«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МУТЛАШЫУСЫМЫ УЛ, ӘЛЛӘ ЗИРӘК КЕШЕМЕ?
+  - 


Өлкә гәзиттәренең береһендә бер яҡташыбыҙҙың хоҡуҡ һаҡлау органдарына телефон аша мутлашыусыларҙың курьерын ҡулға алырға ярҙам итеүе хаҡында уҡыным. Был - булған хәл тип яҙалар. Мутлашыусы икәнен белеп тә, уға үҙенең адресын әйтергә батырсылыҡ иткән кеше - гүзәл зат вәкиле! Театрҙа эшләүсе артист ҡатын, үҙен "зыян күреүсе пенсионер" итеп күрһәтер өсөн грим һалып, әбей ҡиәфәтенә инә һәм аҡса артынан килеүсе курьерҙы ҡаршы ала. Алдан иҫкәртелгән полиция хеҙмәткәрҙәре эҙәрлекләп барып, әлеге енәйәтсене тотоп ала. Ә төп мутлашыусының үҙен, сит илгә сығып ҡасыуы сәбәпле, эләктерә алмайҙар..

Гәзитебеҙ биттәрендә, телетапшырыуҙарҙа фәлән-фәлән кешенең мутлашыусыларға бер нисә йөҙ мең, хатта миллион һумын күсергәнлеге хаҡындағы хәбәрҙәр йышайҙы һуңғы осор. Шундай енәйәтселәрҙең телефон тоҙағына башлыса әбей-бабайҙар эләгә. Кеше аҡсаһын уның өйөнә инеп, урлап йә талап алып китеүсе бурҙарҙан бер нәмәһе менән дә айырылмай тиерлек бындай әҙәм аҡтыҡтары. Тик ҡорбанына физик көс кенә ҡулланмай улар. Кешеләр бындайҙарға аҡсаһын "үҙ теләге менән" бирә. Ошондай хәлдәргә лә хәҙер күнегеп бөтөп барабыҙ шул, йәмәғәт.
Һуңғы йылдарҙа тағы бер еңел ысул менән "мал табыусылар" хаҡында ла имеш-мимештәр ишетелгеләй башланы. Юҡ, улар енәйәтсе түгел! Ундайҙар һис кенә лә законды аша атламай, уларға кешеләр үҙҙәренең матди байлығын үҙ теләге менән генә түгел, ә ҙур ҡәнәғәтләнеү менән бирәләр, тиеү дөрөҫөрәк булыр. Эйе, эйе, ысынлап та бирәләр, әммә һуңынан, эш үткәс кенә үкенә башлайҙар. Бер-ике йыл элек бер яҡташым күрше өлкәләрҙең береһендә бер олпат йәштәрҙәге ир менән булған хәл хаҡында һөйләгәйне. Мине генә түгел, ошо мәҡәләне уҡып ултырыусы күптәрҙе тетрәндерер был хикәйәт.
Йәшен тултырып, хаҡлы ялға сығып, ниһайәт, ял итәм икән, тип өмөтләнеп йөрөй бит инде оло йәштәге кешеләр. Үҙ эшенә һәр саҡ намыҫ менән ҡараған бындай кешеләрҙең ялға туҡтаған шул осоро, ысынлап та, ҡыуаныслы мәл. Әммә бәғзе берәү ғүмер буйы ҡайҙалыр эшләп, пенсия фондына һалым-фәлән түләп йөрөп тә, өмөт иткән пенсия аҡсаһын күрмәй ҙә үлеп китә. Айырыуса ир-ат халҡы. Инде етмеште ҡыуып барғаныңда, һау-сәләмәт көйө пенсияға сығыу бәхетенә өлгәшкәнһең икән, ғүмерең ахырынаса ай һайын килеп тора торған шул аҡсаға ҡыуанып, йәшә лә йәшә инде!
Мәҡәләнең төп геройы булған әлеге ир-уҙаман да тап ана шулай көтөп алынған хаҡлы ялына сыҡҡан. Тик оҙаҡламай шул уҡ эшенә ҡабаттан урынлашҡан. "Ярай, эшләрлек рәте, һаулығы булһа ни, әйҙә, эшләһен. Күберәк аҡса, моғайын, ҡамасауламаҫ", тип уйлай бит инде һәр кеше бындай эшһөйәр кеше хаҡында. Әммә был кешенең эшләй башлау сәбәбе бөтөнләй башҡа булған шул: миллионға яҡын кредит алып, бурысын түләй башлаған. Ә нимәгә уға шуныңсама аҡса кәрәк булған һүң? Балалары күптән инде башҡа сығып, айырым йәшәгән. Бәлки, шул ғәзиздәренең береһенең шундай суммаға мохтажлығы барлыҡҡа килгәндер?
Әммә эш бөтөнләйгә башҡала булған. Шатлыҡ та, ҡайғы ла әҙәм балаһы менән йәнәш йөрөй бит. Хаҡлы ялға сығыр мәле яҡынлашыуға был ирҙең электән бер хроник сир менән яфаланған ҡатыны, хәле ауырайып, түшәккә ята. Шул саҡ икенсе бер гүзәл зат (ҡарттың йәш сағындағы "яҡын танышы", тип әйтәйек), ҡатынының насарланыуы хаҡында ишеткәс тә ошо ғаилә хәле менән ҡыҙыҡһына башлай. Оҙаҡламай хужабикә баҡыйлыҡҡа күсә. Шул осорҙан алып әлеге гүзәл заттың йөрәгендә тол ҡалған ир-егеткә ҡарата "тәрән һөйөү хистәре ҡабаттан уяна". Ошо хаҡтағы эс серҙәрен әкренләп белгертә-белгертә, ир менән әүҙем аралаша башлай был ҡатын. Ғүмер буйы бергә йәшәгән хәләл ефетен юғалтҡан бабайҙың "ҡайғыһын уртаҡлашырға" хатта үҙенең ҡыҙҙары менән бергәләп тә килгеләй. Үҙе лә бер нисә йыл элегерәк ирен ерләгән булған икән. Тиҙ арала бабайҙың күңелендә һәүетемсә нескә хистәр уятыуға өлгәшеп, бер ай тирәһенән ир йортона күсенеп, уның менән бергә йәшәй ҙә башлай.
"Йәш кәләш" элекке сирле ҡатынына ҡарағанда ла яғымлыраҡ, алсағыраҡ булып сыға, иргә тейешенсә ҡәҙер-хөрмәт күрһәтә. "Һин - минең мөғжизәм! Инде нисәмә йыл һин тик минең хыялымда ғына булдың! Һин - минең таңым, бәхетем!" кеүегерәк йәш сағында ла ишетмәгән матур, "тылсымлы" һүҙҙәрҙе ишеткәс, олоғайып барған йөрәк йәшәреп, хатта иреп тә китә. Ҡатындың әллә ҡасан уҡ балиғ булған ҡыҙҙары ла үҙҙәренең атайҙары урынында ҡалған был оло кешене ихтирам итә, өрмәгән ергә ултыртмай. Кемдер берәү ошо мәлдә: "Әйҙә, артабан да шулай бәхеткә күмелеп, рәхәтләнеп йәшәй бирһендәр. Бындай тормош кемгә эләгә әле!" - тип уйлай ҙа башлағандыр. Ошо хаҡта ишеткәс, миндә лә баштараҡ бына шундай фекер тыуғайны…
Алсаҡ ир яңы кәләшенә үҙенең банкта ятҡан ярты миллионы хаҡында ла һөйөнсөләп өлгөргән булған икән. Гүзәл зат оҙаҡламай "һөйөклөһөнә" фатирын һатып, өр-яңы өй һатып алырға тәҡдим яһай. Тик яҡшы өй һатып алыр өсөн фатир һатҡан аҡсаға әлеге биш йөҙ меңде ҡушҡас, тағы "ни бары миллион тирәһе генә" өҫтәргә кәрәк икәнлеге асыҡлана. Ирҙең пенсияһына банктан кредит алһаң, "бер нисә йыл эсендә генә" уны түләп тә бөтөрөп була икән. Ҡыҫҡаһы, әлеге ҡатын ирҙең күңелен иретеп, үҙенең планын томошҡа ашырып та ҡуя. Ә һатып алынған ҙур өйгә кем хужа тип уйлайһығыҙ? Хужа булыу түгел, ир хатта өлөшсө лә булып тормай…
Артабан нисек тә йәшәргә кәрәк бит: инде быуындары шығырҙауын да яҡшы тоя башлаған ир ҡабаттан элекке "яратҡан" эшенә ҡайтырға мәжбүр була. Ул ғына ла түгел, хәҙер ул, төп эшенән тыш, "ҡалым" тигән нәмә менән дә булыша башлай. Сөнки, кредитты ай һайын түләүҙәрҙән тыш, көн һайын ашарға ла кәрәк икән. "Йәнкиҫәге" һәм уның ҡыҙҙары өсөн нимә генә эшләмәҫһең!..
Хәҙер инде был байғош ирҙә мөхәббәт ҡайғыһы юҡ. Яңы ҡатынына ҡарата булған нескә тойғолары үҙенең "елкәһендә эленеп" торған миллионды нисек түләп бөтөү хаҡындағы борсоулы уйҙар аҫтында күмелеп ҡала. Ҡатын да һуңғы осорҙа башлыса ирҙең күпме "ҡалым" аҡсаһы алып ҡайтыуы менән генә ҡыҙыҡһына. Ир, меҫкен, таныш-тоноштарына ла үҙенең ниндәй көнгә ҡалыуы тураһында зарлана башлай. Әммә: "Ҡайғырма, барыһы ла үтер",- тип йыуатыуҙан башҡа уға нисек ярҙам итергә мөмкин һуң? Хатта хоҡуҡ һаҡлау органдары ла уның был хәлен еңеләйтә алмаясаҡ, сөнки бында законға ҡаршы бер ни ҙә ҡылынмаған...
Ғәзиз атайҙарының олоғайған көнөндә ана шулай "ярыҡ кәмәлә" ултырып ҡалыуы хаҡында балалары ла хәбәрҙарҙыр, тип уйлайым. Шул яҡындарының күҙенә нисек ҡарайҙыр был атай кеше? Иртәме-һуңмы, һәр төрлө ҡартлыҡ сирҙәре баҫып китһә, тик үҙ балаларының ярҙамына ғына өмөт итә ала бит инде ул…
Был ҡорҙашты йәлләп, уның йәш кәләшенең зирәклегенә таң ҡалып, ошо хаҡта гәзиткә яҙа башлағас, элегерәк үҙем белгән икенсе бер таныш бабай иҫкә төштө. Тол ҡалғас, был ағай, башлыса, яңғыҙ йәшәне. Ҡабаттан өйләнмәне түгел, өйләнде ул, минең белеүемсә генә лә тағы ике мәртәбә никахлашты. Әммә оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, үҙе ифрат зирәк, тапҡыр булған был ҡартҡа, нишләптер, һәр саҡ әлеге миҫалдағы һымаҡ үҙ балаларын "артыҡ ныҡ ҡайғыртыусы" әбейҙәр осрай ине. Бабайҙың үҙенең бала-сағалары ла бар, әммә яңы ҡатындың уларҙы яратып етмәүе ҡарттың иғтибарынан һис кенә лә ситтә ҡалманы. Шуға күрәлер ҙә, ҡарт был ҡатындарҙың береһен дә оҙаҡ тотманы.
Ә икенсе бер танышым яңғыҙ ҡалғас, үҙенән байтаҡҡа йәшерәк берәү менән "гражданлыҡ никахында" йәшәп ҡараны, әммә бер йыл да тормай, ҡатын унан үҙе китте. Сөнки "фатирына теркәргә теләмәгән һаран бабай" менән артабан был гүзәлдең бергә йәшәү теләге булманы. Ҡарт "ни өсөндөр" үҙенең ике улын был ҡатынға ҡарағанда артығыраҡ күргән һәм фатирын шул ғәзиздәренең береһенә яҙҙырған, имеш…
Бәғзе берәүҙәр ҡарт кешегә артыҡ "егетләнмәй", бер аҙ ана шундайыраҡ зирәк булыу ҙа хәйерлерәктер, тигән фекерҙә. Һәр хәлдә, баштараҡ бәйән ителгән, "мөхәббәтенә иҫереп" аҡылын юйған "асыҡ ауыҙ" бабай һымаҡ булырға ярамай бит инде. Бәлки, башҡасараҡ фекерләүселәр ҙә барҙыр?..
Әлеге телефон аша мутлашыусыларға ҡабаттан әйләнеп ҡайтайыҡ әле. Уларҙы берәй ҡасан тапҡан, тотҡан осраҡтар хаҡында ишеткәнем юҡ. Башта иҫкә алған мутлашыусыға ярҙам итеүсе курьер егетте, әлбиттә, "енәйәтсе" тип тә атап була. Ә йөрәк хистәре менән уйнап, олоғайған кешене "кредит" һаҙлығына батырыусыларҙы, ҡарт кеше менән йәһәтерәк ЗАГС-ҡа инеп, хәйләләп, уның балаларының күҙен баҡтырып, фатирына хужа булырға ынтылыусыларҙы нисек атарға? Кем нисек, әммә мин уларҙы "зирәк" кешеләр тип кенә атауҙан уҙа алманым. Ҡыҙыҡ, улар үҙҙәрен нисегерәк тоя, кем тип атай икән?..
Ә шулай ҙа баштараҡ һөйләнгән күңелһеҙ осраҡта кемде ғәйепләргә? Үҙенең яратҡан ҡыҙҙарының тормошон ҡайғыртыусы яңы кәләштеме? Бәлки, кемдәргәлер сәйер ҙә тойолор, әммә минең уйымса, был бәләлә әлеге зыян күреүсе "башһыҙ" ир кеше тик үҙе генә ғәйепле. Уны нисек кенә йәлләһәм дә, бына шундай инаныуҙамын әле мин. Шуға ла оло йәштәрҙәге бәғзе берәүҙәрҙе ошондай хәлдәр тураһында иҫкәртеүҙе кәрәк тип таптым. Йәш ваҡыттарҙы, ғәҙәттә, "тиле йәшлек" тип тә атайҙар. Шул саҡтарҙа ебәргән хаталарҙы "йәшлек хатаһы" тигәндәрен дә ишеткеләгәнем бар. Былар - барыһы ла аңлашыла. Тик бына инде олоғайған көнөндә кешеләр бер аҙ аҡыллыраҡ булһын ине.

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №48, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.12.22 | Ҡаралған: 171

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru