«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠАЙТЫҒЫҘ!
+  - 

Быға тиклем ҡайҙалыр алыҫта, күҙ күрмәгән яҡта, беҙ белмәгән кешеләр тарафынан алып барылған һуғыш ҡасафаты ете ят нәмә булһа, 22 сентябрҙән алып ул беҙҙә лә һәр бер өйгә килеп инде лә... кемдеңдер улына, иренә, атаһына, ҡустыһына, еҙнәһенә йә кейәүенә саҡырыу ташланы. Йөрәктәрҙә ҡурҡыу, шом, хәүеф уянды...

Алыҫта түгел, эргәбеҙҙә генә икән дә баһа был афәт! Һәр кем үҙенсә аңларға, башҡаларға аңлатырға тырыша башланы был хәлде. Хатта урамдарға сығырға, һуғышҡа ҡаршы митингылар ойошторорға өндәүселәр ҙә табылды. Юҡ, урамға сығып ҡына туҡтатыу мөмкин түгел был афәтте. Сөнки инде ул беҙҙән генә, беҙҙең илебеҙ етәкселегенән генә лә тормай. Ил башлығы: "Бөгөндән ҡан ҡойошто туҡтатырға! " - тип әйткән сүрәттә лә бөтөн Европанан ябырылған яуызлыҡ иртәгә беҙгә килмәҫ тип кем әйтә ала? Был бит Украина менән Рәсәй араһындағы низағ ҡына түгел, был НАТО менән Американың Рәсәйҙе яулап алырға тырышҡан күптәнге сәйәсәте.
В.В. Путин власҡа килгәнгә тиклем булған ауыр замандарҙы ишетеп түгел, үҙ иңемдә татып беләм. Иҫегеҙҙәлер: бөтөн завод-фабрикалар туҡтаған, ил таланған, халыҡ бөлгөнлөккә төшкән. Буп-буш магазин кәштәләре. Ярты йыллап эш хаҡы алмағанбыҙ. Өйҙә икмәк менән сәй-шәкәр булһа, күңел тыныс, сөнки улары ла булмаған көндәр йыш ҡабатланды. Эшләнек, әммә аҡса ала алманыҡ. Эш хаҡы ла, балалар пособиеһы ла талондар менән түләнде. Ә талондарҙы тауарға әйләндерер инең, магазиндарҙа перловка менән араҡынан башҡа бер ни юҡ. Икеһен дә алабыҙ, перловканы инде ашап бүккәнбеҙ, күрге лә килмәй. Ә араҡыны, исмаһам, һатып була. Оят булһа ла әйтәйем, мин дә һаттым. Аптырағандың көнөнән. Балаларға ризыҡ һатып алыр өсөн. Һәм был бит Бөйөк Ватан һуғышы йылдары түгел, ә 1990 - 2000 йылдар арауығы ине! Балаларҙы мәктәпкә уҡырға ебәрер өсөн портфелгә түгел, хатта дәфтәр-ручкаға ла аҡса булманы. Иҫәп таяҡсалары урынына шырпы алып бара торғайныҡ, тип, ҡыҙҙарым һаман да иҫләй. Мин ул заманды онотманым. Һәм уның ҡабатланыуын теләмәйем. Емерек илде тергеҙеп, рэкетты бөтөрөп, завод-фабрикаларҙы йүнәтеп, киренән етеш тормошҡа ҡайтарыусы шул Путин түгелме ни? Мең рәхмәтлемен уға!
Бөтөн Европаны үҙ йоҙроғона туплап, беҙҙең газ, нефть, алтын-көмөшөбөҙгә, ожмахҡа тиң еребеҙгә хужа булырға ынтылған АҠШ-тың ысын ниәттәрен аңламаған Украина етәкселегенә беҙ нисек яуап бирергә тейешбеҙ? Митингылар менәнме ни? Юҡ! Улай ғына туҡтатырлыҡ булһа, был ҡан ҡойош башланмаған да булыр ине.
Эйе, мин дә әсәй, минең дә улдарым бар. Әле бына оло улыма армияға повестка көтәбеҙ. Минең дә йөрәгем һыҙлай. Мин дә һуғышҡа ҡаршы. Әммә әлеге осраҡта, әлеге көндә беҙ бары бергә тупланып ҡына был агрессияға ҡаршы тора аласаҡбыҙ! Элек "Мин янмаһам, һин янмаһаң, ул янмаһа - кем һуң ҡараңғылыҡты таратыр?" тигән шиғыр юлдары бик модала булды. Бөгөн дә шул афоризм кеүек юлдарҙы аҙ ғына үҙгәртеп ҡабатлайым: донъяға ябырылған афәткә ҡаршы минең улым бармаһа, һинең улың бармаһа, уның улы бармаһа - кем һуң илебеҙҙе һаҡлар? Илебеҙ, киләсәгебеҙ, тыныслығыбыҙ - ил һаҡсылары ҡулында. Тиҙ арала был ҡан ҡойошто туҡтатып, имен-һау әйләнеп ҡайтһын ғәзиз улдарыбыҙ!

Зөлфирә ҠАҘАҠБАЕВА,
Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, 5 бала әсәһе.
Йылайыр районы.

"Киске Өфө" гәзите, №40, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.10.22 | Ҡаралған: 197

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru