«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИЛҺӨЙӘРЛЕК ҺӘМ ҒАИЛӘ ТӘРБИӘҺЕ ҺАБАҠТАРЫ УЛ ЯҘҒАНДАРҘА
+  - 

Бишенсе тиҫтәһенә аяҡ баҫып, оҙайлы хәрби хеҙмәтен тамамлап ҡайтҡандан һуң ғына ҡулына ҡәләм алырға йөрьәт иткән Хәлил Һөйөндөковтың киң мәғлүмәт сараларындағы тәүге әҫәрҙәре менән таныша башлағанда, Сибай яҙыусылар ойошмаһын етәкләй инем. Төп һөнәре буйынса тел ғилеменән, әҙәбиәттән алыҫ булыуына ҡарамаҫтан, уның ифрат ҡыҙыҡлы итеп яҙылған проза әҫәрҙәре, тос мәҡәләләре төрлө гәзит-журналдарҙа бер-бер артлы сыға башланы. Яҙыусылыҡ кәсебенә әүҙем тотонған был авторҙың яҙмалары әҙәбиәт һөйөүселәрҙең күңеленә ятырын шунда уҡ тойомлағайным.

"Кисә генә" шинелен һалып, матбуғатҡа әле килеп ишек шаҡыған был яҡташыма, әлбиттә, мөмкин тиклем файҙалы кәңәштәремде бирергә тырыштым. Бер аҙ ваҡыттан уға: "Гәзит, журналдарҙа баҫылып сыҡҡан повесть, хикәйәләрең бер китаплыҡ булып йыйылып китте бит инде, әйҙә уларҙы нәшриәткә бирәйек", - тигәс, "Шулаймы ни", - тип Хәлил хатта башта албырғап ҡалды. Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн сыҡҡан шул тәүге йыйынтығына "Сыйырсыҡ ояһы" исемен бирергә лә тәҡдим иттем. Артабан да әүҙем яҙышҡан Хәлил Һөйөндөковтың ҡәләме көндән-көн тигәндәй үткерләнә, шымара барыуын күҙәттем. Үҙен әҙәпле, баҫалҡы, сабыр холоҡло кеше итеп һәм башҡа ыңғай яҡтары менән танытҡан, инде алтынсы тиҫтәһен ҡыуа башлаған был яҡташыма Башҡортостан Республикаһы яҙыусылар берлегенә инергә тәҡдим яһағас, был уның өсөн тағы бер яңылыҡ булды. 2014 йылда Яҙыусылар союзы ағзаһы булып та китте ул.
Уның республикабыҙҙың матбуғат сараларында бөгөнгәсә йыш сығып торған күп яҡлы, тәрән мәғәнәле әҫәрҙәре менән инде күптәр таныштыр. Медицина темаһы, хәрби хеҙмәтҡә ҡағылышлы бай йөкмәтле яҙмаларын халыҡ яратып уҡый. "Киске Өфө" гәзитенең "Шифа" махсус битендә, "Йәшлек"тең "Сәләмәтлек" рубрикаһында һәр төрлө сирҙәр, уларҙы профилактикалау хаҡында үҙенсәлекле стиль менән яҙылған мәҡәләләре ифрат та уҡымлы. Бөтә донъяла, шул иҫәптән, илебеҙҙә лә киң таралған эскелек афәтенә ҡаршы үҙенең мәҡәләләре ярҙамында аяуһыҙ көрәшә Хәлил уҙаман.
Әрме мәлендә осраған ҡыҙыҡлы хәлдәр хаҡында ла мауыҡтырғыс итеп яҙа белә. Үҙем дә ҡасандыр медик һөнәрле, хәрби хеҙмәтте лә иңемдә татыған кеше булараҡтыр, Хәлил Һөйөндөковтың ошо юҫыҡтағы әҫәрҙәрен уғата ыңғай баһалау яғындамын. Һалдат һәм офицерҙар хаҡындағы ҡыҙыҡлы мәҡәләләре йәш быуынды, айырыуса малай халҡын илһөйәрлек рухында тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнайҙыр. Тыуған иленән, милли мөхитенән алыҫ ерҙә сирек быуат йылдар ғүмер итеү сәбәплелер, әҫәрҙәрендә милләтебеҙҙе, туған телебеҙҙе һағынып, зар-интизар булып ҡайтҡанлығы ла тойола. Аллаһ ихтыяры менән бала сағынан ата-әсәһе, мәктәп тарафынан һалынған илһөйәрлек, кешелеклелек, кеселеклелек сифаты әрме дәүерендә онотолоу түгел, киреһенсә, тик нығый ғына барғанға оҡшай. Бына шул үҙенсәлеге лә, һис һүҙһеҙ, уның яҙған әҫәрҙәрендә сағылыш ала.
Туған телебеҙҙең именлеген һаҡлау, лөғәтебеҙҙәге диалекттар төрлөлөгө хаҡында иркенләп фекерләүе уның мәҡәләләрен тағын да уҡымлыраҡ итә. Ғаиләләр ныҡлығы, бала тәрбиәһе темаһы, ата-бабаларыбыҙ иң әүәл кәрәк тип һанаған иманлылыҡ, йәғни дин мәсьәләләре лә ситләтеп үтелмәй. Һуңғы йылдарҙа башлыса журналистика менән мауығыуының сәбәбен Хәлил Төхфәт улы түбәндәгесә аңлата: "Әлегә иҫән сағымда, көндәлек тормошобоҙ хаҡында замандаштарым менән киң мәғлүмәт сараларында даими сығып торған мәҡәләләрем аша фекерләшеп, уй-хистәрем менән бүлешеп тороуҙан оло ҡәнәғәтлек кисерәм" - ти ул. Ул яҙыусы, журналист булып минең күҙ алдымда формалашҡанғамы, был кеше хаҡында шулай бер аҙ һөйләп алыуҙы кәрәк тип таптым.
Хәлил Һөйөндөковтың гәзит, журналдарҙа төрлө ваҡытта баҫылып сыҡҡан мәҡәләләрҙән төҙөлгән "Тормош һабаҡтары", "Иң әүәл кәрәк нәмә" тип аталған ике бүлектән торған йыйынтығы ла бер нисә йыл элек "Китап" нәшриәтенә тапшырылған. Планға ла индерелгән, оҙаҡламай китап булып, "донъя күрер" тип тә көтәбеҙ. Ҡәләмдәшебеҙҙең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика журналистары премияһына тәҡдим ителеүе хаҡында ишеткәс, ысын күңелдән шатландым. Халҡыбыҙ тормошона, теленә, диненә битараф булмаған, милләтебеҙҙе тәрән хөрмәт иткән, тос фекерле журналист булып танылған был уҙаманды ошо юғары премияға лайыҡ тип һанайым. Уға артабан ижад уңыштары теләйем.

Хәйҙәр ТАПАҠОВ,
Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһының яҙыусылар һәм журналистар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты.

"Киске Өфө" гәзите, №38, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.09.22 | Ҡаралған: 189

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru