«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
РУХ КӨСӨ БЕЙЕТӘ БЕЙЕҮСЕНЕ...
+  - 

Бейеүсе сәхнәлә бер мәл генә балҡып яна, тиҙәр. Әммә үҙ эшенә мөкиббән киткән шәхестәргә был һүҙҙәр тап килеп етмәйҙер ул. Быға Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе сәхнәһендә утыҙынсы йыл алһыҙ-ялһыҙ дәртләнеп ижад итеүсе Башҡортостандың халыҡ артисы Рәил Рәис улы Лоҡмановтың да үрнәге дәлил. Был хаҡта уның үҙенә лә һорау бирҙек.

Бейеүҙе ғүмерлек һөнәрегеҙ итеп һайлауға нимә этәргес булды?

- Бейеүҙе бала саҡтан яратып үҫтем. Ғаиләбеҙ менән шулай сәнғәткә ғашиҡ кешеләр инек беҙ: олатай ҡурайҙа уйнаны, атай бейене. Бала саҡта ҡунаҡтар йыйылғанда ҡурайҙа уйнап, беҙҙе, балаларҙы, бейетерҙәр ине. Атайым Сибайҙа үҙешмәкәр ансамблдә бейеүсе булды. Унан инде мин Темәс ансамблендә, ә һигеҙенсе кластан һуң Йылайыр совхоз-техникумына уҡырға барып, ундағы Нияз Байегетов етәкселегендәге "Йәйғор" ансамблендә бейенем. Етәксебеҙ Хәлил Ишбирҙин менән дуҫтар булған икән, ул беҙҙе килеп ҡарап, Стәрлетамаҡта бейеү театры асырға ниәтләүен белдереп, шунда саҡырҙы. Ватан алдындағы бурысымды үтәп ҡайтҡандан һуң, 1993 йылда Стәрлетамаҡҡа килдем һәм бына утыҙынсы ижад миҙгелем дә килеп еткән.
Шулай ҙа 2006-2012 йылдарҙа кәләшем менән Өфөлә "Далан" төркөмө менән дә эшләп алдыҡ, әммә яратҡан эшебеҙгә кире ҡайттыҡ. Бына бындай бер эш урынына, йәки бер һөнәргә тоғролоҡ беҙҙең осор кешеләренә күберәк хас һыҙаттыр. Йәштәр ул тиклем бейеүгә тартылып бармай хәҙер, халыҡ бейеүҙәре буйынса айырыуса йәш кадрҙарға ҡытлыҡ һиҙелә. Бейергә теләктәре ҙур булһа ла, донъя көтөү өсөн финанс мәсьәләләрен хәл итергә ашығып, эстрада йырсылары менән ҡуша йөрөүҙе, ниндәйҙер шәхси эштәр менән булыуҙы хуп күрәләр. Беҙҙең бейеү театрында ла егеттәр әҙәйҙе, элек күп булған ҡыҙҙар ҙа һирәкләнде.
Шуға балаларҙы бейеүгә ылыҡтырыу, өйрәтеү мөһим. Был йәһәттән дә эшебеҙ бара: 2012 йылда кәләшем мәрхүмә менән ҡайтып, балаларға төркөм асҡайныҡ. Бөгөн был эш "Торатау" халыҡ бейеүҙәре өлгөлө ансамбле булып үҫеп етте, унда дүрт төркөмдә 5-16 йәшлек балалар шөғөлләнә. Лицейҙа "Ирәндек" ансамблендә эшләйем. Тауҙарҙы яулап алып барам шикелле. Үҙем дә бишенсе тиҫтәне ҡыуып барыуға ҡарамаҫтан, йәштәр менән ярышып эшләп йөрөйөм, шөкөр.

Йәштәр бейеүсе һөнәрен һайлап бармай, тинегеҙ. Был шул матди етешлеккә генә бәйлеме икән?

- Беҙ ҙә эш башлағанда матди етешлек әллә ни булманы. Рух тигән нәмә яйлап бөтөүенә бәйлелер был. Ғаиләлә һалынырға тейеш был төшөнсәгә халыҡ бейеүҙәрен башҡарыу теләге лә, ошо өлкәлә халҡыңа файҙа килтереп эшләү ҙә, туған телеңде белеү ҙә - бөтәһе лә бәйле. Тырыштар донъя мәшәҡәттәренән ҡурҡып тормай ул. Тик елкә кәрәк, йыбанмаҫҡа, ике-өс урында эшләүҙән дә ҡурҡмаҫҡа кәрәк. Ул юлды беҙ ҙә үттек. Сәхнәлә йәшәргә кәрәк. Әлбиттә, был көсөргәнешле лә була, әммә эшеңде яйға һалып алһаң, һөҙөмтәһен күрһәң - күңелгә йыуаныс табаһың. Мин балалар менән Йылайыр совхозында уҡып йөрөгәндә үк эшләй башланым, бейеүҙәр өйрәтергә саҡыра торғайнылар. Балалар менән бер ритмда булырға, түҙемле булырға, уларҙы яратып, аңлап эшләргә кәрәк.

Күңелегеҙгә ҡайһы бейеү яҡын?

- Береһен генә айырып атай алмам. Бейеүҙең һәр ҡайһыныһын яратып, күңелде һалып башҡарырға кәрәк. Мин башҡорт халыҡ бейеүҙәренә өҫтөнлөк бирәм. "Торатау" ансамблендә лә төрлө милләт балалары шөғөлләнеүгә ҡарамаҫтан, башҡорт бейеүҙәрен өйрәтәм. Башҡортостанда йәшәгәс, балалар бәләкәйҙән башҡорт халҡының мәҙәниәтен белеп үҫһендәр, ә аҙаҡ колледж, башҡа уҡыу йорттарында икенсе халыҡ бейеүҙәрен өйрәнерҙәр әле, тигән инаныстамын. Башҡорт, урыҫ, татар, сыуаштар ҙа бар араларында, бөтәһе лә башҡортса һаулыҡ һорашып инәләр, шул рухта үҫтерәбеҙ.

Сәхнәлә асыҡ йөҙ, йылмайған килеш күреп өйрәнгәнбеҙ һеҙҙе. Һеҙ йәшәү көсөн ҡайҙан алаһығыҙ?

- Мин балаларымдан табам йәшәү көсөн. Өлкән ҡыҙым Лиана, икенсеһе Әҙилә, ейәнсәрем Гөлмиә илһам сығанаҡтарым. Эштә лә, өйҙә лә моңайып ултырырға ваҡыт юҡ. Кисәге генә Баймаҡҡа туғандарға барып ҡайттыҡ, туғандар менән бергә ҡатышып йәшәү мөһим. Дәрт менән йәшәргә кәрәк, тормош мәшәҡәттәренә бирешеп, күңел төшөнкөлөгөнә бирелеп ултырмаҫҡа. Һаулыҡ бар, эш бар, туғандар бар - шунан да оло ҡыуаныс юҡтыр. Туғандар менән аралашып торорға кәрәк, хәҙерге заманда бер минут та етә бит хәл белешергә.

Киләсәккә ниндәй пландарҙы тормошҡа ашырыу ниәте бар?

- Төп эш урыным - Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһендә көндәлек эштәр, үҙ яйы менән бара. Төрлө ауылдарға концерттар менән йөрөү планлаштырылған. "Юлдаш хит"ҡа, "Байыҡ"ҡа саҡырҙылар, унда ла "һелкенеп" ҡайтырға кәрәк. Үҙемдең репертуарымды яңыртырға әлегә уй юҡ.

Сәриә ҒАРИПОВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №48, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.12.22 | Ҡаралған: 131

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru