«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ШАЙМОРАТОВСЫЛАР ИШӘЙӘ
+  - 

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында яңы уҡыу йылына өсөнсө "шайморатовсылар" класы әҙер. 2020 йылда Өфөнөң тап ошо мәктәбендә беренсе махсуслаштырылған класс асылғайны. Быйыл уҡыусылар туғыҙынсыға күсә. Гимназия етәкселеге аныҡ фәндәргә баҫым яһарға хәл иткән. Алгебра һәм физика дәрестәре күберәк, робот техникаһы һәм техник инглиз теле сәғәттәре өҫтәлгән.

"Йәш шайморатовсыларҙың буш ваҡыты юҡ тиерлек. Ошо класты асҡанда маҡсатыбыҙ кадеттарҙы ҡабатламау ине. Беҙ уларҙы илебеҙҙең һәм республикабыҙҙың техник элитаһы иҫәбендә күрергә теләйбеҙ", - ти Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты директорының уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары Азамат Шәмсетдинов.
Уҡытыусы фекеренсә, башҡорт дивизияһы командиры исемендәге класс республикабыҙ райондарынан килгән балаларға үҙ потенциалын асырға мөмкинлек бирә. "Миңлеғәли Шайморатов төпкөлдән сыҡҡан, ныҡ белемле булған. Бер нисә тел белгән. Беҙҙә лә күпселек уҡыусылар - ауыл еренән. Генерал-майор уларға өлгө булып торһон ине: ҡайҙа тыуып үҫкәнең мөһим түгел, төпкөлдән булһаң да, ныҡышмалылыҡ, тырышлыҡ менән юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә алаһың", - тип иҫәпләй Азамат Шәмсетдинов.
Әйткәндәй, 1 сентябрҙән Башҡортостанда Миңлеғәли Шайморатов исемендәге 78 класс асыла. Белорет лицей-интернатында һәм Сибай гимназия-интернатында махсус кластар ойошторолдо. Уҡыусыларҙы шайморатовсылар сафына бағышлау тантанаһы 11 октябрҙә Өфөнөң Совет майҙанында уҙа.

ӘЙТКӘНДӘЙ...
Сибай ҡалаһындағы гимназия-интернатта яңы исемгә VII Б класы уҡыусылары лайыҡ булған. Бының өсөн махсус форма тектергәндәр, "Йәш шайморатовсы" тигән күкрәк билдәһенә заказ биргәндәр, уҡыу программаһы ла төҙөлгән. "Үткән уҡыу йылы аҙағында беҙ ата-әсәләр йыйылышы уҙғарып, Миңлеғәли Шайморатов исемендәге класс булдырылыуы тураһында иғлан иттек. Уҡыусыларҙың әсәйҙәре һәм атайҙары был ҡарарҙы бер тауыштан хупланы. Балалар ҙа яуаплылыҡты тоя - уҡыуҙарын яҡшырттылар. Хәҙер дәртләнеп яңы уҡыу йылын көтәләр. Шайморатовсы кластарын асыу - илһөйәрлек тәрбиәһенең иң яҡшы алымдарының береһе. Моғайын, бер нисә йылдан беҙҙең гимназияла бер нисә класс булыр", - ти гимназия директоры Роза Бикбова.

"Киске Өфө" гәзите, №35, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.09.22 | Ҡаралған: 184

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru