«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УЛАР ҘА ЙОҠЛАМАЙ...
+  - 

Бөгөн, 3 сентябрҙә, илдә Терроризмға ҡаршы көрәш көнө билдәләнә.

Был көндә беҙ әле генә, 20 августа, бөтә Рәсәй халҡын тетрәндергән ваҡиғаны - Мәскәү өлкәһе Оло Вяземдар ауылы янында үҙ машинаһында билдәле журналист, сәйәсмән Дарья Дугинаны шартлатыуҙары тураһында ла тетрәнеп иҫкә алдыҡ. Декабрь урталарында утыҙ йәшен генә тултырырға йыйынған Дарья Александровнаның кем алдында һәм ниндәй ғәйебе булды икән? Беҙ уны Үҙәк телевидение каналдарында ойошторолған теледебаттар аша белә инек. Ул телевидениеға Дарья Платонова псевдонимы менән сыға һәм февралдә башланған махсус хәрби операцияға ыңғай ҡараш белдерә, күрше дәүләттең көньяҡ-көнсығышында йәшәгәндәргә бөтә яҡлап ярҙам күрһәтергә саҡыра торғайны. Күптәрҙә уның оҙон тормош юлы үткән олпат ир уҙамандары, генералдар менән бер рәттән ҡыйыу, дөрөҫ фекер йөрөтөүе һоҡланыу уятҡандыр. Шуға күрә уға ҡаршы башҡарылған теракт бик ныҡ тетрәндерҙе лә инде.
Эйе, терроризмдың һәр осрағы ауыр кисерелә. Уның тоҙағына күптәр осраҡлы рәүештә килеп эләгә, бер ғәйепһеҙгә ғүмере өҙөлә. Ҡайһы берҙәре концертҡа, күңел асырға, ял итергә килә, ә уларҙы аҡылдан шашҡан, ҡоралланған "хайуандар" көтә. Күптәрҙең хәтерендәлер, 2002 йылдың октябрь айында Мәскәүҙең Дубровка биләмәһендә урынлашҡан Театр үҙәге бинаһында "Норд-ост" мюзиклына килгән тамашасыларҙы аманатҡа алдылар. Бандиттар менән ойошторолған һөйләшеү һөҙөмтә бирмәгәс, бинаны штурмларға ҡарар итәләр. Һөҙөмтәлә аманаттар, террорсылар, бөтәһе 174 кеше һәләк була.
Ике йыл да уҙып өлгөрмәне, 2004 йылдың 1 сентябрендә, Төньяҡ Осетияның Беслан ҡалаһында Белем көнөндә, яңы уҡыу йылы башланыу айҡанлы йыйылған, оҙайлы йәйге ялдан һуң бер-береһен һағынып килгән уҡыусыларҙы, ата-әсәне, уҡытыусыларҙы аманатҡа алдылар. Талап Мәскәү театрындағы кеүек: Чечен Республикаһы Ичкерия үҙаллылығын таныу. Бында ла Рәсәй властары террорсылар менән өс көн һөйләшеү алып барҙы. Һөҙөмтә булмағас, мәктәп бинаһын штурмларға булдылар. Уҡыу йортон баҫып алыусылар был юлы нығыраҡ әҙерләнгән булып сыҡты. Һөҙөмтәлә 334 кешенең, шул иҫәптән 186 баланың, ғүмере ҡыйылды...
Ошо ваҡиғанан һуң илебеҙҙә йыл һайын 3 сентябрь терроризмға ҡаршы көрәш көнө булараҡ билдәләнә.
Иҫкә алынған ваҡиғаларҙан һуң илебеҙ бер аҙ тынысланып ҡалды кеүек, ләкин биш йыл элек Санкт-Петербург метроһында халыҡ эштән ҡайтҡан ваҡытта булған шартлау террорсыларҙың йоҡламауын тағы бер тапҡыр раҫланы. Унда 16 кеше һәләк булды, бер ғәйепһеҙ кешеләр ғүмере өҙөлдө.
Һәм бына тағы ла үҙ фекерен башҡалар менән ҡурҡмай, асыҡтан-асыҡ уртаҡлашҡан йәш сәйәсмән, перспективалы ғалим, журналист Дарья Дугинаның башына етте террорсылар. Хоҡуҡ һаҡлау органдары шартлатыуҙы ойошторған кешене бер тәүлек эсендә тапты, әле уға кем ярҙам иткәнен асыҡлай...
Әйткәндәй... Иғтибар иткәнегеҙ бармы: телевизорҙан күрһә-телгән күп фильмдар бандиттар өсөн инструкция булып тора кеүек. Бер кис 20 каналды күсерә-күсерә ҡарап сыҡтым. Уның яртыһында тип әйтерлек ҡан ҡойош, урлашыу, алдашыу күренештәре - ә бит улар яҡшыға өйрәтмәй. Балаларыбыҙҙы ошондай каналдар йоғонтоһонан нисек һаҡларға? Был турала атай-әсәйҙәр, мәктәп кенә уйларға тейешме, уларҙың ғына көсөнән килерҙәйме был? Хәйер, атай-әсәйҙәрҙән, мәктәптән дә күп нәмә тора икәнен дә онотмайыҡ. Ә телеканалдарға килгәндә... Был турала айырым һөйләшеү кәрәк булыр.

Лена АБДРАХМАНОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №35, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.09.22 | Ҡаралған: 169

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru