт символдары - Башҡортостан һәм Рәсәй әләмдәре күтәрелде. Бынан тыш, ишеткәнһегеҙҙер, белем усаҡтарында хәҙер "тәрбиә эштәре буйынса директор кәңәшсеһе" тигән белгес эшләйәсәк. Өфөлә 126 кәңәшсе һайлап алынған, улар артыҡ ҡағыҙ эшенән азат ителә һәм бар көсөн балаларҙа илһөйәрлек тәрбиәләүгә йүнәлтәсәк, тип көтөлә.
Аң-белем таратыу маҡсатынан "Разговоры о важном" тигән махсус дәрестәр, илдең яңы заман тарихы буйынса өҫтәмә курстар ойоштороу ҙа ҡаралған. Киләсәктә балаларҙы берләштерер Бөтә Рәсәй балалар хәрәкәтен булдырыу тураһында ҡарар сығарылған, тиҙҙән уның атамаһын ил Президенты В. Путин үҙе иғлан итәсәк. Яңы хәрәкәт әлегә тиклем илдә эшләп килгән барлыҡ балалар ойошмаларын, берләшмәләрен үҙ эсенә аласаҡ.
Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова әйтеүенсә, ниһайәт, 2022-2023 уҡыу йылында уҡытыусылар артыҡ ҡағыҙ эшенән азат ителә, ә уҡыусылар яңы Федераль дәүләт белем биреү стандарттарына ярашлы уҡый башлай. Тағы ла уҡыусыларҙың белем кимәлен һынаған төп имтихандарҙы уҙғарыу өлкәһендә лә үҙгәрештәр көтөлә. Был тәңгәлдә уҡытыу программаларына, дәреслектәр йөкмәткеһенә һәм имтихандарҙың эстәлегенә иғтибар биреү талап ителеүе һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Ә шулай ҙа иң мөһим яңылыҡ шулдыр: "Мәғариф тураһындағы" закондан "мәғариф өлкәһендә дәүләт/муниципаль хеҙмәт күрһәтеү" тигән төшөнсә юҡҡа сығарылды. Хәҙер мәғариф хеҙмәткәрҙәре дәүләт заданиеһын үтәйәсәк. Быйылғы уҡыу йылында баш ҡала белем усаҡтарында бөтәһе 133 228 уҡыусы уҡыясаҡ, шулар араһында 15 282 беренсе синыф уҡыусыһы һәм Луганск менән Донецк халыҡ республикаларынан йөҙҙән ашыу бала бар. Өфө мәктәптәре "Цифралы мәктәп" стандарттарына тулыһынса яуап бирә, быйылдан "Минең мәктәп" федераль дәүләт мәғлүмәти системаһына ҡушыласаҡтар. Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев билдәләүенсә, мәғариф өлкәһендәге төп бурыстарҙы үтәү, ҡуйылған маҡсаттарға өлгәшеү өсөн белем усаҡтарын юғары квалификациялы кадрҙар менән тәьмин итеү мөһим. Был мәсьәләне хәл итеүгә М. Аҡмулла исемендәге БДПУ менән тығыҙ хеҙмәттәшлектә эшләү булышлыҡ итеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды етәксе. Баш ҡаланың мәғариф системаһында ошонан да әһәмиәтлерәк эш юҫығы юҡтыр. Электән билдәле, барыһын да кадрҙар хәл итә, һәм мәғариф өлкәһендә заман талаптарынан сығып ниндәй генә үҙгәрештәр индерелһә лә, уларҙың маҡсатҡа ярашлы уңышлы осланыуы, йәмғиәт тарафынан ыңғай ҡабул ителеү-ителмәүе лә был өлкәләге белгестәргә ҡайтып ҡала. Ә бит һуңғы йылдарҙа төп бурысы мәғлүмәт еткереү, белем биреү тип кенә эшләргә күндерелә яҙҙы педагогтар... Шулай ҙа киләһе, 2023 йылды, Рәсәйҙә "Педагог һәм остаз йылы" тип нарыҡлау эште алға этәрергә ярҙам итер, моғайын. Сөнки уның сиктәрендә уҡытыусы һөнәренең абруйын арттырыу, урта һөнәри белем биреү өлкәһен үҫтереү, барлыҡ уҡытыусыларға эш хаҡы түләү системаһын үҙгәртеп ҡороу ҡаралған. Бына шулай, илдең киләсәген формалаштырған һөнәр эйәләренең эшенә талаптар ҙа өҫтәлә, әммә уларҙың хеҙмәте лайыҡлы баһаланырына ла ышаныс арта. Өфө ҡалаһы педагогтарының август кәңәшмәһе шундай һығымталар менән тамамланды.

ТЕМАНЫ ДАУАМ ИТЕП...

Баш ҡаланың мәғариф системаһында башҡорт милли гимназиялары һәм лицейҙары ла лайыҡлы урын алып тора. Был белем усаҡтарында уҡытыу юғары кимәлдә ойошторолған булыуын барыһы ла белә, ә тәрбиә эштәре, бигерәк тә илһөйәрлек йәһәтенән, туҡтатылғаны ла юҡ. Уларҙың уҡыусылары йыл да Берҙәм дәүләт имтихандарын юғары балға тапшырып, юғары уҡыу йорттарына бер ҡыйынлыҡһыҙ инеүен дә беләбеҙ. Мәҫәлән, М. Исҡужин исемендәге 136-сы Башҡорт лицейында быйыл 24 уҡыусы 11-се класты тамамлаған, шуларҙың алтауһына уҡыуҙа күрһәткән уңыштары өсөн "ҡыҙыл аттестат" һәм миҙалдар тапшырылған. Сығарылыш уҡыусыларының күпселеге - һигеҙе Башҡорт дәүләт университетына уҡырға ингән, бишәүһе - Өфө дәүләт авиация техник университеты, дүртәүһе Өфө дәүләт нефть техник университетында белем аласаҡ. Ә ҡалғандар Башҡорт дәүләт аграр университеты, Рәсәй кооперация университеты, Мәскәүҙәге Юғары иҡтисад мәктәбе МТИ-һы, "МИСиС" Милли тикшеренеү технология университеты, Халыҡ-ара иҡтисади бәйләнештәр институты, Татарстандағы Юғары нефть мәктәбе менән "Иннополис университеты"нда белемен камиллаштырасаҡ. Был иһә, лицейҙың быйылғы сығарылышы 100 проценты менән юғары уҡыу йорттарында уҡыясаҡ, тигәнде аңлата.
Ф. Мостафина исемендәге 20-се Башҡорт ҡала гимназияһын 2020-2021 уҡыу йылында 44 уҡыусы тамамлаған. Улар араһынан ҡырҡ бала артабан белемен юғары уҡыу йорттарында дауам итәсәк, өсәүһе урта һөнәри уҡыу йортона ингән, икәүһе хеҙмәт юлын башлаған. Йәштәрҙең күбеһе республикабыҙҙың алдынғы вуздарын һайлаған: Башҡорт дәүләт медицина университеты, Өфө дәүләт нефть техник университеты, Башҡорт дәүләт университеты, Өфө дәүләт авиация техник университеты, Өфө медицина колледжы. Төркиә һәм Ҡаҙан университеттарына инеүселәр ҙә бар. Табип, инженер, хоҡуҡ белгесе, журналист, биолог, хатта наноинженерия кеүек заман талабына яуап биргән йүнәлештә белем аласаҡ кисәге "егерменселәр". Ә бына М. Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһында техник, социаль-гуманитар, химия-биология йүнәлештәренә ярашлы махсус белем эстәгән быйылғы 11-селәр киләсәген дә күңелдәренә ятҡан фәндәргә яҡын һөнәрҙәр менән бәйләгән. Башҡортостандың инженерҙар, табиптар, хоҡуҡ белгестәре, иҡтисадсылар, хәрбиҙәр, телселәр, уҡытыусылар, архитекторҙар, информатика һәм ауыл хужалығы белгестәре әҙерләгән юғары уҡыу йорттарын һайлаған улар. Шулай уҡ Санкт-Петербург, Екатеринбург, Ҡаҙан, Мәскәү, Стәрлетамаҡ вуздарында бюджет бүлегендә уҡыясаҡтар. 13 сығарылыш уҡыусыһы ҡулдарына "ҡыҙыл аттестат" алған. Гимназияның директор урынбаҫары Хәйҙәр Хафизов әйтеүенсә, ун беренселәр БДИ-ны, ә туғыҙынсылар Төп тәүләт имтиханын бик уңышлы тапшырған һәм һөҙөмтәләр юғары булған. Мәҫәлән, 9-сы синыф уҡыусылары араһынан 6 бала дүрт предметтан да "бишле" билдәһе алыуға өлгәшкән. Был инде гимназияла төплө белем бирелеүен иҫбатлаған күрһәткестәрҙең береһе.

Бына шулай, үткән уҡыу йылының һөҙөмтәләре башҡорт милли гимназия-лицейҙары өсөн бик уңышлы тамамланып тора. Киләһе уҡыу йылында уларға күренерлек эштәр атҡарырға мөмкинлектәр тағы ла күберәк булмаҡсы. Яңы 2022-2023 уҡыу йылы тап шулай булһын!

Сәриә ҒАРИПОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №35, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.09.22 | Ҡаралған: 173

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru