«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠЫҘҘАРЫБЫҘҘЫҢ СИТТӘРГӘ КИТЕҮЕ АЯНЫС
+  - 

Яңыраҡ юғары һәм унан да юғарыраҡ белемле әһелдәр араһында бер мәжлестә булдым. Һүҙ, ғәҙәттәгесә, балаларыбыҙ хаҡында башланды. Күптән күрешмәгәнбеҙ, һөйләшер һүҙ, бер-беребеҙҙе һөйөндөрөрлөк яңылыҡтарыбыҙ күбәйеп киткән. Алмаш-тилмәш һүҙ алалар, телмәр тоталар…

Бына бер ҡунағыбыҙ ҡыҙының инглиз егетенә кейәүгә сығыуын әйтте. Әйтеп кенә ҡалманы, инглиздәрҙең башҡорт егеттәре һымаҡ эсеп, ғаиләһен хәстәрләмәй йөрөмәүен, ә иҫ китмәле донъясыл, бик мәҙәниәтле, әҙәпле, итәғәтле булыуын маҡтап алып китте. Тағы бер ҡатын ике ҡыҙының да төрөк егеттәрен һайлауын белдерҙе. Икенсе бер ҡатын, уларға яуап итепмелер: "Үҙебеҙҙәге урыҫ егеттәре бынамын тигән, ҡыҙҙарығыҙҙы урыҫ егеттәренә бирегеҙ", - тип ысҡындырҙы. Ауыҙыма ҡапҡан икмәкте йота алмай, бөтөн тәнем ҡалтыранып, тыныслана алмай аҙапландым. Улай ҙа була икән - тамаҡ һыҡыны ла ҡуйҙы. Мин ауыл мәктәбендә ғүмерем буйы тарих уҡыттым, һуңғы йылдарҙа мәктәптәрҙә "Башҡортостан тарихы" ингәс, ихласлап ошо дәресте алып бара башланым. Был башҡорт бисәләре (ни өсөндөр ирҙәр өндәшмәне, ә бит улар телмәрендә башҡорт ирҙәре кәмһетелә ине) кейәүҙәрен маҡтаған мәлдә, күҙ алдымдан башҡорт яуҙарын үткәрҙем. Илем, телем, ерем, халҡым, киләсәгем, милләтем, тип баш һалған, ҡабырғаларынан аҫтырылған, ауылы-ауылы менән яндырылған, ҡаҙыҡтарға ултыртылған атай-олатайҙарыбыҙ рухы алдында тубыҡландым. Күңелемдән тубыҡландым, шул уй тамағыма төйөр булып тығылды ла ҡапҡан ризығымды йота алмай ултырҙым...
- Һинекеләр ҡайҙарҙа? - тип, минән дә һорар сират етте. Ҡатыным ауылда ҡалғайны, мин ҡунаҡҡа осраҡлы ғына барып юлыҡҡайным.
- Ҡыҙҙарымды башҡа милләткә тоттороуҙан һаҡлаған Хоҙайға рәхмәт. Ҡыҙҙарымды илһөйәр итеп тәрбиәләгән ҡатыныма рәхмәт. Инде Раббым ейән-ейәнсәрҙәремде лә ул афәттән һаҡлаһын! - тинем яуап итеп.
- Хоҙай алдында барыбыҙ ҙа бербеҙ. Хоҙай өсөн милләт юҡ, - тине ике кейәүе ике төрлө милләттән булған ҡатын.
- Библияла ла, Ҡөрьәндә лә Хоҙайҙың ырыуҙар һәм халыҡтарҙы айырым яралтыуы тураһында әйтелгән. Шуны белмәйһегеҙҙәме ни?
Ҡатын өндәшмәне. Әммә икенсеһе, ҡыҙҙарын төрөккә биргәне, һөжүмде дауам итте.
- Ауылда йәшәйбеҙ, тиһегеҙ бит. Ауылда ни әллә кемде һайлап булмай инде…
- Иң кинйә улым Мәскәү дәүләт университетын тамамланы. Әле уға кәләш әйттерергә йөрөйбөҙ. Киленебеҙ ҙә Мәскәүҙә уҡыған Бөрйән башҡорто, - тип ауыҙын яптым ябыуға был ҡатындың. Әммә... Бындағы юғары белемле, хатта профессор дәрәжәһенә еткән ҡунаҡтарға ни ҙә булһа аңлатыу йәки хаталарын таныттырыу ғәмәлдә тормошҡа ашмаҫ ынтылыш икәнен аңлағайным инде...
Дөрөҫ, Хоҙай алдында барыбыҙ ҙа бербеҙ. Бер милләт тә бер-береһенән кәм дә, артыҡ та түгел. Һәр милләт матур, аҡыллы, зирәк, әҙәпле, тәрбиәле. Һәр милләт йәшәргә хаҡлы. Әммә ни өсөн башҡа милләт вәкилдәрен башҡортто кәмһетеү иҫәбенә маҡтарға? Бер кем дә, бер сәйәсәт тә ғаилә тәрбиәһенә ҡыҫылмай, уға ҡаршы яу асмай. Әммә милләтебеҙ киләсәген-тамырын ҡороторлоҡ бындай яуҙы үҙебеҙгә ҡаршы үҙебеҙ асып, өҫтәүенә, ошо хатаны - Хоҙай юлынан тайпылышты - аҡлар өсөн, үҙ милләтеңде кәмһетеп, яманлап, асылда иһә, тәғәйен үҙеңдән көлөп ултырыу бер ниндәй ҡалыпҡа һыйырлыҡ эш түгел. Ябай ғына шул хәҡиҡәтте лә төшөнмәйҙәрме икән ни! Тарихҡа төшөп уйланмағанда ла эргәңдә ултырған иреңдән, һине үҫтергән атай-әсәйеңдән, ниһайәт, үҙеңдән көлөү, мыҫҡыллау бит был. Башҡорт ирҙәре, башҡорт егеттәре, ысынлап та, ер йөҙөндәге бөтөн милләт егеттәренән дә кәмерәкбеҙме ни беҙ? Ҡыҙҙарыбыҙ кемдәргә генә кейәүгә сыҡмай ҙа, кемдәргә генә бала үҫтермәй хәҙер!
Береһенән-береһе уҙҙырып, кейәүҙәренең, килендәренең милләтен маҡтай-маҡтай ултырып ҡалды ҡунаҡтар. Мин ҡайтып киттем. Тик ҡайҙа барғанымды ла, ҡайһы яҡҡа атлағанымды ла тойманым. Бер аҙ атлағас ҡына: "Ҡайҙа барам әле мин?" - тип, күтәрелеп ҡараным да урам исемен уҡыным. Барыр йүнәлешемде таптым. Һеҙ ҙә, ултырҙаштар, табындаштар, "Ҡайҙа барабыҙ һуң беҙ?" тигән һорау менән (әгәр төҙөлгән булһа) ырыу шәжәрәгеҙгә күҙ ташлағыҙсы!

Ишмырҙа ТАШБУЛАТОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №48, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.12.22 | Ҡаралған: 464

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru