«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АҠРЫН БАРҒАН - АТТАН УҘҒАН
+  - 


Көндәр һыуыта, анда-һанда ямғыр ҡатыш ҡар яуа, оҙаҡламай шыҡырлатып туңдырып та ебәрер. Шунан әйтеүем: тайғаҡтар башлана, йығылып, аяҡ-ҡул һындырыуҙар күбәйә торған осор, бик абай, һаҡ йөрөргә кәрәк буласаҡ, айырыуса өлкәндәргә. Бәлә аяҡ аҫтында, тип раҫ әйтәләр. Тайғаҡ та түгел ине әле, сентябрҙең ҡояшлы, матур бер көнөндә таҡыр ерҙә эләгеп йығылып, ҡулды һындырҙым. Өтәлән-ҡабалан ғәҙәт арҡаһында. Йәш барһа ла, ҡайһы берәүҙәр кеүек яй ҡыймылдап, әкрен генә йөрөй алмайым шул. Яй әҙәмдәргә йән көйә: бер аяғын алғансы, икенсеһен эт ашар, тип һуҡранып та алғылай инем, тәүбә, тиергә кәрәк булған. Хәҙер мин улар хәлен аңлайым: бик тыныс һәм үҙ яйын белгән, хәүефһеҙлеген ҡайғыртҡан кешеләр икән улар - бер һүҙем дә юҡ.

...Таксиҙан төшкәс, мин дә ана шулай, "бер аяҡты алғансы, икенсеһен..." тигәндәй, яй ғына сатанлап, 21-се ҡала дауаханаһы травмпунктына табан туйтаңланым: йығылғанда аяҡты ла ныҡ ҡына ҡаймыҡтырғанмын, етмәһә. Ләкин бында минең кеүектәрҙе берәү ҙә йәлләп, ҡурсылап ҡаршыламай, әлбиттә. Аяғында саҡ баҫып, һыҙланып торған кешеләрҙән регистратурала әллә нисә төрлө ҡағыҙ тултырталар: "эйе, юҡ" тип яуапларға һыу буйы анкета, табип ярҙамына ризалыҡ биреү ҡағыҙы, исем-шәрифең, адрес һәм башҡалар. Травматологҡа сират ҙур булмаһа ла, оҙаҡ ҡына көтөргә тура килде: табип та, туташтары ла кабинетта юҡ, сәй эсергә туҡтағандар, тинеләр. Ә сират "ҡойроғо" яйлап үҫә бара. "Юҡҡа ваҡыт әрәм иттек, берәй ерҙә түләүле булһа ла рентген үтеп килмәгәнбеҙ", - тип ыуаланды эшенән бер-ике сәғәткә генә һорап киткән ҡыҙым. Һәм, ысынлап та, беҙҙе рентгенға ебәрҙеләр, ә уныһы күрше төп корпуста булып сыҡты. "Быныһы ярай, әлхәм әле, - тине шул саҡ беҙҙе ҡыуып үтеп барышлай бер сатан ир, - ә бына Цюрупа урамындағы травмпунктта пациенттарҙы ике-өс квартал ары ятҡан 5-се дауаханаға ҡыуалар!" Эйе, бында бик алыҫ та атларға түгел, ни бары 400-500 метрлап булыр, әммә ҡот осҡос ауыртҡан аяҡҡа һәр аҙымың - яза. Стационарҙың 5-се ҡатындағы рентген кабинетҡа килеп еткәнсе, ярты сәғәттәй ваҡыт үтте шулайтып, ә бында сират йыйылып киткән. Сәс-башы туҙған, ябыҡ ҡына асыулы бер ҡатын яңғыҙы эшләй икән: ике кабинет араһында йүгермәләй: рентген төшөрә лә, һүрәтен сығарырға лабораторияға саба, һис өлгөрә алмай, меҫкенкәй. Етмәһә, сират ризаһыҙ геүләй... Ҡыҫҡаһы, травматолог кабинетына ах та ух итеп яңынан килеп йығылғас, стажерға оҡшаған йәш кенә егет һүрәткә рыя ғына күҙ һалды ла ваҡ-төйәк йомош менән инеп-сығып йөрөгән әллә туташ, әллә санитар ҡыҙыҡайҙы саҡырып, минең ҡулға гипс һалырға ҡушып, күрше бүлмәгә сығарып ебәрҙе...
...Бер аҙна һыҙланы ҡул, хатта аяҡ та онотолдо. Аптырағас, түләүле "Меги" клиникаһына барып күренергә кәңәш бирҙе яҡындарым. Рентген бында, бәхетемә, травматолог кабинетына йәнәш кенә ине. Оло ғына табип- травматолог, һүрәтте компьютерынан диҡҡәт менән өйрәнгәс, ғәжәпләнеп минең гипслы ҡулға текләне: "Нимә был? Ҡайҙа былай маташтырҙылар? Хәҙер үк процедурныйға! Яңынан гипслайбыҙ!" Баҡтиһәң, минең ҡатмарлы травма булып сыҡты, тәү ҡараған травматолог һынған ҡулды тартҡылап, турайтып, тәү хәленә килтергәс кенә гипсларға тейеш булған, имеш. "Меги" докторы саҡ эләгеп торған иҫке гипсты һә тигәнсе алып ырғытты ла, һарыҡ һымаҡ итеп, аяҡ-ҡулды бәйләп һалып та ҡуйҙылар. Укол ҡаҙағас, баяғы бәхетһеҙ ҡулды баш һәм һуҡ менән сәтәкәй бармаҡтарҙан тотоп, бар көсөнә тартҡылап-һуҙғылап, урынына ултырттымы-юҡмы - шыҡырлатып гипслап та ҡуйҙы. Бөтәһен дә, хатта уколды ла шәхсән үҙе эшләне, 21-се дауахана травматологы ише, бер ҙә иренеп йә кәмһенеп торманы, хатта эргәһендә өйөрөлөп-сөйрөлгән шәфҡәт туташына ла эште тапшырып ҡуйманы. "Һуң, шуның өсөн түләүле бит", - тиерҙәр. Килешә алмаҫ инем. Юҡ, аҡса өсөн генә түгел, табиптың үҙ эшенә мөнәсәбәте, ябай ауырыуға ҡарата мөғәмәләһе уның һәр бер һүҙендә, хәрәкәтендә, ым-ишараһында ла асыҡ күренде. Был ике генә һүҙ менән "табип этикаһы" тип атала торғандыр. Тап бына ошо сифаттың эҙен дә күрмәнем 21-се дауахана табиптарында. Әйткәндәй, минең ҡаймыҡҡан аяҡтың таз һөйәге һынған тип, тура стационарға йүнәлтмә лә биргәйне баяғы травмпункттағы йәш табип. Күрәһең, рентген һүрәтен йүнләп уҡый ҙа белмәйҙер ул, тигән уйға килдем, сөнки стационарға ҡабул итеп ултырыусы травматолог әлеге һүрәткә күҙ ташлау менән йәш коллегаһын һүгеп алды ла, "сильный ушиб, растяжение" тип яҙып, өйҙә аҙна-ун көн ләз ятып торорға ҡушты. Дөрөҫ, шул уҡ ваҡытта ул рентген һүрәтенең бик тоноҡ, сифатһыҙ булыуы өсөн дә һуҡранып алды, ә ҡулдағы ташҡүлсәйем гипсты ҡарап та торманы.
Рентген сифаты тигәндән, сиратта ултырыусылар гәпләшеүенә ҡарағанда, тиҙҙән, ғөмүмән, сит илдәрҙә етештерелгән ошондай һәм башҡа төр медицина техникалары, шул иҫәптән, КТ, МРТ ҡарамалдары ла, иҫкерә, эшлектән сыға башлаһа, ни эшләрбеҙ икән? Тағы ла бер нәмә борсой дауахана юлын тапаусы пациенттарҙы: дауаханаларҙа йәш табиптарҙың күбәйеүе. Бер яҡтан, шатланырға кәрәктер: яңы, йәш көстәр менән тулылана табиптар сафы. Тик бына белем йәһәтенән кимәлдәре ни дәрәжәләлер? Һәм, әлбиттә, тәжрибәләре булмау ҙа бик борсой ауырыуҙарҙы. Ни тиһәң дә, берәүҙең дә йәштәр ҡулына ҡалып, "тәжрибә ҡорбаны" булғыһы килмәй бит. Әйтеүҙәренсә, пандемия осоронда өлкәнерәк табиптар йә хаҡлы ялға, йә түләүле клиникаларға китеп бөткәндәр, имеш. Тороп ҡалғандары иһә асыулы йә ризаһыҙ йөҙ менән ҡаршылай сирлене, эш хаҡы менән риза түгелдәр икән. Бында ауырыуҙың бер ғәйебе лә булмаһа ла, "ҡыҙыу баш йә ҡул аҫына" килеп эләгергә Хоҙай ҡушмаһын! Шуның өсөн ҡабатлап иҫкәртеүем: тайғаҡ осорҙарҙа һәм, ғөмүмән, һәр ваҡытта ла абай булырға, яйлабыраҡ йөрөргә кәрәк. "Аҡрын барған аттан уҙған, йүгереп барған тайҙан ҡалған", тип юҡҡа әйтмәгән бит халыҡ аҡылы.

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №43, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 28.10.22 | Ҡаралған: 371

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru