«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЕҘТӨЙМӘЛЕК...
+  - 

йәки Зәйнулла исемле егеттең мутлығы тураһында хикәйәт

Геоботаник тикшеренеүҙәр менән Урал аръяғы райондарында экспедицияларҙа йөрөгән саҡ. Бер көн ҡарабойҙай баҫыуы янында урынлашҡан умарталыҡ эргәһенә туҡталдыҡ. Умартасы Динислам ағай беҙҙе кисен яңы ғына һығылған бал менән ихлас һыйланы. Бал ҡорттарының быйылғы эше менән ҡәнәғәтләнеүен һөйләне. Үҙе үҫемлектәр менән ҡыҙыҡһыныуын белдереп: "Аҙ ҡалды шул хәҙер тәбиғәттә бал бирерҙәй һәм башҡа файҙалы үҫемлектәр. Бөтәһе лә химик ашламаларҙы, гербицидтарҙы самаһыҙ ҡулланыуҙан", - тип борсолоп ҡуйҙы. Ә еҙтөймәлек (пижма) үләне тураһында һүҙ сыҡҡас, ул иҫтә ҡалырлыҡ бер хикәйәт һөйләне.

- Һуғышҡа тиклем булды был хәл, - тип башланы ул, хәйләкәр йылмайып. - Ошо тирәнең заманында киң билдәле Зәйнулла исемле егете "Минең кеүек изге йәнде бер ниндәй ҙә ҡандала ашамай", тигән хәбәр тарата. Халыҡ ысынлап та ышана. Зәйнулланың абруйы күҙ алдында үҫә. Әммә берҙән-бер көн ҡалала уҡып ҡайтҡан, үләндәр менән ҡыҙыҡһынған ошо ауылдың бер егете серҙе аса. Зәйнулла үҙе йоҡлаған түшәк тирәләй еҙтөймәлек үләнен йәйеп һалған икән...
Ысынлап та, был үҫемлек составында бөжәктәр һәм башҡа умыртҡаһыҙҙар өсөн зарарлы матдә - пиретрин тупланыуы фәнгә билдәле. Шул уҡ ваҡытта был матдәнең йылы ҡанлы хайуандарға һәм кешеләргә бөтөнләй зарары юҡ. Ошо пиретринды күпләп алыу маҡсатында был үҫемлектең "пижма розовая" тигән төрө плантацияларҙа сәсеп үҫтерелә.
Еҙтөймәлек (пижма обыкновенная - Tanacetum vul-gare L.) Башҡортостандың барлыҡ райондарында ла үҫә. Уның асыҡ һары төҫтәге сәскәләре әллә ҡайҙан күренеп тора. Бына ошо һары сәскәләренә ҡарап, уны еҙтөймәлек тип йөрөтәләр ҙә инде. Ул бер төптән 8-10 һабаҡ сығарып, өйкөмләнеп үҫә. Июль-август айҙарында, хатта сентябрҙә лә уны сәскә атҡан килеш осратырға мөмкин. Бейеклеге 1-1,5 метрға етә. Еҙтөймәлек ҡатмарлы сәскәлеләр ғаиләһенә ҡарай.
Үҫемлеккә яҡын килеү менән еҫен һиҙергә була. Тамырсаһы тура, ҡыҫҡа һәм күп башлы. Һабағы бер нисә, тура, бер аҙ йөнтәҫ. Япраҡтары алмаш-тилмәш, эллипс формаһында, остағы япраҡтарының һабы бар, ә түбәндәгеләре ултырма япраҡлы. Бөтә сәскәләре лә торба һымаҡ, асыҡ һары, ситтәгеләре - емешлек бағаналы, өс тешле таж япраҡлы. Урталағы сәскәләре ике енеслеләр, биш тешле таж япраҡлылар. Емеше - ярылы орлоҡса.
Был үҫемлек тәбиғәт шарттарына бик тиҙ яраҡлаша. Уны һыу буйҙарында ла, туғайҙарҙа ла, болондарҙа ла йыш осратырға мөмкин. Ул бигерәк тә Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш райондарында киң таралған. Илеш, Яңауыл, Дүртөйлө, Борай, Балтас райондарында күпләп үҫә. Көньяҡ Уралдың Инйәр, Һаҡмар, Оло Ҡыҙыл, Кесе Ҡыҙыл йылғалары туғайҙарында еҙтөймәлек өйкөмләнеп үҫә. Уны ҡайһы берҙә ҡыр миләше тип тә атайҙар. Сөнки уның япраҡтарының урынлашыуы бер аҙ миләш ағасын хәтерләтә.
Еҙтөймәлек дарыу үләне булараҡ бик әһәмиәтле. Был маҡсатта уның кәрзинкә булып урынлашҡан, хас еҙ төймәләргә оҡшаған лимондай һары сәскәләрен файҙаланалар. Үҫемлектең составында эфир майҙары, флавоноидтар, алкалоидтар, органик кислоталар, ыҫмалалар, буяусы матдәләр, А витамины, каротин бар.
Иҫеңдә тот. Йәй көнө походтарға сыҡҡанда еҙтөймәлекте ҡулығыҙға ыуығыҙ - камфара еҫен һиҙерһегеҙ. Уны битегеҙгә, муйынығыҙға һөртөгөҙ - һеҙгә серәкәйҙәр, ләпәкәйҙәр яҡын да килмәҫ, сөнки еҙтөймәлек еҫен серәкәй, себен, көйә һәм ҡандалалар яратмай.
Еҙтөймәлектең составында эфир майҙарының күп булыуы уның фитонцид активлығын арттыра. Мәҫәлән, еҙтөймәлектең сәскәләрен яңы һуйылған ит тирәләй һибеп һалһаң, ит оҙаҡ һаҡлана, сөнки себендәр еҙтөймәлектең еҫен яратмай һәм иткә ҡунмай.

Сәфәрғәли ЙӘНТҮРИН,
биология фәндәре докторы.

"Киске Өфө" гәзите, №35, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.09.22 | Ҡаралған: 318

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru