![](up/photos/_2022/3722/xab.jpg)
Сентябрҙә дин эшмәкәре, мәғрифәтсе, Әхмәтзәки Вәлидиҙең уҡытыусы-остазы Хәбибназар Һатлыҡов-Үтәкиҙең тыуыуына 160 йыл тулды. Ете томлыҡ "Башҡорт әҙәбиәте тарихы"ның икенсе томында Хәбибназар Үтәки хәҙрәттең ижадына ла урын бирелгән. Бынан тыш, уның тураһында башҡа китап һәм мәҡәләләрҙә мәғлүмәттәр осрай.
Хәбибназар хәҙрәт Өфө губернаһы Стәрлетамак өйәҙенең (бөгөнгө көндә Башҡортостандың Ғафури районының) Үтәк ауылында 1861 йылдың 29 июлендә донъяға килә. Әсәһе Мөбәрәкъямал Шәрәфетдин ҡыҙы исемле була. Мөхәммәдҡафи бин Ҡотлозаман бин Рысҡул бин Һатлыҡ бин Дәүләт исемле атаһы иһә ауыл муллаһы вазифаһын үтәй.
Тәүге һабаҡтарын атаһының мәҙрәсәһендә алған Хәбибназар Яңғыҙҡайын ауылында Ғиниәтулла хәлфәлә төрки телен өйрәнә. 1873 йылда ул Стәрлетамаҡ ҡалаһында Камалетдин хәҙрәт мәҙрәсәһендә ғәрәп теле грамматикаһы буйынса дәрестәр ала. 1879 йылда белемен артабан камиллаштырыу ниәте менән Ҡаҙанға юллана. Бында Х. Үтәки танылған Шиһабетдин Мәржәни хәҙрәттең мәҙрәсәһендә төрлө фәндәрҙән дәрес ала башлай. Ш. Мәржәни уның тырышлығына, зирәклегенә, һәләтлегенә шунда уҡ иғтибар итә. Уҡыуын тамамлағас, Х. Үтәки үҙе уҡыған ошо мәҙрәсәлә остазы Шиһабетдин Мәржәни вафатына ҡәҙәр хәлфә булып эшләй.
1889 йылда тыуған ауылы Үтәккә әйләнеп ҡайта. Ырымбур мосолмандар диниә назаратында һынау тотҡандан һуң икенсе мәхәлләлә уға имам булырға рөхсәт ителеп, Ырымбур мөфтөйө М. Солтанов тарафынан Стәрлетамаҡ өйәҙе приставына 1891 йылдың 26 мартында түбәндәге хат ебәрелә: "Покорнейше прошу Ваше Высокоблагородие объявить башкиру деревни Утяковой Хабибназару Мухаметкафиеву, что впредь до утверждения его имамом к 2 Утяковской соборной мечети, разрешаю ему отправлять, как соборное, так и пятивременное богомоление".
Ғүмеренең аҙағына тиклем Хәбибназар Үтәки дини вазифа башҡара. 1921 йылдың 29 июнендә вафат була.
Х. Үтәки "Хикмәт әл-ғәйн" ("Нәғим Әл-Ҡотайбаның физика һәм метафизика фәндәренә аңлатмалары"), "Мостафад әл- әхбәр"гә аңлатмалар", "Мифтах әт-тәуарих" ("Тарих асҡыстары") әҫәрҙәре авторы, "Нәуадир" әҫәрен ғәрәпсәнән төрки теленә тәржемә итеүсе. Бынан тыш, ул 1915 йылда үҙенең остазы Ш. Мәржәниҙең тыуыуына 100 йыл тулыуға бағышлап сығарылған "Мәржәни" исемле йыйынтыҡта уҡытыусыһы хаҡында мәҡәлә нәшер итә. Шул заман матбуғатында ул яҙған башҡа мәҡәләләрҙе лә осратырға мөмкин.
Х. Үтәки мәҙрәсәһенән байтаҡ күренекле кешеләр сыҡҡан. Шуларҙың береһе - уның һеңлеһенең улы Әхмәтзәки Вәлиди.
Әхәт СӘЛИХОВ,
тарих фәндәре кандидаты.
"Киске Өфө" гәзите, №37, 2022 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|