«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КИНЙӘ АРЫҪЛАНОВ, ЙӘКИ БАТЫРҘЫҢ ТЫУҒАН АУЫЛЫНА НИСӘ ЙЫЛ?
+  - 

Көйөргәҙе районындағы һәйкәл янында.

Юрматы, тамъян, ҡыпсаҡ ырыуҙары йәшәгән Мәләүез районы биләмәһендә тарихи ваҡиғалар шаһиты, арҙаҡлы шәхестәр төйәге булған тораҡ пункттар байтаҡ. Арыҫлан - шундай ауылдарҙың береһе.

Уның барлыҡҡа килеү ваҡытын асыҡлау маҡсатында яҙылған хатҡа Башҡортостан Республикаһы Милли архивынан килгән яуапта түбәндәгеләр яҙылған: "Деревня Арсланово - одно из коренных поселений Бушман-Кипчакской волости. Носит имя Арслана Аккулова, отца сподвижника Пугачева - Кинзи Арсланова (А.З. Асфандияров. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа. 2009 г. стр. 67). На карте Уфимской провинции с 1755 года показана деревня Арсланово. В 1722 году Арслан Аккулов от имени башкир Ногайской дороги написал прощение о наказании прибыльщиков Андрея Жихарева и Михаила Дохова, вводивших 72 новых налог и прибывшего в Башкирию комиссара Александра Сергеева за злоупотребления и насилия над местным населением (Материалы по истории БАССР, том 1, часть 1, Ленинград, 1936 год, стр. 109-121). Вышеизложенные факты дают основание предполагать, что д. Арсланово существовала и до 1722 года". Күреүебеҙсә, үрҙә әйтелгән сығанаҡ Арыҫлан ауылының 1722 йылға тиклем барлыҡҡа килеүен дәлилләй. Ауылдың тәүге атамаһы икенсе булыуы ла ихтимал, әммә уның Арыҫлан батырҙың төйәге икәненә шик юҡ. Бындай осраҡтарҙа аныҡ йылдарҙы билдәләү урындағы йәмәғәтселек, власть органдарына ҡайтып ҡала. Мәҫәлән, Мәләүез ҡалаһына нигеҙ һалынған ваҡыт та, 1960 йылдарҙа сағыштырмаса табылған мәғлүмәттәрҙән сығып, 1766 йыл тип нарыҡланды. Шуға күрә, ниңә ошо арала Арыҫлан ауылына 300 йыл тигән ваҡыт иҫәбен асмаҫҡа?
Мәғлүм булыуынса, Арыҫлан Аҡҡолов, белемле, урыҫ телен яҡшы белгән шәхес булараҡ, халҡыбыҙҙың хоҡуҡтарын, азатлығын яҡлап, Санкт-Петербургҡа Сенатҡа тиклем барып еткән һәм суд аша юғарыла әйтелгән чиновниктарҙы яуапҡа тарттырыуға өлгәшкән. Тархан Арыҫлан Аҡҡолов башҡорттар тарихында әһәмиәтле урын биләгән, ижтимағи-сәйәси өлкәлә алдынғы ҡарашлы, уҡымышлы, бай кеше булған. Старшина булараҡ, үҙенең олоҫонда, өйәҙендә генә түгел, ырыуҙаштарын, милләттәштәрен ҡурсалап, хәстәрлек күреп, бар халыҡ араһында ҙур ихтирам яулаған. Уның тамырҙары 16 быуын аша Бошман-Ҡыпсаҡ ырыуын нигеҙләгән Бошман бейгә барып тоташа. Арыҫлановтарҙың шәжәрәһе 1960 йылда нәшер ителгән "Башкирские шежере" китабында бирелгән. Арыҫлан Аҡҡоловтың Кинйәнән башҡа тағы Юлбарыҫ, Ирназар исемле улдары булған.
Арыҫлан ауылы Кинйәнең тыуып үҫкән ере булараҡ ҙур тарихи әһәмиәткә эйә. Ул, халыҡ хәтерләүҙәренән билдәле булыуынса, сама менән 1732 йылда Арыҫлан Аҡҡоловтың Нөгөш йылғаһы буйындағы Бағра тауы итәгендәге йәйләүендә донъяға килгән. Кинйә бала сағынан уҡ зирәк, аҡыллы, уҡырға әүәҫ, ғәҙел, ҡыйыу һәм тәүәккәл булып үҫә. 1735-1736 йылдарҙағы башҡорт ихтилалы етәкселәренең береһе булараҡ тарихта урын алған юрматы ырыуы уҡымышлыһы Килмәк абыҙ Нөрөшев мәҙрәсәһендә белем һәм тәрбиә ала.
Рәсәйҙең көньяҡ-көнсығыш сиктәрен һаҡлау хеҙмәтендә, батша армияһының хәрби походтарында ҡатнаша. Уҡымышлылығы, белемле булыуынан сығып, халыҡ уны хөрмәтләп Кинйә абыҙ тип йөрөтә. 1770 йылдарҙа ул атай йортонан сығып, үҙ ырыуы ерҙәрендә, бөгөнгө Көйөргәҙе районында урынлашҡан яңы ауылға нигеҙ һала. Кинйәнең Һеләүһен, Ҡужәхмәт, Рәхмәтулла һәм Сәғит исемле улдары булған. Һеләүһендең Абдрахман исемле улының 5 улы, Кинйә менән бер туғандарҙың - Юлбарыҫтың 5 улы, Ирназарҙың улы Ҡотлоғәлләмдең 9 улы - барыһы ла Кинйә ауылында йәшәгән (юҡҡа ғына ҙур булмаған бер Кинйәбыҙ ауылынан өс Советтар Союзы Геройы сыҡмағандыр).
Крәҫтиәндәр һуғышы башланғанға тиклем Кинйә Арыҫланов Бошман-Ҡыпсаҡ олоҫоноң старшинаһы була. Ул 210 йорттан, 1600-1700 кешенән торған үҙ олоҫоноң ғына түгел, ғөмүмән, башҡорт халҡының хоҡуҡтарын яҡлау эшендә ғәйәт ҙур тырышлыҡ һәм фиҙаҡәрлек күрһәтә. Был хаҡта Ырымбур дәүләт архивында һаҡланған документтар һөйләй. Бер һүҙ менән әйткәндә, 1773-1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышына тиклемге осорҙа Кинйә Арыҫланов ир уртаһы йәшенә еткән, ғилемгә эйә, ҙур тәжрибә туплаған аҡһаҡал, ил ағаһы дәрәжәһенә күтәрелгән шәхес була. Ул батша түрәләренең, карателдәренең, урыҫ заводсыларының халыҡты иҙеүенә һүҙ менән генә ҡаршы тороп булмаҫлығын яҡшы аңлай, ваҡиғаларҙың ихтилалға барып етеүен күҙаллай.
Крәҫтиәндәр һуғышын күтәргән Емельян Пугачевҡа Кинйә Арыҫланов 500 кешелек отряд менән 1773 йылдың 9 октябрендә ҡушыла. Уға Пугачев баш полковник чинын бирә һәм башҡорттарға мишәр, сыуаш, мари, ҡалмыҡтар ҡушылған ғәскәрҙәр менән командалыҡ итеүҙе йөкмәтә. Кинйәнең был йүнәлештә башҡарған сараларын бер-ике һүҙ менән генә аңлатып булмай. Ырымбурҙы ҡамауҙа тотҡанда башҡорт һыбайлылары биш меңгә барып еткән. Был иһә - Пугачев армияһының яртыһын тиерлек тәшкил иткән тигән һүҙ.
Пугачев полковниктарының 114-е - урыҫ, 70-тән ашыуырағы башҡорттар булыуы тураһында мәғлүмәт бар. Кинйә - Крәҫтиәндәр һуғышының идеологы, ул Пугачевтың иң ышаныслы көрәштәшенә әйләнә. Уның менән бергә полковник чины алған улы Һеләүһен Кинзин, туғандары Ҡотлогилде Абдрахманов һәм башҡалар хеҙмәт иткән. Кинйә Арыҫлановтың 1773-1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышындағы ролен күренекле ғалим-академик Ғайса Хөсәйенов "Кинйә абыҙ" исемле яҙмаһында ("Ил азаматтары", Өфө, 1998 йыл, 309-330-сы биттәр) ентекле сағылдырған. Бында "Әгәр Пугачев Кинйә Арыҫлановтың кәңәштәрен ҡабул итмәһә, Крәҫтиәндәр һуғышы шул Ырымбур төбәгендә, бер нисә яу менән генә сикләнеп, һүнеп ҡалыр ине, моғайын", - тип әйтелә.
Кинйә Арыҫлановтың Пугачев етәкселегендәге Крәҫтиәндәр һуғышына ҡушылыуының төп маҡсаты - халыҡтың милли азатлығын, ер-һыуын, ғөрөф-ғәҙәтен, динен һаҡлап ҡалыу. Колониаль иҙеүҙән түҙемлегенең сигенә еткән башҡорт халҡы көрәшкә дәррәү күтәрелә. Был XVIII быуаттағы башҡорттарҙың иң ҙур һәм көсөргәнешле ихтилалына әйләнә.
Батша илбаҫарҙарына ҡаршы халҡыбыҙҙың аяуһыҙ көрәшен милли рухты, хәрби батырлыҡты кәүҙәләндергән, данын донъя кимәленә күтәргән Салауат Юлаев һәм башҡа арҙаҡлы шәхестәребеҙ етәкләй, тарихыбыҙҙың иң сағыу биттәре яҙыла. Кинйә Арыҫланов Пугачевҡа, ихтилал идеяларына үҙенең һуңғы көндәренә тиклем тоғро ҡала. 1774 йылдың 24 авгусында Түбәнге Волга буйы Царицын менән Ҡара Яр ҡәлғәләре араһында пугачевсылар ғәскәре яҡшы ҡоралланған күп һанлы Михельсон армияһы тарафынан тулыһынса тар-мар ителә. Уларҙың бер-ике йөҙләп кенә кешеһе ҡалған отряды Волганың икенсе ярына сығып ҡотола. Ошо буталсыҡ мәлдә үҙҙәрен һаҡлап ҡалыу ниәтендә бер нисә һатлыҡ йән атаман, эргәләрендә Кинйә Арыҫлановтың да булмауынан файҙаланып, ҡола яланда Пугачевты тотоп, аяҡ-ҡулын бәйләп, хөкүмәт вәкилдәренә тапшыра. Кинйәнең ҡайҙалыр юҡ булыуы асыҡлана. Батша карателдәренең бер нисә йыл буйы эҙләүе лә һөҙөмтә бирмәй. Ҡыҙғанысҡа, халҡыбыҙҙың милли геройы Кинйә Арыҫланов яҙмышының һуңғы көндәре бөгөнгә тиклем билдәһеҙ, фажиғәле сер булып ҡала.
Кинйә Арыҫлановтың тормошо һәм күп яҡлы хеҙмәт юлы республикабыҙҙың күренекле яҙыусыһы Ғәли Ибраһимовтың ҙур күләмле өс томлы "Кинйә" исемле тарихи романында донъя күрҙе. Ғайса Хөсәйенов, Рәшит Шәкүрҙең дә был темаға ғилми-биографик яҙмалары ҙур әһәмиәткә эйә. Әмир Абдразаҡовтың күп сериялы "Кинйә" исемле кинофильмы ла халыҡта ҡыҙыҡһыныу уятты һәм хуплау тапты.
Шулай итеп, юғарыла әйткәндәрҙән сығып, күптән борсоған ошо теманы күтәрмәксемен. Беҙ тарихи Арыҫлан ауылы, уға нигеҙ һалған һәм уның исемен йөрөткән Арыҫлан батыр Аҡҡолов, милли геройыбыҙ Кинйә Арыҫланов ме-нән ғорурланабыҙмы? Бөгөнгө йәш быуынды милли рухта, илһөйәрлек сифаттарында тәрбиәләүҙә ошо шәхестәребеҙ образын, тормош һәм яу юлын нисек, ниндәй кимәлдә файҙаланабыҙ? Юҡ, тиергә була. Мәҫәлән, Арыҫлан ауылында ошо батырыбыҙға арнап, республика кимәлендә саралар үткәрергә булыр ине бит. Әммә шуныһы ғәжәп: Арыҫландың тарихи ауыл, арҙаҡлы шәхестәр төйәге икәне тураһында ләм-мим (Арыҫлан таралған исем, бындай исемле ауылдар берәү генә түгел). Ә бит тораҡ пункт йәй айҙарында Нөгөш, Йомағужа һыуһаҡлағыстарына меңәрләгән кеше үткән юл өҫтөндә. Мин был хаҡта Арыҫлан ауыл советына (Арыҫлан батыр исемен йөрөтә), район хакимиәтенә тәҡдимдәремде еткерҙем. Был уңайҙан район советы йәки хакимиәтенең махсус ҡарары кәрәк. Унда иң беренсе сиратта Арыҫлан ауылын төҙөкләндереү һәм башҡа социаль әһәмиәтле эштәр ҡаралыуы мөһим.
Күрше Көйөргәҙе районынан өлгө алырға кәрәклекте билдәләп үткем килә. Кинйә абыҙ исемен йөрөткән ауылда һәр биш йыл һайын Кинйә Арыҫлановтың юбилейына бағышлап, тирә-яҡ райондар, республикабыҙ власть органдары, йәмәғәтселек вәкилдәре ҡатнашҡан мәҙәни саралар ойошторола. Ауылда Кинйә Арыҫлановҡа бағышланған музей, уның бюсы рәүешендә ҡуйылған һәйкәл бар. Район үҙәге булған Ермолаевка ҡасабаһында хәрби Кинйә батырҙы кәүҙәләндергән һәйкәл ҡуйылған. Тик Кинйә Арыҫлановтың тыуып үҫкән, 45 йылдан ашыу ғүмер иткән төйәгендә ундай саралар үткәрелмәй.
Мәләүез ҡалаһында 9-сы башҡорт гимназияһына Кинйә Арыҫланов исемен биреү хуплау тапты. Ҡаланың Ҡояшлы биҫтәһендәге бер урам уның исемен йөрөтә. Байтаҡ йылдар элек йәмәғәтселек тәҡдимдәренән сығып, район хакимиәте башлығы ҡушыуы буйынса Кинйә Арыҫлановҡа һәйкәл проекты әҙерләнде һәм ҡуйыу урыны "Ағиҙел" ҡунаҡханаһы алдындағы майҙансыҡ билдәләнде. Проекттың авторы - республиканың күренекле скульпторы Өлфәт Ҡобағошов. Тик әлегә төрлө сәбәп менән был эш кисектерелә һәм бөгөнгә тиклем проект ҡағыҙҙа һәм макетта ғына ҡала килә.
Һуңғы йылдарҙа ҡаланы төҙөкләндереү буйынса байтаҡ күләмле эш башҡарыла. Әгәр ҙә маҡсат ҡуйылһа, һәйкәл мәсьәләһен дә хәл итеү сараһын табырға булыр ине. Беҙ Көйөргәҙе районынан ярлыраҡмы ни? Республикабыҙҙың 100 йыллығын билдәләгән осорҙа байтаҡ райондарҙа тарихи ваҡиғалар, арҙаҡлы шәхестәргә бағышлап стелалар, һәйкәлдәр ҡуйҙылар бит.
Арыҫлан ауылының оло юбилейын, Кинйә Арыҫлановҡа һәйкәл ҡуйыу мәсьәләләрен хәл итеүҙә республика йәмәғәтселегенең дә, урындағы халыҡтың да талабы терәк булырға тейеш. Бигерәк тә Арыҫлан ауылы биләмәһе халҡының был йәһәттән ныҡышмалы әүҙемлек күрһәтеүе мөһим. Шулай уҡ урындағы ҡоролтайҙың башҡарма комитеты башлап йөрөүселәрҙең береһе булыр, тип уйлайым.

Юнир АҘНАҒОЛОВ.
Мәләүез ҡалаһы.

"Киске Өфө" гәзите, №37, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.09.22 | Ҡаралған: 306

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru