«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Йәмғиәтебеҙҙә бөгөн әхлаҡлылыҡ кимәле ниндәй дәрәжәлә һәм был юҫыҡта һеҙҙе борсоған йәки ҡыуандырған мәсьәләләр бармы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺӨНӘРЕ - ТАБИП, ҺӨЙГӘНЕ... ЖУРНАЛИСТИКА
+  - 

Заманында табип һөнәрен һайламаһа, ул бөгөн, һис шикһеҙ, әллә нисә китап авторы - танылған яҙыусы йәки олпат журналист булыр ине. Хәйер, ул бөгөн дә, әлбиттә, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә танылған журналист кимәленә күтәрелә алды.

Хәрби табип булараҡ, әрме сафында хеҙмәт итеүсе һалдаттарҙы дауалаһа, яҙмаларындағы хәтирәләренән сығып, уның тән дауалаусы табип ҡына түгел, ә ватан һаҡсыларын тоғро, намыҫлы һәм ихтыярлы булырға өйрәтеп, йәндәрен дауалаусы ла булғанлығы күренә. Кеселекле, кешелекле булыуы, бай тормош тәжрибәһе, йор һүҙлелеге, күҙәтеүсәнлеге ярҙам иткәндер уға был йәһәттән, моғайын. Һалдат та бит ҡәтғи командаға ғына түгел, яҡшы һүҙ, яҡты йөҙгә лә мохтаж. Был, тимәк, һөнәр итеп табиплыҡты һайлаған хәрбиҙең үҙ хеҙмәт бурысына ижади мөнәсәбәте, бай рухлы шәхес булыуы хаҡында һөйләй. Һәм, ғөмүмән, ижад ҡомарлы кешеләр тап шундайҙарҙан була ла инде.
Исем-шәрифен әйтмәйерәк торһам да, һүҙҙең кем хаҡында барғанлығын аңлағанһығыҙҙыр, тием. Гәзитебеҙҙең иң уҡымлы, ҡыҙыҡлы мәҡәләләре авторы Хәлил уҙаман Һөйөндөков ул, әлбиттә! Тыуған иленән, милли мөхитенән ситтә, алыҫта хеҙмәт итеүенә ҡарамаҫтан, бәғзе берәүҙәр кеүек, әсә телен, иманын онотоп, эшләгән ерендә тороп ҡалмай. Үҙ тиңе, башҡорт һылыуы менән матур ғаилә ҡороп, бергә хеҙмәт итеп, отставкаға сыҡҡас, тыуған яҡҡа ҡайтып төпләнә. Тәбиғи таланты, халҡына әйтер һүҙе лә тартҡандыр уны иленә. Тән һәм йән имсеһе хәйерле сәғәттә ҡулына ҡаурый ала һәм тиҙҙән "Киске Өфө" биттәрендә уның бығаса күрелмәгән, яҙылмаған һәм шуға күрә уҡылмаған халыҡсан, тормошсан сәхифәләре баҫыла башланы һәм гәзитебеҙҙең йәненә, йәменә әүерелде. Тән имсеһенең, ысынлап та, йән име булырҙай фәһемле темалар күтәреүе, шуның өҫтөнә, яҙмаларының һутлы, халыҡсан теле һәм үҙенсәлекле яҙыу стиле йәһәтенән айырылып тороуын танымау мөмкин түгел ине.
Хәлил Һөйөндөков бигерәк тә әхлаҡ-тәрбиә проблемаларына ҡағылышлы мәҡәләләре менән билдәлелек яуланы һәм уҡыусылар күңелен әсир итте. Әҙәп, сабыр холоҡ, иплелек, илһөйәрлек, телһөйәрлек кеүек сифаттар заманыбыҙҙың маңҡортлоҡ, битарафлыҡ, бәғерһеҙлек кеүек агрессив тулҡынында юғалып ҡалыу хәүефе янаған был көндәрҙә халҡыбыҙға үҙ асылына, ата-бабаларыбыҙ тәрбиәһенән килгән әхлаҡи-рухи мираҫыбыҙға тоғролоҡ тураһында саң ҡағыу, оран һалыу нисек кәрәк бөгөн! Ошо йәһәттән Хәлил Һөйөндөковтың һәр мәҡәләһе, һәр сығышы ҡиммәт һәм көнүҙәк. Авторыбыҙҙың ғаилә ҡиммәттәре, бала тәрбиәләү, туғанлыҡ һәм нәҫел ептәрен һаҡлау, шәжәрәңде өйрәнеү, белемгә, алдыңа ҡуйған маҡсатҡа ынтылыш, тормош һынауҙары алдында ныҡлыҡ, рухи хазиналарыбыҙ хаҡындағы мәҡәләләре тормошсан миҫалдар аша асып бирелеүе, халыҡсанлығы менән алдыра һәм шуның өсөн дә уҡыусы күңеленә яҡын. Йыш ҡына был мәҡәләләр буйынса күтәрелгән темалар гәзит уҡыусыларыбыҙ хаттарында дауам ителә һәм "Шаңдау" рубрикаһында һөйләшеү дауамын таба.
Хәлил Һөйөндөковтың Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика журналистар премияһына тәҡдим ителеүе хаҡындағы хәбәрҙе ҡыуанып ҡабул иттем. Тап ана шундай туған телебеҙ, әхлаҡи ҡиммәттәребеҙ һағында торған илһөйәрҙәр лайыҡ та инде был премияға. Хәйерле сәғәттә!

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №37, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.09.22 | Ҡаралған: 222

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡал! 8 апрелдән 18 апрелгә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 786 һум 24 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru