«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЫСЫН ИР-ЕГЕТ БУРЫСЫ БЫЛ...
+  - 


Алик Камалетдинов - Башҡортостан Башлығының хәрби хеҙмәткәрҙәр менән йоғонтоло эшләү мәсьәләһе буйынса советнигы, Шайморатов һәм Доставалов исемендәге башҡорт батальондарын ойоштороу инициаторы, һөнәри хәрби хеҙмәткәр. Ул махсус операцияла ҡатнашыу өсөн ирекмәндәрҙе берләштереп кенә ҡалманы, улар менән бергә иңгә-иң терәшеп, хәрби бурыстарҙы үтәйәсәк. Украинаға сығыр алдынан Алик Финзир улы "Башинформ" мәғлүмәт агентлығына интервью бирҙе.

Алик Финзир улы, башҡорт отряды булдырыу идеяһы ҡайҙан барлыҡҡа килде? Уның уңышлы барып сығыуына ышандығыҙмы?

- Бөтәһе лә тиҙ генә булды. Ҡыҫҡа ғына арала бер түгел, ике батальон ойошторҙоҡ. 1300-ҙән ашыу заявка алдыҡ. Ныҡлы һайлау аша үткәргәс, уларҙың яртыһы тороп ҡалды. Теләүселәр әле лә бар, даими яҙалар. Беҙ уларҙы резервҡа ҡуябыҙ. Әйткәндәй, һуңынан беҙгә килер өсөн күптәр хатта хәрби хеҙмәтенән китте. Мәҫәлән, минең бер иптәш күрше өлкәлә хеҙмәт итә ине. Беҙҙең батальон тураһында ишеткәс, отставкаға сыҡты. Һуңынан беҙҙең батальонға инде, хәҙер яңынан махсус хәрби операция зонаһына юлланды. Тик был юлы үҙенең яҡташтары менән бергә.

Нәҡ башҡорт отрядында хеҙмәт итергә теләүҙең сере нимәлә?

- Уның бер сере лә юҡ: легендар 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы факторы эшләй. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында уның иң күп Советтар Союзы Геройы булған берҙән-бер подразделение икәнен бөтәһе лә белә бит. Шул сәбәпле беҙҙең республика биләмәһендә ошо батальон барлыҡҡа килде, тип иҫәпләйем. Унда барыһы ла үҙебеҙҙеке: күршеләр, дуҫтар, туғандар. Яҡташтар бер-береһен ҡурсалай, ҡарай.

Нисек уйлайһығыҙ, ирекмәндәр ҡайҙа барғанын яҡшы беләме?

- Беренсенән, ирекмәндәрҙең уртаса йәше 35-45. Улар - Советтар Союзында тыуған һәм тәрбиәләнгән быуын. Тыуған ил, илһөйәрлек тураһында ҡараштары ныҡлы. Икенсенән, Чечняла, Дағстанда, Сирияла, Кавказда хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар бик күп. Донбаста булғандар ҙа байтаҡ. Улар ҡайҙа барғанын яҡшы аңлай. Улар быны гражданлыҡ бурысы тип ҡабул итә. Улар менән ғорурланам. Ысын ир-егеттәр, Ватан патриоттары.

Башҡортостан һәр ваҡыт үҙенең яугирҙары менән дан тотто. Ә заман ирекмән яугирының портреты ниндәй?

- Социаль селтәрҙә, моғайын, бер хәрби белгестең видеоһын күргәнһегеҙҙер. Ул беҙҙең бер һалдатты ҡосаҡланы ла: "Башҡорт төньяҡ амурҙары", - тине. Бына шулай. Уртаса портреты түбәндәгесә: оҙон кәүҙәле түгел, киң яурынлы, урта йәштәрҙәге, 35-45 йәшлек, янып торған күҙле, яуға ынтылыусы, төпкөл ауылда йәшәүсе.

Хәрби күнекмә осоронда беҙҙең яугирҙарға еңел булмағандыр? Сөнки бөтәһе лә физик әҙерлекле һәм хәрби тәжрибәле түгел бит.

- Эйе, егеттәргә ауыр булды. Йәй эҫе килде, ә улар Ырымбур өлкәһендә, көньяҡтараҡ әҙерлек үтте. Ниндәйҙер сәбәптәр менән хеҙмәттән баш тартыусылар ҙа булды. Мәҫәлән, 50 йәшлек ирекмән миңә мөрәжәғәт итеп, башҡа булдыра алмауын әйтте. Физик яҡтан уға ауыр булыуын аңланым. Мин уны бер нисек тә ғәйепләй алмайым. Был бурыс һинеке түгеллекте һуғыш яланында аңлағанға ҡарағанда алдан китеү яҡшыраҡ. Әммә күбеһе түҙҙе һәм ҙур тырышлыҡ менән уҡыны. Ауырлыҡҡа ҡарамай, егеттәр әҙерлек менән ҡәнәғәт. Улар менән беҙҙең легендар спецназ, махсус операция көстәре вәкилдәре һәм белгестәр шөғөлләнде. Һәр йүнәлеш буйынса махсус операция көстәре генералдары яуаплы булды. Квадрокоптерҙа эшләргә, төндә, ҡалала һуғышырға өйрәнделәр. Юғары класлы әҙерлек үттеләр, улар өсөн мин тыныс.

Ирекмәндәр ғаиләһе ниндәй ярҙам ала?

- Республика Башлығы мине хәрби хеҙмәткәрҙәр менән йоғонтоло эшләү мәсьәләһе буйынса үҙенең кәңәшсеһе вазифаһына тәғәйенләне. Егеттәрҙең ихтыяжы, ғаилә проблемалары менән шәхсән үҙем шөғөлләндем, 160-тан ашыу мөрәжәғәт алдым. Беҙ һәр мөрәжәғәтте реестрға индерәбеҙ. Һорауҙар, үтенестәр төрлө: утын килтереү, баланы балалар баҡсаһына урынлаштырыу, мәктәпкә йыйыу, университетҡа уҡырға индереү, оло йәштәге ата-әсәһен дауаханаға һалыу. Республика Хөкүмәте, урындағы власть, профилле ведомстволар мәсьәләне хәл итеүгә оператив тотона. Механизм яйға һалынған, ғаиләләргә ярҙам күрһәтеләсәк. Радий Фәрит улы әйтеүенсә, үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ! Отрядты оҙатҡанда республика Башлығы хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләһен шәхси яҡлауға алырға вәғәҙә итте. Уның ҡушыуы буйынса район хакимиәттәре башлыҡтары ирекмән булып киткән ир-егеттең һәр береһенең ғаиләһен белә. Шуға күрә уларҙы кәрәкле әйбер менән оператив тәьмин итәсәктәр.

Ярҙамға ҡағылышлы. Республика беҙҙең батальондарға обмундирование тегергә лә, аҡсалата түләү буйынса ла ҙур ярҙам күрһәтте. Быны көткәйнегеҙме?

- Эйе, обмундирование менән шунда уҡ ярҙам иттеләр. Хәҙер бына яугирҙарҙы ҡышҡылыҡҡа кейендерәбеҙ. Федераль Оборона министрлығы түләүенән тыш, төбәк түләүе тәғәйенләнде. Дөйөм алғанда, бөтә һорау шунда уҡ хәл ителә.

Әйҙәгеҙ, аҙ ғына һеҙҙең турала һөйләшәйек. Һеҙ оҙон хәрби юл үткәнһегеҙ. Үҙегеҙҙе ысын патриот тип иҫәпләйһегеҙме, әллә һөнәри бурысын үтәгән ябай кешеме?

- Тәү сиратта, мин - офицер, 7 йыл отставкала булһам да. Ә элекке офицерҙар булмай. Махсус операция башланыу менән минең башыма, шунда барам, тигән уй тыуҙы. Шунда уҡ китә алманым, сөнки Еңеү көнөнә диңгеҙ пехотаһын парадҡа әҙерләй инем. 9 майҙан һуң барырға ныҡлы ҡарарға килдем. Быға дуҫымдың улы Максимдың Украинала һәләк булыуы ла сәбәп булды. Ул минең өсөн дуҫымдың улы ғына түгел, ә улымдың яҡын дуҫы ла ине. Уның хәтере хаҡына мин шунда булырға тейешлегемде аңланым. Ҡыҙыу нөктәләргә тиҫтәнән ашыу командировкаға барғаным, күп йылдарҙы хәрби хәрәкәт зоналарында үткәргәнем булды. Хәҙер сираттағы командировкаға барасаҡмын, тип ҡабул итәм. Мин быны ир-егет, ысын ир-егет эше тип атайым.

Тимәк, батальондар ойошторғанда уҡ улар менән хәрби хәрәкәт зонаһына барасағығыҙҙы белдегеҙ?

- Улай ғына ла түгел, мин был подразделениеларҙы етәкләргә һәм алдынғы һыҙыҡта булырға теләнем. Әммә Оборона министрлығы подразделение командирҙары штаттағы офицерҙар булырға тейеш тип хәл итте. Улар беҙҙең республиканыҡылар, башҡа төбәктәрҙә хеҙмәт иткән үҙебеҙҙең егеттәр. Әммә мин барыбер егеттәр эргәһендә буласаҡмын. Минең эш урыным - унда! Был баштан уҡ ҡабул иткән принципиаль ҡарар. Тыуған илде һаҡлаусы тигән һөнәр бар. Беҙҙең менән барыһы ла яҡшы буласаҡ!

Ләйсән ЗАКИРОВА әңгәмә ҡорҙо.
"Киске Өфө" гәзите, №38, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.09.22 | Ҡаралған: 165

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru