«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ПЕНСИЯЛА ЯҠШЫ ТҮГЕЛ Ә БИК ЯҠШЫ!
+  - 


Электән дә республикабыҙҙағы ваҡытлы матбуғат сараларын байҡамай тора алмаған кеше булараҡ, инде хаҡлы ялға сыҡҡас, гәзитһеҙ ғүмер итеүҙе айырыуса күҙ алдына килтерә алмайым. Минең пенсияға киткән мәлем "Киске Өфө"нөң сығарыла башлаған осорона тап килде. Әленән-әле ҡатмарланып торған был тормошобоҙҙо һәр яҡлап яҡтыртыуға өлгәшеп, баштан уҡ күңелгә ятҡан шул гәзит тиҙ арала айырылғыһыҙ дуҫыма ла әйләнде.

Һәр һанын ныҡ ҡына көтөп алам. Инде нисәмә йыл, почтальондың өйгә килтергәнен дә көтөп тормай, аҙна һайын гәзитте үҙем барып алып йөрөүемә почта хеҙмәткәрҙәре лә күнегеп киткән. Мин барып инеү менән, һорап та тормаҫтан, баш ҡаланан әле генә килгән төргәкте аса һалып, "Киске Өфө"мдө тоттороп та ебәрәләр. Башҡа бихисап мәғлүмәттәрҙән тыш, йыш ҡына аҡһаҡал һәм ағинәй фекерҙәрен дә сағылдырған был баҫма төрлө йәштәгеләр, шул иҫәптән, пенсионерҙар өсөн дә үҙе бер рухи аҙыҡ булып тора ла баһа! Урыҫ әйтмешләй, "Не хлебом единым сыт человек". Бындай гәзитте алдырмағандар, әлбиттә, күп нәмәнән мәхрүм. Халҡыбыҙҙа "Сатан күп йөрөр, һуҡыр күп күрер" тигән уйынлы-ысынлы бер әйтем йөрөй. Мин "һаңғырау күп ишетер" тип тә өҫтәп ебәрмәк булам әле. Үҙем ишетеү буйынса инвалид булараҡ та әйтәм шул. Гәзиттәребеҙҙе "тетеп" уҡып йөрөүем арҡаһында байтаҡ ҡына мәғлүмәттәр тураһында хатта ҡайһы бер яҡшы ишеткән кешеләргә ҡарағанда ла нығыраҡ хәбәрҙармын, тиһәм дә маһайыу булмаҫ. Бының менән мин хаҡлы ялдағы тиҫтерҙәремә "Гәзит уҡыуҙан бер ҡасан да айырылмағыҙ!" тип әйтмәксемен.
Ошо гәзитебеҙ аша төрлө авторҙарҙың яҙмаларын уҡырға, шул уҡ ваҡытта, үҙемдең дә уй-фекерҙәрем менән бүлешеп алырға ғәҙәтләнгәнмен. Был юлы ла олпат йәштәргә еткән йә яҡынлашып барған милләттәштәрем менән ғүмеребеҙҙең айырып алғыһыҙ бер мәле - ҡартлыҡ тураһында тағы бер килке һөйләшеп алмаҡ булдым. "Йылғыр йылдар маңлайҙарға һырҙарын һыҙа икән. Уйлаһаң-уйламаһаң да, ғүмерҙәр уҙа икән…" тип яҙғайны мәшһүр Абдулхаҡ ағай Игебаев. Уны һағышлы итеп йырға ла һалғандар. Күптәр, ошондай юҫыҡта һүҙ сыҡһа, ысынлап та үҙенең ҡартлығы менән риза булмай, "Ҡартлыҡ - шатлыҡ түгел", тип кенә ебәрә. Әлбиттә, йәшлегенең үтеп китеүенә һәр кемдең үҙ ҡарашы. Тыуыуына, балалыҡ, үҫмер, йәшлек йылдары кисереүгә күптәр ифрат тыныс, хатта вайымһыҙ ҙа ҡараһа, ҡартлыҡ баҫа башлау менән ошо дәүеренең дә нормаль физиологик процесс икәнлеге менән килешкеһе килмәй. Ә мин иһә, беҙҙе оло быуын кешеһе булып йөрөргә Аллаһ Тәғәлә насип итеүен ғәйәт ҙур бәхет тип атағым килә (бик күптәр бындай бәхетте татый алмай). Бына ошо алтын көҙөбөҙҙөң ҡәҙерен белеп, һис кенә лә төшөнкөлөккә бирелмәй йәшәргә саҡырыуым.
Икенсенән, әлбиттә, әле иҫкә алған икмәкһеҙ ҙә йәшәп булмай шул. Шуға күрә, һәр оло кешегә кәрәк булған пенсия хаҡында ла бер аҙ фәлсәфәләп алайыҡ. Пенсия, әлхәмдүлиллаһ, беҙгә ғүмеребеҙ ахырынаса бирелгән ниғмәт. Эшләмәгән пенсионерҙарға хөкүмәтебеҙ фәләнсә процент аҡса өҫтәп тора. Шуның өсөн Раббыбыҙға шөкөр итәйек, тимәксемен. Илдә барған көрсөк, инфляция-фәләндәрҙе иҫәпкә алып өҫтәлеп торған сумма артыҡ ҙур булмаһа ла, барыбер был - ҡыуаныслы хәл бит. Ҡатмарлы халыҡ-ара хәлдәр булыуына ла ҡарамаҫтан, етәкселәребеҙ оло быуын кешеләрен мөмкин тиклем ҡайғыртырға тырыша. Ғүмер буйы ниндәйҙер эштә тир түгеп, Пенсия фондына эш хаҡының күпмелер бер өлөшөн түләп барған граждандарын күҙ уңынан сығармай.
Ошо өлкәлә хәбәрҙар булған ҡайһы бер авторҙар пенсия системаһының эске төҙөлөшөнә инә биреп, шул хаҡта фекер йөрөтөп, хатта уның бәғзе бер "йомшаҡ яғын" күрһәтеп, бер аҙ тәнҡитләп тә алғылай. Шунһыҙ ҙа булмайҙыр, сөнки пенсияларыбыҙҙы тейешенсә кимәлдә тотоу өсөн ана шундай зыялыларыбыҙҙың фекерҙәрен дә иҫәпкә алыуҙары бар. Ә миңә килгәндә, ул системаның нескәлектәре менән әллә ни ҡыҙыҡһынмаҫҡа тырышам. Был мәсьәләгә тыштан ғына, ифрат ябай итеп ҡарау, ни бирһәләр - шуның менән ҡәнәғәт булыу яғындамын (Ҡасандыр берәү: "Үгез булса булсын - сөт булсын…" - тип тә әйткән имеш…).
Пенсияға сыҡҡан ҡәрҙәштәремә хатта "Тормош өр-яңынан башланды бит", тип әйткем килә. Бер мәл минән алдараҡ хаҡлы ялға киткән бер ағайҙан: "Пенсияла нисек, яҡшымы?" - тип һорағайным. Юмор яратҡан был кеше етди төҫ алып: "Юҡ, пенсияла яҡшы түгел, - тип яуап бирҙе. Бер аҙ пауза тотҡандан һуң, өҫтәп ҡуйҙы: - Ә бик яҡшы!.." Ысынлап та, бәғзе берәү: "Аҙ түләйҙәр, шуныһына етмәй, быныһын алып булмай",- тип зарланһа ла, беребеҙ ҙә аслы-туҡлы йәшәмәйбеҙ, Аллаға шөкөр. Һәммәләребеҙҙең һыуытҡысы төрлө аҙыҡ-түлек менән тулы. Хатта автомобилһеҙ пенсионерҙар ҙа юҡ тиерлек хәҙер. Хаҡлы ялдағылар айырыуса яҡлаулы ла тип һанайым. Ҡайһы бер ҡарттар ваҡытлыса эш таба алмай йөрөгән берәй улын йә ҡыҙын, шул ғәзиздәренең ғаиләһен дә бағып торорға өлгөрә. Һаулығы яраҡлы булып, элекке эшен артабан дауам иткәндәр ҙә бар. Һис хәрәкәтһеҙ тора алмағандар, үҙенең баҡсаһына йомолоп, шунан ҡәнәғәт таба, файҙаһын да күрә. Хәрәкәттә - бәрәкәт, тигәндәр бит боронғолар ҙа. Йыбанмай, йәй буйы тырышып эшләп, көҙгә ҡарай байтаҡ ҡына еләк-емеш, йәшелсә әҙерләп ала күптәр. Ҡала ерендә ғүмер итеүенә лә ҡарамаҫтан. Ауыл тураһында, әлбиттә, әйтеп торорға ла түгел.
Ауыл, тигәндәй. Бынан ярты быуат элекке ауылыбыҙҙы хәтерләйем. Ауылдаштарыбыҙ, нишләптер, баҡсала картуфтан башҡа бер нәмә лә сәсмәй торғайны. Шундай бай, уңдырышлы ерҙәре буш ята ине. "Кәртә артында" өйөлгән тиреҫте Баймаҡ урыҫтары килеп, йөк машиналарына тейәп алып китә. Тиреҫ хужаһы (ҡыйҙарын алып киткәне өсөн) уларға хатта рәхмәт әйтеп тороп ҡала. Мин бала кеше: "Был тиҙәк, сүп-сар урыҫтарға нимәгә кәрәк икән?" - тип аптырай торғайным. Баҡсаларыбыҙға (уларҙы тик "картуфлыҡ" тип кенә атай инек) тиреҫ түккән кешеләрҙе лә күргәнем юҡ ине тиерлек. Бер ерҙә картуф уңмай башлаһа, "ер иҫкергән" тип, икенсе урынды һөрөп, бәғзеләр әлеге картуфлыҡтарын яңыртып ала ине… Йәй аҙаҡтарында инде 9-10 саҡрымда ятҡан Баймаҡтан баяғы урыҫтар алма, помидор, ҡыяр, кишер, кәбеҫтә, һуған һатырға алып килә торғайны. Ауыл кешеләре аҡсаға йә май, йомортҡаға, йә булмаһа, йөнгә алыштырып, ана шул емеш-йәшелсәләрҙе һатып ала. Бындай тәм-томдар тик урыҫтарҙа ғына була икән, тип уйлай торғайным. Мин, ярай инде, бала кеше. Ә ололар был хаҡта ни уйлап йәшәгән икән? Ошо көнгәсә ғәжәпләнеп бөтә алмайым...
Байтаҡ ваҡыт сит тарафтарҙа йөрөргә тура килде. Тормош бит. Илгә ҡайтыуыма донъялар ҙа үҙгәреп китте. Шул осорҙағы "үҙгәртеп ҡороу" этәргес булыу сәбәбенәнме, ауыл халҡы үҙ еренең ҡәҙерен белә башланы, буғай. Бөгөнгө көндә, шөкөр, йәштәребеҙҙең, хатта ололарҙың да төрлө кәрәкле йәшелсә-емеш үҫтерергә өйрәнеп алыуын күреп шатланам. Ауылда баҡса тотмаған кеше лә юҡтыр әле хәҙер. Һәр кемеһенең баҡсаһында парник, теплицалары ла бар. Хатта әлеге тиреҫенең үҙенән артҡанын ҡала кешеләренә яҡшы ғына хаҡҡа һатып та ебәрәләр! Ауылда көн күргән хаҡлы ялдағы әбей-бабайҙарға шунан башҡа ни кәрәк инде. Моғайын, улар ҙа бала сағында әле минең һымаҡ уйланғандыр ҙа, олоғая килә, "Беҙ гарадскуйҙарҙан чем хуже!" тип, үҙҙәренең уңдырышлы ерҙәренән файҙа алып йәшәргә йөрьәт иткәндер. Өҫтәүенә, икмәк-тоҙлоҡ пенсия аҡсаһын да почтальон ваҡытында алып килеп тора бит. Беҙҙең туҡһанға яҡынлашып барған бер ҡоҙа: "Эй, ғүмер буйы беҙ ынтылған камунизм бөгөн ысынлап та килде бит! Һис бер нәмәгә мохтаж түгелбеҙ, түлке ғүмер генә үтеп киткән икән шул…" - тиер ине.
Ғүмер… Ысынлап та, Аллаһ Тәғәлә тарафынан бер мәртәбә генә бирелгән бит ул беҙгә. Йәшәйбеҙ, йәшәйбеҙ ҙә, мәле еткәс, китеп тә барабыҙ… Ә шулай ҙа күпселек кешегә бер ҡасан да бер нәмә лә етешмәй, үкенескә. Раббыға шөкөр итә белмәгәндәргә күпме бирһәң дә аҙ булып тойола. Бәйғәмбәребеҙ саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм: "Әҙәм балаһына бер тау алтын бирһәң, икенсеһен теләр. Ә ике тау алтын бирһәң, өсөнсөһөн теләр… Ысынында, кешене тик ер генә туйындыра ала…" - тигән мәғәнәле хәҙисе бар. Ғүмер буйы донъя малы йыйып та, аңғармаҫтан, бер секунд эсендә ана шул мөлкәтен мәңгелеккә ташлап китә кеше… Ҡыҙғаныс, шулай бит?
Ә үкенесле булмаһын өсөн был тормошто нисегерәк ҡороу кәрәк һүң? Аллаһ илсеһенең шул хәҙисен "Бөтә кеше лә ярлы йәшәргә тейеш икән", тип, бер яҡлы ғына аңлау дөрөҫ булмаҫ. Бай булыуҙың бер ҙә яман яғы юҡ. Хәлеңдән килә икән, әйҙә, байыҡ! Үҙең үлгәс, балаларың етеш йәшәһен өсөн йыйылған байлығың, кәрәкле йорт-йыһаздарҙың мул булыуы һис кенә лә насар нәмә түгел. Күпселек, бәлки, тап ана шундай ниәт менән донъя малы йыялыр ҙа ул. Тик әлеге хәҙис фәҡәт был тормошҡа ғына мөкиббән булып, үҙ мөлкәтенән башҡа бер ни ҙә күрмәй, барыбыҙ ҙа һис шикһеҙ барасаҡ Ахирәткә әҙерлекте онотоп ғүмер итеүсе кешеләргә ҡағылышлы. Бер аҡыл эйәһе әйткән: "Донъя эшен мәңгелеккә йәшәргә килгән һымаҡ итеп алып бар, ә Ахирәт эштәрен "Бөгөн-иртән донъянан китеп барыуым ихтимал" тигән уй менән үтәп йәшә".
Һәм тағы. Бәғзе бер милләттәштәребеҙ хаҡлы ялға сыҡҡас та, үҙен артабан әллә күпме йәшәр һымаҡ тойоп, кредит һаҙлығына ла батыусан. Беренсенән, процентҡа биргән һымаҡ уҡ, процентҡа алыу ҙа (риба) оло гонаһтарҙан һаналһа, икенсенән, бурысыңды ҡайтара алмаған көйө был донъянан китеп барыуың да ихтимал бит. Остазыбыҙ Ризаитдин Фәхретдин үҙенең 1916 йылда Ырымбурҙа сыҡҡан "Джәүәмиғүл кәлим шәрхе" исемле китабында күп кенә Бәйғәмбәр хәҙистәренә аңлатма биргән. Шулар араһында: "Бурыслы булып вафат булған әҙәм ҡәбере эсендә бығауланып торор. Был бығауҙан уны бурысын үтәү генә азат итер", - тигән риүәйәт тә бар. Әгәр мәрхүмдең яҡындары ла уның өсөн түләп бөтөрмәй икән, бирәсәге был әруахтың муйынында эленеп тора ла тора, имеш. Хаҡлы ялда күпме йәшәребеҙҙе бер Аллаһ ҡына белә. Уның тарафынан бирелгән мөмкинлегебеҙҙе - аҙмы күпме ҡалған ғүмеребеҙҙе заяға үткәрмәйек, үҙебеҙгә-үҙебеҙ ғәҙелһеҙлек ҡылмайыҡ, тип әйтергә лә теләгәйнем.
Оло йәштәге ҡәрҙәштәремә: "Йәшлегемә атлап түгел, йүгереп ҡайтыр инем…" - тип, һағышланып ултырыу урынына, "Ҡартлығым - байлығым", тигән шиғырға (лозунг) өҫтөнлөк биреп, һис кенә лә бойоҡмай, алтын көҙөбөҙҙө мөмкин тиклем файҙалы итеп үткәрергә кәңәш итер инем. Бәйғәмбәребеҙҙең: "Һәр кем үҙ урынында булырға тейеш",- тигән хәҙисе лә бар. Урыныбыҙҙы, дәрәжәбеҙҙе белеп, олоғайыуыбыҙҙы танып, йәштәр эшенә әллә ни тығылмай, үҙебеҙҙе ысын аҡһаҡалдар һәм ағинәйҙәр тип хис итеп йәшәйек, ин шәә Аллаһ.

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №39, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.09.22 | Ҡаралған: 158

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru