«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
СӘХНӘЛӘРҘӘН ГЕНӘ ЙЫЛМАЙМАҺЫН, КӨНДӘЛЕК ТОРМОШОБОҘҘО БИҘӘҺЕН АСЫЛЫБЫҘ...
+  - 


Эйе, ниндәй генә төрөн алма, халыҡ ижады бер ҡасан да үҙ төҫөн, үҙ көсөн юғалтманы. Көнкүрешебеҙҙә лә, донъяуи мөнәсәбәттәрҙә лә, сәхнәлә лә. Киреһенсә, йылдар үткән һайын төҫтәре баҙыҡланыуын, ҡулланылышы киңәйә барыуын, фәлсәфәүи йөкмәткеһенең тәрәнәйеүен тоябыҙ ата-олатайҙарҙан, өләсәйҙәрҙән ҡалған ҡомартҡыларыбыҙҙың. Һуңғы йылдарҙа халыҡ ижадына иғтибар айырыуса артты, тиһәм, хата булыр һымаҡ хатта, шулай ҙа йыр-көйҙәребеҙ, бейеүҙәребеҙ, музыка ҡоралдарыбыҙ, кейемдәребеҙ, биҙәүестәребеҙ, ризыҡ-тәғәмебеҙ, йәшәү рәүешебеҙ кемлегебеҙҙе күрһәтеп тороусы кире ҡаҡҡыһыҙ көскә әйләнде. Бының сере, моғайын, үҙ асылыбыҙҙы үҙебеҙ баһаларға, унан да бигерәк, аңларға өйрәнеүебеҙҙәлер. Хәйбулла районының үҙәге Аҡъяр ҡасабаһында үткән "Гәләбәш түңе буйында" төбәк милли кейемдәр бәйгеһе лә ошо уйланыуҙарыма асыҡлыҡ индерҙе һәм... тетрәндерҙе.

Илдә Бөйөк Ватан һуғышы бара. Бер көндө ирҙәр һуғышҡа китеп бөтөп, етем ҡалған ауыл фермаһында һаламға ут тоҡана. Һауынсы ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе, һалам янып китмәһен тип, өҫтөндәге сәкмәнен сисеп, утты ҡаплап өлгөрә. Сәкмән уйылып янып сыға, уның ҡарауы, ут һүндерелә. Сәкмәнһеҙ ҡалған ҡатын, өйҙөң түрендә элеүле торған өләсәһенән ҡалған ҡомартҡы еләндәрҙе һүтеп, үҙенә эш кейеме тегеп алырға ниәтләнә. Балаларҙың өҫ-башы ла туҙған, уларға ла кейем кәрәк. Әсәһенең дә, ҡәйнәһенең дә был еләндәрҙе һүтергә ҡулдары бармай, ун йәшлек ҡыҙ балаға ҡушыла был эш. "Әсәй, һүтмәйек еләндәрҙе, бигерәк матурҙар бит!" - тип әсәһенең ниәтен кире ҡағып та ҡарай ҡыҙ бала, әммә донъя йөгөн бер үҙе һөйрәгән, ун бер балаға ни кейҙереп, ни ашатырға белмәгән ҡатындың ҡарары ҡәтғи: "Бөтәһе лә - фронт өсөн, бөтәһе лә - Еңеү өсөн!", башҡаса сара юҡ. Ҡыҙ бала ырыуҙың ҡото булып иҫәпләнгән еләндәрҙе һүтергә мәжбүр була. Мөһөр баҫып сигелгән тамъян һәм үҫәргән ырыуҙарының боронғо еләндәре була улар. Ике өләсәһе, ике яғында доға уҡып, Алланан ғәфү үтенә. Әллә ошо доғалар ныҡ тәьҫир итә, ҡыҙ бала үҙенең ниндәйҙер ярамаған эш эшләп ултырғанын бөтә йөрәге менән тоя, ҡасан да булһа ошо еләндәрҙе яңынан тегергә, тергеҙергә тейешлеген аңлап, уларҙың һәр биҙәген иҫендә ҡалдырырға тырыша. Еләндәрҙең биҙәктәрен онотмай ул. Үҫә төшә, биҙәктәрҙе һүрәткә төшөрә, шул биҙәктәрҙе, еләндәрҙе халыҡҡа ҡайтарыу уйы менән янып йәшәй башлай...
Сәхнәлә барған тамашала 2-се Аҡъяр урта мәктәбенең 3-сө синыфында уҡыусы Гөлмирә Бикбова уйнаған ун йәшлек ҡыҙҙа залда ултырған халыҡ республикабыҙҙа киң билдәле фольклорсы, сәсәниә, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейемдәрен тергеҙеүсе Әсмә Мәүләмбирҙе ҡыҙы Усманованы таныны. 9 ғына йәшлек Гөлмирә Әсмә Усманованың бала сағын шул тиклем килештереп уйнаны, ошо бала үҫеп етер ҙә, еләндәрҙе тергеҙер әле, моғайын, тип ышанып, тетрәнеүҙән күҙҙәребеҙ йәшләнеп ултырҙыҡ. Үҫәргән, ҡыпсаҡ, тамъян, бөрйән, түңгәүер, юрматы ырыуҙары, Һамар, Ҡурған өлкәләре ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейемдәренән торған уникаль коллекция менән Мәҙәниәт йортонда эшләп килгән Тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Рәзилә Файзулла ҡыҙы Байғусҡарова һәм Әсмә Усманованың ҡыҙы Рәзилә Сәлимйән ҡыҙы Туғыҙбаева таныштырғайны инде. Әсмә Мәүләмбирҙе ҡыҙының тормош һәм ижад юлын яҡтыртҡан йөкмәткеле күргәҙмәлә күргән-ишеткәндәребеҙҙе Сәрүәр Суринаның "Хазина" тапшырыуы өсөн 2008 йылда төшөргән "Һигеҙ ожмах асҡысы" фильмы байытты. Әсмә Усманова үҙе иҫән ваҡытында төшөрөлгән был фильм. Башҡорт фольклоры буйынса "тере энциклопедия" - Әсмә Усманова менән танышып-аралашыуҙан мәхрүм булһам да, экрандан уны күреү, ғүмерен фольклор йыйыу буйынса фиҙаҡәр хеҙмәткә бағышлауының сәбәптәрен ишетеү күңелемде баҫты бер аҙ.
Нимә ул "гәләбәш түңе"? "Гәләбәш" - башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының үҙенсәлекле баш кейеме. Шлемға оҡшап торған, көмөш тәңкәләр, мәрйен менән нағышланған был затлы баш кейемен хан һәм тархан ҡатындары кейгән. Ҡайһы бер төбәктәрҙә уны "кәләбәш", "кәләпүш" тип йөрөткәндәр. Был боронғо баш кейеме хаҡында И. Лепехин, Н. Казанцев, Д. Никольский яҙмаларында, С.И. Руденконың киң билдәле "Башҡорттар" монографияһында, П.С. Палластың иллюстрацияларында мәғлүмәттәр байтаҡ. Гәләбәштең һаҡланып ҡалған берҙән-бер данаһын Санкт-Петербург ҡалаһындағы Рәсәй этнографик музейында күрергә була.
Әсмә Усманова исеменә төбәк милли кейемдәр бәйгеһенең "Гәләбәш түңе буйында" тип аталыуын белгәс тә нимә ул "түң" тип ҡыҙыҡһынмай ҡалманым. Һаҡмар йылғаһының Хәйбулла районы буйлап аҡҡан өлөшөндә "Гәләбәш түңе" тип аталған ҡалҡыулыҡ бар, ҡайһы бер ауылдар был ҡалҡыулыҡты "Гәләбәш элгән" тип тә йөрөтәләр икән. "Ҡалҡыулыҡ", "уба" мәғәнәһен "түң" тип һөйләй, тимәк, хәйбуллалар. Көйөргәҙеләр "дүң" тиҙәр, Ишембай районында ҡалҡыу ерҙе "ҡабаҡ" тип йөрөтәләр. Легендаларға ярашлы, Һаҡмар буйы ҡыҙҙары ошо ҡалҡыулыҡҡа уйынға йөрөгәндәр. Бер ҡыҙ бала, тиҫтерҙәре алдында нәҫелдәренең байлығы менән маҡтанырға теләп, уйынға гәләбәш кейеп килгән. Баш кейеме ауыр булғанлыҡтан, уны сисеп, ағасҡа элеп торған һәм онотоп ҡайтып киткән. Иҫенә төшөп, кире килеп эҙләһә лә гәләбәшен таба алмаған.
Затлы баш кейеме Әсмә Усманованың нәҫелендә лә һаҡланған була. Атаһының "Һинең дә гәләбәшең булыр ине. Граждандар һуғышы башланғас, бола үткәнсе тип, ынйы-мәрйендәр, затлы таштар, тәңкәләр менән биҙәлгән кәләпүште ваҡытлыса йәшереп торорға тип ярлы туғандарыбыҙға биргәйнек. Һуңынан улар, тиреҫлеккә күмеп ҡуйғайныҡ, урлап киткәндәр, тип бирмәнеләр", - тип һөйләгәнен яҡшы хәтерләй Әсмә Усманова. Бар ғүмерен халыҡ ижадын йыйыу, туплау, тергеҙеү эшенә бағышлаған һоҡланғыс шәхестең биографияһына ҡағылышлы ошо мәғлүмәттәрҙе уҡығас, уның өсөн йәшәү мәғәнәһенә әйләнгән шөғөлдөң тағы бер сәбәбен асыҡланым: нәҫел ҡото ҡан аша Әсмә Усмановаға күскәндер, юғиһә, туғыҙ йәшлек баланың олатаһы менән өләсәһенән ҡалған еләндәрҙе һүткәндәге тетрәнеүҙәрен нисек аңлатаһың! Үҙендә йәшәгән ҡан хәтеренең көслө булыуын асыҡ тоя Әсмә Усманова. Уҡытыусы булып эшләгән йылдарында, бер тапҡыр ҙа Өфөнө лә күрмәгән көйө, уҡыусылары менән Ленинградҡа экскурсияға юллана. Эрмитажда йөрөгәндә боронғо әйберҙәрҙең ҡәҙерләп һаҡланыуына хайран ҡала. Петр Беренсенән ҡалған затлы кейемдәрҙе күреп: "Беҙҙә булмағанмы ни батшалар ғына кейә торған затлы кейемдәр? Ниңә беҙ сәхнә өсөн махсус яраҡлаштырып тегелгән кейемдәр менән генә сикләнәбеҙ? Тергеҙергә кәрәк башҡорттоң боронғо затлы кейемдәрен", - тип әҫәрләнә һәм милли кейемдәрҙе халыҡҡа ҡайтарыу эшенә тотона. Күп уҡый, эҙләнә, ауылдан-ауылға йөрөй, белгән-күргәндәрен системаға һалыу өсөн башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейемдәре буйынса махсуслашҡан белгес - тарих фәндәре кандидаты С.Н.Шитова менән осраша.
Бәйгенең үҙенә әйләнеп ҡайтҡанда, Әсмә Усманова исеменә "Гәләбәш түңе буйында" төбәк милли кейемдәр бәйгеһе быйыл бишенсе тапҡыр уҙғарылды. Быйылғы йыйында Хәйбулла, Йылайыр, Баймаҡ, Көйөргәҙе райондарынан барлығы 16 ағинәй ҡатнашты, уларҙың иң олоһона 73 йәш. Эйе, уларҙың һәр береһе модельер йә тегенсе түгел, милли кейемдәр тегеү эшенә ҡан саҡырыуы, рух ҡушыуы буйынса тотонған ябай ауыл ҡатындары. Үҙ эштәрен яҡлау өсөн сәхнәгә күтәрелгәнгә тиклем фойела ойошторолған милли ризыҡтар күргәҙмәһендә Урал аръяғы башҡорттары өҫтәленең бренды булған сейәле, муйыллы, ҡарағатлы ҡороттарын, майҙарын, майлы талҡандарын ауыҙ һыуың ҡойорлоҡ итеп маҡтаһалар ҙа, сәхнәгә менгәс, бер аҙ баҙап ҡалды ағинәйҙәр. Матур ғына, үҙебеҙсә генә итеп ҡаушанылар. Ни эшләйһең инде, сәхнәнең үҙ талаптары, унда атлап йөрөү өсөн дә махсус белем кәрәк. Ярай әле Мәҙәниәт йортоноң бейеүселәре оҫта: һәр конкурсанттың кейем коллекцияларын, биҙәүестәрен тамашасыларға килешле генә итеп тәҡдим иттеләр. Подиумдарҙы биҙәгән моделдәрең ары торһон: тыйнаҡ йылмайыуҙары, тилбер генә итеп атлап йөрөүҙәре кейгән кейемдәрен, таҡҡан ҡашмау-селтәрҙәрен биҙәрлек. Һоҡланып ҡарап ултырҙым: үҙебеҙҙекеләр - үҙебеҙҙекеләр инде!
Ә ағинәйҙәрҙең һәр береһендә Әсмә Усманова рухы һаҡлана, һәр береһе үҙ эше менән яна! Ябай ғына ауыл ҡатындарының: "Өләсәйемдең һандығында һаҡланған кейемдәрҙән тыш, Руденконың, Шитованың хеҙмәттәренән ҡарап өйрәндем милли кейемдәрҙе тегеү серҙәрен", - тип тороуҙары ысынлап һоҡландырҙы, Ағинәйҙәр мәктәбенең әйтеп аңлатҡыһыҙ мөһим эш эшләүҙәренә ышандырҙы. Хәйбулла районы Сәғит ауылы ағинәйҙәренең сығышын ҡарағанда тағы ла нығынды был ышанысым. Улар милли һыҙаттарыбыҙҙы сәхнә кейемдәрендә генә күреүҙән азат: көндәлек кейемдәрен милли орнаменттар, элементтар менән биҙәп, ысын ағинәйҙәр булып сығып баҫтылар сәхнәгә! Тормошта ла ысын ағинәйҙәр икән улар: "Ошо кейемдә килен төшөрәбеҙ, ҡыҙ оҙатабыҙ, бәпес ҡаршылайбыҙ, егеттәребеҙҙе лә ошо кейемдә әрмегә оҙатабыҙ", - тиҙәр. Өләсәйҙәребеҙ рухы, күңелебеҙ күрергә теләгән ағинәйҙәребеҙ улар һынында үтеп инһен ине тормошобоҙға, беҙҙең генә түгел, йәштәребеҙҙең йәшәү рәүешенә әйләнһен ине улар күтәреп сыҡҡан изге ғәмәлдәр.
Бәйгенең быйылғы еңеүсеһе (Гран-при) тип Хәйбулла районы оҫтабикәһе Нәфиә Ҡәйепова табылды. Баһалама ҡоро ағзалары ла оҫтабикәләр иңенә төшкән бурысты аңлап эш итте. Был бәйге - модельерҙар, стилистар майҙаны түгел, милли асылыбыҙҙы аңлатыу, баһаларға өйрәтеү, юғала барған булмышыбыҙҙы халыҡҡа ҡайтарыу майҙаны. Милли асылдарын аңлағандарҙан, баһалағандарҙан өлгө алайыҡ. Сәхнәләрҙән генә йылмаймаһын асылыбыҙ, көндәлек тормошобоҙҙо, көндәлек тормоштағы үҙебеҙҙе биҙәһен.

Ғәлиә КӘЛИМУЛЛИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №48, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.12.22 | Ҡаралған: 359

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru