«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ФРОНТОВИК ҠЫҘЫ УЛ
+  - 

Шағирә Миңлегөл Хисамова мәктәп йылдарында уҡ ижад итә башлай. Шиғриәте ихлас, улар күңелдә тыуа, шунда йәшәй, кәрәк саҡта ҡағыҙға төшә. Бына шулай ижад итә Миңлегөл Сәлимйән ҡыҙы. Уның хистәр менән тулышҡан лирик шиғриәтен үҙ итеүселәр бихисап. Ысынлап та, Миңлегөл Сәлимйән ҡыҙының шиғырҙарын уҡып, күңел дауаһы ла, йыуанысы ла табырға була. Был юлы өс һорауыбыҙҙы уға төбәнек.

Миңлегөл апай, һеҙ бер шиғырығыҙҙа:
Ижадымда мин бурыслы мәңге
Әсәм менән тыуған яғыма, -
тип яҙаһығыҙ. Һеҙҙең ижадығыҙҙың ҙур өлөшөн, ысынлап та, тыуған яҡ тематикаһы биләй. Ә бөгөн тыуған яҡ менән бәйләнеш бармы, әллә ул хәҙер хәтирәләр ебе генәме?

- Тыуған ерем Көйөргәҙе районы Ялсыҡай ауылына ғүмерем буйы һөйөү һаҡлайым. Тыуған яғыбыҙ - бала сағыбыҙҙың сәңгелдәге бит ул, шуға ла ул һәр кемгә ҡәҙерле. Беҙ йәш саҡта иптәшем Ғәлим менән дә бер аҙ Күмертау ҡалаһында йәшәп алдыҡ. Ауылға яҡын булғас, гел ҡайтҡы килеп кенә тора ине. Ул саҡта оло йәштә булһа ла олатайым, уның ҡыҙы Мәрғизә апайым иҫәндәр ине әле. Күмертауҙан Өфөгә күсеп киткәс, йәһәт кенә ҡайтып йөрөп булманы, әйтергә лә түгел, һағындыра ине. Шулай ҙа ауылдан туғандар, таныштар килеп торҙо. Хәҙер ҙә ҡайтып торабыҙ, тик мөмкинлеккә ҡарап, тиһәм дөрөҫ булыр. Вирус таралған саҡта ике йыл буйы юлға сыға алманыҡ, шул мәлдә, ысынлап та, ҡыйын булды. Ә былай тыуған ергә булған һөйөүем, һағыныуым йырҙарымда сағыла килә. Уларҙы яратып йырлағандар бар, шуны белеү үҙе лә ҙур ҡыуаныс.

Һеҙ йәшерәк саҡта яугир әҙиптәр ҙә иҫән булған, үҙегеҙ ҙә фронтовик ҡыҙы. Ул быуын вәкилдәре менән осрашыуҙар ҙа булғандыр бит? Берәйһен иҫкә алайыҡ.

- Мин эшләгән 28-се махсус интернат-мәктәптә әҙәбиәтебеҙҙең аҡһаҡалы, халыҡ шағиры, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Мостай Кәрим менән осрашыу мәңге онотолмаҫ тәьҫорат ҡалдырҙы. Хеҙмәттәшем Нурия Мәүлетҡол ҡыҙы Сәхәпова М. Кәрим ижады тураһында кисә үткәрергә ниәтләне. 1999 йылдың март айҙары ине. Мостай ағайҙың 80 йәшлек юбилейы алдынан мәктәптәр уны саҡырыуға сират алғандар. Оло әҙипте мәктәбебеҙгә килтереүҙе үҙ өҫтөмә алдым. Шылтыратҡан саҡта ағайҙың гел мәктәптә сағы тура килә. Ҡыҙы Әлфиә ханым минең һорауҙы еткергән икән. Икенсеме-өсөнсөмө тапҡыр шылтыратҡанда шағирҙы өйҙә тура килтереп, кисәгә саҡырҙым. Мостай ағай теләп риза булды. Кисә шул тиклем матур үтте. Балалар шағирҙың әҫәрҙәрен яттан һөйләнеләр, ағайҙың ижады һәм тормошо тураһында һорауҙар бирҙеләр. Мостай ағай балаларҙың тыңлай белеүҙәренә һоҡланды, уларҙың әҙәби әҫәрҙәрҙе күп уҡыуҙарын белеп ҡыуанды һәм кисәнең аҙағында: "Күңел күҙегеҙ күреүенә шатмын", - тине. Кисәнән һуң сәй өҫтәле артында Мостай ағайға беҙ, педагогтар, үҙебеҙҙең һорауҙарҙы бирҙек, автографтар алдыҡ. Бөтәбеҙ ҙә был кисәнән оло ҡәнәғәтлек алдыҡ.

Бер китабығыҙ "Тынлыҡтарҙа ҡалам" тип атала? Ни өсөн шағирә тынлыҡта ҡалыуҙы хуп күрә?

- "Тынлыҡтарҙа ҡалам" тигән китабым 50 йәшем уңайы менән нәшер ителде. Кешегә, ғөмүмән, ниндәйҙер ваҡыт арауығында яңғыҙ ҡалып уйланыу кәрәктер, яҙышҡан кешегә бигерәк тә... Әлбиттә, был хәл оҙаҡ айҙарға, йылдарға һуҙылырға тейеш түгел. Сөнки кеше донъяла бер үҙе генә йәшәй алмай. Уға кеше менән аралашыу, үҙенең янында кемдеңдер булыуын тойоу кәрәк, ә икенсе төрлө булғанда, кеше сәбәпһеҙҙән ауырып китеүе лә мөмкин. Был минең генә фекерем түгел, психологтар ҙа шулай тип яҙа бит. Ләкин ваҡыты-ваҡыты менән тынлыҡта ҡалыу, тынлыҡты тыңлау ижадсы өсөн файҙалы.

Фәрзәнә ФӘТИХОВА
һорауҙар бирҙе.

"Киске Өфө" гәзите, №49, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.12.22 | Ҡаралған: 142

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru