«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠАРАҢҒЫЛЫҠҠА ЯҠТЫЛЫҠ ӨҪТӘЙ
+  - 

Бөгөнгө йәмғиәт өсөн сифатлы һәм ваҡытында еткерелгән мәғлүмәт төп ҡиммәттәрҙең береһе булып тора. Ләкин мәғлүмәтте әҙерләү һәм уны таратыу ғына әҙ, уның тулы, дөрөҫ, ышаныслы булыуы мөһим. Күп һанлы мәғлүмәти сығанаҡтар араһында баҫма гәзит һәм журналдарҙың айырым тотҡан урындары бар. Эйе, бәлки улар интернет менән сағыштырғанда тиҙлек йәһәтенән ҡалышалыр, әммә быуындан-быуынға тапшырыла килгән иң мөһим мәғлүмәттәрҙе нәҡ яҙма баҫмалар һаҡлап килә. Ғөмүмән, баҫма матбуғат оҙаҡ йылдар йәшәгән һәм йәшәйәсәк классика.

Бөгөнгө һүҙем нәҡ ошондай мәртәбәле, бай мәғлүмәтле, күптәрҙең яратып уҡыған һәм көтөп алған гәзите - "Киске Өфө" тураһында. Оҙаҡ йылдар дауамында баҫманы яҙҙырып уҡып барам. Һәм ошо ваҡыт эсендә "Киске Өфө" үҙенең төрлө йәштәге уҡыусылары өсөн ышаныслы дуҫ, бай мәғлүмәти хазина донъяһы булып ҡала килә. Уның битендә баҫылған һәр бер мәҡәлә төплөлөгө менән айырылып тора, тормоштоң күп төрлөлөгөн яратып ҡабул итергә өйрәтә, позитивҡа көйләй. Гәзиттә донъя күргән мәҡәләләр кешегә рухи үҫеш биреүе, матурлыҡты күрергә булышлыҡ итеүе менән абруйлы.
Үҙем ауылда тыуып үҫкән һәм әлеге мәлдә лә ауылда йәшәгән кеше булараҡ, мине айырыуса ошо өлкәгә ҡағылышлы мәҡәләләр ҡыҙыҡһындыра. Колхоз-совхоздар тарҡалып бөткәс, ауыл хужалығын уңған фермерҙар үҙ ҡулдарына алды. Нәҡ шундай уңғандар, үҙ ере өсөн янып-көйгәндәр тураһында мәҡәләләрҙе йышыраҡ күрге килә гәзиттә. Ауыл хужалығы тотош илдең тотҡаһы, шуға күрә йәштәребеҙҙең ошо йүнәлештә эшләүен әүҙемләштерергә кәрәк, һәм уларға ҡарата төрлө яҡлап, шул иҫәптән гәзит-журналдар тарафынан да иғтибар уларҙың күңелен үҫтереп, ҡанатландырып ебәрер ине, тип уйлайым.
"Киске Өфө"нөң тағы ла күңелемә яҡын яғы - мәҡәлә геройҙарының күңелен аса, һәр геройҙың холоҡ-фиғелен, уларҙың әйтергә теләгән һәр фекерен матур, йөкмәткеле һәм аңлайышлы итеп гәзит уҡыусыһына еткерә белеүендә. Кешенең күңеленә инеп, уның тел асҡыстарын аса белеү үҙе бер оҫталыҡ һәм "Киске Өфө"гә был йәһәттән һүҙ тейҙергеһеҙ.
Телевизор һәм интернет күпселек күңелһеҙ хәлдәр, ниндәйҙер ҡурҡыныс ваҡиғалар тураһында ғына һөйләй һәм күрһәтә. Ә гәзит, айырыуса "Киске Өфө", ошо ҡараңғылыҡҡа яҡтылыҡ өҫтәй, сөнки яҡшы кешеләр тураһында яҙа, улар башҡарған эштәр хаҡында бәйән итә, йәғни гәзиттең төп урынын кеше алып тора. Был бик хуп күренеш, сөнки уларҙың тормошо һәм хеҙмәте кемгәлер үрнәк булһа, икенсе кеше өсөн ниндәйҙер эшкә тотонорға ынтылыш бирә.

Сәкинә ТҮЛӘБАЕВА.
Архангел районы.

"Киске Өфө" гәзите, №36, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.09.22 | Ҡаралған: 176

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru