«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БОРОНҒО БАШҠОРТОСТАН
+  - 


Беренсе киҫәк. Боронғо дәүер.
Икенсе бүлек. Бронза быуаты.
Бура мәҙәниәте ҡәбиләләре

Был мәҙәниәт атамаһы ошо ҡәбиләләргә хас булған бер үҙенсәлек менән бәйле ҡабул ителә: үлгән кешеләрҙең мәйеттәре ҡәбер төбөндәге бейек булмаған буралар эсенә һалынған була. II мең йыллыҡ башы - XIV-XIII быуаттар (б.э. тиклем) арауығында бура мәҙәниәте ҡәбиләләре Волга һәм Урал араһында, төньяҡ тарафта Кама йылғаһына тиклемге ҙур территорияла таралып йәшәй.
Бында уларҙың йылға һәм күл буйҙарындағы асыҡ тораларҙан һәм ҡурған ҡәберлектәренән хасил булған 1000-дән ашыу ҡомартҡыһы булыуы билдәле.
Улар энеолит эпохаһының ям мәҙәниәте ҡәбиләләренең туранан-тура вариҫтары булып тора, әммә, тәүгеләренән айырмалы, ултыраҡ тормош алып бара. Бура ҡәбиләләренең тораҡтары дүрт мөйөшлө яртылаш ергә ҡаҙып һалынған йорттарҙан торған. Уларҙың өйҙәре бигүк тәрән булмаған соҡор төбөнә төшөрөп һалынған бураларҙан ғибәрәт. Иҙәндәре таҡта йәиһә ер булған, өй ҡыйыҡтары бер йәки ике яҡлы була. Бындай өйҙәр иҙәндәге усаҡтар менән йылытылған. Бура мәҙәниәте ҡәбиләләренең һәм уларҙың Көньяҡ Уралдағы замандаштарының ер өҫтөнә һалынған бүрәнә өйҙәре булыуы хаҡында ла фараз итеп була, әммә был фактты археологик яҡтан аныҡ ҡына раҫлап булмай. Шулай ҙа бура мәҙәниәте ҡәбиләләрендә төҙөлөш эшенең сағыштырмаса юғары кимәлдә булыуы ошолай фараз итеү мөмкинлеген бирә.
Буралыларҙың яртылаш ер өйҙәренең майҙаны 100-ҙән 400 кв. м тиклем етә, ҡайһы берҙәре бүрәнә стена менән уртаға бүленгән. Мәҫәлән, Һаҡмар йылғаһы үрендәге Таулыҡай тораһындағы ҡаҙыныу эштәре барышында ҙурлығы 19,5x22 м булған торлаҡ табыла. Ул формаһы буйынса күп мөйөшлө булып, стеналары вертикаль ултыртылған бағаналар менән нығытылған. Ошондай ҡатмарлы һәм ҙур ҡоролмаларҙың иң элгәре хужалыҡ итеү маҡсаттарында, мәҫәлән, ҡыш миҙгелендә мал-тыуар тотоу өсөн файҙаланылыуы ла мөмкин, тип әйтергә була.
Бура ҡәбиләләре комплекслы хужалыҡ алып бара: уларҙа ер эшкәртеү һәм малсылыҡ менән шөғөлләнеү өҫтөнлөк итә. Бында йыш табылған бронза ураҡтар, таш ашлыҡ ваҡлағыстар, йорттар янында ашлыҡ һаҡлау өсөн ҡаҙылған тәрән соҡорҙар булыуы уларҙың ер эшкәртеү менән шөғөлләнеүенә дәлил.
Тикшеренеүселәр араһында бронза эпохаһында йәшәгән Көньяҡ Урал ҡәбиләләрендә, шулай уҡ бура мәҙәниәтенә ҡарағандарында ла, ер кәтмән ҡулланып эшкәртелгән, тигән фекер таралған. Әммә, бының менән бер рәттән, ер эшкәртеү ҡоралдары, шул иҫәптән кәтмәндәр табылыуы археологтар тарафынан ғәмәлдә теркәлмәгән. Был бура мәҙәниәте ҡәбиләләренең һәм уларҙың замандаштарының хайуандар тартып йөрөткән примитив һабан ҡуллана алыуҙары хаҡында теоретик рәүештә булһа ла фараз итергә мөмкинлек бирә. Археологтар араһында ошо ҡараш яҡлылар ҙа бар. Ошо ҡәбиләләргә йорт малсылығы хас була, улар мал көтөү менән шөғөлләнә. Мал көтөүҙәрендә сусҡалар булыуы уларҙың йыраҡ араларға күсеп йөрөй алмауын күрһәтеп тора. Бында шулай уҡ эре һәм ваҡ мөгөҙлө малдар, йылҡы үрсетелә. Табылдыҡтар араһында ҡырағай хайуандарҙың һөйәктәре күп, улар һунарсылыҡ объекттары була.
Бура мәҙәниәте ҡәбиләләренә көршәк йә иһә банка формаһындағы яҫы төплө һауыт-һаба хас. Улар ҡулдан яһалған, ҡарамаҡҡа тупаҫ, ҡалын стеналы була. Орнаменттары ярлы, тешле штамп баҫып яһалған өсмөйөш, ромб һәм зигзагтарҙан тора. Ерләү йолаһы менән бәйле материалдар шулай уҡ ошо мәҙәниәттең характерлы элементтарының береһе булып һанала. Буралылар, башлыса, мәйетте бөгөлгән рәүештә, ҡабырғаһына ятҡырып, башы менән төньяҡҡа ҡаратып ерләгәндәр. Кешеләр парлап ерләнгән ҡәберҙәр бар, күрәһең, унда ир һәм ҡатын күмелгән. Ҡағиҙә булараҡ, ир кеше уң, ҡатыны һул ҡабырғаһына һалынған. Ҡәберҙәрҙә әйберҙәр әллә ни күп түгел. Күбеһенсә көршәктәр, баҡыр йәиһә бронза биҙәүестәр (беләҙектәр, һырғалар, төрлө сулпылар), кремнийҙан яһалған әйберҙәр (уҡ башаҡтары) осрай.
Үҙенсәлекле табылдыҡтарҙан Дим буйындағы Иҫке Ябалаҡлы ҡурғанынан табып алынған сәс биҙәүесен (сәсмау йәки сәсҡап) атарға була. Ул ике ҡайышҡа теҙелгән 30-ҙан артыҡ бронза муйынсаҡтарҙан яһалған. Ҡайыш бауҙарҙың түбәнге остары өсмөйөшлө пластина менән тоташтырылған, уға йәнә ике киң пластина беркетелгән. Ул пластиналар осонан таралып киткән өсәр ҡайыштың һәр береһенә йәнә икешәр оҙонайтылған пластина-биҙәүес тағылған. Ҡайыштарҙың өҫкө остары, күрәһең, баш кейеменә беркетелеп, былар барыһы берҙәм комплект хасил иткән. Сәсмауҙың муйынсаҡ бауҙары менән бергә дөйөм оҙонлоғо 58 сантиметрға еткән. Сәсмауҙың киң күн йәиһә туҡыма киҫәгенә ҡуша тегелеүе лә бар; уның түшелдерек сифатында ҡулланылыуы ла мөмкин. Бронза эпохаһында бындай баш кейемдәре киң таралған була. Улар бура ҡәбиләләренең Көньяҡ Уралдағы башҡа байтаҡ ҡына ҡәберлектәрендә табыла; киң күн нигеҙгә беркетелгән сәсмау (йәиһә түшелдерек) ҡалдыҡтарының Көньяҡ Себерҙең синхрон ҡурғандарында ла табылыуы билдәле.
Йәнә тағы ла бер факт иғтибарға лайыҡ. Хәҙерге заман башҡорттарына һәм башҡа Урал-Волга буйы халыҡтарына (мәҫәлән, мариҙарға, сыуаштарға) үҙенсәлекле баш кейемдәре хас: уларға арҡа буйына тиклем төшөп торған киң туҡыма киҫәге беркетелә, баш кейеме лә, уның ошо туҡыманан хасил булған өлөшө (елкәлек, сәсмау) лә сәйлән һәм металл тәңкәләр менән биҙәлә. Бынан әлегә туранан-тура параллель үткәреп булмаһа ла, Иҫке Ябалаҡлы ҡурғанында табылған баш кейеме комплектының хәҙерге ҡатын-ҡыҙҙарҙың әле атап үтелгән баш кейемдәренең боронғо прототибы булыуы мөмкин. Уларҙы ошо баш кейемдәренең уртаҡ конструкциялы булыуы яҡынайта. Ҡайһы бер бура мәҙәниәте ҡәберҙәренә баҡыр шлагы, баҡыр иретеү ҡалдыҡтары һалынған (Имәнғол, Ырымбур өлкәһе). Күрәһең, бындай ҡәберҙәрҙә боронғо металлургтар ерләнгән, ә ҡәберҙәге символик шлак киҫәге улар аңында теге донъяла ла үҙ һөнәрҙәрен дауам итә алыуға үҙенсәлекле гарантия итеп һаналғандыр. Бәлки, был табылдыҡтар металлург-профессионалдарҙың ырыу-ҡәбиләнең башҡа ағзаларынан айырылып сыға башлауын күрһәтеп торалыр. Ҡурғандар аҫтындағы ҡәберҙәр, ҡағиҙә булараҡ, бер үҙәк ҡәбер тирәләй урынлашҡан була. Моғайын, бындай ҡурғандар ғаилә-нәҫел маҙары булғандыр. Шул уҡ ваҡытта бура ҡәбиләләре бер ер өйөмө аҫтында 40-тан 100-гә тиклем кеше ерләгән (Ульяновск өлкәһенең Кайбелы ауылы). Бындай ҡурғандарҙың диаметры 60-180 метрға етеп, бейеклеге бер нисә метр була. Бындай некрополдәр бик оҙаҡ ваҡыт арауығында (быуаттар дауамында) файҙаланылып, кешеләрҙең ҙур коллективтарының (ырыуҙың) зыярат урынына әйләнгән.



Һигеҙенсе һүрәт. Бронза эпохаһындағы Көньяҡ Урал ҡәбиләләренең балсыҡ һауыт-һаба өлгөләре:
1 - бура мәҙәниәте ҡәбиләләре һауыты;
2,3 - абашев мәҙәниәте ҡәбиләләре һауыт-һабаһы (б.э. тиклем XVIII-XVII быуаттар).

Нияз МӘЖИТОВ. Әлфиә СОЛТАНОВА.
Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Дауамы. Башы 28-се һанда).

"Киске Өфө" гәзите, №38, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.09.22 | Ҡаралған: 157

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru