«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"БЫҒАУЛЫ" ҒӘҘӘТТӘРҘӘН ҠАСАН ҠОТОЛОРБОҘ?
+  - 

Һуңғы йылдарҙа, һүҙ ҙә юҡ, баш ҡалабыҙ Өфөлә бында йәшәгәндәр һәм ҡунаҡҡа килгәндәр өсөн уңайлыҡтар булдырыу, ял итеү һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттар тыуҙырыуға ҙур иғтибар бирелә. Бигерәк тә ҡала парктарын заманға ярашлы үҙгәртеп ҡороу, буш ятҡан урындарҙа скверҙар төҙөү, "Башҡортостан ихаталары" проектын дауам итеү, спорт майҙансыҡтары эшләп йыһазландырыу, Башҡортостаныбыҙҙың билдәле шәхестәренә һәйкәлдәр асыу һәм башҡа төҙөкләндереү саралары ҡала йөҙөн нурландырып, йәнләндереп ебәрҙе.

Сипайловола үҙем йәшәгән йорт тирәләй генә булған үҙгәрештәр ҙә әле әйткәнгә раҫ. Мәҫәлән, оло юл ситендә нисәмә йылдар инде эс бошорғос, билдән ҡый үләне баҫҡан бушлыҡты хәҙер танырлыҡ түгел: быйыл бында балалы ғаиләләр һәм өлкәндәр өсөн заманса йыһазландырылған сквер асылды. Унда айырыуса бәләкәстәр шөғөлләнерлек спорт ҡоролмалары: самокаттарҙа елдерергә һикәлтәле хәүефһеҙ маршрут, бәүелсәктәр, кескәй альпинистар өсөн ҡош рәүешендәге скалодром, ә өлкәндәргә ултырып ял итергә эскәмйәләр, мини-китапханалар бар. Был скверҙы эшләгәндә проект авторҙары бер ыңғайҙан эргәләге 130-сы урта мәктәп биләмәһенә лә "һуғылып", уҡыусы балаларға бик шәп спорт майҙаны, футбол-хоккей яланы, көйәрмәндәр өсөн төҫлө ултырғыстарҙан трибуна ла бүләк итеп китте.
Тик бына ошо спорт майҙанына сыҡҡан һайын күңелдә әрнеү, үкенеү тойғоһо арта ғына бара: мәктәп уҡыусылары бындай юғары мәҙәниле урындарҙа үҙҙәрен тота белмәгәнлектәрен күрһәтеп кенә тора. Сүп-сарлауҙар хаҡында яҙып арыныҡ инде. Был спорт майҙанына, хәүефһеҙлек маҡсаттарынан сығып, йомшаҡ резина "келәм" түшәлгән. Махсус технология буйынса резина йәки каучук валсыҡтарынан эшләнгән был "келәм"дәр атлағанда ла, йүгергәндә лә йомшаҡ, бала йығылып китһә лә ҡурҡыныс түгел. Етмәһә, ул матур төҫтәргә буялған, шул уҡ ваҡытта "келәм"дәр ҡояш нурҙарына ла, ҡышҡы һыуыҡҡа ла бирешмәй. Тик баяғы тәртип белмәгән уҡыусыларҙың шапшаҡлығына ғына ҡаршы тора алмаҫ, ахыры, сөнки быйыл ғына файҙаланыуға тапшырылған был һоҡланғыс объекттың йомшаҡ келәмдәре төкөрөп, тапап кителгән һағыҙ таптары менән ҡаплана башланы. Ни тиклем ҡырағайлыҡ! Һәм был ошо мәктәп уҡыусыларының йөҙө, тип әйтер инем мин.
Ә бит яңы төҙөлгәнде емереү, аҡтарыу, яман һүҙҙәр яҙып, сыймаҡлап китеү, ҡыҫҡаһы, әлегесә, төкөрөп ҡарау күбеһенсә ана шул бөгөнгө мәктәп уҡыусыларының эше. Ә баш ҡалала күп ундай мәктәптәр. Дөрөҫөрәге, вандалдар һәр мәктәптә лә бик күптәр. Шуныһы ғәжәп, был уҡыу йорттары педагогтары беләме ошо хаҡта? Ниндәйҙер тәрбиәүи эш алып барыламы икән? Бөгөн бөтөн мәктәптәр ҙә илһөйәрлек тәрбиәһе флагын күтәрҙе. Ә нимәнән башлана һуң ул илһөйәрлек? Ниндәйҙер юғары идеяларҙан алда уның, был тәбиғи, гендарҙа булырға тейешле тойғоноң, бала ултырған партанан, класс таҡтаһынан, мәктәп бинаһынан, спорт майҙанынан башланыуын беләме икән уҡытыусылары? Мәктәп биләмәһенән сыҡҡас, был тойғо, тәбиғи, тыуған ҡалабыҙ урамдарына, уның йәмәғәт урындарына, һәйкәлдәренә күсергә тейеш түгелме ни?
Әйткәндәй, баш ҡалабыҙҙың Совет майҙанындағы әле яңы ғына Шайморатов генералға ҡойолған һәйкәл комплексы янында күргәне хаҡында былай тип яҙып сыҡҡайны билдәле журналист Руслан Шәрәфетдинов: "Ошо майҙандан көн һайын тиерлек үтеп йөрөйөм, Шайморатовҡа һәйкәл янынан халыҡ өҙөлгәне юҡ. Бына 10 йәштәр тирәһендәге бер малай ата-әсәһенең күҙ алдында һәйкәл нигеҙендәге металл барельефҡа үрмәләп менеп китте лә уҡ-һаҙаҡлы фигураларға йәбешеп, бәүелә башланы. Ата-әсә, бер ни булмағандай, был хәлде тыныс ҡына күҙәтеп тора. Беҙҙең ғорурлыҡ символы булған һәйкәлгә бындай хайуандарса мөнәсәбәттән һуң нимә тороп ҡалыр икән?"- тип әсенә. "Ҡалала тәртип булдырыу өсөн, Сингапур йә Ғәрәп Әмирлегендәге кеүек, штраф системаһы булдырыу кәрәк!" - тип комментарий яҙа был хәбәргә бер ҡатын. "Бөтә бындай хайуанлыҡ осраҡтары уларға ҡарата бер ниндәй ҙә яза сараһы булмауҙан килә,- ти икенсе берәү. - Конгресс-холл рәшәткәләрен онтанылар, Совет урамындағы эскәмйәләрҙе ҡырҙылар - берәй сара күрелдеме һуң? Ҡалала, әйтерһең дә, полиция ла, патруль хеҙмәте лә ҡалмаған..."
Дөрөҫөн әйткәндә, йәмәғәтселектең дә бит хәҙер бындай хәлдәргә бик иҫе китеп бармай - өйрәнелгән, ахырыһы... Ә ниндәй ҡурҡыныс ғәҙәткә әйләнгән был хайуанлыҡҡа өйрәнеү, күнеү, килешеү. Хәҙер бит, әйткәндәй, һәр кемдә смартфон, айфон - видеоға төшөрөп, әлеге малайҙы, ата-әсәһен дә, әлбиттә, телевизорҙан күрһәтергә, интернетҡа һалырға һәм был тәрбиә сараһын законлаштырырға ла мөмкиндер бит, моғайын. Ләкин был мәсьәлә полицияны ла, педагогтарҙы ла, ата-әсәләрҙе лә, закон сығарыусыларҙы ла борсомай.
...Октябрь урталарында Өфөнөң Октябрь районындағы "Өфө муйынсаһы" урман биләмәһендә (Парк һәм Шәфиев урамдары киҫелеше) фәҡәт ағастан эшләнгән 15 кг ауырлыҡтағы штанга һәм 5-әр килограмлыҡ гантелдәр менән йыһазландырылған спорт майҙансығы тантаналы асылғайны. Башҡортостанда берҙән-бер һәм берәгәйле. Ғәҙәттәгесә, бер нисә көндән ағас снарядтар ... юҡҡа сыҡты, урлағандар! Ә нимә көтөргә ине һуң ҡалала нығынған әлеге "хайуанлыҡ" ғәҙәтенән? Спорт йыһаздары яңынан эшләп ҡуйыла, ләкин инде улар, әйтеүҙәренсә, тимер сынйыр менән бығаулап ҡуйылған. Урланғандары ла табылған, имеш, тип яҙҙылар, ләкин эш унда ла түгел. Ғәрлек бит, уйлап ҡараһаң... Ҡасан ҡотолорбоҙ икән намыҫ, выждан, кешелеклелек сифаттарын быуып торған әлегеләй тимер бығауҙарҙан?..

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №46, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.11.22 | Ҡаралған: 158

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru