«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТАРИХИ ҠОМАРТҠЫЛАР БЕР УРЫНҒА ТУПЛАНА
+  - 

Өфөлә Башҡортостандың күренекле ғалимы, БР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы Нияз Мәжитов иҫтәлегенә арналған "Урта быуат Евразияһының күсмә цивилизациялары" халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияһы булып үтте.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2022 йылдың 9 июлендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров "Шүлгән-Таш" тарихи-мәҙәни комплексын асыу тантанаһында Евразия күсмә цивилизациялар музейы концепцияһын тәҡдим итте. Яңы объект бер нисә төп тарихи ҡомартҡыны берләштерә. Улар араһында Турахан һәм Хөсәйенбәк кәшәнәләре лә бар. Башҡортостан Башлығы бойороғона ярашлы, Евразия күсмә цивилизациялар музейын булдырыу буйынса эшсе төркөм ойошторола. 30 августа Шишмә районында Радий Хәбиров тәүге күсмә кәңәшмә үткәрҙе. 18 октябрҙә эшсе төркөм ултырышында Башҡортостан Башлығы Евразия күсмә цивилизациялар музейы төрлө тармаҡ проекттарының үҫеш нөктәһенә әйләнеүен билдәләне.
"Был күләмле объект республика мәнфәғәтенә яуап бирергә һәм бик күп ҡунаҡтарҙы - туристарҙы, ғалимдарҙы, рәссамдарҙы һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәрен, спортсыларҙы һәм ғаиләләрҙе, халыҡты йәлеп итергә тейеш, - тине Радий Хәбиров. - Уны тормошҡа ашырыу өсөн көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеү мөһим. Объекттар урынлаштырылған карта-схема әҙерләргә кәрәк". Башҡортостан Башлығы шулай уҡ биләмәнең транспорт менән тәьмин ителешен асыҡларға, шулай уҡ юл буйындағы хеҙмәтте үҫтереү өсөн шарттар әҙерләргә ҡушты.
Өфөлә әле үткән халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференция - Евразия күсмә цивилизациялар музейын булдырыу буйынса фәнни эштең бер этабы.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев үҙ сығышында республиканың Рәсәй археологияһы үҙәктәренең береһе булараҡ, үҙ позицияһын йылдан-йыл нығытыуын билдәләне. Төбәктә билдәле археологик мәктәп, уның фәнни традициялары һәм ҙур ҡаҙаныштары бар. Республика тарих фәндәре докторы, профессор Раил Кузеев төҙөгән Археология һәм этнография музейы менән ғорурлана. Унда боронғо коллекциялар, шул иҫәптән легендар "сармат алтыны" һаҡлана.
- Профессор Нияз Мәжитов оҙаҡ йылдар Өфө-2 боронғо ҡаласыҡты фәнни тикшереүҙәрҙең башланғысында торҙо. Унда табылған әйберҙәр, ғалимдар фекеренсә, беҙҙең эраның IV-XIV быуаттарына ҡарай. Йыл ярымдан 450 йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәк бөгөнгө Өфөнөң тарихи өлөшө ошо боронғо ҡасаба өҫтөндә урынлашҡан. Киләсәк быуын баш ҡалабыҙ тарихын белһен өсөн бында асыҡ һауала музей булдырасаҡбыҙ. Өфө-2 ҡаласығы тораҡ пункты - ғәжәйеп ҡомартҡы! Мәжитов әйтеүенсә, беҙҙең эраның I мең йыллыҡ аҙағында Көньяҡ Уралда мәҙәни, сауҙа һәм һөнәрселек үҙәктәре булған ҡалалар, шулай уҡ хәҙерге Өфө урынында Имән-ҡала - Башҡорт ҡалаһы булған. Был Көнсығыш Европаның иртә Урта быуаттарҙан һуңғы осорға тиклемге иң бөйөк ҡомартҡыһы, унда Алтын Урҙа ҡомартҡылары бар, - тип билдәләне Урал Таһир улы һәм дауам итте:
- Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн тарихи фән йыш ҡына сәйәси уйындар хаҡына боҙола, әммә үткәндәр илдәр менән халыҡтар араһында ҡапма-ҡаршылыҡ ҡоралына әйләнергә тейеш түгел. Беҙ Евразия территорияһында йәшәгән ата-бабаларыбыҙҙың быуаттар буйы йәшәгән йолалары буйынса тәрбиәләнгәнбеҙ. Уртаҡ тамырҙарыбыҙ, уртаҡ мираҫыбыҙ бар. Беҙҙең телдәр, мәҙәниәт, тормош ҡиммәттәре, йолалар һәм ғөрөф-ғәҙәттәр бик яҡын. Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путиндың Рәсәй халыҡтарының традицион рухи һәм әхлаҡи ҡиммәттәрен һаҡлау һәм нығытыу буйынса дәүләт сәйәсәте нигеҙҙәрен раҫлаған указы бик ваҡытлы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алырға теләйем...

Шулай итеп...
Быйыл йәй Бөрйән районында, Башҡортостандың иң матур урындарының береһендә асылған "ШүлгәнТаш" тарихи-мәҙәни музей комплексын асҡанда республика Башлығы Радий Хәбиров: "Шүлгәнташ мәмерйәһе бик үҙенсәлекле. Уны кешелек цивилизацияһы барлыҡҡа килеү үҙәге тип иҫәпләйбеҙ. Тап шуның өсөн дә был мәмерйә менән башҡорттарҙың "Аҡбуҙат", "Урал батыр" һәм башҡа боронғо легендалары бәйләнгән.
1959 йылда бындағы картиналар галереяһын Александр Владимирович Рюмин асҡан. Ул быны осраҡлы эшләмәй, сөнки бында кешелек цивилизацияһы үҙәге барлығын яҡшы белгән. Беҙҙең музей тарихи-мәҙәни генә түгел, фәнни үҙәк тә булыуына ышанабыҙ. Бында Рәсәй һәм сит илдәрҙең ғилми-мәғариф учреждениелары делегациялары киләсәк", - тигәйне. Бөгөн, ысынлап та, "Шүлгән-Таш" комплексы бөтә донъя тарихсыларын, палеонтологтарын йәлеп итеү урынына, йәштәребеҙ өсөн фәнни-мәғрифәт үҙәгенә әйләнеп бара. Өфөлә үткән әлеге халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференция ҡунаҡтары ла быны һыҙыҡ өҫтөнә алып үтте.

Азат ҒИЗЗӘТУЛЛИН.
"Киске Өфө" гәзите, №49, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.12.22 | Ҡаралған: 139

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru