«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УЛ НАМЫҪ ҺЫМАҠ: ЙӘ БАР, ЙӘ ЮҠ
+  - 


Бөгөн был иң көнүҙәк тема: патриотлыҡ, йәғни беҙ уны хәҙер башҡортсаға ауҙарып, илһөйәрлек, тибеҙ. Был тема телдән төшкәне лә булманы, әлбиттә. Ә шулай ҙа ул быйыл бөтөн етдилегендә, бөтөн асылында күтәрелә: яңы дәүерҙә, яңы шарттарҙа ватандаштарҙың ошо сифаты - патриотлығы илгә янаған ҡурҡынысҡа ҡаршы торорға тейеш икәне ҡапыл иҫебеҙгә төшөп, ойой яҙған аңды уятҡандай булды. Гәзитебеҙҙәге күп материалдар, сығыштар ошо илһөйәрлек темаһы менән һуғарылған булһа ла, беҙ артабан да ул хаҡтағы һүҙҙе һыҙыҡ аҫтына алып ҡуйыртмаҡсыбыҙ. Әлегә һорауҙарыбыҙҙы Учалы районында йәшәп ижад итеүсе зыялы, илһөйәр шағирәбеҙ Наилә ХӘМБӘЛИЕВАға юлланыҡ. Ошондай уҡ һорауҙар өҫтөндә башҡа авторҙарыбыҙ һәм уҡыусыларыбыҙ ҙа уйланып, яуаптарын яҙып ебәрә ала. Әйҙәгеҙ, фекер алышайыҡ әле.

Патриотизм, йәғни ватансылыҡ, ниндәй генә заманда ла кешенең рухи торошон, әхлаҡи-мәҙәни кимәлен сағылдырып ҡына ҡалмай, был тойғо илдең сәйәси, иҡтисади, социаль һәм мәҙәни проблемаларында ла хәл иткес әһәмиәткә эйә, тигән фекерҙе нисек дәлилләр инегеҙ?

- Ватансылыҡ, йәки илһөйәрлек тойғоһоноң асылында Ватанға, тыуған илгә ҡарата булған эскерһеҙ һөйөү ята. Эскерһеҙ. "Мин Тыуған илем өсөн ( ауылым, ҡалам, халҡым өсөн) алһыҙ-ялһыҙ эшләнем, фәлән-фәлән ғәмәлдәр башҡарҙым - бына мин ысын патриот", тигән кешеләрҙе мин ҡабул итә алмайым. Атай, әсәйгә булған һөйөү нисек эскерһеҙ булған кеүек, Ватанға булған һөйөү ҙә түләү талап итмәй. Илһөйәрлектә бизмәндәр юҡ. Унда аҡ һәм ҡараны, яҡшы һәм яманды һалып үлсәп булмай. Илеңә ҡарата булған ғорурлыҡ тойғоһон күккә олғаштырып, оят, әрнеү тойғоһон йоторға мәжбүр итә ул илһөйәрлек. Атайыңдың, әсәйеңдең битенә төкөрә алмаған кеүек, Илеңдең битенә лә төкөрөп булмай. Илһөйәрлек - ул йөрәк һымаҡ: йә тибә, йә юҡ. Ул намыҫ һымаҡ: йә бар, йә юҡ.
Эйе, патриотизм һәр дәүерҙә лә илдәр алып барған сәйәсәткә йоғонто яһаусы төп фактор, тиһәк хата булмаҫ. Сөнки һәр илдең (хөкүмәт тип әйтәйек) төп маҡсаты, бурысы ла - сиктәренең ныҡлығын булдырыу, граждандарының көнкүрешен яҡшыртыу. Был йүнәлешкә һеҙ һанап киткән сәйәси, иҡтисади, социаль һәм мәҙәни проблемаларҙың барыһы ла инеп китә ул. Ҡайһы илдә ни кимәлдә тормошҡа ашырыла был бурыс - икенсе һорау. Әммә был тәңгәлдә, ҡайһы ил булдыҡлыраҡ, шул илдең граждандарында ватансылыҡ тойғоһо юғарыраҡ, тигән фекер бар.

Илһөйәрлек тойғоһо Тыуған илде яратыу, уға йәнең-тәнең менән бирелгәнлек, уның менән ғорурланыу ғына түгел, бәлки, шәхси мәнфәғәттәреңде, хатта ки, кәрәк икән, ғүмереңде лә Тыуған илеңә бағышларға, ҡорбан итергә лә әҙер тороу бит ул. Быны гражданлыҡ өлгөрөүе тип әйтергә буламы? Ғөмүмән, кем һәм ниндәй ул - гражданин һәм патриот?

- Үрҙә әйтеп киткән инем, илһөйәрлек - ул Илеңә ҡарата эскерһеҙ һөйөү. Шундай һөйөү генә Илең хаҡына шәхси мәнфәғәттәреңде ситкә ҡуйҙыра, йәшәү менән үлем араһында һуңғыһын һайларлыҡ көс бирә. Юҡ, был гражданлыҡ өлгөрөүе түгел. Гражданлыҡ һәм илһөйәрлек араһындағы айырманы мин нисек аңлайым? Ябай ғына итеп әйткәндә, гражданлыҡ өлгөрөүе - ул йәмғиәт тормошонда актив ҡатнашырлыҡ кимәлгә етеп үҫешеү.
Был өлгөрөү хөкүмәт алып барған сәйәсәткә баш ҡағып тороу тигәнде лә аңлатмай. Үҙ фекере булып, белем кимәле ярайһы булған, Ватан киләсәге өсөн янып йәшәгән шәхес - үҙ иленең өлгөргән гражданы тип әйтер инем. Ә илһөйәрлек - ул тойғо, хис. Өлгөрөү кимәленә еткән граждан ҡорбан булыуҙан баш тарта алһа, ысын илһөйәр - юҡ. Ҡорбан булырға әҙерлек - уның булмышында.

Илһөйәрлек ил тарихының һәр осоронда ла хәл иткес көс булды, ә бөгөн был турала айырыуса йыш телгә алабыҙ. Ил Президенты Владимир Путин, патриотизм - Рәсәйҙең төп милли идеяһы, тип атаны. Ә шулай ҙа, кем ул бөгөнгө илһөйәр?

- Һуңғы сәйәси ваҡиғалар Рәсәйҙә патриотизмдың ни тиклем юғары кимәлдә икәнен күрһәтте, асып һалды. Тиҫтә йылдар йәмғиәттәге етешһеҙлек, ғәҙелһеҙлеккә зарланып йәшәгән беҙ ҡыҫҡа бер ваҡыт арауығында бер төптән булдыҡ та ҡуйҙыҡ. Ил етәкселегенең бөгөн алып барылған сәйәсәтен күпселек хуплай бит. Ул сәйәсәт яҡты, сит ил йоғонтоһонан азат, үҙаллы киләсәк хаҡына икәнен аңлай, түҙергә лә риза. Мәлдән файҙаланып, түңкәрелеш яһайыҡ, тигән көстәргә ҡаршы яуап ҡайтара белә был сәйәсәт. Был тиклемде көтмәгән, халыҡ ҡәнәғәтһеҙлеген власҡа ҡаршы ҡорал итеп ҡулланырға ниәтләгән радикаль оппозиция, ҡайһы бер сит илдәр аптырап ҡалды. Рәсәй халҡының ойошҡанлығын ни тип аңлатырға белмәнеләр. Ә был бары тик беҙҙең менталитет. Ауыҙым тулы ҡан булһа ла, яттар алдында төкөрмәм, тигән намыҫ ауазы. Рәсәй составында йәшәгән төрлө милләт вәкилдәрен бер туп итеп берләштереп алған халәт был. Быуаттар буйына формалашҡан берлек. Нимә генә тимәһендәр, беҙ - рәсәйлеләр. Милли идея - рәсәйле булған күп һанлы милләттәрҙең бер яҡҡа табан йүнәлеше. Ә бөгөнгө илһөйәр - ул бәләкәй Ватанын һәр күҙәнәге менән яратып, ҙур Иленә тоғро ҡалған намыҫлы шәхес.

Совет заманы йылдарында йәшәүсе быуындарҙа, ябай һәм ярлы ғына тормош шарттарында йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, эскерһеҙ хеҙмәт энтузиазмы, Тыуған илде һөйөү, уның менән ысын күңелдән ғорурланыу тойғолары көслө булды. Был тойғо, әйтерһең дә, тыумыштан бирелгәйне беҙгә. Был совет пропагандаһы һөҙөмтәһе инеме, әллә ата-бабаларыбыҙ ҡанынан, уларҙың ватансылыҡ гендарынан күскән "иммунитет" инеме? Бөгөнгө йәштәребеҙҙә был дауам ителәме?

- Үрҙә әйткәнемсә, илһөйәрлек тыумыштан бирелгән матур бер сифат. Һәм, әлбиттә, совет заманының пропагандаһы был сифатты үҫтереүгә тос өлөш индерҙе. Иртәләрҙе Советтар Союзы гимны менән башлау, мәктәптәрҙәге патриотик тәрбиә, төрлө социаль яҡлауҙар - былар барыһы ла совет кешеһен илһөйәрлек рухында тәрбиәләне. Әйтергә кәрәк, "тимер шаршау" ҙа быға булышлыҡ итте. Ни өсөн тигәндә, бөйөк Рәсәй тип үҫкән беҙ башҡа төрлө мөхит барлығын белмәнек. Сит илдәрҙән кергән сифатлы тауар дефицит булды, уларҙы индергән фарцовщиктар хөкөм ителә ине. Был беҙҙең тарих. Һәм күпселек беҙ шундай ҡарарҙар менән риза инек. Матур йәшәргә теләгән уларға ытырғаныу тойғоһо ла кисерҙек. Был күренеште нисек атарға ла мөмкин. Пропаганда һөҙөмтәһе тип тә, патриотизм тип тә. Әммә иң мөһиме, минеңсә, һуңыраҡ күренде. Горбачев иғлан иткән асыҡлыҡ сәйәсәте илһөйәрлектең ысын хаҡын асып һалды. Кемдер төкөрөгөн сәсеп Рәсәйҙе фашланы, кемдер уйға ҡалды, ә кемдер, был барыбер минең илем, уны мин ниндәй булһа ла яратам, тине.
Бөгөнгө йәштәрҙә дауам ителәме был рух? Эйенән бигерәк юҡ тип әйтер инем. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Көнбайыш фильмдарында, музыкаһында үҫкән быуындың аңын таҙартып алыу кәрәкме? Ғөмүмән, был аң шулай уҡ бысраҡмы икән? Махсус рәүештә кәрәкмәйҙер. Көсләп асылған күҙҙең нуры булмаған кеүек, был аҡ, был ҡара тип тыҡып торорға лә кәрәкмәй. Йәштәрҙе илһөйәр итеп тәрбиәләүҙең бер генә юлы бар: Ватаныбыҙҙы алдынғы, бай һәм азат итеп үҙгәртеп ҡороу.

Башҡортостан - беҙҙең кесе Ватаныбыҙ, тыуған, торған еребеҙ. Рәсәйҙе лә уны һөйгән кеүек һөйәбеҙ. Тыуған телебеҙҙе, халҡыбыҙ тарихын, уның әхлаҡ-йолаларын, милли рухиәтебеҙ хазиналарына булған һөйөү хистәребеҙҙе һәр нәмәне кирегә һапларға күнеккән реакцион көстәр "милләтселек" мөһөрө һуғып, яла яғырға әҙер тора. Ундайҙарға нисек ҡаршы торорға, ниндәй яуап бирергә?

- Кире көстәр һәр ваҡыт булған һәм буласаҡ. Бөгөн, эйе, улар айырыуса нескә эш итә. Йәмғиәттең төпкә төшөп уйланып, хәл-ваҡиғаларға анализ бирә белмәгән ҡатламын үҙ артынан эйәртә белә улар. Милләтселек менән милләтеңде һөйөү араһындағы нескә сикте үҙ файҙаларына ҡуллана беләләр. Мәғлүмәти һуғышта еңеү-еңмәү бик мөһим бөгөн. Аптырап, юғалып ҡалғандар бихисап. Был тәңгәлдә төптән уйлап, һынап ҡына эш итергә кәрәк. Власта ултырғандар провокацияларға бирелергә тейеш түгел. Милләтте милләткә, бер милләт кешеләрен үҙ-ара һөсләтеүҙәр күп. Ҡыҫҡаһы, тарих өсөн бик әһәмиәтле һәм мөһим заманда йәшәйбеҙ. Йылдар үтер, хәтирәләр тулы китаптар яҙылыр. Яҙған берәү ул китапты үҙ күҙлегенән сығып һүрәтләр.

Ата-бабаларыбыҙ ил азатлығын, тыныс тормошто яҡлап, ғүмерҙәрен фиҙа ҡылған. Уларҙың ҡаһарманлығы бөгөнгө быуын йәштәре өсөн ватансылыҡ өлгөһө булып дауам итәме? Ошо юҫыҡта Башҡортостан мәктәптәрендә башланған "Шайморатовсылар класы" хәрәкәтенә мөнәсәбәтегеҙ ниндәй?

- Бәйләнештә бер яҙмаға тап булдым. Уҡып сыҡтым да болоҡһоп киттем. Оло кешенең бөгөнгө йәштәргә мөрәжәғәте ине. Йәнәһе лә, йәштәр бөгөн тәртипһеҙ, әҙәпһеҙ. Уларҙың бер идеалы юҡ, маҡсатһыҙлыҡ һаҙлығына батҡандар. Һәм иң аптыратҡаны, "Беҙҙе, юғалып барған ололарҙы күреп, ҡәҙерләп ҡалығыҙ, йәштәр", тигән сәйер фекер әйтелә. Был яҙмаһы менән автор оло быуын менән йәштәр араһына ҡуйы ғына итеп һыҙыҡ һыҙа. Йәштәр икенсе планетанан төшкәнме ни? Беҙ, оло быуын, бер йәмғиәт, улар төптө икенсе йәмғиәтме әллә? Кем тәрбиәләгән һуң ул йәштәрҙе? Беҙ түгелме? Минең баламдың ҡырын ҡылыҡтары була икән, үҙемдән яуаплылыҡты һыпырып алып, кемгәлер япһарырға тейешменме?
Юҡ, йәштәр бөгөн, киреһенсә, маҡсатлы, әүҙем, алдынғы улар. Батырҙар, ҡыйыуҙар, үҙ һүҙҙәрен ҡурҡмай әйтә беләләр. Беҙҙең кеүек цензура сәскә атҡан осорға тура килмәне уларҙың үҫкән мәле. Азатлыҡ, демократия идеялары менән һуғарылған сит ил киноларын ҡарап үҫкән быуында ниндәй ҡурҡыу булыуы мөмкин? Ана шул прогрессив, яҡты көстө кәрәкле юҫыҡҡа йүнәлтеү - беҙҙең бурыс та инде. Әлбиттә, алмашына яҡшы көнкүреш, тыныс ил тәҡдим итергә тейешбеҙ.
Ә "Шайморатовсылар класы" булһын ул. Беҙҙең быуын дини тәғлимәттәрҙән йыраҡ булһа ла, ана шундай бер идея менән берләштерелгән ойошмаларҙа үҫте. Әммә был идея ғына булып ҡалмаһын ине. Юғиһә, шулай ҙа була торған: кемдер берәү эш күрһәтте, маҡтау ҡағыҙы алды ла, вәссәләм. Йәш быуынды тәрбиәләү бер-ике программа менән генә башҡарылмай ул. Был иҫ киткес сетерекле, ентекле һәм оҙайлы процесс.

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА
һорауҙар бирҙе.

"Киске Өфө" гәзите, №46, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.11.22 | Ҡаралған: 139

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru