«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КҮҢЕЛДӘРГӘ БЕР ҠЫЛ ТАРТЫЛҺЫН, ИЛЕМ, ХАЛҠЫМ ТИГӘН ИЗГЕ ҠЫЛ
+  - 

Күңелемде бушлыҡ биләп алмаһын, тип, саҡ ҡына ваҡыт тапһам, шиғырҙар уҡырға яратам мин. Улар йәнде дауалай, көс-ғәйрәт өҫтәй. Бына бөгөн ҡулыма Рәми Ғариповтың шиғри йыйынтығын алдым. "Бер ҡыл" шиғырынан өҙөктө күсереп яҙам:

"Бер көн килеп боронғо бер дуҫым
Бөрөп алды шулай алҡымдан:
- Паганини ҙә бит түгелһең, - ти, -
Уйнайһың, - ти, - әммә бер ҡылда.
Ил дә тел тип ҡаңғырғансы,
Ҡалдырсы шул иҫке бер ҡылды!" -
Тигәс дуҫым, бер дошманым артты,
Ә күңелдә бер ҡыл тартылды!
Иҫке бер ҡыл! Изге бер ҡыл йәнгә!
Ул тартылған сәсән халҡымдан…"

Аҙағынаса уҡып сыҡтым да был шиғырҙы, китабымды ябып, бүтән эштәремде ҡулыма алдым. Үҙ тормошомдағы ваҡиғалар бер-бер артлы хәтерҙә ҡалҡып сыҡты.
Шулай, икенсе синыфты тамамлаған көндө бер дуҫым яныма килеп, күҙҙәремә ҡарап:
- Бер кешене һәр саҡ яҡлайҙар... - тине лә, боролоп китеп барҙы.
Ниңә был һүҙҙәрҙе әйтте икән дуҫым? "Бер кеше" ул кем икән, тип, коридорға сыҡһам, унда беҙҙең синыф ҡыҙҙары мәж килә, табелдән үҙҙәренең фамилияларын табып, билдәләрен ҡарайҙар. Уларға ҡушылып, мин дә үҙ фамилиям тәңгәленән билдәләремде эҙләйем: уҡыуҙы "дүрт" тә "биш" билдәләренә генә тамамлағанмын икән. "Дүрт"тәрем дә әҙ. Баяғы дуҫҡайымдың билдәләрен ҡараһам, уның "өс"тәре лә байтаҡ икән. Шунда, уҡытыусы ниңә мине яҡлай икән, тигән уй үтте башымдан. Беҙҙең бит беребеҙҙең дә ата-әсәһе юҡ, бөтәбеҙ ҙә бер төрлө, хатта кейемдәребеҙ ҙә бер иш, тип уйландым, тик уйҙарымдың осона сыға алманым. Бик күп йылдар үтһә лә, күҙҙәремә ҡарап, бәреп әйтелгән һүҙҙәр онотолмай. Нисектер, еңел уҡыным мин мәктәп йылдарында. Әллә дәрестәрҙә уҡытыусыларҙы ихлас, иғтибар менән тыңларға яратыуым, әллә хәтерем һәйбәт булыуы быға сәбәп булғандыр, тип уйлайым.
Йылдар үтте. Уҡыным, эшләнем. Әле бик күп йылдар пенсияламын. Бер көн әхирәтем Фаягөл ҡунаҡҡа килде. Сәйҙәр эсеп, хәтирәләр сисеп ултырабыҙ.
- Фаягөл, мин был һорауымды бер кемгә лә биргәнем юҡ ине, һинән һорайым әле. Училищела уҡығанда ҡыҙыҡ ҡына хәл булды: бер уҡытыусыбыҙ мине ситкәрәк саҡырып алды ла: "Һинең талантың юҡ, һине Филипп Дмитриевич ярата, шуға һиңә "5" ҡуя. Ысын отличник түгелһең һин", - тип әйтеп, ары китеп барҙы. "Һинең талантың юҡ, белем байлығыңа таянып ҡына һәйбәт проекттар яһайһың",- тип, бөтә курсташтарым алдында икенсе юлы тағы сәпәп әйтте. "Ниңә ул миңә ул һүҙҙәрҙе әйтте икән?" тип әле булһа уйланам", - тип, үҙемде күптән борсоған уйҙарым менән уртаҡлаштым.
Фаягөл рәхәтләнеп көлдө лә:
- Ә минең талантым булмағас, ул һүҙҙәрҙе миңә әйтеүсе булманы. Юҡты юҡ тип әйтеүҙән ни файҙа, ә бына барҙы юҡ тип әйтеп, сағып алһаң, көнсөлдөң күңеле була, - тине.
Мин дә йылмайҙым. Күңелемдәге ауыр таш иреп юҡҡа сыҡты. Рәхмәт әхирәтемә. Ә мин ғүмерем буйы шул ябай һорауға ла яуап таба алмағанмын. Тик ауыр һүҙҙәр ишеткән һайын, мин тағы ла нығыраҡ тырышып уҡыным, эшләнем. Һуңлап булһа ла "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы" тигән исемгә лә лайыҡ булдым. Кешеләр бер-береһенә ауыр һүҙҙәрҙе сәмгә тейер өсөн әйтәләрме, әллә бөтөрөп ташлау өсөнмө икән? Ә мин ауыр һүҙ әйтеүселәрҙе тәрбиәһеҙ кешеләр тип ҡабул иттем. Тәрбиә етерлек кимәлдә бирелмәгән уларға. Мин үҙем уларҙы йәлләйем...
...Ә Рәми Ғариповтың баяғы шиғырына килгәндә, милләттәштәремдәң күбеһе "илем", "телем", тип йәшәй, Рәми әйткәнсә, бер ҡылды тарта, көйләй. Беҙҙән һуң килгән йәштәр ҙә дауам итер уны, иншалла. Шағир әйткәнсә, "Яуҙар, мең ғазаптар арҡылы ул ҡыл үтеп ингән йөрәгебеҙгә". Шуға ла, бер ҡыл тартып, бер маҡсат менән йәшәгән туғандарҙың, милләттәштәрҙең бер-береһенең битен тырнамай ғына көн итеүҙәрен күрге килә.

Фәүзиә ЯХИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №37, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.09.22 | Ҡаралған: 176

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru