«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МИЛЛИ КЕЙЕМ, МИЛЛИ ЙОЛА ҮҘ АСЫЛЫБЫҘҒА ҠАЙТАРЫР САРАЛАР ОШОЛОР
+  - 

Республика көнөнә арналған байрам сараларының иң сағыуы "Планета" сауҙа-күңел асыу үҙәгендә "Тамға" халыҡ-ара конкурсы еңеүселәрен тәбрикләү булғандыр, моғайын. Өсөнсө тапҡыр үткәрелгән конкурсҡа быйыл беренсегә шулай асыҡ майҙансыҡта йомғаҡ яһалды. Ойоштороусыларҙың был ҡарарын барыһы ла хуплап ҡабул итте. Шулай булмай ни, ҡасан әле баш ҡаланың башҡорт милли кейемдәре менән махсус ҡыҙыҡһынмаған ҡатламы бындай тамашаны күргәне бар ине?

Конкурсҡа старт июль айында бирелеп, сентябрҙә үткән һайлап алыу турында баһалама ағзалары 300-ҙән ашыу ҡатнашыусының ҡул эштәрен онлайн рәүештә тикшергән. Улар араһынан ни бары иллеһе генә һайлап алынған һәм киләһе һынауға үткән. Ҡатнашыусылар биш номинацияла эштәр тәҡдим иткән. Улар араһынан "Башҡорт халыҡ кейеме - тергеҙеү" номинацияһында Балаҡатай районынан Сәйҙә Әхтәмова һәм Бөрйән районынан Гөлсөм Хөсәйенова беренсе урын алды. "Балалар кейеме - тергеҙеү" буйынса Өфөнән Алһыу Кинйәбаеваның ҡул эше юғары баһаға лайыҡ булды (әйткәндәй, Алһыу Фаил ҡыҙы "Киске Өфө" гәзите хеҙмәткәре). Оҫтабикә конкурсҡа боронғо фотоһүрәткә "йән өрөп", атай һәм ҡыҙ образын сәхнәгә сығарған. "Башҡорт традицион кейеме аксессуарҙары" номинацияһында Өфөнән Гөлнара Вахитова һәм Бөрйәндән Әлфинә Ғәбиҙуллина, "Башҡорт милли ювелир биҙәүестәре"ндә Өфөнән Рөстәм Дәүләтов, ә бына дизайнерҙар араһында ойошторолған "Башҡорттарҙың заманса автор образы" номинацияһында Өфөнән Светлана Ручкина беренсе урын алды. Был номинацияларҙа шулай уҡ икенсе һәм өсөнсө урынға лайыҡ булыусылар ҙа билдәләнде һәм уларҙың барыһына ла аҡсалата приз, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Ә бына ярыштың иң юғары наградаһын - Гран-приҙы һәм 300 мең һумға сертификатты баш ҡалала йәшәп ижад итеүсе оҫта Рафаэль Амантаев яуланы. Ул боронғо башҡорт ир-аты кейемен тергеҙгән. "Беҙ йыл һайын тамашасыларҙы ла таң ҡалдырабыҙ, үҙебеҙ ҙә яңы тыуған йүнәлештәргә иҫебеҙ китә. Быйыл "Заманса кейемдәр" номинацияһына стилистарҙың да ҡул эштәрен ҡабул иттек. Ҡатнашыусылар күп булды. Баһалама комиссияһында ла үҙ эшенең оҫталары эшләне, улар араһында Үзбәкстан һәм Ҡырғыҙстан стилистары ла беҙҙең эштәрҙе ҡараны. Беҙ дөрөҫ юҫыҡта үҫешәбеҙ. Быйыл башҡорт халыҡ кейеменең тарихи образы буйынса бик күп сифатлы эштәр ҡабул иттек. Урындар билдәләгәндә оҫталар бер-береһенән ярты йәки бер балға ғына ҡалышты, шуға "Башҡорт милли кейеме - тергеҙеү" номинацияһында лауреаттар күп. Беҙ был эш ҡиммәтле һәм һиммәтле булыуын аңлайбыҙ, әммә дөрөҫ юл алғанбыҙ. Йылдан-йыл был конкурс киңерәк, ҡеүәтлерәк һәм текәрәк була барыр, тигән ышаныстамын", - тине Республика халыҡ ижады үҙәге директоры Артур Әлибәков.
"Тамға" конкурсына йомғаҡ яһағанда унда ҡатнашыусыларҙың ғына түгел, саҡырылған ҡунаҡтарҙың да сығыштарын ҡарау мөмкинлеге булды. "Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан дизайнерҙары ла ҡәнәғәт ҡалды. Улар, әлбиттә, беҙҙе "Тамға" конкурсы менән Үҙәк Азияға саҡыра. Беҙҙең дизайнерҙарҙы, оҫтабикәләрҙе Азияның алдынғы дизайнерҙары менән хеҙмәттәшлек иттереү өсөн үҙҙәренә билдәләп тә ҡуйҙылар. Шуға беҙ республикала ғына түгел, дуҫ милләттәр араһында ла ваҡыт һәм быуындар бәйләнешен тергеҙеү йәһәтенән эшләйбеҙ. Киләсәктә сиктәрҙе киңәйтергә хыялланабыҙ", - тип билдәләне конкурстың кураторы Сәлимә Усманова.

ШУЛАЙ ИТЕП...
"Тамға" халыҡ-ара конкурсы башҡорт халҡының матди мираҫы менән бергә рухи байлығын да тергеҙгән, киләсәк быуындарға һаҡсыл тапшырған оҫталарҙы халыҡ араһынан сүпләп йыйған һәм ғәмгә танытҡан үҙенсәлекле ярыш. Унда ҡатнашырға теләүселәр һаны бер ҡасан да кәмемәҫ, сөнки беҙҙең ҡул эштәренән йәм табып, күҙҙең яуын алырҙай әйберҙәр тегеүсе, бәйләүсе, сигеүсе оҫтабикәләребеҙ бихисап. Республикала бик әүҙем эшләүсе "Ағинәй" йәмәғәт ойошмалары ағзалары ла әле бындай ҙур конкурста ҡатнашырға ҡыймайсараҡ тора. Ә бит республикала башҡорт милли кейемдәрен һәм биҙәүестәрен тергеҙеү, әлеге көндә иһә һәр ырыуға хас аутентик өлгөләр өҫтөндә эшләүселәр ҙә ошо ағинәйҙәр икәнен һәр кем белә. Тап улар өлгөһөнә эйәреп, күптәр милли кейем тегеүгә, һаҡал, селтәр, яға кеүек биҙәүестәр эшләүгә тотондо, шул рәүешле оҫталарҙың яңы майҙансыҡтары, оҫтаханалары барлыҡҡа килде. Райондарҙағы үҙ эшенә бирелгән, үҙ эшмәкәрлеген ысын профессиональ юҫыҡта алып барған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ағинәйҙәрҙең энтузиазмын баһалап, уларға мәҙәниәт йорттарында, китапханаларҙа осрашыу, аралашыу шарттары тыуҙырҙы. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ошо милли кейем, милли кәсеп, милли йолалар аша үҙ асылына ҡайта, тип ышанайыҡ.

Камила ҒӘЛИЕВА әҙерләне.
"Киске Өфө" гәзите, №42, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.10.22 | Ҡаралған: 147

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru