«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БОРОНҒО БАШҠОРТОСТАН
+  - 

Беренсе киҫәк. Боронғо дәүер.
Икенсе бүлек. Бронза быуаты.

Андронов ҡәбиләләре ҡәберҙәрендә тотош кеше һөлдәһе урынына уның айырым өлөштәре генә: баш һөйәге, башһыҙ һөлдәләр, кәүҙәһенең яртыһы табылыуы осраҡтары бик күп. Бындай өлөшләтә ерләүҙе, үлгән кешенең мәйетен ер өҫтөндә ҡалдырып, уның һөйәктәрен таҙартыу йолаһы һөҙөмтәһе итеп ҡарауға ныҡлы ерлек бар. Үлгән кешенең ижтимағи хәленә (көслө, бай булыуы һ.б.) ҡарап, ырыуҙаштары уның һөйәктәренең төрлө магик сифаттарға эйә булыуына инанған, һәм улар үҙенсәлекле талисман ролен үтәгән, амулет, йәғни бетеү итеп тотолған. Бындай осраҡта кеше һөйәктәре эргәлә ҡалдырылған, бер ни тиклем ваҡыттар уҙғас, уларҙы ерләүҙәре лә мөмкин булған. Мәйеттән тороп ҡалған һөйәктәрҙе айырымлап, өлөшләтә ерләү абашев һәм бура мәҙәниәте ҡәбиләләре ҡәберлектәре өсөн ғәҙәти күренеш була; үрҙәрәк билдәләп үтелгәнсә, ям мәҙәниәтендә лә ошондай уҡ ерләү йолаһы күпләп күҙәтелә. Бынан инде ошондай һығымта яһап була: энеолит һәм бронза эпохаларында Көньяҡ Урал һәм уға сиктәш территорияларҙа йәшәгән халыҡтарҙың дини ҡараштары уртаҡ нигеҙҙә формалашҡан.
Алдараҡ, бура мәҙәниәте ҡәбиләләре тураһында яҙғанда, уларҙа сәсбау (сәсүрмә, сулпы) йәиһә түшелдерек сифатында ҡулланылған, бронза торбасыҡтар (пронизки) һәм пластиналарҙан яһалған биҙәүестәр комплексының киң таралыуына уҡыусыларҙың иғтибарын йүнәлткән инек. Һынташты ҡәберлегенән тағы ла байыраҡ бронза биҙәүестәр йыйылмаһы табылыуы беҙҙе яңынан ошо сюжетҡа кире ҡайтырға мәжбүр итә. Һынташтылағы ике ҡатын-ҡыҙ ҡәберендә, ҡалын күнгә беркетелеп, көмөш пластиналарҙан һәм торбасыҡтарҙан яһалған берәр зиннәтле түшелдерек табылған. Уларға иш булырлыҡ табылдыҡтар Көньяҡ Урал, Волга буйы һәм Ҡаҙағстандың бронза эпохаһына ҡараған ҡомартҡыларында күпләп осрай.
Ошондай түшелдеректәрҙең бура ҡәбиләләре ҡурғандарынан алынған сәсбау-түшелдеректәр менән дөйөм типологик яҡынлығы шик тыуҙырмай. Бында ошо биҙәүестәр комплексының ҡатын-ҡыҙҙар ерләнгән ҡәберҙәрҙән табылыуы иғтибарҙы йәлеп итә. Уйлауыбыҙса, ошо түшелдеректәр - башҡорттарҙа әлеге заманға тиклем массовый рәүештә һаҡланып ҡалған ҡатын-ҡыҙ күкрәксәләренең иң боронғо һәм сағыу прототибы ул. Сағыштырылған түшелдеректәр араһындағы конструктив оҡшашлыҡ беленеп тора, тик уларҙың айырмаһы хәҙерге башҡорт күкрәксәләрендә (башҡортса - яға, һаҡал) биҙәүес сифатында сәйлән, көмөш тәңкәләр йә иһә ябай пластиналар ҡуланылыуында ғына.
Конструкцияһы буйынса оҡшаш ҡатын-ҡыҙ түшелдеректәренең хәҙерге мириҙарҙа, сыуаштарҙа һәм Төньяҡ Евразияның башҡа халыҡтарында һаҡланып ҡалыуын һыҙыҡ өҫтөнә алырға кәрәк.
Беҙҙең бында сағылдырылған күҙәтеүҙәребеҙ дөрөҫ юҫыҡта бара икән, ғалимдарыбыҙ ҡарамағында ҡиммәтле сығанаҡҡа тиң материал барлыҡҡа киләсәк: ул Урал-Волга буйының бронза быуаты ҡәбиләләре мираҫының, үҙгәрә барып, ошо төбәк халыҡтарында хәҙерге заманға тиклем һаҡланып ҡалыуына дәлил булып тора. Был дала Евразияһы ҡәүемдәре, иң элгәре Көньяҡ Урал, Көньяҡ Себер, Урал-Волга буйы халыҡтары этногенезы башланғысының, шул иҫәптән хәҙерге башҡорттарҙың да, бронза быуаты ҡәбиләләренә барып тоташыуы хаҡындағы фекергә етерлек дәлил булып торасаҡ. Уҡыусы, Көньяҡ Уралда бронза эпохаһына ҡараған 22 ҡәлғә-ҡаласыҡ асылып, ошо нигеҙҙә оригиналь билдәләре булған археологик мәҙәниәтте айырып ҡарау дала Евразияһы археологтарының барыһы өсөн дә һис бер көтөлмәгәнсә булды, һәм һынташты ҡәбиләләре тарихының үҙәк мәсьәләләре буйынса әлегәсә берҙәм фекер юҡ.
Бына, мәҫәлән, бер төркөм тикшеренеүселәр Көньяҡ Уралда һынташты мәҙәниәтенең бында көнбайыш райондарҙан килгән абашев мәҙәниәте ҡәбиләләренең әүҙем йоғонтоһо аҫтында барлыҡҡа килеүе хаҡындағы фекергә килә. Хатта ошо мәҙәниәттең абашевсылар мәҙәниәтенең бер варианты булыуы хаҡындағы ҡараш та бар. Шулай уҡ Г.Б. Здановичтың оппоненттары Арҡайым тибындағы ҡәлғәләрҙең барлыҡҡа килеүен Урал-Волга буйы төбәге ҡәбиләләренең бер ни тиклем кимәлдә дала халыҡтары төркөмө һәм ям мәҙәниәте ҡәбиләләре вариҫтары ҡатнашлығында барған бәйләнеш һөҙөмтәһе итеп ҡарай. Ҡайһы бер авторҙар күрһәтелгән ҡомартҡыларҙың барлыҡҡа килеүендә Төньяҡ Кавказ ҡәбиләләренең ҡатнашыуы мөмкинлеге хаҡында ла һүҙ йөрөтә.
Арҡайым тибындағы ҡомартҡыларҙың функциональ тәғәйенләнеше буйынса тикшеренеүселәр араһында фекер айырымлыҡтары бик күп. Күптәр Г.Б. Зданович һәм уның коллегалары тикшеренеүҙәренең төп положениеларына - ҡеүәтле нығытмалар системаһы булған Арҡайымға иш тораҡтарҙың дини-административ, һөнәри һәм хәрби һаҡ функцияларын үтәүсе протоҡала үҙәктәре булғанлығына ҡаршы килә. Оппоненттар фекеренсә, был тораҡтар - малсылыҡ-ер эшкәртеү менән көн иткән халыҡтың Көньяҡ Уралда барлыҡҡа килгән ҡәҙимге, әммә иртә ҡәлғә-ҡаласыҡтары ғына. Улар, үҙҙәренең ошо кире ҡағыусы ҡараштарына дәлил итеп, көньяҡ мәҙәни үҙәктәрендә Арҡайым кеүек тораҡтарҙың иштәре (аналогтары) булмауына һылтана.

Нияз МӘЖИТОВ. Әлфиә СОЛТАНОВА.
Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Дауамы. Башы 28-се һанда).

"Киске Өфө" гәзите, №46, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.11.22 | Ҡаралған: 125

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru