«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БОРОНҒО БАШҠОРТОСТАН
+  - 


Беренсе киҫәк. Боронғо дәүер.
Икенсе бүлек. Бронза быуаты.

Ошондайыраҡ кире ҡараштарҙы күҙ уңында тотоп, китабыбыҙҙың 1994 йылғы вариантында Арҡайым кеүек тораҡтарҙың планировкаһы буйынса Хорезм һәм Бактрияның ҡала-ҡәлғәләрен хәтерләтеүе хаҡындағы фекеребеҙҙе белдергән инек. Ул саҡта беҙ Афғанстандың төньяғындағы, Арҡайым кеүек үк, түңәрәк планировкалы Дашлы-3 тип аталған күренекле Бактрия ҡалаһын иҫкә алғайныҡ: цитадель терәк башнялары булған ике рәт стена менән уратып алынған, ә уның тирәләй тағы ла ике ҡәлғә стеналары төҙөлөп, улар барлыҡҡа килтергән арауыҡты тулыһынса торлаҡ һәм хужалыҡ ҡоролмалары биләгән.
Дашлы-3 - күренекле һәм ҡатмарлы ҡомартҡы-ҡала, ул тулыһынса саман кирбестән төҙөлгән була. Ҡаланың төп йәшәү ваҡыты б.э. тиклем II мең йыллыҡтың икенсе яртыһы - I мең йыллыҡ баштарына тура килә, әммә уның барлыҡҡа килгән осорона ҡараған иртә ҡатламдары бронза быуатынан ҡалған. Тимәк, бер нисә рәт стена менән уратып алынған, түңәрәк формаһында планлаштырылған ҡала-ҡәлғәләр Урта Азия территорияһында бронза эпохаһында барлыҡҡа килгән һәм иртә тимер быуатында үҫешә барған, быға Ҡуйҡырылған-ҡала исемле Хорезм ҡаласығын миҫалға алырға була. Көньяҡтың ошо яҡын аналогиялары Көньяҡ Уралда Арҡайым тибындағы ҡәлғәләрҙе төҙөү традицияһының, ихтимал, Урта Азия һәм Урта Көнсығыш (Афғанстан) аналогтарына бәйле булыуын күрһәтә, ә улар, Арҡайым кеүектәре менән сағыштырғанда, камилыраҡ, планировкаһы буйынса ла, төҙөлөш техникаһы яғынан да ҡатмарлыраҡ.
Көньяҡ Урал ҡәбиләләренең Арҡайым кеүек торлаҡтар төҙөү традицияһын күршеләренән үҙләштермәүенә, улар мөхитенә Урта Азияның көньяҡ райондарынан күсеп килгән күп һанлы ҡәүем төркөмө тарафынан индерелеүенә төшөнөүе ауыр түел, һәм ошо оригиналь ҡомартҡыларҙы ҡора алыу ҡаҙанышын уларҙыҡы тип иҫәпләргә була. Тикшеренеүсе, ошондай ҡәлғәләрҙең Көньяҡ Уралда барлыҡҡа килеүе сәбәптәрен асыҡлағанда, беҙҙең ҡарашҡа, уларҙың планировка үҙенсәлектәрен, төҙөлөш техникаһын иҫәпкә алырға тейеш, ә Урта Азия төбәктәрендә уларҙың туранан-тура аналогтары бар. Арҡайым тибындағы торлаҡтарҙың археологик материалдары составында урындағы мәҙәниәт һыҙаттарының өҫтөнлөклө булыуын еңел генә аңлатып була. Бында күсеп килгән ҡәүем, үҙҙәренә хас булмаған мөхиткә юлыҡҡанлыҡтан, уның йоғонтоһонда ҡәлғәләр төҙөгәндә урындағы материалдарҙы (ағас, таш, балсыҡ) ҡуллана башлай, күп һанлы ерле ҡәбиләләр ҡамауында уларҙың матди мәҙәниәтен ҡабул итергә мәжбүр була (тулыһынса йә иһә өлөшләтә).
Беҙ һынташты мәҙәниәтен ике мәҙәни традицияның үҙ-ара бәйлелегенең һәм йоғонтоһоноң классик миҫалы, тип фараз итәбеҙ. Г.Б. Здановичтың һәм уның коллегаларының Арҡайым кеүек торлаҡ-ҡәлғәләрҙең берҙәм планға һәм ойоштороу башланғысына ярашлы башҡарылыуы хаҡындағы ҡарашы хаҡлы, ә был ошо заманда Көньяҡ Уралда ҡәбиләләр союзы рәүешендәге сәйәси берекмә булыуын күҙаллауға ерлек бирә, ул иң боронғо, археологик яҡтан аныҡ билдәләп була торған дәүләти берләшмә булараҡ барлыҡҡа килә һәм йәшәй. Ошондай аңлатмаға ярашлы, беҙгә Г.Б. Зданович тикшеренеүҙәренең төп положениелары менән килешеү фарыз.
Арҡайым тибындағы ҡаласыҡтарҙы асыу һәм өйрәнеү айҡанлы ҡыҙыҡһыныу тыуҙырырлыҡ тағы ла бер фекер хаҡында яҙып үтәйек. Бронза эпохаһында Көньяҡ Уралда нығытылған ҡаласыҡ-ҡәлғәләрҙең барлыҡҡа килеүе хаҡында тәүләп XX быуаттың 60-сы йылдарында "Көньяҡ Уралдың боронғо тарихы очерктары" тигән китабының беренсе ҡулъяҙма вариантында К.В. Сальников белдергәйне. К.В. Сальниковтың ошо фекеренә түңәрәк формалы ҡаласыҡтарҙың береһендә бронза быуаты мәҙәниәтенә ҡараған керамика табылыуы сәбәп була. Көньяҡ Уралда бронза быуатында ҡаласыҡ-ҡәлғәләрҙең барлыҡҡа килеүе хаҡындағы ҡараш ул саҡтағы археология фәне логикаһына ҡаршы килә ине, һәм ҡулъяҙманы тикшергәндә СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының археология һәм этнография секторының барса хеҙмәткәрҙәре, шул иҫәптән ошо китап авторҙарының береһе, ошо фактты иғтибарға алды, шунан һуң К.В. Сальников ул заман өсөн мөмкин булмаҫлыҡ ошо положениены ҡулъяҙмаһының аҙаҡҡы вариантынан алып ташларға мәжбүр булды.
Арҡайым кеүек ҡомартҡыларҙы тәүләп асыусының күп кенә мөһим положениеларын коллегаларының тап ошолай ҡабул итмәүен хәҙерге ваҡытта ла күреп торабыҙ, быны һыҙыҡ өҫтөнә алмайынса ла булмай. Был фән өсөн ҡәҙимге күренеш. Һуң бронза быуатында (б.э. тиклем XII-IX бб.) Көньяҡ Уралда андронов, абашев һәм бура мәҙәниәттәре ҡәбиләләре вариҫтары йәшәүен дауам итә. Тикшеренеүселәр ошо заманға ҡараған межов, саргарин, курмантау кеүек эре ҡәбилә төркөмдәре булыуын билдәләй. Хужалыҡ балансында малсылыҡ биләгән өлөштөң арта барыуы ошо эпоханың мөһим үҙенсәлеге булып тора. Был хәрәкәтсән тормоштоң өҫтөнлөк ала башлауына килтерә. Дала зонаһында ғәмәлдә ярым ер торлаҡтар ташлап кителә һәм кешеләр ер өҫтөндә төҙөлгән бүрәнә өйҙәрҙә йәшәй башлай. Матди мәҙәниәттең башҡа төрҙәре лә билдәле бер үҙгәрештәр кисерә. Нисек кенә сәйер тойолмаһын, Көньяҡ Уралда Арҡайым тибындағы торлаҡтар артабан үҫешә алмай һәм юҡҡа сыға.
Был факт, бәлки, баҡыр мәғдәнен сығарыусы ерле рудниктарҙың әһәмиәте кәмей барыуы, ошоға сәбәп булған тимер металлургияһы үҫеше башланыу менән бәйлелер. Һәр хәлдә лә, археологик ҡомартҡыларҙа баҡыр-бронза әйберҙәр етештереүҙең ҡырҡа кәмеүе күҙәтелә; шулай уҡ таш эшкәртеү техникаһының дөйөм тарҡалышы күренә. Ретушь техникаһын файҙаланыу алымы менән етештерелгән уҡ башаҡтары, хәнйәрҙәр һәм башҡа предметтар урынына ышҡып шымартылып (шлифовкалап), бысып һәм тишеп яһалған таш балталар, ҙур сүкештәр киң таралыу ала. Балсыҡ көршәктәрҙә әүәлге замандарҙағы биҙәкле орнаменттар осрамай. Мәҙәниәттең һәм тормош ҡоролошоноң ошондай яңы һыҙаттары Евразияның киң далаларында тимер быуаты башында асыҡтан-асыҡ беленеп торған күсмә һәм ярым күсмә хужалыҡ итеүгә күсеү өсөн тейешле шарттар тыуҙыра.
Ошо бүлекте йомғаҡлағанда Арҡайым тибындағы ҡала-ҡәлғәләрҙе асыу һәм уларҙың дала Евразияһы үҙәгендә йәшәүсе халыҡтарҙың боронғо тарихындағы урынын һәм ролен интерпретациялау менән бәйле фәнгә яҡын дискуссия мәсьәләһенә ҡарата үҙ фекеребеҙҙе белдереп китеү кәрәкле, тип иҫәпләйбеҙ. Үрҙәрәк беҙ бөтөн донъя ғилми йәмәғәтселегенең ошо ҡомартҡыларҙы асыуҙы дала Евразияһының боронғо тарихын өйрәнеүгә индерелгән мөһим ҡаҙанышы сифатында баһалауын айырым билдәләп киткән инек. Тупланған материалдар бронза быуатында Көньяҡ Уралдың дала Евразияһының иң эре мәҙәни-иҡтисади үҙәктәренең береһенә әүрелеүен, бында ҡәлғәләр кеүек ғәҙәти булмаған ҡомартҡылар барлыҡҡа килеүен асыҡтан-асыҡ күрһәтеп тора. Тәбиғи, Арҡайым тибындағы ҡомартҡыларҙы асыу һәм өйрәнеү уҡыусыларҙың киң мөхитендә ҡыҙыҡһыныу уятты, ҡомартҡылар массовый туризм объекттарына әйләнде. Киң матбуғат саралары аша археология фәнен үҙ итеүселәр араһында алып барылған аңлатыу эше һәм туристарҙың Арҡайымға йөрөүе етди борсолоу тыуҙыра.

Нияз МӘЖИТОВ. Әлфиә СОЛТАНОВА.
Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Дауамы. Башы 28-се һанда).

"Киске Өфө" гәзите, №47, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.11.22 | Ҡаралған: 117

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru