«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БОРОНҒО БАШҠОРТОСТАН
+  - 


Беренсе киҫәк. Боронғо дәүер.
Икенсе бүлек. Бронза быуаты

Эш шунда, Арҡайым тибындағы ҡомартҡыларҙың фәнни әһәмиәтен пропагандалауға экстрасенстар ҡушылып китеп, меңдәрсә тарих һөйөүселәр аңына Арҡайымдың айырым энергетик көскә эйә булыуы хаҡында мистик идеяларҙы һеңдерергә тырыша. Ошондай пропагандистик шау-шыуға кемдәрҙерҙең йүнәлтмә биреүе хаҡында уйланырға ерлек тыуа. Бындай идеяларҙың фәнгә бер ниндәй ҙә ҡатнашлығы булмауын беҙ яҡшы аңларға тейешбеҙ. Әйткәндәй, Рәсәй Фәндәр академияһының Археология институты 2007 йылда Арҡайым ҡорона ингән ҡомартҡыларҙы артабын өйрәнеү һәм пропагандалау мәсьәләһе буйынса ойошторған дискуссияла ҡатнашыусылар ошондай уйҙырмаларҙы ҡаты тәнҡитләне.
Тағы ла бер мәсьәләне иғтибарҙан ситтә ҡалдыра алмайбыҙ. Арҡайым темаһына арналған байтаҡ ҡына баҫма материалдарҙа авторҙар Арҡайым кеүек ҡомартҡыларҙы төҙөүселәрҙең һәм уларҙа йәшәүселәрҙең арийҙар булыуы һәм боронғо иран телендә һөйләшеүе хаҡындағы тезисты раҫларға тырыша. Бер үк ваҡытта әҙәбиәттә бронза быуатындағы Көньяҡ Урал ҡәбиләләрендә боронғо фин-уғыр, төрки телдәрендә аралашыусылар булыуы мөмкинлеге хаҡындағы фекерҙәр әйтелде. Ошо айҡанлы, дала Евразияһының боронғо ҡәбиләләренең телдәре хаҡындағы заман фәненең торошон һыҙыҡ өҫтөнә алып, әйтеп үтелгән фекерҙәрҙең береһенә лә өҫтөнлөк бирә алмайбыҙ. Евразия далаларында барса боронғо дәүерҙәрҙә ҡатмарлы миграция процестары барыуын бәхәсһеҙ факт, тип иҫәпләһәк, Көньяҡ Урал һәм уға сиктәш төбәктәр ҡәүемдәренең этно-тел йәһәтенән шул тиклем тығыҙ ҡатнашып йәшәүе улар араһында, әле атап үтелгән тел төркөмдәренә ҡарағандарынан башҡа, хәҙер инде үле тип нарыҡланған телдәрҙә аралашыусылар булыу мөмкинлеген дә фараз итеү дөрөҫөрәк булыр.

Өсөнсө бүлек. Иртә тимер эпохаһы

Көньяҡ Урал ҡәбиләләре хаҡындағы боронғо яҙма сығанаҡтар

Б.э. тиклем X-IX быуаттар арауығында кешеләр бар ерҙә лә тиерлек тимер металлургияһын үҙләштерә һәм унан эш һәм һуғыш ҡоралдары, биҙәүестәр етештерә башлай. Үҙенең ҡатылығы һәм арзан булыуы менән ул ошоға тиклем билдәле булған металдарҙан (баҡыр, бронза) өҫтөн була, шуға күрә тимерҙең киң таралыуы матди мәҙәниәттең, бигерәк тә етештереү өлкәһендә, тамырҙан үҙгәреүенә килтерә: ул ер һәм ағас эшкәртеүҙә, башҡа өлкәләрҙә хеҙмәт етештереүсәнлеген күп тапҡырҙарға арттыра, матди байлыҡтың күбәйә барыуына һәм уның ырыу-ҡәбилә башлыҡтары ҡулында тупланыуына килтерә.
Көньяҡ Уралда ике төрлө тормош рәүешенең - дала зонаһында күсмә малсылыҡтың, урманлы дала яҡтарында ултыраҡ малсылыҡ һәм ер эшкәртеүҙең ахырынаса формалашыуын иртә тимер быуатының икенсе бер мөһим моменты итеп ҡарау фарыз. Хеҙмәттең ошондай бүленеше - тәү тормош йәмғиәтенең етештереүсе көстәре үҫешендә алға табан тағы ла бер аҙым ул, сөнки тәбиғәт шарттарына максималь рәүештә яраҡлаштырылған хужалыҡ өлкәләренең интенсив үҫеше өсөн ҙур мөмкинлектәр булдыра.
Иртә тимер быуатында йылҡысылыҡ менән шөғөлләнеүҙең бигерәк тә киң ҡолас алыуы далаларҙы тулыһынса үҙләштереү мөмкинлеген бирә. Кеше хеҙмәте емешлерәк була бара: малдарҙан, шулай уҡ иттән, һөттән, тире һәм йөндән хасил булған продукцияның файҙаланылғандан ҡалған күләме бығаса күрелмәгәнсә арта, малсылыҡ һәм ер эшкәртеү менән шөғөлләнгән райондарҙа йәшәүсе ҡәбиләләр араһында алыш-биреш итеү көсәйә. Дала кешеләренең аттарҙы һыбай йөрөү өсөн файҙаланыуы, атлы яугирҙар төркөмдәренең барлыҡҡа килеүе айырым райондарҙың мәҙәни-тарихи йомоҡлоғон юҡҡа сығара, күрше йәшәүселәр, айырым ҡәбиләләр, халыҡтар һәм дәүләттәр араһында тағы ла тығыҙыраҡ иҡтисади һәм мәҙәни бәйләнештәр урынлашыуына булышлыҡ итә. Кешеләр (ырыу коллективы ағзалары) араһында элекке осорҙарҙа барлыҡҡа килгән социаль тигеҙһеҙлек хәҙер инде арта, көсәйә бара, һәм ошо нигеҙҙә примитив дәүләтселек формалары булған иртә синфи йәмғиәт формалаша башлай.
Б.э. тиклем I мең йыллыҡ урталарында яҙма сығанаҡтарҙа тәүләп Урал тауҙары районында йәшәгән ҡәбиләләр хаҡында өҙөк-өҙөк кенә мәғлүмәттәр теркәлә. Бындай мәғлүмәттәр Көньяҡ Урал төбәге хаҡында етерлек кимәлдә аныҡ белемдәре булған антик авторҙарҙың хеҙмәттәрендә сағылыш тапҡан.
Сығанаҡтарҙың бик тә ҡапма-ҡаршылыҡлы, ҡайһы саҡта томанлы мәғлүмәттәрен аңларға ярҙам итеүсе үҙенсәлекле асҡыс сифатында әлегә тиклем һаҡланып ҡалғандарының иң боронғоһо булған Птолемей картаһын (II быуат) атап була. Урал тауҙары унда Риммий тауҙары исеме менән бирелгән, унан Каспий диңгеҙенә ҡойоусы Даих (Яйыҡ) йылғаһы ағып сыға (Бында бер иҫкәрмә биреү урынлы булыр: Птолемей картаһында Даикс (Daix) йылғаһынан төньяҡта күрһәтелгән тауҙар Норос тауҙары, тип нарыҡланһа, Риммикай тауҙары байтаҡҡа һулдараҡ төшөрөлгән, әлеге дәүерҙә булмаған, шул уҡ Каспийға ҡойоусы Римм йылғаһы ла һүрәтләнгән; шуныһы ҡыҙыҡ, әллә беҙҙең Уралда шул архаик замандарҙа уҡ Нарыҫтау, тип аталып йөрөгән тауҙар теҙмәһе булдымы икән? - Тәрж. иҫк.)
Карта үҙенең теүәллеге менән таң ҡалдыра. Унда Волга төньяҡтан, боронғо авторҙар Гиперборей тауҙары тип атаған Төньяҡ Уралдан (Кама йылғаһы башынан) аға, Волга менән Дон араһындағы тар ғына муйынтыҡ һәм Волганың Урал тауҙарынан баш алған ике һул ҡушылдығы күрһәтелгән. Ҡайһы бер беҙҙең заман тикшеренеүселәре ошо ҡушылдыҡтарҙың Һаҡмар һәм Таналыҡ, икенселәре - Кинель булыуын күҙаллай.
Көньяҡ Уралдың төп йылғаһы булған Яйыҡтың, XVIII быуатта Е. Пугачев етәкселегендәге крәҫтиәндәр ихтилалы баҫтырылғандан һуң Урал, тип исеме үҙгәртелгән йылға атамаһының килеп сығышы ҙур ҡыҙыҡһыныу уята.
Тарихи әҙәбиәттә Даих йылғаһы (дөрөҫөрәге - Даикс. - Тәрж. иҫк.) атамаһының Птолемейса варианты Арал диңгеҙе һәм Урал тауҙары арауығында киң массив булып йәйелеп йәшәгән күсмә ҡәбиләләр - дахо-массагеттар исеменән барлыҡҡа килеүе хаҡында нигеҙле фекер бар.
Дахо-массагеттарҙың башҡа бер дөйөмләштерелгәнерәк атамаһы - сактар. Яҙма сығанаҡтарға ярашлы, ошо сак-дах-массагеттарҙың айырым төркөмдәре сактар, массагеттар, дайҙар, дахтар тип аталып йөрөтөлгән, әммә, күренеүенсә, Көньяҡ Урал далаларында бик боронғо замандарҙан бирле (бәлки, бронза эпохаһынан алып) дах ҡәбиләһе берләшмәһенән сығыусылар өҫтөнлөк иткән һәм уларҙың Дах-Даих атамаһынан Яйыҡ йылғаһы исеме барлыҡҡа килгән.

Нияз МӘЖИТОВ. Әлфиә СОЛТАНОВА.
Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Дауамы. Башы 28-се һанда).

"Киске Өфө" гәзите, №48, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.12.22 | Ҡаралған: 138

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru