«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АСЫҠ ДӘРЕС ШАҒИР КӨНДӘЛЕГЕНӘ АРНАЛДЫ
+  - 

Мәғариф ойошмаларының эшенә быйыл тәрбиәүи әһәмиәткә эйә бик күп яңылыҡтар индерелде. Бигерәк тә мәктәп уҡыусыларын йәлеп иткән илһөйәрлек дәрестәре күптән көтөлгәндәрҙән булды. Республиканың урта һөнәри белем биреү өлкәһендә эшләүсе педагогтар ҙа был йәһәттән ҡалышмай: яңынан-яңы ҡыҙыҡлы проекттарға нигеҙ һалынып тора. Шуларҙың береһе - ошо көндәрҙә Өфө сауҙа-иҡтисад колледжының "Асыҡ дәрестәр" проекты сиктәрендә "Родина" кинотеатры менән берлектә ойошторған "Рәми дәресе" булды.

Колледж бындай форматтағы асыҡ дәресте тәүге тапҡыр үткәрҙе һәм киләсәктә даими сараларҙың береһенә әүерелдерергә ниәттәре бар. "Рәми дәресе" барышында колледждың башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса яҡшы уҡыған, юғары уңыштарға өлгәшкән бер төркөм төрлө курс студенттары кинотеатрҙа яңы ғына экрандарға сыҡҡан "Шағир көндәлеге" фильмын ҡараны һәм уның авторҙары - режиссер Булат Йосопов, сценарист Гөлсәсәк Саламатова менән аралашты, тәьҫораттарын уртаҡлаштылар, һорау ҙа бирҙеләр. "Йәш тамашасыларҙың фекерҙәрен белгем, уларҙы тыңлағым килгәйне. Мин уларҙың булмышына Рәми Ғариповтың шундай ижади, асыҡ образы йоғонто яһауын бик теләйем. Йәштәр унан үрнәк алһын ине. Бөгөн улар фильмды ҡабул итеүен күреп шатландым", - тине осрашыуҙан һуң кинокартинаның режиссеры Булат Йосопов.
Әйткәндәй, студенттар фильмды ҡарарҙан алда Рәми Ғариповтың көндәлектәрен уҡырға алған, күптәре шиғырҙарын яттан белә. Мәҫәлән, 3-сө курста белем алған Динә Нәбиуллина, 1-се курс студенты Әлиә Моратшина Башҡортостандың халыҡ шағиры ижадын ярата. Ә бына 2-се курста белем алған Ирәндек Собханғоловҡа "Шағир көндәлеге" фильмы бик оҡшаған. "Башҡорт халҡының бөйөк шағиры тураһында фильм-биографияны беренселәрҙән булып ҡарай алыуыма шатмын. Бының өсөн колледж етәкселегенә һәм уҡытыусыларыбыҙға рәхмәт. Рәми Ғарипов - һәр кемдең күңеленә ята торған шағир, уның ижады илһамландыра. Ә бына фильмдан уны тағы ла маҡсатлы шағир, тип белдек. Ул донъяның матурлығын яратҡан йүкәләре аша, ҡоштар һайрауында ла күрә белгән, ябай ғына әйберҙәрҙән ҡыуаныс тапҡан кеше. Көндәлектәрен уҡып сыҡҡас, мин уның ошо оптимист сифаттары ла фильмда сағылыр, тип уйлағайным", - тип фекерҙәре менән уртаҡлашты Ирәндек. Өфө сауҙа-иҡтисад колледжының "Асыҡ дәрестәр" проекты артабан да дауам ителәсәк. Был хаҡта уҡыу йортоноң директоры Ришат Сабитов ышаныслы итеп белдерҙе. Тәү сиратта "Родина" кинотеатры менән килешеү төҙөлә, унан инде башҡортса төшөрөлгән фильмдар, әкиәттәр, сериалдар студенттарҙың иғтибарына тәҡдим ителәсәк һәм фәһемле әңгәмәләр, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар ойоштороласаҡ. Был эштә етәксегә колледж педагогтары Роза Алғушаева, Гөлнара Шәйхелисламова, Гүзәл Назарова, Регина Ғайсина, Эльвира Рәхимова, Зөлфиә Хафизова терәк, ярҙамсы, күтәрмәләүсе булып тора. "Киләсәктә бындай асыҡ дәрестәр республика кимәлендә үткәрелер, башҡа колледждар менән берлектә ойошторолған ҙур проектҡа әүерелер, тип өмөт бағлайбыҙ. Әле был эштең башланғысы ғына һәм балаларҙа башҡорт әҙәбиәтенә, сәнғәтенә, тарихына ҡыҙыҡһыныу уятыу, патриотик тәрбиә биреү - төп маҡсат. Башҡорт кинематографияһында йәштәргә күрһәтерлек күркәм өлгөләр байтаҡ, уларҙың күбеһе интернет селтәрендә иркен ҡулланыуҙа булыуға ҡарамаҫтан, бөтәһе лә ҡарап-белеп бармай. Хатта "Беренсе республика" фильмын ҡарамаған йәштәр барлығын асыҡланыҡ. Шуға күрә, колледждың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары уҡыу пландарына ярашлы темаларҙы билдәләп, кинотеатрҙа фильм ҡарау, аҙағынан йәнле аралашыу ойоштороу тәжрибәһен даими эшебеҙгә әүерелдереү матур бер йолабыҙға әйләнер", - тине Ришат Хажғәли улы.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Өфө сауҙа-иҡтисад колледжында белем алған йәштәр һөнәрҙәре буйынса әҙәбиәт һәм сәнғәттән бер аҙ ситтә торһа ла, уларҙың күңелдәрендә матурлыҡҡа һәм ижадҡа ынтылыш, рухи тәрбиә биреүҙе хәстәрләп торор уҡытыусылары бар. "Асыҡ дәрестәр" проекты ла тап шул маҡсатҡа хеҙмәт иткән сараларҙың береһе һәм "Рәми дәресе" менән башланып киткән икән, шағирыбыҙ кеүек кешелекле, намыҫлы, эшһөйәр, ғәҙеллек көрәшселәре булыр шәхестәрҙе үҫтереүгә юл асһын.

Сәриә ҒАРИПОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №43, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 28.10.22 | Ҡаралған: 282

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru