«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КҮРЕҮ ҺӘЛӘТЕ - АЛЛАҺ БҮЛӘГЕ
+  - 


Ғәҙәттә, күпселек кеше ауырып китмәйенсә табиптарға барып күренеүҙе кәрәк тапмай. Был беҙҙең милләттәштәргә лә хас бер ғәҙәт. Әллә артыҡ түҙемлебеҙме, әллә үҙебеҙҙе ҡәҙерләп етмәйбеҙме - быныһы икенсе мәсьәлә. Әле әйтергә теләгәнебеҙ шул - йылына, ярты йылға бер махсус йүнәлештә эшләүсе белгестәргә барып күренеү мотлаҡ. Мәҫәлән, офтальмологтарға. Эйе, күптәр йәш өҫтәлә барған һайын күреү һәләте лә насарлана бара, тип, был мәсьәләгә әһәмиәт бирмәүе лә ихтимал. Әммә был хата ҡараш. Һуңғы йылдарҙа күҙ ауырыуҙары арта һәм "йәшәрә" бара, ти күҙ табиптары. Ошо юҫыҡта Сибай ҡалаһының Үҙәк ҡала дауаханаһы офтальмологы Алһыу Абрар ҡыҙы ҒАЙСИНА менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

Алһыу Абрар ҡыҙы, әңгәмәне танышыуҙан башлайыҡ.

- Әбйәлил районы Гусево ауылы ҡыҙымын. Ауыл мәктәбендә 9-сы класты тамамлағас, Сибай гимназия-интернатында уҡыным. Юғары белемде Башҡорт дәүләт медицина университетында алдым. Педиатрия буйынса уҡыһам да һуңғы курстарҙа офтальмология менән ҡыҙыҡһына башланым һәм интернатураны Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтында үттем. Бер йыл Асҡар дауаханаһында эшләнем, 2011 йылдан Сибай дауаханаһында хеҙмәт юлымды дауам итәм. Ҡала поликлиникаһында пациенттарҙы ҡабул итһәм, дауаханала дауалайым, операциялар эшләйем.

Нәҫелегеҙҙә табиптар бармы?

- Юҡ. Ата-әсәйем ябай һөнәр эйәләре. Мин үҙем мәктәптә уҡыған йылдарҙа уҡ биология, айырыуса анатомияны ярата инем. Шуға ла 9-сы кластан һуң гимназияның химия-биология йүнәлешендәге класына уҡырға килдем. Аҡ халатлыларға ҡыҙығып ҡарауым мине Башҡорт дәүләт медицина университетына алып килде. Үкенмәйем, һөнәремде яратып һайланым һәм яратып эшләйем.

Ярайһы уҡ стаж тупланған. Ошо йылдар эсендә күҙ ауырыуы менән сирләүселәр кәмейме, әллә артамы?

- Арта һәм улай ғына ла түгел, үкенескә, "йәшәрә" бара. Заман йәшен тиҙлегендә үҙгәргән кеүек, сир төрҙәре лә йылдамлыҡ күрһәтә. Медицина сир артынан ҡыуып барырға түгел, ә унан алдараҡ атларға, сирҙәрҙе дауалауға ҡарағанда, иҫкәртергә өйрәнергә тейеш. Камиллашырға тырышабыҙ: эшләйбеҙ, уҡыйбыҙ, конференцияларҙа ҡатнашып, алдынғы тәжрибәләр уртаҡлашабыҙ, яңы технологияларҙы өйрәнәбеҙ.

Бөгөн Сибай ҡалаһында күҙ ауырыуҙары буйынса хәл ниндәй кимәлдә?

- Тәүге йылдарҙа ҡатмарлы операцияларҙы Өфөгә ебәрә инек. Хәҙер барыһын да үҙебеҙ эшләйбеҙ. Беҙгә Сибайҙан ғына түгел, бөтөн Көньяҡ Урал райондарынан мөрәжәғәт итәләр, сөнки бөтә кеше лә баш ҡалаға барып йөрөй алмай - унда алдан яҙылырға, оҙаҡ айҙар сират көтөргә тура килә. Был аңлашыла ла, сөнки Өфөгә бит илебеҙҙең төрлө төбәктәренән, хатта сит илдәрҙән дә киләләр. Беҙҙең дауаханала бөтәһе 5 офтальмолог, һәр береһе үҙ эшен яҡшы үҙләштергән белгестәр. Заманса аппаратуралар, эшләү өсөн бөтә шарттар бар.

Күҙ ауырыуҙарының ниндәйҙәре йыш осрай?

- Күҙҙәге селтәрле шекәрә дистрофияһы киң таралды. Уның ҡоро һәм дымлы формаһы була. Был, нигеҙҙә, кешенең йәшәү рәүешенә, дөрөҫ туҡланмауға бәйле. Ҡороһонан дымлыға күсеү күҙәтелә ҡалһа, кеше бөтөнләй күреү һәләтен юғалтырға мөмкин. Шулай уҡ шәкәр диабеты менән ауырығандар араһында күҙ сире менән яфаланыусылар бик күп. Бер сир икенсеһе менән ныҡ бәйле. Элек ололар күберәк мөрәжәғәт итһә, әле йәштәр йылдан-йыл күбәйә бара. Катаракта менән йонсоусылар ҙа күп. Күптәргә мәғлүмдер, был - күҙ яҫмығының (хрусталиктарының) тоноҡланыуы. Ул иһә кешенең йәшенә бәйле үҙгәрештәр башланыуы менән аңлатыла. Нимә менәндер ныҡлап ауырығандан һуң да катаракта үҙен һиҙҙереүе ихтимал, йә иһә гормональ үҙгәрештәр, йә гормональ препараттар сирҙе аҙҙыра.

Бөтә донъяны шаулатҡан Ковид-19 вирусы күреү һәләтенә зыян килтерҙеме?

- Был вирус аҙған мәлдә кеше урамға сығырға, кеше араһына барырға, дауаханаларға килергә ҡурҡты. Шуға күрә уларҙың башҡа ауырыуҙары аҙҙы, тип әйтергә була, сөнки мәлендә дауалана алманылар. Ковид арҡаһында күҙҙәрҙә шешеү (увеит, кератит, конъюнктивит) булды.

Ә бына Сибайҙа карьер проблемаһы шау-шыу уятҡан мәлдә һеҙгә мөрәжәғәт итеүселәр һаны артманымы?

- Юҡ, нәҡ карьерға бәйле сир артыуы, бәхеткә, күҙәтелмәне. Бәлки, кемгәлер аллергия биргәндер, әммә етди, ҡурҡыныс сир теркәлмәне.

Күҙ сире менән ауырыусылар йәшәрә тигәйнегеҙ. Был, моғайын да, заман технологияһына - компьютерҙарға, телефон һәм башҡа гаджеттарға бәйлелер?

- Эйе, балалар, үҫмерҙәр зарар күрә. Миопия диагнозлы пациенттар арта, ҡоро күҙ синдромлылар күбәйә. Кем компьютерҙа күп эшләй, күҙҙәргә мотлаҡ дымландырыусы махсус препарат тамыҙыу кәрәк, уны табип яҙып бирә. Шуға иғтибар итеү мөһим: 40 йәште уҙҙыңмы - күреү һәләте боҙола башлай. Шуға ла күҙ табибынан күҙлек өсөн рецепт яҙҙырып алырға һәм файҙаланырға кәрәк. Интернет аша төрлө кәңәштәр уҡып, үҙ белдегең менән дарыу алып ҡулланыу хәүефле, сөнки күҙҙәрҙе һаҡларға кәрәк, ул беҙгә бирелгән Аллаһ бүләге. Реклама йоғонтоһона бирелмәгеҙ, мотлаҡ табиптарға мөрәжәғәт итегеҙ, үҙегеҙгә ярашлы препарат һәм күҙлек һайлап бирергә табип ярҙам итергә тейеш, тип ҡабатлағым килә. Ярты йылға бер тапҡыр белгескә күренеп тороу бер кемгә лә ҡамасауламаҫ.

Күҙ сиренә кемдәр күберәк дусар була? Ир-егеттәрме, әллә ҡатын-ҡыҙҙармы?

- Гүзәл заттар күберәк мөрәжәғәт итә. Гормональ үҙгәрештәр үҙен һиҙҙермәй ҡалмай.

Ә бына тыумыштан насар күргән, ниндәйҙер күҙ ауырыуына дусар булған сабыйҙар тыуамы?

- Булғылай. Әгәр әсә йөклө саҡта ниндәйҙер ауырыу үткәрһә, йә насар йәшәү рәүеше алып барһа, ул, әлбиттә, балаға тәьҫир итә. Шулай уҡ нәҫелдән килгән сирҙәр сабыйға бирелеүе ихтимал. Әйткәндәй, балаларҙа рефракция аномалияһы, йәғни миопия, гипермотропия, астигматизм йыш күҙәтелә. Әлеге лә баяғы гаджеттар "ғәйепле". Балаларға телефон биреүҙе мотлаҡ сикләргә, мөмкин булһа, бөтөнләй бирмәҫкә кәрәк. Үҫеүсе организмға ғына түгел, ғөмүмән, барыбыҙға ла дөрөҫ йәшәү рәүеше алып барыу, витаминлы ризыҡтар менән туҡланыу тик файҙаға ғына булыуын онотмайыҡ. Күберәк йәшелсә, емеш-еләк ашағыҙ.

Һуңғы йылдарҙа кеше йыш стресс кисерә. Был күҙҙәргә тәьҫир итәме?

- Әлбиттә. Был русса "центральная серозная хориопатия" тип атала, йәғни күреү һәләте насарая. Ул күберәк ваҡытлыса була, стресс үтеү менән сир билдәләренең дә юғалыуы ихтимал. Көйәләнгәндә кешенең ҡан баҫымы күтәрелеп, күҙҙә тромбоз барлыҡҡа килеүе лә йыш күҙәтелә. Ололар гипертония тәьҫирендә шулай ыҙалаһа, был йәштәрҙә лә осрап ҡуя. Кемдер әйтмешләй, бөтәһе лә стрестан. Кеше предметтарҙы ҡыйыш күрә башлай икән, кисекмәҫтән медицина ярҙамы алырға кәрәк, сөнки һуң булыуы ихтимал.

Заман ҡатын-ҡыҙҙары яһалма керпек үҫтереү менән булыша. Быға ҡарашығыҙ?

- Был көнүҙәк проблемаға әйләнде. Һуңғы йылдарҙа яһалма керпек ҡуйҙырып, ауыр хәлгә тарып мөрәжәғәт итеүселәр артҡандан-арта. Был осраҡта тулыһынса шәхси гигиена боҙола. Блефарит диагнозын һәр икенсе ҡатын-ҡыҙға тигәндәй ҡуябыҙ. Күҙ ҡабаҡтары шешә, сөнки ул микробтар, күҙгә күренмәҫ талпандарҙан зыян күрә. Шулай уҡ яһалма керпек елеменә аллергия алыусылар осрай, ә инде күҙҙең мөгөҙсә шекәрәһенә (роговица) елем эләкһә, бөтөнләй ҡурҡыныс, ул яна, таплана, күреү тоноҡлана. Был өлкәлә беҙҙең тәжрибә ярайһы ҙур, үкенескә. Гүзәл заттар килеп, дауаланып алғас, рәхмәт әйтеп, башҡаса яһалма керпек ҡуйҙырмаҫҡа анттар биреп китә. Ысынлап та, яһалма керпек бик зыянлы, уның менән булышмаҫҡа кәрәк. Бик булмаһа, сифатлы тушь менән буянығыҙ. Ә яһалма керпек ҡуйҙырыу теләге шул тиклем көслө икән, мәҫәлән, туй, юбилей алдынан эшләтегеҙ, аҙаҡ байрамдан һуң кире алдырығыҙ. Яһалма керпектәр менән оҙаҡ ваҡыт йөрөү күҙҙәргә үтә ныҡ насар тәьҫир итә. Тәбиғи матурлыҡҡа ҡәнәғәт булып ҡалыу күпкә яҡшыраҡ. Битте рәхәтләнеп йыуған кеүек, күҙҙе лә көн дә йыуырға кәрәк. Күҙҙәрегеҙҙе һаҡлағыҙ!

Резеда УСМАНОВА әңгәмәләште.
Сибай ҡалаһы.

"Киске Өфө" гәзите, №43, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 28.10.22 | Ҡаралған: 266

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru