«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ФИЛЬМДАР ОБРАЗДАР ТЫУҘЫРА, БАШҠОРТСА ФЕКЕРЛӘРГӘ ЛӘ ЯРҘАМ ИТӘ
+  - 


Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, республиканың Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты, "Аскарфильм" студияһы директоры, режиссёр, продюсер, сценарист Айнур Асҡаровтың фильмдары хәҙер төрлө кимәлдәге фестивалдәрҙә ҡатнаша һәм призлы урындар яулай. Ул башҡорт тамашасыларын яңы асыштары менән ҡыуандырасаҡ әле. Айнур АСҠАРОВ менән бөгөнгө әңгәмәбеҙ шуға ишаралай.

Айнур, хыялдар тормошҡа аша, тиҙәр. Кино сәнғәте бала саҡ хыялымы, әллә яҙмыш ҡушыуымы?

- Мин сәнғәткә ғашиҡ ғаиләлә үҫтем. Атайым дуҫтары менән "Рух" вокал төркөмөндә эшләне. Уларҙың концерттары, сығыштары - бөтәһе лә күңелемә ныҡ һеңгән, шуға үҙемде бәләкәйҙән сәнғәттән айырып ҡараманым. Мәктәпте тамамлағанда "Ҡайҙа барырға?" тигән һорау торманы. Сибай сәнғәт колледжының актер бүлегенә уҡырға индем. Колледжда уҡыу миңә еңел бирелде, алда әйткәнемсә, сәнғәт мөхитендә үҫеүем ныҡ ярҙам итте. Был уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамланым. Шунан иһә, юғары белем алырға теләп, Санкт-Петербург дәүләт кино һәм телевидение университетына уҡырға индем. Ҡыҙыл дипломым ошо уҡыу йортона инергә ярҙам итте, сөнки ул ниндәйҙер дәрәжәгә, баһаға өлгәшеү тигәнде аңлата ине бит.

Ә кино сәнғәтенә нисек ылығып киттең, ул һиңә нимәһе менән оҡшаны?

- Ул донъяла булған бөтә нәмәне үҙенә йыйып алған сәнғәт. Кемдәр генә эшләмәй унда: сценаристар, операторҙар, ҡораусылар, йөрөтмәндәр, ашнаҡсылар, ҡыҫҡаһы, төрлө-төрлө һөнәр эйәләре. Былтыр фильмды еңел генә төшөргәйнек, быйыл да шулай булыр, тип уйларға ярамай. Гел генә көтөлмәгәнлектәргә һәм асыштарға тарыйһың: заман технологиялары үҫешә, хеҙмәтеңде халыҡҡа сығарыу юлдары ла яңыра. Элек кинотеатрҙар менән эшләй торғайныҡ, хәҙер киноны интернет аша атҡарырға тура килә. Элек ҡыҫҡа метражлы фильмдар һатылмай ине, хәҙер, киреһенсә, уларға ихтыяж үҫте, ә тулы метражлы фильмдарҙы һатыуы ауырлашты. Шулай уҡ сериалдарға ихтыяж барлыҡҡа килде. Тимәк, көн һайын яңы кешеләр, яңы осрашыуҙар... Бына шундай асыштары менән был өлкә миңә ҡыҙыҡ та. Сөнки мин егерме-утыҙ йыл буйы тик бер урында ғына эшләп ултыра торған кеше түгелмен. Шуға үҙем һайлаған һөнәремде бик яратам.

Сибай дәүләт колледжы иң төплө белем биргән уҡыу йорто, тигәйнең. "Төплө белем алдым", тигәнде асыҡлап китәйек әле.

- Мәҫәлән, роль өҫтөндә эшләү. Һәр бер актер текст өҫтөндә эшләүе, соҡоноу-эҙләнеүҙәре менән бергә үҙ роленең режиссеры ла булып тора. Актерлыҡ оҫталығын камиллаштырыр өсөн ҡай берәүҙәр ҡайҙа ғына бармай ҙа, ниндәй генә ҡыйбатлы курстар үтмәй. Ләкин ҡайҙа ғына барып өйрәнмә - бөтә ерҙә лә шул уҡ технология. Быны яҡшы белеп әйтәм, сөнки заманында үҙем дә шулай йөрөп ҡараным. Сибайҙа актерлыҡ оҫталығына 2003-2008 йылдарҙа уҡыным һәм йылдар үтеү менән инандым: бөтә ерҙә лә шул уҡ талап, шул уҡ белем - бер ниндәй үҙгәреш юҡ. Уҡытыусыларым Вәкил Барый улы Йосопов, Земфира Айрат ҡыҙы Алтыншина, Римма Лоҡман ҡыҙы Йәрмөхәмәтоваларға бик ҙур рәхмәт. Улар барыһына ла өйрәтте. Һәм, әлбиттә, Сибай колледжында өйрәнгән иң яҡшы нәмә - күҙәтеү, һәр саҡ эҙләнеүҙә булыу. Актер кеше күҙәтеүсән булырға, төрлө кешеләрҙең хәрәкәтен, ҡыланышын, холҡон, ҡиәфәтен күҙҙән үткәреп барырға тейеш. Бындай эҙләнеүҙәр минең өсөн ҡыҙыҡ, һәм ҡайҙа ғына барһам да кемгәлер тексәйеп ҡарайым да ултырам. Был ҡайҙан килгән, нимә эшләй, уға нимә кәрәк, уны нимә борсой, ни өсөн ул моңһоу, йә көлөп йөрөп ята? Бар һорауҙарға ла яуап табып, үҙемә персонаждар тыуҙырам.

Бында, башҡорт мөхитендә йәшәгән егеткә, Санкт-Петербургҡа уҡырға ингәс, ауыр булманымы? Унда бит барыбер икенсе мөхит.

- Бер яҡтан, ауыр булды. Мин Хәйбулла районының Маҡан ауылында үҫтем. Сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштергәндә барлыҡҡа килгән ауыл ул. Егерменсе-утыҙынсы йылдарҙа далаға төрлө халыҡ вәкилдәре килгән. Ошо бәләкәй генә ауылда 36 милләт вәкиле йәшәне. Күршеләрҙә кем генә булманы - башҡорт, урыҫ, татар, сыуаш, поляк, немец, һ.б. Беҙ бер ҡасан да бер-беребеҙҙе айырып ҡараманыҡ. Бала саҡтан уҡ ике телдә һөйләштек. Ғаиләлә инде һәр кем үҙ телендә һөйләште. Беҙ ҙә өйҙә башҡортса һөйләшһәк, урамда балалар менән урыҫ телендә аралаштыҡ.
Санкт-Петербургта беренсе айҙары ауырыраҡ булды. Ундағы кешеләр өсөн, әлбиттә, ҡиәфәтем менән мин урыҫ түгелмен. Беҙҙә төрлө милләт татыу йәшәһә лә, унда минең кеүектәрҙе "ҡара халыҡ" тигән һымаҡ ҡабул итәләр ине. Аҙаҡ, ныҡлап танышып киткәс, үҙ итә торғайнылар. Шуға коллективта ҡайҙа ла үҙемә урын таба алдым.
Уҡыуы еңел булды. Икенсе курстан "Башҡортостан" студияһы менән бергә эшләй башланыҡ. 2010 йылда "Еңмеш" фильмын төшөрҙөк. Кинола үҙемдең эште күрһәтә белеү, юғары сифат - минең өсөн иң-иң төп урында торҙо.

Улай булғас, "Еңмеш"тең тыуыу тарихын иҫкә алып китәйек әле.

- Фильмдың геройы кеүек, үҙем дә шундай мажараларға тарығайным, шуға был идея бала саҡтан килә, тип әйтә алам. 1992-1993 йылдарҙа, иҡтисади көрсөк осоронда, ауылда берәүҙең дә аҡсаһы юҡ һәм магазинда ла әйберҙе талонға ғына бирәләр ине. Клубтарҙа кино күрһәтәләр ине, әлбиттә. Рейс автобусына һалып, кинотаҫмалар ебәрәләр, һәм беҙ кис клубҡа кино ҡарарға йыйылабыҙ. Аҡса булмағас, кемдер йомортҡа, кемдер буш шешә тотоп килә, был беҙҙең өсөн ғәҙәти хәл ине. Шуларҙы Санкт-Петербургтағы дуҫтарыма һөйләгәйнем, улар ауыҙҙарын асып тыңланылар, шуға ла теге хәлдәрҙе сюжет итеп төшөрөргә булдым.
Дүртенсе курс студенты Леонид Корин менән тиҙ генә сценарий ултырып яҙҙыҡ та, йәй Хәйбуллаға ҡайтып, бер ай буйы төшөрҙөк. 2010 йылда ҡырҡ градусҡа тиклем эҫе булды. Етмәһә, республикала власть алышынған ваҡыт. Тыуған яҡта нәфис фильм тәү тапҡыр төшөрөлә, маҡсатты бик аңлап бөтмәйҙәр, шуға ҡатмарлыҡтар ҙа тыуғыланы. Ә шулай ҙа фильмды аҙағына тиклем төшөрөп бөттөк. Бөгөн инде шуны әйтә алам: төрлө приздарға, бүләктәргә иң күп лайыҡ булған "Еңмеш" фильмы беҙҙең ижади төркөмдөң байтағы өсөн трамплин булды, шул иҫәптән "Башҡортостан" киностудияһы өсөн дә. Донъяла күптәр ошондай киностудия барлығын тәү тапҡыр ишеткәндер. Әлбиттә, "Еңмеш"кә тиклем йәнһүрәттәр, "Быяла юлсы" фильмы бар ине, һәм ун йылға яҡын бер нәмә лә төшөрөлмәгәйне. "Еңмеш" фильмы Башҡортостан кинематографына яңы һулыш бирҙе. Француз кинематографындағы "яңы тулҡын" һымаҡ тоя инек үҙебеҙҙе, йәнәһе, хәҙер беҙ һеҙгә күрһәтәбеҙ! Етмәһә, ул осор цифрлаштырыу дәүеренә тура килде. Элек бит таҫмаға ғына төшөрәләр ине, ә камералар ныҡ ауыр була торғайны. Уны күсереп йөрөтөп булмағанлыҡтан, фильмдар статик планда ғына төшөрөлдө. 2010 йылдарҙан фотоаппарат һымаҡ яңы еңел камералар сыға башланы. Беҙ ҙә киноларҙы фотоаппараттарға төшөрә башланыҡ. Бындай яңылыҡ, үҙ сиратында, яңы ҡараш, яңы мөмкинлектәр тыуҙырҙы. Ә геройҙарыбыҙ башҡорт телендә һөйләшә! Башҡорт теле йәшәй, тигән фекерҙе нығыттыҡ беҙ ул фильм менән.

"Өфөнән һөйөү менән" - йәмәғәтселектә төрлө бәхәстәр ҙә тыуҙырған фильмдарҙың береһе булды...

- Мин уға тиклем бер нисә ҡыҫҡа метражлы фильм авторы инем. Күп режиссерҙар ҙур фильм төшөрөүҙе бик мөһим тип һанай. Сөнки ҡыҫҡа метражлылар ул саҡта фестивалдәр буйлап ҡына йөрөһә, тулы метражлы фильмдар менән прокатҡа сығырға була. Бары тик тулы метражлы фильмдар аша ғына халыҡҡа үҙең тураһында тулыһынса белгертергә, үҙеңдең уйыңды еткерергә мөмкин ине.
Беренсе курстан уҡ үҙемдең тыуған яғым тураһында фильм төшөрөү тураһында хыяллана инем. 2015 йылда алдымда дебют фильмы эшләү бурысы торҙо. Уйланыҡ-уйланыҡ та, еңел генә ҡаралған, әммә тәрән фекерле комедия төшөрөргә булдыҡ. Эҙләнгән ваҡытта күп сценаристар менән осрашырға тура килде, ләкин уларҙың фекерҙәре бер ҡалыптараҡ ине. Мәскәүҙә эшләгән Айҙар Аҡманов менән күрешеп, идеяны һөйләй башлау менән, ул минең фекерҙе эләктереп тә алды. Көн дә тиерлек осрашып, һөйләшеп торһаҡ та, сценарий оҙаҡ яҙылды. Әллә унлаған вариантын яҙҙыҡ инде... Башҡорт мөхитендә үҫкән Урал әрменән ҡайтҡас, ҡалаға килеп, нисек үҙен аса, үҙен нисек таба? Башҡорт тәрбиәһе ярҙам итәме уға, әллә кәртә лә булып торамы? "Ниндәйҙер һантый малай йүгереп тик йөрөй, башҡортто наҙан итеп күрһәткәнһегеҙ", - тигән һүҙҙәрҙе лә ишетергә тура килде. Ундай кешеләрҙең фильмға һалынған тәрән мәғәнәле фекерҙәрҙе ишетмәүҙәре-күрмәүҙәре үкенесле, әлбиттә.

Бәхәстәр бар икән, тимәк, ул халыҡты битараф ҡалдырмаған, тигән һүҙ...

- Эйе, беҙҙең маҡсат та шунда ине, битараф ҡалманылар. Интернетта "Өфөнән һөйөү менән" бар, әле лә ҡарайҙар. Унда Айҙар Аҡмановтың телефон номеры ҡуйылған, фильмдың сығыуына биш йылдан ашыу, ә көн дә тиерлек уға шылтыраталар ҙа: "Уралды мөмкинме?" - тип һорайҙар. Фильм бөгөн дә йәшәй, был беҙҙең өсөн ҡыуаныс.

Кино геройҙары менән осрашаһығыҙмы? Әллә улар үтеп киткән бер этап ҡынамы?

- Юҡ, йыш ҡына күрешеп торабыҙ. Фильм өҫтөндә эшләгән саҡта, барыһы ла минең дуҫыма әйләнә. Сөнки артистарҙы һайлап алғанда ҡараштары менән үҙеңә яҡын булғандарҙы һайлайһың бит. Сценарий яҙғанда ла унда үҙеңдең ҡарашыңды һалаһың, актер сценарийҙы үҙ итә икән, тимәк, яҡшы уйнаясаҡ, һәм ул һиңә кеше булараҡ та яҡынаясаҡ.

Үҙеңде ҡасан режиссер итеп тоя башланың?

- Элегерәк "Мин кинорежиссер", тип оялып ҡына әйтә торғайным. "Һин ниндәй режиссер? Әле һиңә егерме ике генә йәш", тип әйтеүселәр ҙә бар ине. Бер-ике йыл инде мин үҙемде режисер итеп тоя башланым. Бында, әлбиттә, Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының да мөнәсәбәте ярҙам иткәндер. Мин Ш. Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты, БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре тигән исемгә лайыҡ булдым. Хеҙмәткә баһа бирелгәс, үҙеңә нығыраҡ ышана башлайһың. Әлеге көндә кино төшөргәндә ҡайҙалыр шылтыратһам, йәки барһам, мине беләләр, таныйҙар, ярҙам итергә генә торалар. Был ҡыуаныс һәм эште лә еңелләштерә. Икенсе яҡтан, иңгә һалынған йөктө лә тояһың, кешеләр бит һиңә өмөтләнә, тимәк, ышанысты аҡларға, тағы ла яҡшыраҡ эшләргә кәрәк.

Мостай Кәрим ижады нимәһе менән үҙенә йәлеп итте?

- Мостай Кәрим ижады миңә электән оҡшай. Мәктәптә уҡыған саҡта ул минең иң яратҡан авторҙарымдың береһе булды. Үҙен күргәнем булмаһа ла, нисектер, ул гел эргәмдә ине. "Башҡортостан" киностудияһы: "Өс таған" буйынса кино төшөрөргә йөрөйбөҙ, һинең фекер нисек?"- тигәс, шунда уҡ ризалаштым. Айҙар Аҡмановты саҡырҙым, һәм ул повесты киносценарийға әйләндерҙе. Дамир Йосопов, Ғәфур Тимербулатов - дүртәүләп төшөрҙөк ул киноны. М. Кәримдең телен дә, фекерҙәрен дә һаҡланыҡ, әҫәрҙә һүрәтләнгән заманды ла күрһәтә алдыҡ. Үҫмерҙәр ролдәренә малайҙарҙы беҙ урамдан тигәндәй йыйып алғайныҡ. Башта уларҙы Башҡортостан буйлап эҙләнек. Режиссерҙар Вилүрә Иҫәндәүләтова, Руслан Юлтаев театрҙарҙа, мәктәптәрҙә кастингтар үткәреп, видеоға төшөрөп, ике йөҙҙән ашыу баланы ҡараны. Аҙаҡ шуларҙан 8-9 кешене Өфөгә саҡырҙым да, араларынан һайлап алдым. Ауылда үҫкән башҡорт балалары, асылда, үҙҙәрен уйнанылар. Быныһы Ғабдулла, быныһы, Айҙар, Вәзир, Яҡуп икәнлеге йөҙҙәренә яҙылғайны. Үҙ-ара ла улар М. Кәрим геройҙары һымаҡ аралаша ине. Эш ауыр булды, әммә яратып эшләгәс, ҡыҙыҡ та булды. Фильмды иң төпкөл ауылдарҙың береһе - Толпарҙа төшөрҙөк. Унда юлдар насар ғына, тау төшәһең, тау менәһең... Алыҫ булғанғалыр, күрәһең, бик матур урындар, кеше аяғы йөрөмәгән, тапалмаған. Мәктәптә йәшәнек, кластар дөйөм ятаҡҡа әйләнде. Көндәр ҙә бик һәйбәт торҙо. Ҡыҫҡаһы, 2017 йылдың бөтә йәйе шунда үтте. Ауыл халҡына рәхмәт, ныҡ ярҙам иттеләр.

Бөгөнгө кино сәнғәтен нисек күҙаллайһың?

- Күпме һөйләһәк тә, әлеге көндә Башҡортостан кинематографының кино сәнғәте системаһы көйләнмәгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, иртәгә ниндәй кино төшөрөлөрөн мин белмәйем. Театрҙарҙа, мәҫәлән, репертуар бар, быйылға, икенсе йылға пландары төҙөлгән. Беҙ иһә гранттан грантҡа тиклем генә йәшәйбеҙ. Хәҙер гранттар ҙа ҡыҫҡартыла башланы. Аҡсаны үҙебеҙ эҙләп табырға тырышабыҙ. Эш былай барһа, киләсәктә берәү ҙә башҡортса фильмдар төшөрмәйәсәк. Ҡыҫҡа метражлы фильмдар булыр ул. Ә бына тулы метражлыларын хөкүмәт ярҙамынан тыш төшөрөп булмай. "Йыл ғаиләһе", "Өс таған"ды төшөргән саҡта ниндәйҙер ышаныс бар ине. Элек БР Гражданлыҡ йәмғиәтенә ярҙам итеү фонды булды, тик ул ябылды. Кино өсөн фонд булдырыла, тигән һүҙ ҙә булғайны бер мәл, уныһы ла юҡ. Хәҙер Башҡортостанда, ғөмүмән, киноға гранттар юҡ. Мәскәүҙән Мәҙәниәт министрлығынан аҡса алырға була, әммә унда башҡортса фильмдар өсөн аҡса бүлеүҙәре икеле. Булат Йосопов Рәми Ғарипов тураһында фильм төшөрҙө. Был фильм өсөн ул Мәскәүҙән аҡса ала алмаҫ ине. "Шағир көндәлеге" башҡорттар өсөн генә эшләнгән кино. Бындай фильмдарға, әлбиттә, үҙебеҙҙең Хөкүмәт бағыусы булырға тейеш. Йылдан-йыл башҡортса фильмдар төшөрөү ҡыйынлаша бара. "Өс таған"ды беҙ башҡортса төшөрҙөк, әммә рус теленә тәржемә итеп, күбеһенсә русса күрһәттек. Был фильмдың башҡортсаһы әле һаман да телевидениеға сыҡмаған. Башҡорт контенты кәрәк, тип һөйләйбеҙ, яҙабыҙ, ләкин эш аҡсаға килеп терәлһә, ул ихтыяж да юҡҡа сыға. Шуға күрә киләсәктә башҡорт фильмдары булырмы-юҡмы, һорау асыҡ ҡала.
Беҙ үҙ-ара аралашҡанда ла, ни өсөндөр, башҡортса һөйләшмәйбеҙ. Башҡорт теле көндәлек һөйләшеүҙән ҡайҙалыр китте, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Ошондай интервьюлар өсөн БСТ-ға, радиоға, башҡорт баҫмаларына рәхмәт, уларҙа беҙ башҡортса һөйләшә, телде сарлай алабыҙ. Ҡаҙанға йыш йөрөргә, төрлө фестивалдәрҙә ҡатнашырға тура килә. Гел иғтибар итәм: унда татарҙар үҙ-ара туған телендә һөйләшәләр. Урамдарҙа татарса рекламалар урын алған. Беҙҙә лә башҡортса контент күберәк булырға тейеш. Хәлде нисек үҙгәртергә була һуң? Башҡортса фильмдар, рекламалар кәрәк. Фильмдар образдар тыуҙыра, тамашасы күңеленә үтеп инә, йөрәккә тәьҫир итеп, башҡортса фекерләргә, башҡорт теле, мәҙәниәте, тормошо менән ғорурланырға өйрәтә. "Мин башҡортса һөйләшә алам!" тигән ышаныс бирә.
Ауылдан ҡалаға килгән кеше русса һөйләшкәндә акцентынан оялмаһын ине. Кемдер башҡортса аңламай икән, был уның проблемаһы бит. Интернетта башҡортса һөйләшкән бер-ике генә блогер бар. Хәҙер башҡорт эстрадаһында башҡортса ҡыйыу һөйләшкән йәштәр күҙгә салына салыныуға, ләкин был киң масштабта түгел. Минең дә башҡортса һөйләшкем килә, тик эргә-тирәмдә рәхәтләнеп ултырып башҡортса һөйләшерлек кеше юҡ. Шуға, туған телемде һағынып китһәм, ауылға ҡайтып, рәхәтләнеп һөйләшеп ултырам. Әлдә башҡорт театрҙарыбыҙ бар, телевидение, радиобыҙ бар, тим. Әммә былар ғына етмәй. Балалар өсөн башҡортса контент бик әҙ.
Башҡортостандың милли кино фонды булдырылһа, унда контент күбеһенсә башҡорт телендә булырға тейеш. Яҡут дуҫтар фильмдарын тик яҡут телендә генә төшөрә. Был уларға Мәскәү фестивалдәрендә грант, йәки беренсе урындарҙы яуларға һис тә ҡамасауламай. Фильмдары сит илдәрҙә лә беренсе урындар яулай. Шуға иғтибар иттем: интернеттағы чаттарҙа ла улар тик яҡутса яҙышалар. Улар 700-800 мең генә халыҡ. Тимәк, улар ун-егерме йыл элек тик яҡутса һөйләшеү, яҡутса контент булдырыу сәйәсәтен башлап ебәргәндәр, һәм әле шуның һөҙөмтәһе күренә лә инде. Республика йәштәрен Мәскәүгә йә башҡа эре ҡалаларға махсус уҡырға ебәрә. Беҙҙең менән Санкт-Петербургта ла яҡуттар күп уҡыны - 20-30 кеше бар ине. Бөтөнөһө лә Яҡутстанға кире ҡайтты, үҙҙәренең туған телендә кино төшөрәләр. Йылына 20-30 фильм эшләп сығаралар улар. Йәшәгән биләмәләре ҙур, 800 мең халыҡ төрлө урындарҙа таралып йәшәй, әммә уларҙы мәҙәниәт берләштереп тотоп тора. Ул саҡта беҙҙең республиканан да Санкт-Петербургта егермеләгән кеше уҡыны, уларҙы махсус курс менән ебәргәйнеләр, тик әйләнеп ҡайтҡандары бик әҙ булды. Мин ул курсҡа эләкмәнем. Мин республикаға ҡайттым, тегеләр ҡайтманылар, төрлө эштә йөрөйҙәр. Башҡорт киноһы ла, уны төшөрөүселәре лә кәмей, кино сәнғәтенә аҡса бүлеү ҙә наҡыҫлана бара, шуға йөрәк әрней.

Бер-ике илһөйәр режиссер үҙҙәренең тырышлығы менән башҡорт киноһы сәнғәтенең мөмкинлеген, уның киләсәге барлығын, халҡы алдында уның ихтирамлы бейеклектә торғанын раҫланы. Оҙайлы юл үтелмәһә лә, үҫеш бар тип уйлайым мин.

- Үҫеш бар, әммә система юҡ. Минең айырым "Аскарфильм" студияһы эшләй, беҙ "Башҡортостан" киностудияһы бинаһында ултырабыҙ. Халыҡтың ихтыяжына ярашлы беҙгә киләсәктә сериалдар, комедиялар төшөрөргә кәрәк. Төшөрмәйбеҙ түгел, хәлдән килгәнсә төшөрәбеҙ. Халыҡты рухи тәрбиәләү өсөн башҡортса контент булдырыу, уны ҡыҙыҡлы итеп эшләү кәрәк, уны хатта башҡа милләттәр ҙә ҡарарлыҡ булһын. Тел быға бер ҙә ҡамасау түгел. Кино сәнғәте теле бар кешегә лә, бар донъяға ла аңлайышлы.

"Ай ҡыҙы" сериалын заманында бик яратып ҡарағайнылар. Шундайыраҡ башҡорт сериалдары бөгөн дә төшөрөлһә, ҡалай яҡшы булыр ине...

- Сериал төшөрөүҙең үҙенсәлеге бар - ул телевидениеға кәрәк булырға, йәғни ул заказ биреүсе булырға тейеш. Беҙҙең профессионалдарға улар: "Сериал төшөрөгөҙ, беҙ һатып алабыҙ", - тип мөрәжәғәт итһәләр һәм сериалдар араһына үҙҙәре рекламалар һатып алып ҡыҫтырһалар, ысынлап та, ул табышлы ла булыр ине. Әммә әлегә ундай мөрәжәғәттәр юҡ. Әлеге көндә беҙгә "Домашний" телеканалынан килеп, сериалдар төшөрәләр. Уларға ҡоролмаларҙы ҡуртымға бирәбеҙ. Йәй көнө "Саня, газуй!"ҙың икенсе миҙгелен төшөрҙөк. Бында улар арзан ғына хаҡҡа төшөрәләр ҙә, үҙҙәрендә ҡыйбатҡа күрһәтәләр, йәғни араларына реклама ҡуйып, аҡса эшләйҙәр.
Әгәр ҙә берәй шәхси башҡорт каналы булһа, ул саҡта күберәк башҡортса контентты йәлеп итергә тигән ынтылыш булыр ине. Тамашасы күберәк булһа, реклама ла ҡыйбатыраҡҡа һатыла. Ул үҙен аҡлай алырлыҡ канал булыр ине тип уйлайым. Хәйер, Рәсәйҙең үҙендә лә күберәк сит илдәрҙән индерелгән тәржемәләнгән фильмдарҙы ҡарайҙар. Мауыҡтырғыс сюжеттар беҙҙе Голливудтағыса фекерләргә өйрәтә, тип әйтергә була. Был - һуғыш, ул һуғышта мәҙәниәтебеҙ еңелә. Һүҙ юҡ, уларҙың актерҙары шәп уйнай. Шул сифатҡа беҙ ҙә ынтылабыҙ, әммә беҙҙең кинола эшләгән кешеләр бөтәһе лә энтузиастар.

Һеҙҙең фильмдарҙағы актерҙарға һоҡланам. Улар йәндәрен биреп уйнанылар, сифат юғары булды, тип уйлайым.

- Барыбер улар профессионал түгелдәр, фильмға индереп ебәреү ҡыйыныраҡ, сөнки уларҙың тәжрибәһе юҡ тиерлек. Күп тигәндә, бер-ике фильмда ғына төшкәндәр. Ә актер йылына ике-өс фильмда уйнарға тейеш.
Йылдың-йылы фильмдар һәм сериалдар күбәйә. Медиастат компанияһы менән бергә эшләйбеҙ. Аллаға шөкөр, 2022 йылда Актерҙар базаһын булдырҙыҡ, унда алты йөҙҙән ашыу кешене тупланыҡ. Улар хәҙер Рәсәй сериалдарында төшә башланы. Әле илленән ашыу башҡорт артисы "Домашний" каналы сериалдарында төшә. Был уларға арыу ғына тәжрибә мәктәбе. Беҙгә лә ярҙам, саҡырһаң, улар һә тигәнсе килеп етәләр һәм тиҙерәк тә, яҡшыраҡ та уйнайҙар. Башҡорт кино сәнғәтен системаға көйләп алырға ине. Һуңғы йылдарҙа шуның буйынса эшләйбеҙ. Үҙебеҙҙең матди базаны туплайбыҙ, сценарийҙар йыйып алабыҙ. Камералар, машиналар булғас, сериалдар төшөргәндә барыһын да үҙ көсөбөҙ менән атҡарабыҙ.
Фильмдарҙа йыйып алған аҡса үҙебеҙҙең мәнфәғәткә түгел, ә ҡоролмалар һатып алыуға китә, сөнки улар етешмәй. "Башҡортостан" киностудияһында ла шул уҡ хәл, ҡоролмалар иҫке. Йыл һайын аҡса вәғәҙә итәләр, тик ул вәғәҙә генә булып ҡала. Һәр йыл илдә ниндәй ҙә булһа берәй хәл сығып ҡына тора бит, тажзәхмәтме, махсус операциямы һ.б. Был осраҡта иң ныҡ ҡаҡшағаны - беҙҙең кинематограф. Әлбиттә, хәҙер нәшриәт, матбуғат шулай уҡ ауыр хәлдә тип беләм.

Тынғыһыҙ режиссер Айнур Асҡаров бөгөн нимә өҫтөндә эшләй, кино сәнғәтенә бәйле ниндәй эше менән ҡыуандырмаҡсы?

- Әлеге мәлдә беҙ М. Кәримдең "Ярлыҡау" повесы буйынса эшләйбеҙ. М. Кәрим фонды мине режиссер булараҡ саҡырҙы. Айҙар Аҡманов - сценарий авторы. 90 минутлыҡ йәйге блокты төшөрөп бөттөк, хәҙер ҡыҫҡа ғына икенсе блок ҡалды. Фильм рус телендә, башҡорт колориты, әлбиттә, буласаҡ. Төп геройҙары Йәнтимер Байназаров, Любомир Зух, Мария-Тереза. "Беҙҙең өйҙөң йәме"н төшөргән директор менән берлектә эшләйбеҙ. Былтыр уны Минск ҡалаһында төшөрҙөк. 2023 йылда экранға сығыр тип өмөтләнәбеҙ. Кешене илатырлыҡ матур сағыу фильм булырға тейеш, унда Рәсәй, башҡорт актерҙары уйнай. Ун ете, ун һигеҙ йәшлек йәш кенә актерҙар. Күтәрелгән тема бик көнүҙәк, актуаллеге көндән-көн үҫә генә.
"Аскарфильм" "Башҡортостан" кино студияһы һәм Кинематографтар союзы менән берлектә эш алып бара. Башҡортостанда кино сәнғәте бар, тип һөйләһәләр ҙә, ысынбарлыҡта, унда көнө-төнө эшләгәндәр ун-ун биш кеше генә булыр - бер нисә сценарий авторы, бер нисә режиссер. Бер театр штаты ҙурлығында ғына булһаҡ та, ҙур бер өлкәне тәшкил итәбеҙ. Кино төшөргән ваҡытта, әлбиттә, күп кеше йыябыҙ, ләкин даими эшләгәндәр бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Был һанды үҫтерергә ине. Йылдан-йыл кино күберәк төшөрөлһә, был беҙҙең кино сәнғәтенең үҫешенә килтерәсәк. Әле ҡыҫҡа метражлы фильмдар әҙерләйбеҙ, йәш режиссерҙарҙы үҫтерәбеҙ. 2024 йылда үтәсәк Өфө юбилейына матур фильм әҙерләргә тигән ниәтебеҙ бар...

Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №49, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.12.22 | Ҡаралған: 167

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru